СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урок-разработка . По рсааказу Анура Вахитова "Цена Слов".

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Урок-разработка . По рсааказу Анура Вахитова "Цена Слов".»

Республика инженер лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы


Дәүләтшина М.Ф. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы



Тема: Һүҙҙең ҡәҙере, көсө-ҡеүәте

(Әнүр Вәхитов “Һүҙ хаҡында баллада”әҫәре буйынса)

Уҡыу-методик комплект: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-сы класы өсөн туған (башҡорт) телениһәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек. В.И. Хажин, Ә.Х. Вилданов.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:             

 Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш:   үҙ – ара  хеҙмәттәшлек  итергә, үҙ  фекерен иҫбатлай белергә, һығымталар яһарға өйрәтеү,  иғтибарлылыҡ сифаттарын үҫтереү., уға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Һүҙҙең ҙур көскә эйә булыуын, мәғәнәһен аңларға өйрәнеү, һүҙ менән һаҡ булыу кәрәклеген аңлатыу.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: әңгәмәсеңде тыңлай белеү, эшләү процесында бер-береңә ярҙам итеү, эште шартына ҡарап эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ йүнәлештә үтәү, дөрөҫлөгөн тикшереү, баһалау.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: Әнүр Вахитовтың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһау , “Һүҙ хаҡында баллада ”әҫәрен өйрәнеү, күҙәтеүҙәр, сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә һүҙҙәрҙең  айырмаһын  

билдәләү; күмәкләп    һүҙҙәргә  дөйөм  төшөнсә биреү, һығымта  яһау;  һүҙлек  запасын  байытыу,  телмәр  үҫтереү  өҫтөндә эшләү.

Йыһазландырыу: ноутбуктар, проектор, һүҙлектәр, Әнүр Вахитовтың портреты, дәреслектәр.

Эпиграф: ”Беҙ тормошта шуға иғтибар итмәйбеҙ: кеше үҙ ғүмерендә күпме яҡшы эш эшләй, башҡаларҙы ҡыуандыра, хатта бәхетле итә – ул ниндәйҙер дәрәжәлә һүҙгә, беҙ һөйләгән хәбәргә, әйткән һүҙгә бәйләнгән.Әҙәм балаһы хата яһай икән, был да ҡайһы саҡта ул әйткән һүҙгә эйәреп сыға.Һүҙҙең ҡәҙере, көсө лә шундалыр, моғайын.”


                            Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле. Психологик комфорт булдырыу. Музыка уйнай.

Дәресте Г.Салә көйөнә, Р.Аҡъярова һүҙҙәренә яҙылған “Әссәләмәғәлейкүм! “ йырын тыңлау,ҡушылып йырлау менән башлау:

Таң ата ла ҡояш сыға,

Ҡояшты сәләмләй көн.

Һаумы, ҡояш !Һүнмәҫ усаҡ!

Әссәләмәғәлейкүм!

Тел асҡысы. иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм

Әссәләмәғәләйкүм!




- Хәйерле иртә, уҡыусылар! Бер-берегеҙгә уңыштар теләп, күтәренке кәйефтә дәресебеҙҙе башлайыҡ! Бөгөнгө беҙҙең дәрес үтә лә фәһемле булыр, тип ышанам. Экранға күҙ һалайыҡ та бергәләп уҡыйыҡ.

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

Атай, һинең менән донъя йәмле,

Шат йылмая һәр көн әсәйем,

Ошо йылмайыуҙан көс-дәрт алып,

Тыныс күңел менән йәшәйем.

Фирүзә Абдуллина

  • Шағирә Фирүзә Абдуллинаның шиғырында нимә хаҡында һүҙ бара?

  • 2024 йыл – Ғаилә йылы.

  • Эйе. Илебеҙҙең президенты Владимир Путин 2024 йылды "Ғаилә йылы" тип иғлан итте. Һәммәгеҙҙең ғаиләләре ныҡ, тулы, йылы булһын! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ – именлек, аяҙ күк йөҙө, ғаиләләрегеҙгә муллыҡ-бәрәкәт теләйем!

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу өсөн ситуация тыуҙырыу:

  • Уҡыусылар, дәрестең темаһын һәм маҡсатын  бергәләп уйларға кәрәк буласаҡ. Бының өсөн алдығыҙҙа ятҡан эпиграфҡа һәм экранға иғтибар! Уҡыған өҙөктән сығып,теманы билдәләйбеҙ.

Беҙ тормошта шуға иғтибар итмәйбеҙ: кеше үҙ ғүмерендә күпме яҡшы эш эшләй, башҡаларҙы ҡыуандыра, хатта бәхетле итә – ул ниндәйҙер дәрәжәлә һүҙгә, беҙ һөйләгән хәбәргә, әйткән һүҙгә бәйләнгән. Әҙәм балаһы хата яһай икән, был да ҡайһы саҡта ул әйткән һүҙгә эйәреп сыға. Һүҙҙең ҡәҙере, көсө лә шундалыр, моғайын.”


  • Текста нимә хаҡында һүҙ бара?

  • Һүҙҙең ҡәҙере, көсө-ҡеүәте тураһында.

  • Эйе, килешәм, уҡыусылар, дөрөҫ фекерләйһегеҙ. Ошо өҙөк ҡайһы яҙыусының әҫәре, нисек атала?

  • Беҙ был әҫәр менән танышбыҙ, яҙыусы Әнүр Вахитовтың "Һүҙ хаҡында баллада"тигән хикәйәтенән, беҙгә өйҙә уҡып килергә бирелгән ине.

  • Дөрөҫ. Тимәк, дәрестең темаһын нисек билдәләрһегеҙ?

  • Һүҙ ҡәҙере, һүҙҙең көс-ҡеүәте.

- Килешәм.

- Хикәйәнең исемендәге бер һүҙ һеҙҙе уйландырмаймы? Иғтибар итәйек әле!

- Әҫәрҙең исемендә баллада һүҙе аңлашылмай.

- Килешәм. Нимә ул баллада? Алдығыҙҙа һүҙлектәр ята, һүҙлектә нимә тип бирелгән икән?(Уҡыусылар һүҙлектәрҙән мәғәнәләрен эҙләйҙәр).,

Экранда ла һүҙҙең мәғәнәһе асыҡлана.

  • Дәфтәрҙәрегеҙгә һүҙлек эшен теркәп ҡуйығыҙ, дәрес барышында башҡа һүҙҙәргә лә иғтибар итерһегеҙ.


Һүҙлек эше:

Баллада – хикәйәт йәки әкиәткә нигеҙләп яҙылған бәләкәй әҫәр.

Аманат – васыят, завещание.

Хыянат – измена, предательство.

Фәһем- урок.

Шаһит - свидетель.

  • Автор ошо һүҙгә ниндәй аңлатма бирә? Текстан уҡырға мөмкин.

  • Әхмәҙулла бабай авторға һүҙ көсө, һүҙ һөйләү белеү хаҡында бик күп хикәйәттәр һөйләгән, шуны автор хикәйәне баллада тип атаған.

Афарин! Артабан эште дауам итәбеҙ. Дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйыр инегеҙ?

  • Әнүр Вахитовтың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһау,

  • “Һүҙ хаҡында баллада ”әҫәрен өйрәнеү,

  • сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә һүҙҙәрҙең айырмаһын  билдәләү;  күмәкләп    һүҙҙәргә  дөйөм  төшөнсә биреү,

  • һүҙҙәрҙе анализлау,  һығымта  яһау,  

  • һүҙлек  запасын  байытыу,  телмәр  үҫтереү  өҫтөндә эшләү.

- Дөрөҫ!

- Әҫәрҙе уҡығанда нимәләр аңлашылманы? Нимәләрҙе асыҡларға теләр инегеҙ?

Ошо һорауҙарға яуаптар эҙләү - бөгөнгө дәресебеҙҙең бурыстары булып торор. Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып,бөгөнгө дәрестең темаһын яҙығыҙ. Артабанғы эш барышында үҙегеҙгә кәрәкле тип тапҡан мәғлүмәттәрҙе дәфтәрҙәрегеҙгә теркәп барырһығыҙ. Теманы,маҡсатты,бурыстарҙы билдәләнек,артабанғы эште нисек күҙҙаллайһығыҙ?
- Әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға әҙерләнеп килергә ине.

  • Шулай уҡ хикәйәт буйынса һорауҙар төҙөп килергә тейеш инек.

  • Бик яҡшы.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙ аллы, төркөмдәрҙә эштәр тәҡдим ителә. Моғайын, ике төркөмгә бүленеп, аяныслы яҙмыштар һәм хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшһәк яҡшы булыр. Эште башлар алдынан һеҙгә проблемалы һорау: " Әхмәҙулла бабай авторға ниндәй үпкә белдерә? Дәрес аҙағында ошо проблеманы асыҡларға тейешбеҙ. Ә хәҙер һеҙ төҙөгән һорауҙар буйынса төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ..


Беренсе төркөмгә һүҙ.

- Әхмәҙулла бабай авторға ниндәй хикәйәт һөйләй? Текстан табырға .

- Ниндәй шәхестәрҙе иҫкә ала ул?

- Ә кемдәр улар Аҡмулла,Туҡай, Ғафури? (Әҙерләнгән уҡыусылар ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп китәләр)

-Был ваҡиғалар нисәнсе йылдарҙы үҙ эсенә ала?(1918 йыл)

- Халыҡты ни өсөн сходҡа йыялар?(Аҡтарҙың походный штабтарын туҙҙырғандар)

-

- Кем ул Дәүләтбай ? Ул сходта нимә тип уйлай? Текстан табырға ошо урынды.(188-189-сы биттәр)

-Атаман ниндәй фарман бирә?

-Үлгәндәрҙе ҡайҙа ерләйҙәр?

- Ул урынды халыҡ нимә тип атай?

-Дәүләтбай ниндәй вәғәҙә бирә ауылдаштарын ерләгәндә?(текстан табырға). Уның артабан яҙмышы нисек хәл ителә? Ул үҙенең вәғәҙәһен үтәйме ? Нисек?


- Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән әҫәрҙең эстәлеген ҡыҫҡаса анализлап үттек. Әйҙәгеҙ бергәләп, ял итеп алайыҡ.  Матур хис-тойғолар тыуҙырыусы йыр йырлап алайыҡ.

Дәресте Г.Салә көйөнә, Р.Аҡъярова һүҙҙәренә яҙылған “Әссәләмәғәләйкүм! “ йырын йырлау, бейеү хәрәкәттәре яһау:

Таң ата ла ҡояш сыға,

Ҡояшты сәләмләй көн.

Һаумы, ҡояш !Һүнмәҫ усаҡ!

Әссәләмәғәлейкүм!

Тел асҡысы. иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм

Әссәләмәғәләйкүм!



Фишбоун.

- Әҫәрҙәге төп проблеманы билдәләү;

- төп геройҙың тормоштағы маҡсатын билдәләү;

1.Төп проблема: ысын ир һүҙе.

2. Дәүләтбайҙың тормошон ике өлөшкә бүлеп ҡарайыҡ: төрлө йыйындарҙа , мир сходтарында ла ҡатнашмағанға тиклемге һәм унан һуңғы.

- Ҡатнашмағанға тиклемге маҡсаты: ил-йорт проблемаларынан ситтә ҡалып, кеше менән ҡатышмай, шым ғына йәшәп ятыу.

- Сходта ҡатнашҡандан һуңғы маҡсаты: ерҙә үлектәр, яралы кәүҙәләр араһында аҡылынан шашҡан шикелле , сәстәрен йолҡҡолап, ерҙә аунай, үкереп илай. Уйламай әйткән һүҙе нигеҙендә, халыҡты ҡара ҡайғыға һала. Яралы булыуына ҡарамаҫтан, һүҙһеҙ генә үлгәндәрҙе ерләшергә ярҙамлашып йөрөй, ҡәбер тупрағына эйелеп, ерҙе үбә. Һуңынан аҡтарға күрмәгәндәрен күрһәтә, йәшен була уларға.

3.Беренсе осраҡта маҡсатына ирешеү өсөн иртәнән ҡара кискә тиклем үҙ ояһында быстырлай, бар нимәнән ситтә ҡала.

Икенсе осраҡта – оло бәләгә тарыған ғәйебе өсөн ысын ир һүҙен биреп, Граждандар һуғышы осоронда батырлыҡтар күрһәтә, орден ала.

Перекрестная дискуссия (бәхәс):

-һәр уҡыусы геройҙы яҡлап, өс-дүрт аргумент яҙа;

-аргументтар микрогруппаларҙа берләштерелә. Һәр микрогруппа (һайлап алып) геройға ла ҡарата бишәр аргументтан торған исемлек тәҡдим итә;

-аргументтарҙың дөйөм исемлеге төҙөлә;

-класс ике төркөмгә бүленә:

I төркөм Дәүләтбайҙы яҡлай яҡлай;

II төркөм Дәүләтбайҙы тәнҡитләй;

Сиратлап берәр аргумент килтерелә һәм шунда уҡ ҡаршы төркөм менән кире ҡағыла.

Дәүләтбай:

-шым ғына йәшәп ята;

-үҙ донъяһында ғына ҡайнай;

-кеше менән ҡатышмай.

1-се аргумент: Дәүләтбай ағай үҙен ғәйепле һанай, үҙ хатаһын аңлай.

Кире ҡағыу: үҙ хатаһын аңлағанға тиклем, ни өсөн бөтәһе өсөн яуап бирә, халыҡты ҡара ҡайғыға төшөрә.

2-се аргумент: Дәүләтбай ағай халыҡҡа ысын ир һүҙе бирә: ”Мин һеҙҙең алда ғәйебемде ҡаным менән йыуырмын, туғанҡайҙар”. Ул васыятын үтәй. Граждандар һуғышында ҡатнаша, батырлыҡтар эшләгәне өсөн орден ала.

Кире ҡағыу: ул бөтә халыҡ өсөн яуап биреп, ауылдаштарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, һәләк итә.

Төркөмдәрҙә эшләгәндән һуң, берҙәм,позитив фекергә килтертеү.Дәреслектән миҫалдар таптырып уҡытыу.

Позитив фекер: геройҙы ла аңларға була: нимә генә эшләһә лә – барыһы ла халыҡ хаҡына.

- Һығымта яһағыҙ.

- Әнүр Вахитовтың "Һүҙ хаҡында баллада"тигән хикәйәтендәге аяныслы хәл-ваҡиғалар әйткән һүҙгә бәйләнгән.

Артабан, төркөмдәрҙә эшебеҙҙе дебат формаһында дауам итәйек.

  • 1-cе төркөм: "Һүҙҙәр көслө була аламы?"

  • 2-cе төркөм: Ысын ир һүҙе ниндәй була?

Һүҙ беренсе төркөмгә."Һүҙҙәр көслө була аламы?"

  • Эйе, һүҙҙәр көслө була ала.

  • Һүҙ менән кешене дауаларға була.

  • Кеше һүҙе кеше үлтерә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Абайламай әйтеп, хәлдең бик аяныслы булыуы ла мөмкин. Шуға һәр ваҡыт телең нимә һөйләгәнде ҡолағың ишетергә тейеш.

  • Һүҙҙе уйламайынса әйтеп, кешене яраларға, рәнйетергә лә була.

  • Кешегә йәшәй белеү нисек кәрәк булһа, һүҙҙе башҡаларға еткерә белеү ҙә бик мөһим .

Һүҙ икенсе төркөмгә. Ысын ир һүҙе ниндәй була?

  • Һүҙ әйтә белеү – үҙе аҡыллылыҡ билдәһе, боронғоларҙың тәжрибәһен күңелеңдә һаҡлай белеү оҫталығы ла .

  • Халҡыбыҙҙа һүҙ, аҡыл тураһында мәҡәл-әйтемдәр бихисап. Ысын ир-егет һүҙе менән түгел, ә эше менән һыналыр тигәне миңә бигерәк оҡшай.

  • Эйе, мин дә килешәм. Хәҙерге заманда бөтә ир-егеттәр ҙә ошо мәҡәлгә ярашлы йәшәмәй. Ҡайһы бер ир-егеттәр ғаилә терәге лә, хәстәрлекле атай ҙа була алмайҙар. Һүҙҙәрендә лә тормайҙар.

  • Был асыҡтан-асыҡ, бәлки, ғаиләгә бәйлелер. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр ҙа тиҙәр бит. Тәрбиә башы – ғаиләлә .

  • Ғөмүмән, ниндәй ул бөгөн аяҡтарында ныҡлы баҫып торған, уңышлы ир-ат? Уйымса, ундай зат аҡыллы, аҡсалы һәм ғаиләле булырға тейеш. Ошо критерийҙарҙың береһе булһа ла тап килмәй икән, тимәк, ул уңышлы һәм заманса түгел.

  • Ниңә?

  • Бөгөнгө көндә конкуренция тигән төшөнсә төп ролде уйнай. Аҡса төшөнсәһе лә заман кешеһе менән тығыҙ бәйле. Аҡса эшләй белмәгән йәки уны табырға теләмәгән ир заты, тимәк, үҙе тураһында ла, яҡындары тураһында ла хәстәрлек күрергә теләмәй.

  • Бөгөнгө көндә аҡса барыбер кешенең уңышлы, һәм заманса булыуының төп күрһәткесенә әүерелде.

  • Ысын ир-ат аҡса эшләй белергә тейеш, тигән ныҡлы фекерҙәмен.

  • Бәлиғ булған, белемле, аҡсалы ирҙең ғаиләле булыуы ла зарур. Ғаилә шулай уҡ сифат күрһәткесе ролен үтәй.


Мәҡәлдәр менән эш.

Таҡтала мәҡәлдәр әҙерләнгән.Ошо мәҡәлдәрҙе дөрөҫ урынлаштырыр кәрәк.

Әйткән һүҙ...               һин эйә.

Һүҙ үтмәгән ерҙә...     йөрөмәй.

Һүҙ эйәһе менән...   атҡан уҡ.

Ауыҙҙағы һүҙгә... уҡ үтә.


Ошо мәҡәлдәр әҫәрҙә ҡайһы образға тура килә?

Кеше һүҙе кеше үлтерә.( Дәүләтбай ағай)

Һүҙ әйтә белеү-үҙе аҡыллылыҡ билдәһе.( Әхмәҙулла бабай)

  • Тағы ла ниндәй мәҡәлдәр,әйтемдәр беләһегеҙ?

Яҡшы һүҙ балдан татлы.

Йылы һүҙ йәнде иретер.

Яҡшы һүҙ – һөйөндөрә, яман һүҙ – көйөндөрә.

Яҡшы һүҙ – йәнгә рәхәт, яман һүҙ – йәнгә йәрәхәт.

  • Дәрес башында һеҙгә проблемалы һорау ҡуйылғайны: " Әхмәҙулла бабай авторға ниндәй үпкә белдерә? Хәҙер ошо проблеманы асыҡларға тейешбеҙ.

  • Эйе, Әхмәҙулла бабай дөрөҫ уйлай, сөнки боронғолар үҙҙәренең ҡобайырында һүҙҙе бик ололағандар.

  • Һүҙҙе йәштәргә аманат итеп ҡалдырғандар, хыянат итмәҫкә васыят иткәндәр.

  • Шулай уҡ һүҙҙең ҡайҙан килеп, ҡайҙа киткәнен онотабыҙ.

  • Әҫәрҙә тормошто дөрөҫ аңлаған, күпте күргән Әхмәҙулла бабай һүҙ ҡеүәте-көсө, ҡәҙере хаҡындағы хикәйәттәрен боронғоларҙан аманат итеп ҡабул иткән һәм аманат итеп авторға тапшырған.

  • Шулай уҡ ул һүҙ оҫталарын, илебеҙҙең бөйөк шәхестәре Аҡмулланы, Бабичты, Ғафуриҙы хәтергә ала.

  • Нисек уйлайһығыҙ: Әхмәҙулла бабай һеҙгә лә шулай үпкәләр инеме икән?

  • Әлбиттә, беҙгә, йәштәргә, үпкәләр ине, сөнки бөгөн бихисап йәштәр матур һөйләшеү түгел, хатта үҙ туған телдәрендә һөйләшмәйҙәр, аралашмайҙар. Бик ҡурҡыныс хәл!

  • Ауылдарҙа беҙҙең тиҫтерҙәр башҡортса аралашмайҙар.

  • Йәштәр араһында йәмһеҙ һөйләшкәндәр күбәйҙе.

  • Бөгөн йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Нимә тип әйтер инегеҙ уларға?

  • Йәштәр менән аңлатыу эше алып барыу кәрәктер. Үҙемә килгәндә уларҙы тыйыр инем.

  • Ислам дине насар һүҙҙәр һөйләүҙе, һүгенеүҙе тыя. Ҡөрьәндә: ” Бер-берегеҙҙе төрлө ҡушаматтар, насар һүҙҙәр менән атамағыҙ, - тиелә.

  • Һеҙ насар һүҙҙәрҙе, һүгенеү һүҙҙәрен әйтәһегеҙме? Ҡасан әйтелә ундай һүҙҙәр?

  • Кешене әрләү өсөн, ҡапыл ҡурҡҡанда, көйҙөрһәләр һ.б.

  • Һүҙ көсөн тойоу өсөн тәжрибә эшләп ҡарайыҡ. Кешене нисек рәнйетергә, күңелен йәрәхәтләргә була?

  • Насар һүҙҙәр әйтеп.

  • Был кеше үҙен нисек тоясаҡ? Уға нисек ярҙам итергә?

  • Уға рәхәтерәк, еңелерәк булһын өсөн яғымлы, наҙлы һүҙҙәр әйтәйек.

  • Ни тиклем матур һүҙҙәр әйтһәк тә насар һүҙ эҙҙәрен юҡ итергә буламы?

  • Ҡул яраһы йүнәлә, тел яраһы оҙаҡ һаҡлана.

  • Тәрбиә башы – ғаиләлә тигән мәҡәл менән килешәм. Туған телеңә, тыуған илеңә, йортоңа һөйөү, әлбиттә, ғаиләлә һалына.

  • Матур итеп үҙ телеңдә аралашыуға ни етә! Һүҙҙең ҡәҙере, көсө-ҡеүәте лә шундалыр.

  • Һүҙ әйтә белеү - үҙе аҡыллылыҡ билдәһе ,тип уйлайым.

  • Үҙең тураһында ла матур, яғымлы һүҙҙәр ишетеү кешенең күңелен үҫтерә, байыта.

  • Килешәм.Рәхмәт, балалар!

  • Уҡыусылар,дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Эпиграфҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Бөгөн дәрестә ниндәй темаға һөйләшеү алып барҙыҡ?


Һүҙ һүҙен ҡулланып,бергәләп синквейн төҙөйөк.

Һүҙ

Кешеләр кеүек

Ҡысҡырып та тора,
Матур ҙа, ипле лә,баҫалҡы ла ,
Ҡайһылары шулай ҡурҡыныс...

Кеше аҡылы - Ололар һүҙе -

Аманат.

Рефлексия.

  • Бөгөн мин белдем;

  • Ҡыҙыҡ булды ;

  • Ҡыйын булды ;

  • Мин күнегеүҙәр эшләгәндә ;

  • Мин аңланым ;

  • Мин аңламаным ;

  • Мин өйрәндем;

  • Бөгөнгө дәрес миңә тормош өсөн ;

  • Дәрестә алған белемем киләсәктә кәрәк буласаҡмы?



Дәрестәге эшмәкәрлекте баһалау

Уҡытыусы дәрестә ҡатнашҡан һәр уҡыусыға баһаны ни өсөн ҡуйғанын аңлата.

Өйгә эш: 1. Бирелгән мәҡәлдәргә таянып, инша яҙыу.

2. Әҫәр буйынса проект эше: Һүҙ ҡәҙере.

3.Әҫәрҙән фразеологик берәмектәрҙе табырға, аңлатма төҙөргә.


- Бөгөнгө булған һөйләшеүҙәр һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә уйылып ҡалыр тигән өмөттәмен. Башҡортмон тип күкрәк киреп, үҙ телебеҙҙә матур яғымлы итеп аралашып, милләтебеҙҙе яҡлап, һаҡлап, алға әйҙәп йәшәйек! Шуны онотмағыҙ: тормошто дауам итеүселәр – ул һеҙ!

Дәресебеҙҙе “Бүләк” йыры менән тамамлайыҡ.