СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

[уы], [үэ] өндәре. Вв хәрефтәре.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«[уы], [үэ] өндәре. Вв хәрефтәре.»

Башҡортостан республикаһы Хәйбулла муниципаль районы Аҡъяр ауылы 1-се һанлы муниципаль автономлы дөйөм белем биреү учреждениеһы урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Йәнтүрина Нурзилә Шәкирйән ҡыҙының 1 класс уҡыусылары өсөн “Әҙәби уҡыу” предметынан дәрес өлгөһө


Тема: [уы], [үэ] өндәре. Вв хәрефтәре.

Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: әңгәмәсенең әйткәнен ишетеп, аңлап, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү; уның һөйләгәнен тыңлай белеү; ата-әсә, ололарҙың кәңәштәренә, иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һала белеү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: эште уның шартына ярашлы эҙмә-эҙлекле итеп үтәргә; уның дөрөҫлөгөн тикшерергә, баһаларға күнегеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: хәреф менән өндөң араһындағы айырмалыҡтарҙы билдәләргә; уларҙың ҡулланыш даирәһен асыҡларға.

Йыһазландырыу: “Әлифба” дәреслегенә электрон ҡушымта Ф. Ш. Сынбулатова, ”Әлифба” электрон дәреслеге ( Шәрипова Ф. М., Йәнтүрина Н. Ш.), проектор, интерактив таҡта, ноутбуктар, өн тамғалары, презентация.

Дәрес барышы.

1. Психологик көйләү.

- Һаумыһығыҙ, балалар!

- Һаумыһығыҙ!

- Кәйефтәрегеҙ нисек?

- Иртәнге ҡояш һымаҡ!

- Шәп кәйефтәребеҙҙе дуҫтарыбыҙ менән бүлешәйек, хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙға өләшәйек.

- Афарин! Бик яҡшы! Әйҙәгеҙ, иртәнге ҡояшты сәләмләйек.

- Ҡояш нурын уйнатты,

Шулай иртә уятты.

Мин иртәсел былай ҙа,

Әллә шуға яратты.


  • Ултырығыҙ. Ҡояш һеҙҙе иркәләп уятты һәм йылы нурҙарын һипте. Барығыҙға ла яҡшы кәйеф, уңыштар теләне. Һеҙҙә бер-берегеҙгә уңыштар теләгеҙ!

(ҡулдарҙы бер-береһе менән сәпәкәйләп)

  • Уңыштар теләйем һиңә!

  • Уңыштар теләйем!

2. Артикуляцион күнегеүҙәр.

  • Дәрестә беҙ күп һөйләшәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ, телебеҙҙе эшкә әҙерләйек.

  • Тел көнөн нисек башлай?

  • Тел иртән тора ла:

  • Тышҡа сығып кирелә;

  • Шунан иртәнге һыуыҡтан ҡалтырана;

  • Өйгә инеп йыуына;

  • Өйөн йыйыштыра;

  • Түшәмен йыуа ( аңҡауҙы);

  • Иҙәнен һөртөп ала;

  • Тәҙрәләрен таҙарта ( сикәләрҙе);

  • Эше бөткәс, тышҡа сығып атта йөрөй;

  • Атта йөрөп ингәс, сәй эсә, ирендәрендә буялған ҡайнатманы ялай.

3. “Уңыш” ситуацияһы тыуҙырыу.

  • Бына тел ниндәй егәрле булып сыҡты. Беҙ ҙә үҙебеҙҙе эшкә көйләйек һәм өйрәнелгәнде иҫкә төшөрәйек. Өндәр ниндәй ике төркөмгә бүленә? (һуҙынҡы һәм тартынҡы )

  • Улар бер-береһенән нисек айырыла? ( Һуҙынҡы өндө әйткәндә үпкәнән сыҡҡан һауа ҡаршылыҡҡа осрамай. Улар тик тауыш тан ғына тора. Тартынҡы өндө әйткәндә үпкәнән сыҡҡан һауа ҡаршылыҡҡа осрай)

  • Һуҙынҡылар ниндәй була? ( нәҙек һәм ҡалын)

  • Тартынҡылар? ( яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ)

  • Ҡайһы бер хәрефтәрҙең шиғырҙарын иҫкә төшөрәйек: ҡалын һуҙынҡы булһа – малайҙар һөйләй, нәҙек һуҙынҡы булһа – ҡыҙҙар, ә тартынҡы булһа?

  • Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа.

  • Ни өсөн?

  • Сөнки, тартынҡылар ҡалын да, нәҙек тә була ала.

(шиғри минут) 2 – се слайд

4. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

-Бөгөн дәрестә ниндәй хәреф тураһында һөйләшербеҙ? Киләһе шиғырҙы тыңлайыҡ. (Электрон дәреслектән дикторҙы тыңлау. Хәрефтәрҙе өйрәнеү бүлеге, В-ф хәрефтәре, 16 – сы бит)

Вагондар уҙып бара,

Вәли ҡул болғап ҡала.

  • Вв хәрефе тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Был хәреф беҙгә таныш, әммә хәрефтәр донъяһы бик серле донъя. Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

( В хәрефе тураһында күберәк белергә, белемебеҙҙе арттырырға, уның серен сисергә).

- Бөгөн беҙгә Вв хәрефе үҙенең серен асыр. Тик тырыш, иғтибарлы уҡыусылар ғына был серҙәргә төшөнә ала. Тап бына шундай уҡыусылар өсөн серле һандығыбыҙҙың бүләге лә бар.

5. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

Шиғыр юлдарының беренсе һүҙҙәрен сағыштырайыҡ. 3 – сө слайд.

  • Әйҙәгеҙ, һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөйөк.

(төркөмдәрҙә эш, ике уҡыусы таҡта янында)

Слайд б-са тикшереү. 3 – сө слайд.

  • Транскрипцияһын төҙөйөк ( экранда)

[вагон] [?әли]

вагон Вәли


  • Ни әйтерһегеҙ?

  • Вәли һүҙендә в хәрефе [үэ] өнө менән тамғаланған.

  • Ул һүҙҙең ҡайһы ерендә урынлашҡан? Башында.

  • [уы], [үэ] өндәре һүҙ уртаһында һәм аҙағында килгән саҡта у, ү хәрефтәренең күлдәген алып торһалар, һүҙ башында килгән осраҡта ла икенсе хәрефтең күлдәген һорап торорға мәжбүр булғандар. Уларға ярҙамға Вв хәрефе килгән.

Тимәк, башҡорт һүҙҙәрендә һүҙ башында [уы], [үэ] өндәрен ишетһәк, ниндәй хәрефте яҙабыҙ?

Ниндәй сере булған икән В хәрефенең!

Һандыҡтың серен астыҡ, ял итеп алһаҡ та була.


Ял минуты

Беҙ, беҙ, беҙ генә,

Бармағыбыҙ төҙ генә.

Ҡул-ҡанатты ҡағабыҙ,

Сәпәкәйләп алабыҙ.

Уңға, һулға бөгөләбеҙ,

Шунан инде сүгәләйбеҙ.

Тағы ҡанат ҡағабыҙ,

Тәрән һулап алабыҙ.

Ултырабыҙ шым ғына

Һәм уҡыйбыҙ тын ғына.


7. Ғәмәли эштәр.

1 Бағаналағы һүҙҙәрҙе уҡыу.

Яңы ҡағиҙәне иҫтән сығармай ғына дәреслектәге һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ.

  • өлгөлө уҡыу

  • һүҙлек эше

  • үҙ аллы уҡыу

  • рәт менән уҡыу йәки “сылбыр” менән.

2. Текст өҫтөндә эш.

Һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп уҡырға өйрәндек – текст өҫтөндә лә эшләргә әҙербеҙ, тип уйлайым.

  • Текст нисек атала? (“Өләсәй кәңәше”)

  • “кәңәш” тигән һүҙҙе нисек аңлайһығыҙ?

  • совет, наставление (электрон дәреслектән табып күрһәтеү: Һүҙлектәр бүлеге “ Башҡортса-русса һүҙлек” )

1) текст менән танышыу ( уҡытыусының өлгөлө уҡыуы)

2) һүҙлек эше: “гонаһ” – килешмәгән, ярамаған эш

3) үҙ аллы уҡыу;

5) балаларҙың уҡыуы

4) йөкмәткеһен аңлау кимәлен асыҡлау:

- Вәсилә ваҡыт ҡәҙерен белә, тигәндәр. Был һөйләмде нисек аңлайһығыҙ?

- Ни өсөн Вәсилә ваҡыт ҡәҙерен белә, тигәндәр?

(Эшләргә лә, уҡырға ла, уйнарға ла өлгөрә.)

  • Өләсәһе Вәсиләгә ниндәй кәңәш бирә?

(Ваҡыт ҡәҙерен белмәү насар)

  • “Бушты бушҡа бушатыу”, тигәнде аңлайһығыҙмы?

( )

  • Һеҙгә өләсәйҙәрегеҙ ниндәй кәңәш бирә?

(яуаптар)

8. Ял минуты. (Музыкаль ял минуты “Балаҫ һуғыу”)

Өләсәйҙәр беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә, уларҙың белмәгән нәмәһе юҡ. Уларҙың боронғо шөғөлдәренең береһе – “балаҫ һуғыу”- ҙы иҫкә төшөрәйек.

9. Шиғыр өҫтөндә эш.

(Электрон дәреслек менән эш: “ Уҡырға өйрәтеү” бүлеге, өсөнсө блок, Ә. Таһированың шиғыры )

1. Дикторҙы тыңлау.

Вертолёт осороп уйнай

Вәлинур менән Марат.

Вәсилә, Ваһап, Вәлимә,

Вәхит торалар ҡарап.

  • Ҡайһы һүҙҙәрҙә В хәрефе күлдәген алыштыра?

(Вәлинур, Вәсилә, Ваһап, Вәлимә, Вәхит)

2. Парлап уҡыу

3. Һайланма уҡыу.

10. Йомғаҡлау.

- Һандыҡтың серен яҡшы аңланығыҙмы, тикшереп ҡарайыҡ.

Тест менән таныштырам.

(“Әлифба” дәреслегенә электрон ҡушымта, 11-се бүлек, “Парлы тартынҡы өндәр һәм уларҙың тамғалары”, 1 – се эш.)

Төркөмдәрҙә ошо һорауға бергәләп яуап эҙләйһегеҙ. Һеҙҙең өҫтәлдәрҙә ноутбуктар.

Ноутбук менән парлы эш.

Тест

11. Рефлексия.

12. Йомғаҡлау. –Дәрестә нисек эшләнегеҙ? Эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?