1.Өфө ҡәлғәһенә ҡасан ниғеҙ һалынған ? ( нисәнсе быуатта – (16) (1574 йылда).
2.Шағир-импровизаторҙы башҡорттар нисек атаған? (сәсән)
3.Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем боронғо төркиҙәр һәм башҡорттар кемгә табынған? (Тәңрегә)
4. Башҡорттарҙың ҡолаҡсын баш кейеменең икенсе исеме (малахай).
5.19 быуат башында француздар башҡорттарҙы нисек атап йөрөткән (төньяҡ амурҙары.
6.Шүлгәнташ мәмерйәһе ниндәй районда урынлашҡан? (Бөрйән)
7.Боронғо Өфөнө икенсе төрлө нисек атағандар? (Имәнҡала)
8.Башҡортостандағы иң ҙур күл. (Асылыкүл)
9.1919 йылдың 28 мартында Йылайырҙа үлтерелгән билдәле шағир. (Ш.Бабич)
10.Санкт-Петербургтағы тау училищеһына нигеҙ һалыусы башҡорт (Исмәғил Тасимов).
11. Борон башҡорттар ҡайҙа уҡыған? (Мәҙрәсәлә).
12.Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәйге еңел кейеме (елән).
13.Европа менән Азияны бүлгән тау (Урал).
14.Ҡурай сәскәһе нимәнең символы (Дуҫлыҡ)
15.Бөйөк Ватан һуғышы геройы Шәкирйән Мөхәмәтйәнов батырлығын ҡабатлаусы . (Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин).
16.Өфөлә рәссам исемен йорөткән музей. (Нестеров)
17.Даны бөтә донъяға таралған балетмейстер ,хореограф? (Рудольф Нуриев)
18.Башҡорт халҡының эпик поэмаһы ,маҡтау шиғыры . (Ҡобайыр)
Мәҡәлдәрҙе әйтеп бөтөрөгөҙ
1.Илен һөйгән--------------- (ир булыр).
2.Илем өсөн тыуғанмын-------------- (илем өсөн үлермен)
3.Ил яҙмышы---------- (ир яҙмышы).
4.Ирҙең даны иленән------- ( халыҡ менән еренән).
5.Тыуған илдән туйған------ (юҡ).
6.Тел өҫтөндә бал,-------- (тел аҫтында тал).
7.Терелткән дә тел,-------- (үлтергән дә тел).
8.Аҡыл- ҡаҙна, күңел- йоҙаҡ, тел------- (асҡыс).
9.Аҡыллы ҡош ҡанатын һаҡлай, аҡыллы кеше- ----------------- (һүҙен һаҡлай).
10.Ат ысҡынһа, тотоп була,--------- (Һүҙ ысҡынһа ,тотоп булмай).
11.Белдекле бер әйтер, бер әйтһә лә,------------ - (тура әйтер).
12.Бит күрке- күҙ, ----------- (тел күрке -һүҙ).
13.Йомшаҡ ағасты ҡорт баҫыр, йомшаҡ кешене----------( һүҙ баҫыр).
14.Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа--------- (ҡулың тый).
15.Сәсән күрке һүҙ булыр.,---------- (мәргән күрке күҙ булыр).
16.Телдең күрке- --------- (һүҙ).
17.Тел һөйләй,----------- (ҡул эшләй).
18.Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ------ (ҡәҙерле булыр).
19.Әҙәм иткән дә тел,-----------(әрәм иткән дә тел).
20.Әйткән һүҙ------- (атҡан уҡ).
21.Әсә теле бер-------- (булыр).
22.Яҡшы һүҙ- йәнгә рәхәт, яман һүҙ---- (йәнгә йәрәхәт).