СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

З.Биишеваның "Һөнәрсе менән өйрәнсек" хикәйәһенә план-конспект

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

З.Биишеваның "Һөнәрсе менән өйрәнсек" хикәйәһенә план-конспект.

Просмотр содержимого документа
«З.Биишеваның "Һөнәрсе менән өйрәнсек" хикәйәһенә план-конспект»

Тема: З.Биишева “Һөнәрсе менән өйрәнсек”

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Метапредмет: һынлы сәнғәт,йәмғиәтте өйрәнеү,психология.

Предмет: хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен өйрәнеү

Шәхескә ҡағылышлы: һәр бер һөнәр эйәһенә ҡарата ихтирам,һөйөү уятыу,һөнәрҙәр тураһында белешмә биреү.

Материал: башҡорт әҙәбиәте (4 кл),эш дәфтәре.

Йыһаз: презентация,картиналар,һүрәттәр,видеояҙма,аудиояҙма,компьютер,проектор.

Дәрес барышы:

Мотивлаштырыу-ориентлаштырыу:

Дәресте ойоштороу: -Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!Кәйефтәрегеҙ нисек?Бөгөн ниндәй һөнәр эйәләре менән осраштығыҙ,аралаштығыҙ?

Өй эшен тикшереү: Үткән дәрестә бирелгән проект эштәрен тикшереү.

Актуалләштереү: Уҡыусылар ,һеҙ З.Биишева тураһында нимәләр ишеткәнегеҙ бар?Ниндәй әҫәрҙәре менән танышһығыҙ?

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу: Беҙ бөгөн З.Биишеваның Һөнәрсе менән Өйрәнсек хикәйәһен өйрәнәсәкбеҙ.

Уҡыу мәсьәләһен өлөшләп сисеү:

Авторға биографик белешмә биреү: З.Биишева - күп яҡлы яҙыусы. Ул балалар һәм ололар өсөн шиғырҙар ҙа яҙа. З. Биишева киң ҡатлам уҡыусыларға ҙур күләмле романдары менән билдәле. Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдары бер нисә тапҡыр башҡорт, урыҫ телдәрендә баҫылып сыҡты. Ижади хеҙмәттәре өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия, “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. ( электрон дәреслектән З. Биишеваның фото альбомын күрһәтеү)

Хикәйәнең йөкмәткеһен уҙләштереү:

Һүҙлек эше (руссаға тәржемә):

Ҡая - скала

Табыш - доход

Ҡылыҡ - -поведение

Үңәс- -муйын

Йоҡа - тонкий

Туҙбаш йылан - уж

Әҫәрҙең идея-тематикаһын асыҡлау: З.Биишева “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”хикәйәтен яҙып нимә әйтергә теләгән? Уны нимәлә күреп була? Ихлас күңелдән башҡарылған эш кенә ҡәнәғәтлек тойғоһо уята, намыҫ менән эшләүсене халыҡ ярата. Шуның өсөн һәр бер эште еренә еткереп, намыҫ менән, кешеләргә файҙа килтерерлек итеп башҡарырға кәрәк. Үҙ мәнфәғәтенде генә ҡарап йәшәһәң һине бер кем дә ихтирам итмәй. Һинең ысын дуҫтарың да булмай. Донъла халыҡ өсөн изгелек эшләһәң, исемең мәңге халыҡ телендә ҡалыр. Әҫәрҙә лә бит, Өйрәнсектең исеме шунда уҡ онотола, ә Һөнәрсенең исеме әле лә халыҡ телендә. Шулай итеп, Һөнәрсе кеүек йәшәргә кәрәк.


Тасуири йәки алмашлап уҡыу.

Рефлексия: Бөгөн өйрәнгән хикәйә һеҙҙе нимәгә өйрәтте?Үҙегеҙгә кәрәкле нимәләр алдығыҙ?

Йомғаҡлау: Дәрестә нимә белдегеҙ? Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес оҡшанымы?

Өй эше:Минең яратҡан шөғәләм темаһына инша яҙырға

Баһалау: Уҡыусылар,бөгөн дәрестә нисек ҡатнаштығыҙ?Үҙегеҙгә ниндәй билдә ҡуяһығыҙ.