СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Загадки для отгадывания по теме "Дикие животные"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Загадки для отгадывания по теме "Дикие животные"»

Йорт ҡоштары


1. Башында тарағы,

Тәпәйендә һәнәге,

Шуны табығыҙ, йә әле.

(әтәс)

2. Гөбөр-гөбөр гөбөрә,

Ҡыҙыл күрһә, ҡабара.

(күркә)

3. Йөн йомғағым бөҙрә,

Һыу күрҙеме – йүгерә.

(өйрәк бәпкәһе)

Ҡырағай ҡоштар


1. Гөлдөр – гөлдөр, гөлдөрсөк,

Гөлкәй ҡыҙыл ситекле.

(күгәрсен)

2. Сысҡан, ҡуян ҡаса өркөп! –

Осоп бара күктә ...

(бөркөт)


Йорт хайуандары


1. Дүртәүҙер аяғы,

Ҡайсылай ҡолағы,

Таштан ҡаты тояғы.

(ҡолон)

2. Кеше тиһәң – кеше түгел,

Һаҡалы бар үҙенең.

(кәзә)


Ҡырағай хайуандар

1. Йәйен һоро, ҡышын аҡ,

Уға шулай яҡшыраҡ.

(ҡуян)

2. Ҡыҙыл билле ҡыҙ килде,

Ҡыланды ла юғалды.

(төлкө)

3. Энәһе бар – тотоп булмай,

Энәһе менән тегеп булмай.

(терпе)

Еләк-емеш


1. Түңәрәк-түңәрәк шар кеүек,

Ҡыҙыл-ҡыҙыл ҡан кеүек,

Әсе лә, татлы ла,

Йотайым тиһәң, ташлы ла.

(сейә)

2. Үләндәрҙә ҡыҙарып бешер,

Һабағын бөгөп, ергә төшөр.

(еләк)

3. Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара,

Ышанмаһаң, ашап ҡара.

(ҡарағат)

4. Ҡыҙарып беште, ергә төштө.

(алма)

5. Лампочкаға бик оҡшаған

Татлы был емеш.

Исемен әйтһәң, һиңә лә

Сығарам өлөш!

(груша)



Йәшелсәләр


1. Ер аҫтында алтын ҡаҙыҡ.

(кишер).

2. Үҙе шарҙай, эсе ҡандай,

Тәме балдай.

(ҡарбуз).

3. Ер аҫтында ерән ат,

Уның тиреһе ете ҡат,

Һуйырһың, тунарһың,

Тунағанда иларһың.

(һуған)

4. Ҡат-ҡат тунлы,

Ҡарыш буйлы.

(кәбеҫтә)


5. Бәләкәй генә йорт,

Эсе тулы ҡорт.

(ҡыяр)

Йыл миҙгелдәре Ҡыш

1. Иретһәң, һыу була,

Ҡайнатһаң, быу була.

(ҡар)

2. Бабайым килә һағынып,

Аҡ толобон ябынып.

(ҡыш)

3. Үкерә лә ҡотора,

Бөтә ерҙе тултыра.

(буран)

4. Ишектән керә, түргә уҙа.

(һалҡын)

Яҙ

1. Аҡ юрғанын ташлай,

Һыртын күрһәтә башлай.

(яҙ)

2. Суҡышһыҙ турғай боҙ тишә.

(тамсы).


Йәй

1. Ем – ем итә,

Емелдәп китә.

(йәшен)

2. Күктән килде, ергә китте.

(йәйғор)

3. Барыһы ла йәшел кейемдә

(йәй)

Көҙ

1. Ҡырҙар буш ҡала,

Ямғырҙар яуа,

Ерҙәр дымлана,

Был ҡай саҡ була

(Ғ. Туҡай) (көҙ).

2. Үҙе илай, үҙе йырлай.

(көҙ)

3. Күктән килде, ергә китте.

(ямғыр).

















































Контроль эштәр




























Ҡарға әйтә: Ҡарр! Ҡарр!

Мейестә бәлеш барр, барр!

Мейестән бәлеш алыр инем,

Өйҙә ҡунаҡ барр, барр!