СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Алтын тирмә уйыны

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тема: Тыуған илем – Башҡортостан

Маҡсат: 1. уҡыусыларҙың тыуған илдәре тарихы тураһында белемдәрен арттырыу. 2. уҡыусыларҙың телмәрен, логик фекерләү күнекмәләрен үҫтереү. 3. тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: Башҡортостан республикаһының

Ойоштороу моменты: З. Күлбәковтың “ Башҡортостан” шиғырын уҡыу. Башҡортостан! Һинең гүзәллекә Тиң булырлыҡ ерҙәр бармы икән? Аҡҡош кеүек ап – аҡ Ағиҙелкәй Ҡайһы илдә генә бар икән? Башҡортостан – алһыу таң иле, Гөл – баҡсалар иле, дан иле. - Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар, ҡунаҡтар! Һәр кешенең тыуған ере, өйө була. Һәм беҙ ошо еребеҙҙе яратырға, һаҡларға һәм уның киләсәген ҡайғыртырға тейешбеҙ. Быны ата-бабаларыбыҙ аманатында күрәбеҙ. Беҙ матур, күркәм республикала йәшәүебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Уҡыусылар, хәҙер әйҙәгеҙ иғтибар менән экранға ҡарайыҡ. Һеҙ был экранда нимәләр күрәһегеҙ. (Тирмәләр). - Эйе уҡыусылар, беҙ экранда тирмәләр күрҙек. - Ә ни өсөн дәресте тирмәләр менән ьашлап ебәрҙек һуң уҡыусылар? - Эйе, бөгөн беҙҙең дәрес уйын формаһында үтәсәк. Беҙ был дәрестә “Алтын тирмә” уйынын уйнаясаҡбыҙ. Был уйын тураһында Башҡортостан телевидениеһынан күргәнегеҙ бар. Шулаймы? - Ә хәҙер уҡыусылар ике командаға бүленәйек. (класты тигеҙ итеп ике командаға бүләбеҙ) - Бына беҙ ике командаға бүлендек уҡыусылар, ә хәҙер ике команда ла үҙҙәренә исем уйлайҙар. (исем һайлайҙар һәм таныштыралар).

Уйындың шарттары менән таныштырыу:

Уйын ҡағиҙәләре: - Ғәҙел уйна. - Еңелеү ҡыйын, ләкин асыуланма. - Еңелеүселәрҙән көлмә. - Еңһәң- шатлан, ләкин танау күтәрмә. - Ныҡ бул, уңышһыҙлыҡтарға бошонма.

Ике командағала бер үк һорауҙар бирелә, әгәрҙә ҡайһы команда беренсе булып яуап бирә, шул командаға жетон эләгәсәк. Кемдең иң күп жетоны йыйыла, шул команда еңеүсе була. Уйынды башлайбыҙ: 1. Башҡорт халҡының шифалы эсемлеге. Был эсемлек менән рус яҙыусылары ла дауаланған. А) айран Б) буҙа В) ҡымыҙ Г) һөт 2. Башҡортостан Республикаһы гимнының авторы кем? А) С. Низаметдинов Б) З. Исмәғилев В) Ф. Иҙрисов Г) Н. Даутов 3. Өфө ҡалаһы ниндәй йылға буйында урынлашҡан? А) Инйәр Б) Ағиҙел В) Йүрҙән Г) Ҡариҙел 4. Башҡортостанда нисә район? А) 54 Б) 44 В) 64 Г) 74 5. Был күлдең исеме нисек атала А) Яҡтыкүл Б) Талҡаҫ В) Асылыкүл Г) Ҡандракүл 6. Башҡортостанда нисә ҡала? А) 22 Б) 32 В) 42 Г) 20

7. Башҡортостандың милли геройы А) М. Кәрим Б) М. Шайморатов В) Т. Күсимов Г) С. Юлаев 8. Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ А) Һ. Дәүләтшина Б) К.Кинйәбулатова В) Ф. Туғыҙбаева Г) З. Биишева 9. Сит илдәге сәхнәләрҙе дан менән яулап алыусы, Башҡортостан исемен донъяға таратыусы бейеү ансамбле А) Ф. Ғәскәров Б) Каруанһарай В) Ләйсән Г) Дарман 10. Башҡорт АСССРының атҡаҙанған нефтсе исемен йөрөтә. Урал фондың етәксеһе, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы көйәрмәне. А) Р. Бикбаев Б) Н. Мусин В) М. Рәхимов Г) Р. Хәмитов 11. Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты А) Рөстәм Хәмитов Б) Мортаза Рәхимов В) Владимир Путин Г) Минтимир Шәймиев

12. Башҡорттарҙың ҡыуыш һабаҡлы эре үләндән яһалған боронғо ғәжәйеп музыка ҡоралы А) Думбыра Б) Гитара В) Ҡурай Г) Ҡумыҙ 13. Башҡортостандағы иң тәрән күл.Әбйәлил районында урынлашҡан. А) Асылыкүл Б) Талҡаҫ В) Яҡтыкүл Г) Ҡандракүл 14. Зәйнәп Биишеваның «Дуҫ булайык» повесында ниндәй күл тураһында һүҙ бара? А) Асылыкүл Б) Талҡаҫ В) Яҡтыкүл Г) Ҡандракүл 15. Башҡортостан Республикаһында быйылғы йыл нисек аталды? А) Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы Б) Тарих йылы В) Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы Г) Ғаиләгә социаль ярҙам йылы

Ошоноң менән уйыныбыҙ тамам. Тыуған ерегеҙҙе, уның тәбиғәтен, тарихын шәхестәренең яҙмыштарын өйрәнегеҙ. Уларҙан өлгө алып Башҡортостаныбыҙ өсөн янып йәшәгеҙ!. Еңеүсе команда билдәләнә. Ике командаға ла бүләктәр тапшырыла.

07.11.2017 21:57


Рекомендуем курсы ПК и ПП