СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ
Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно
Скидки до 50 % на комплекты
только до
Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой
Организационный момент
Проверка знаний
Объяснение материала
Закрепление изученного
Итоги урока
Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, унда нимә “яҙаһың, һалаһың”, шул уның йәшәйеш йөкмәткеһенең, мәғәнәһенең нигеҙен тәшкил итә, ғүмерлеккә уға йәшәү ҡанундары булып хеҙмәт итә, тормошҡа юл күрһәтеүсе маяҡ ролен үтәй. Кеше телдән, телмәрҙән башҡа белем ала алмай, уның аҡыл үҫеше лә артта ҡала. Телмәр ни тиклем үҫешкән, камиллашҡан, тыңлаусы шул тиклем тиҙерәк аңлай. Һөйләү телмәре уҡыусыға йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн генә түгел, мәктәптә уңышлы уҡыр өсөн дә кәрәк.
Һуңғы йылдарҙа телевизор, компьютер күп иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Әҙәби әҫәрҙәр уҡыусылар һаны бик аҙ, йәш үҫмерҙәр араһында юҡ та тиерлек. Шунлыҡтан әҙәби һөйләү телмәр кимәле түбән. Был уҡыусыларҙың ғына түгел, ә глобаль заман проблемаһы. Ошонан сығып, мин үҙемдең эшемдең проблемаһын билдәләнем:уҡыусыларҙың һөйләү телмәтен үҫтереү.
Бөгөнгө көндә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәсьәләһе – тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә актуаль һанала. Был факттар мине «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү» темаһы буйынса проект өҫтөндә эшләргә этәрҙе.
Эшемдең нигеҙендә бөйөк педагог Амонашвилиҙың гуманистик идеялары, Ильиндың уҡытыуҙы тормош менән үрелеп алып барылыуы, Эльконин-Давыдовтың үҫтереү технологиялары, практик уҡытыусыларҙың хеҙмәте, төрлө технологиялары ята.
Һөйләү телмәрен үҫтереүҙә минең педагогик эшмәкәрлегемдең маҡсаты: уҡыусыларҙың башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеүҙә төрлө метод һәм алымдар ҡулланыу.
Маҡсаттан сығып бурыстар билдәләнде:
Һөйләү телмәрен үҫтереүҙең гипотезаһы нимәлә?
Педагогик проектта ҡатнашыусылар итеп уҡыусыларҙы,
ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы һайланым.
Проектты тормошҡа ашырыу өс этапҡа бүленгән:
I этап – эҙерлек этабы: бөйөк педагогтарҙың, практик уҡытыусыларҙың хеҙмәтен өйрәнеү, яңы технологиялар, алымдар үҙләштереү, мәктәп уҡыусылары тураһында мәғлүмәт туплау.
II этап - төп этап: практик эш башҡарыу.
III этап – йомғаҡлау.
I этап – эҙерлек этабында йыйылған материалдарҙан асыҡланыуы буйынса:
II этапта I этапта өйрәнелгән материалдарға нигеҙләнеп һөйләү телмәрен үҫтереүҙә төрлө технологиялар, методтар, алымдар ҡулланыу.
Дәресте һәр ваҡыт артикуляцион күнегеү менән башлайым, сөнки балалар башҡорт теленең спицифик өндәрен ауыр үҙләштерә.
Миҫал: ҡ-ҡыш, ң-саңғы һ.б.
Һүҙҙәрҙе ҡабатлау, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү кеүек эштәр башҡарыла. Был йәш үҙенсәлектәрен иҫкә алыу принцибына таянып эш төрҙәре һайланыла. Дәрестән дәрескә уҡыусы телмәренең һүҙ байлығына, телмәренә иғтибар итеү кәрәк, сөнки һүҙҙәрҙе ятламайынса тел өйрәнелмәй. Был сит ил телдәрен өйрәнеү методикаһында иҫбатланған. Шулай итеп, телмәр үҫтереүҙә һүҙлектәр ҙур роль уйнай.
Дәрестә һәр ваҡыт күргәҙмәлелек (һүрәттәр, уйынсыҡтар, сюжетлы картиналар, предметтар, аудо-видио материалдар) ҡулланам. Был алым предметты танып белеү һәләтен үҫтерә.
Әҙер телмәр-ҡалыптары (шаблон) хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыуға булышлыҡ итә һәм киләсәктә һөйләү телмәрендә ҡулланырға була. Мәҫәлән:
Һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыу уҡыусылар өсөн ҡатмарлы эш
төрҙәренән һанала. Ялғауҙарҙы ныҡлап үҙләштермәй башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшеп булмай. Ялғауҙар һәм теркәүестәрҙе иҫтә ҡалдырырлыҡ итеп һөйләмдәр бирәм:
Ялғауҙар: Теркәүестәр:
-да, -дә да, дә
-та, -тә та, тә
-ҙа, -ҙә ҙа, ҙә
-ла, -лә ла, лә
Ағиҙел дә, Ҡариҙел дә – Башҡортостанда.
Әсәй ҙә, атай ҙа өйҙә.
Уҡыусыларҙың үҙҙәренә шундай типтағы һөйләмдәр төҙөтәм. Был коммуникатив принципҡа нигеҙләнеп эшләнә.
Һүҙ төркөмдәрен йомғаҡлау дәрестәрендә, яҙыусының биографияһын үткәндән һуң схема төҙөү (Штейнберг тәҡдим иткән алым) уҡыусыларҙың белемен тикшереүгә, нығытыуға, хәтерҙә ҡалдырыуҙа, системаға килтереүҙе генә түгел, бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереүгә лә ярҙам итә.
© 2022, Амирова Светлана Кутдусовна 355