СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ
Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно
Скидки до 50 % на комплекты
только до
Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой
Организационный момент
Проверка знаний
Объяснение материала
Закрепление изученного
Итоги урока
Фәрит ӘХМӘҘИЕВ. Электрон быуат
1. Беҙҙең электрон заманда, Интернет селтәре араһында, Яңғыҙ булып ҡалдың, кеше – Ҡурсаҡ булып иблис ҡулында. 2. Ысын ғүмер осоп үтте күҙ йомғансы, Битлек кейеп алдың “ник” – һаҡсы. Интернет селтәренә эләгеп буталдың – Үҙ йөҙөңдө бөтөнләй юғалтҡансы. 3. “Контакт”та дуҫтарың менән бергә Күрешәһең быяла аша көн дә. Һин аңларға тейеш, минең дуҫым – Һин күләгәләр араһында күләгә. 4. һин арының йөрәк яраларынан, Өмөт менән ҡарайһың экраныңа. Алтын балыҡ йөҙә селтәрҙә – Һин уларға ҡарап алданма. 5. Матур ғына йөҙ күрҙең экранда, Ләкин кем һуң ул ысынында? Йәшме, ҡартмы – белеп булмай – Кем йәшенгән битлек аҫтында? 6. Телефонһыҙ инде береһе лә ҡалмаған. Кеҫәһенә һалған, муйынына таҡҡан. Кемдер ала уны һуңғы юлға – Кем генә смс ебәргән ожмахтан? 7. Ҡайнай тормош бөгөнгө ҡалала, Халыҡ урамда юҡҡа ҡабалана. Тығыҙлыҡ эсенә эләктек, һуңланыҡ – Беҙҙе дөйә уҙып китә ала. 8. һүҙ бирҙем бүтән кредит алмаҫҡа, Һаулыҡты ул бигерәк ҡаҡшата. Процент түләү үҙе гонаһ – Түләү көнө көтә беҙҙе яуапҡа. 9. Ер оҡшаған компьютер дискына, Беҙ вирустар түгелме һуң бында? Беҙ бер-бер артлы китәбеҙ сыйылдап, Программа шул дискыны таҙартҡанда. 10. Ете гонаһ яҙылған китапҡа, Ете ғазап көтә һине тамуҡта. Кодтарҙы ват та яҙмышыңды кире яҙ – Һин, хакер булараҡ, ҡурҡып торма. 11. Кеше кодтарын емереп асһаҡ, Айныу дарыуы кәрәкмәҫ шул саҡ. Гел шатлыҡтан иҫереп йөрөрбөҙ – Тормошобоҙ күнелле буласаҡ. 12. Уйында ҡуйылған дәрәжә, Килеп сыҡмай уны үтергә. “Үлемһеҙлек” режимын ҡуйһаң – Был уйында һин тиң Тәңрегә. 13. Бер сәғәт эсендә түбәне алырға Ҡушалар миңә ҡыҙыҡ уйында. Мин һуғыш суҡмары, минең һалдаттар – Түбәне алалар биш минутта. 14. Хоҙай һинең һымаҡ “компта” уйынсы. Уның өсөн ҡояш этәргес биреүсе. Был уйынға беҙ ҡыҫылмайыҡ – Уйнаһын гарантия сыҡҡансы.
© 2017, Яруллина Айгуль Рашитовна 174