СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ
Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно
Скидки до 50 % на комплекты
только до
Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой
Организационный момент
Проверка знаний
Объяснение материала
Закрепление изученного
Итоги урока
Кешенеке түгел – үҙемдеке! Кеше балаһы ул тип әйтмәгеҙ! Кешенеке түгел – үҙемдеке, Тырышлығы, ихласлығы – үҙем, Күҙ төҫө лә минең күҙемдеке. Һәр бер мәшәҡәтте еңел еңә, Уның менән юҡҡа сыға шиктәр, Уның ҡулы белмәҫ юҡ бер эш тә, Уның өсөн асыҡ бар ишектәр. Борсолоуҙарымды тик ул баҫа, Һәр бер һорауыма яуап әҙер, Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына үтенһәм дә, Ул йылмай: “Ярай, әсәй, хәҙер!” Олоғайған көндә бәхетемдән Бер Хоҙайым үҙен миңә бирҙе, Һаулыҡ бир үҙенә, эй, Хоҙайым! Йәшәһенсе биҙәп илде, ерҙе! Үҙем табып үҫтермәнем, ләкин Үҙ баламдай яҡын кейәү балам, Юлға сыҡһа, бөтә белгәнемде Уҡый-уҡый мин оҙатып ҡалам. Дүрт күҙ менән көтәм ҡайтыр мәлен, Өйҙә булған саҡта тыныс йәнем, Ҡыҙым көләс, ейәндәрем шаттар – Бүләк итә беҙгә йәшәү йәмен. Мин үҫтергән бала түгел, ләкин Хоҙай бирҙе, данлап түҙемлекте, Кеше балаһы ул тип әйтмәгеҙ! Кешенеке түгел – үҙемдеке!