СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Кластан тыш эштәрҙә шәхси эшмәкәрлек тәрбиәләү А.Н. ФӘТҠУЛЛИНА, Дыуан районының Мәсәғүт гимназияһы уҡытыусыһы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Яңы стандарт талаптары буйынса белем‑тәрбиә биреү процесында төп иғтибар уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген һәм үҙаллылығын үҫтереүгә бирелә. Шуға күрә был йәһәттән кластан тыш эштәрҙе киң йәйелдереү мөһим. Унда ҡатнашыу, беренсенән, кешенең үҙ ихтыяры менән ойошторолһа, икенсенән, уҡыусыға үҙаллылыҡ күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙырыла. Әлбиттә, кластан тыш эшмәкәрлекте ойошторғанда уҡыусыларҙың лингвистик аң даирәһен киңәйтеү, йәғни туған телгә мөхәббәт, уны өйрәнеүгә теләк уятыу, һөйләгән һәм яҙған һәр һүҙ өсөн яуаплылыҡ тойорға күнектереү, фекерҙе аңлайышлы, күңелдәге хистәрҙе матур һәм үтемле итеп бирергә өйрәтеү, һүҙҙең тылсымлы көсө тураһында аңлатыу һәм ижади эшләй белеүҙең бар кешегә лә кәрәкле булыуына инандырыу – заман уҡытыусыһы алдында торған бурыстар. Уҡыусыларҙа шәхси эшмәкәрлекте үҫтереүҙе системалы ойоштороу халҡыбыҙҙың тормош‑көнкүреш, йола, ғөрөф‑ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп‑әхлаҡ нормаларын, телмәр культураһын, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, ауыҙ‑тел ижады үрнәктәрен, рухи ҡомартҡыларҙы өйрәнеүгә нигеҙләнеп алып барыла. Кластан тыш эшмәкәрлек, дәрестәр кеүек үк, дөйөм дидактик принциптарға нигеҙләнеп ойошторола. Мәҫәлән, эш барышында түбәндәге талаптар тормошҡа ашырыла: 1) кластан тыш эштәрҙе дәрестәр менән тығыҙ бәйләнештә төҙөү; 2) үткәрелгән эштәрҙә уҡыусыларҙың үҙ ирке менән ҡатнашыуына ирешеү(был иһә кластан тыш эштәрҙең бай йөкмәткеле, ҡатнашыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек мауыҡтырғыс булыуынан тора); 3) яҡшы һәм уртаса уҡыған уҡыусылар араһында эштәрҙе дөрөҫ бүлеү (улар бер‑береһенең эштәре менән ҡыҙыҡһына, ярҙам итә, сөнки маҡсат бер); 4) предмет‑ара бәйләнеш булдырыу; 5) эштәрҙең практик йүнәлештә булыуы (һәр бер эштә дөрөҫ, бәйләнешле һөйләү йә сығыш яһау, грамоталы яҙыуға ҙур иғтибар бүленә); 6) эштәрҙе һәр саҡ төрләндереп барыу. Күренекле яҡташтар менән осрашыуҙар үткәреү, улар алдында сығыш яһау, эшмәкәрлектәре менән танышыу һәм артабан да улар менән ҡыҙыҡһынып тороу; проект төҙөү, төрлө эҙләнеү‑тикшеренеү эштәрен, экскурсиялар, походтар һәм башҡа саралар ойоштороу. Бындай эштәрҙең һөҙөмтәлелеге уҡытыусының үҙ фәненең оҫтаһы булыуына, предметты ентекле белеүенә бәйле. Кластан тыш эштәрҙе бер‑береһенә тығыҙ бәйле түбәндәге йүнәлештәрҙә ойоштороу отошло: 1. «Мин – донъяла, ә донъя миндә йәшәй»: уҡыусыла үҙ аллы белем алыуға теләк уятыу. Был йүнәлештә бала бер нисә принципҡа таянып эш итә: а) был минең өсөн бик кәрәк, шуға күрә битараф ҡалырға тейеш түгелмен; б) башҡалар быны белә, тимәк, мин дә өйрәнергә, белергә тейешмен; в) һәр кеше үҙ фекерен яҡларға хоҡуҡлы; г) үҙ эшем өсөн башҡалар алдында яуаплымын. Эште ошо күҙлектән сығып ойошторғанда ғына бала үҙ көсөнә ышанып инициатива күрһәтә, яңылышыуҙан ҡурҡмай өйрәнә, белем ала. 2. «Белем алырға теләйем!»: уҡыусыла «белем нимәгә кәрәк?» тигән һорау тыуҙырыу. Был һорауға үҙенән яуап таптырыу. Уҡытыусының төп маҡсаты – уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, ҡыҙыҡһыныуҙы һаҡлап ҡалыу, көсәйтеү, йәғни балаға план ҡорорға, үҙ эшенең һөҙөмтәһен анализларға, хаталарын төҙәтергә, яңы маҡсаттар ҡуйырға өйрәтеү. 3. «Мин төрлө кеше менән аралашам, тимәк, уларҙан нимәгәлер өйрәнәм»: тирә‑яҡтағылар менән аралашмай ғына аң‑белемле булып булмай. Был йүнәлештә уҡыусы әңгәмә ҡороу серҙәренә, йәғни әңгәмәсене иғтибар менән тыңларға һәм аңларға өйрәнә. Шул рәүешле балалар мәғлүмәтле булыу серҙәренә төшөнә. Улар мәғлүмәтте Интернет селтәренән, китаптарҙан һәм башҡа сығанаҡтарҙан таба һәм анализлай белеү мөһим икәнен аңлай. 4. «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!»: бала һаулығын ҡайғыртырға өйрәнә. Һаулыҡты һаҡлау – ул гигиена ҡағиҙәләрен үтәү һәм хәүефһеҙ тормош ҡороу ғына түгел, ә тирә‑яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәттең торошона яуаплылыҡ хисе тәрбиәләнә. Был йүнәлештәр төрлө проекттар аша хәл ителә: – сәйәхәт – әҙәбиәтте өйрәнеү буйынса төрлө сәйәхәттәр ойоштороуҙы күҙ уңында тота (видеосәйәхәттәр, экскурсия, турпоходтар һ.б.); – осрашыуҙар – уҡыусылар төрлө йәштәге һөнәр эйәләре менән осраша, улар балаларҙа үҙ өлгөһөндә йәшәргә, эшләргә ынтылыш, теләк уята; – мәҙәниәт – маҡсатҡа ярашлы музей, спектакль, концерттарға барыу һ.б.; – ял – ял көнөндә уҡыусылар, ата‑әсәләр һәм уҡытыусыларҙың аралашыуы. Ата‑әсәләр менән берлектә төрлө кисә, түңәрәк һәм осрашыуҙар ойошторола. Мәҫәлән, «Беҙҙең ғаилә» конкурсында ата‑әсәләр балаларының уңыштары менән таныштырыла, бергәләп эшләгән эштәрҙең һөҙөмтәһе баһалана, төрлө кәңәш‑нәсихәт бирелә, киләсәккә, йәғни башланған эштәрҙе дауам итеүгә яңы маҡсаттар ҡуйыла. Шулай уҡ ата‑әсәләрҙең мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө конференциялар һәм тематик йыйылыштар үткәреү ҙә зарур. Сөнки уҡыусыларҙа телгә ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе ата‑әсәләр менән берлектә башҡарғанда ғына уңышҡа ирешеү мөмкин. Кластан тыш эштәр өс баҫҡысҡа бүлеп ойошторола: беренсеһе – башланғыс, икенсеһе – V – IX, өсөнсөһө X – XI кластарҙы үҙ эсенә ала. Уҡытыусы эш программаһын урындағы шарттарҙан һәм мөмкинлектәрҙән сығып ижади төҙөй. Тәүге кластан тыш сәғәтте ата‑әсәләр менән берлектә үткәрергә тәҡдим ителә. Бында ярты йылға (йә йылға) эш планы менән таныштырыла, эштәрҙе үткәреүгә яуаплы уҡыусылар билдәләнә. Планға уҡыусыларҙың йә ата‑әсәләрҙең теләктәре буйынса төҙәтмәләр ҙә индерелә. Икенсе сәғәттә башҡорт телендә эфирға сығарылған балалар телетапшырыуҙары, гәзит‑журналдары тураһында әңгәмә ойошторола, онлайн телетапшырыуҙар ҡарала, Интернеттан башҡортса электрон гәзит, журналдар ҡарала, кәрәкле башҡа сайттар менән дә таныштырырға була. Ғөмүмән, һәр кластан тыш эш көн талабынан сығып, тормош менән бәйләп үткәрелергә тейеш. Тема. Тәбиғәт – йәшәү сығанағы (IV класс өсөн дәрес‑иртәлек). Маҡсат. Үҙ аллы үҫешкә өйрәтеү, фекерләү эшсәнлеген әүҙемләштереү; бәйләнешле телмәр, һүҙ байлығын үҫтереү; йәнле тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Йыһазландырыу. Компьютер, экран, терәк һүҙҙәр яҙылған карточкалар, төҫлө ҡағыҙҙар, фломастер, елем. Дәрес‑иртәлек барышы 1. Психологик инеш. Экранда яҙғы тәбиғәтте сағылдырған видеофильм ҡабыҙыла: тәбиғәт уяна, гөрләүектәр аға, ҡоштар һайрай… Талғын ғына музыка уйнай. – Уҡыусылар, был видеофильм нимә тураһында? 2. Белемде актуалләштереү. Экрандағы «Тәбиғәт – йәшәү сығанағы» тигән әйтемде нисек аңлайһығыҙ? Урамға ҡарағыҙ әле, бөгөн көн ниндәй (ҡояшлы, йылы)? Эйе, күңелгә рәхәт, ер ҡышҡы йоҡонан уяна, гөрләп яҙ килә. Ошо матурлыҡты ҡаршылап, «Тәбиғәт – йәшәү сығанағы» тигән темаға дәрес‑иртәлек үткәрәбеҙ. Уның сценарийын дәрестә бергәләп үҙебеҙ яҙырбыҙ. – Уҡыусылар, иртәлек күңелле үтһен өсөн, нимәләр кәрәк? (Залды биҙәргә, шиғырҙар һөйләргә, йырҙар йырларға һ.б.) 3. Тема өҫтөндә эш – сценарий төҙөү. – Иртәлектең сценарийы тиҙ һәм ҡыҙыҡлы сыҡһын өсөн, төркөмдәргә бүленеп эшләйбеҙ. (Уҡытыусы уҡыусыларҙың һәләтенә ҡарап эш төрҙәрен бүлергә ярҙамлаша.) 1‑се төркөм – бүлмәне биҙәй. Төҫлө ҡағыҙҙарҙан сәскә һәм үләндәр эшләп таҡтаға беркетә, шарҙар элә. 2‑се төркөм – иртәлекте аса. Яҙҙы ҡаршылау тураһында тәбрикләү һүҙҙәрен яҙа (карточкаларҙа терәк һүҙҙәр тәҡдим ителә). 3‑сө төркөм – яҙ тураһында ятлаған шиғырҙарҙы, йырҙарҙы иҫкә төшөрә. 4‑се төркөм – яҙғы тәбиғәткә ҡарата уй‑теләктәрен яҙа (терәк һүҙҙәр тәҡдим ителә). 5‑се төркөм – класташтарына саҡырыу ҡағыҙҙары яҙа (терәк һүҙҙәр менән эшләй). 4. Тикшереү – иртәлекте сәхнәләштереү. – Әҙерлек өсөн бүленгән ваҡыт тамам. Сығыштар ваҡытында төркөмдәр бер‑береһен төҙәтә, тулыландыра, байыта ала. Шуға күрә эш үҙ‑ара үрелеп бара. – Иртәлекте асыу өсөн һүҙ 2‑се төркөмгә бирелә. – Ә хәҙер яҙҙы ҡотлап йырҙар йырлайыҡ. – Яҙғы тәбиғәткә ниндәй теләктәрегеҙ бар, беҙ унан нимәләр өмөт итәбеҙ? – Яҙ тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ? – Йәшәүгә көс, һаулыҡ биргән тәбиғәткә беҙ нисек яуап бирә алабыҙ? – Афарин, уҡыусылар, ә хәҙер иртәлекте матур йыр менән тамамлап ҡуяйыҡ. 5. Рефлексия. Дәрес‑иртәлекте йомғаҡлау. *Бөгөнгө дәрестән яңылыҡ алдым (ниндәй?). *Мин шуны аңланым (нимәне?). *Мине ҡыҙыҡһындырҙы (нимә?). *Ҡыҙыҡлы булды (нимә?). *Миндә уй‑теләк тыуҙы (ниндәй?). *Миңә аңлашылманы (нимә?). – Уҡыусылар, дәрестә миңә һеҙҙең татыу, үҙ‑ара ярҙамсыл булыуығыҙ бик оҡшаны. Киләсәктә лә йәнле тәбиғәтебеҙҙән көс, ҡеүәт алып йәшәйек. Тырышып белем алайыҡ. Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ, сөнки тәбиғәтте һаҡлау – үҙебеҙҙе һаҡлау ул. Шуны бер ҡасан да онотмайыҡ!

21.11.2017 16:47


Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!