СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Оҫталыҡ дәресе

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тема: Башҡортостан – тыуған ил генәм.

Маҡсаттар:

  1. Тыуған илебеҙ – Башҡортостан, тураһында белемдәрҙе байытыу;
  2. һөйләү телмәрен үҫтереү һәм һүҙлек запасын байытыу;
  3. Тыуған илгә һөйөү, һаҡсыллыҡ тойғоһо уятыу.

Йыһазландырыу: проектор, копьютер, карточкалар

Дәрес барышы.

Ойоштороу моменты:

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

(Шиғыр юлдары менән дәресте асып ебәреү. Психологик момент.)(слайд 3)

Һаумы, ҡояш!

Һаумы,зәңгәр һауа!

Һаумы, ғәзиз ерем!

Һаумы, тыуған илем!

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Төп өлөш.(

(Уҡытыусы шиғыр юлдры менән дресте башлап ебәрә.ҡурай музыкаһы уйнай)(слайд4)

Минең илемдә

Йылғалар күлдәр,

Матур баҡсалар,

Хуш еҫле гөлдәр.

Минең илемдә

Сикһеҙ урмандар,

Алтын, көмөшлө

Бик күп ҙур тауҙар

- Бөгөн дәрес темабыҙ ниндәй була инде?(проблема тыуҙырыу) “Башҡортостан – тыуған ил генәм”.(слайд 4)

- Дәресебеҙҙең маҡсаты: Тыуған илебеҙ – Башҡортостан, тураһында белемдәрҙе байытыу; һөйләү телмәрен үҫтереү һәм һүҙлек запасын байытыу; Тыуған илгә һөйөү, һаҡсыллыҡ тойғоһо уятыу.

- Бөгөн дәрестә беҙ 3 төркөмгә бүленеп эшләйәсәкбеҙ. Һәр төркөм алдында кәрәҙ ята. Дәрес аҙағына, “тыуған ил” төшөнсәһен асҡан һайын, мәҡәлдәр менән кәрәҙҙәребеҙ тулырға тейеш.

1-се төшөнсә: Тыуған ил – ул үткән тарих.

Һорау: Был тарихи шәхәс кем?

Аҙналин Салауат Юлай улы- башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор.

Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы

Бабичев Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы - Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, шағир

МӘҠӘЛ: · «Халҡым» тигән ир - алтын.

2-се төшөнсә: Тыуған ил – ул туған тел

Һорау: Шиғырҙың авторын тап?

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ;

Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ! (Рәми Ғарипов)

Тел – тере шишмә - үлмәгән,

Бөгөнгә еткән !

Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,

Торам бөгөн дә.

Аңлай мине ғәзиз халҡым

Туған телендә.(Баязит Бикбай)

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле — минең телем!(Зәйнәп Биишева)

МӘҠӘЛ: Тел асҡысы – ил асҡысы.

3-сө төшөнсә: Тыуған ил –ул тыуған тупраҡ.

Һорау: Башҡортостандың тау, йылға, күл, ҡалаларын беләһеңме?

Йылғалар.

1. Башҡортостандың иң ҙур күле.(Асылыкүл)

2. Был һыу Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе.(Красноусол)

3.Салауат районындағы йылға.(Йүрүҙән)

4. Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы.(Ағиҙел)

1

2

К

3

Ү

4

Л

1

2

Т

3

А

4 У

Тауҙар.

1. Шихан тауҙарының береһе.(Шаһтау)

2. Башҡортостандың иң бейек тауы.(Ямантау)

3. Был тау Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе.(Янғантау)

4. Был йылғаның икенсе исеме Яйыҡ.

1

Ҡ

2

А

3

Л

4

А

Ҡалалар.

1. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса республикала икенсе урында торған ҡала.

2. 1932 йылда был ҡала урынында Башҡортостандың беренсе нефте табыла.

3. Башҡортостандың майҙаны буйынса иң ҙур райондағы ҡала.

4. Археологик эҙләнеүҙәр менән табылған Башҡортостандағы иң боронғо ҡала.

МӘҠӘЛ: Ил төкөрһә, күл була.

4-се төшөнсә: Тыуған ил – ул байлыҡ.

Һорау: Башҡортостан нимә менән билдәле.

МӘҠӘЛ: Ил эшенең иртәгәһе маҡтаулы

Рефлексия.

  1. Бөгөн дәрестә Башҡортостан тураһында ниндәй яңы нәмәләр белдегеҙ?
  2. Ниндәй һорауҙарҙа, эштәрҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙы?
  3. Ул ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға алдығыҙмы? Нисек?

Баһалау.

Афариндар. Дәрестә яҡшы ҡатнаштығыҙ.

Өй эше: Тыуған илде(телен, ерен, тәбиғәтен) һаҡлар өсөн нимәләр эшләргә ярай йәки ярамай икәнен яҙып килергә.

29.01.2018 20:58


Рекомендуем курсы ПК и ПП