СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ
Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно
Скидки до 50 % на комплекты
только до
Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой
Организационный момент
Проверка знаний
Объяснение материала
Закрепление изученного
Итоги урока
Авторы Учалы ҡалаһы 5- се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәсәнова Нәркизә Робес ҡыҙы.
(кластан тыш дәрес өлгөһө)
Тема: М. Ямалетдиновтың “Ҡыҙыл итектәр” хикәйәһе буйынса әхлаҡ дәресе.
Маҡсат: Эскелектең ниндәй фажиғәләргә килтергәнен күрһәтеү, әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен асыу, проблемаларын асыҡлау, кешелеклелек, намыҫ, әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында һөйләшеү, телмәр үҫтереү.
Йыһазландырыу: Проектор. М. Ямалетдиновтың «Ҡыҙыл итектәр» хикәйәһе индерелгән йыйынтығы.
Дәрес барышы: I. Инеш өлөш.
(Ойоштороу моменты. Уҡыусыларҙы сәләмләү)
- Проекторҙа хикәйәнән өҙөк килтерелгән, бер уҡыусы өҙөктө ҡысыҡырып уҡый. (слайд 1) һәм ниндәй әҫәрҙән алынғанлығын билдәләү. (М. Ямалетдиновтың “Ҡыҙыл итектәр” хикәйәһе.)
- Ә һеҙ М. Ямалетдинов тураһында нимәләр беләһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары) (2,3 слайд)
- Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, хикәйә тураһында һөйләшерҙән элек, дәрестең эпиграфы менән танышайыҡ, һәм дәрес барышында уйлап ултырығыҙ, ни өсөн шундай эпиграф алдыҡ икән бөгөн дәрескә. (4 слайд)
- Тимәк беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
(Дәрестең маҡсатын билдәләү)
II.Төп өлөш.
1. ( Уҡыусылар менән әңгәмә.)
- Автор был хикәйәһендә ниндәй проблеманы күтәрә?
- Был проблеманы ниндәй ваҡиға аша һүрәтләй ул?
-Бындай фажиғә килеп сығыуға кем ғәйепле? Вәсилә эскесегә әйләнеп китеүендә ирен ғәйепләүе дөрөҫмө?
- Айсулпандың тере ҡалыу мөмкинселеге бар инеме? Көтөүселәрҙең ғәмһеҙлеге тағы ла бер сәбәп булып тора Айсулпандың үлемендә.
- Был ғаиләгә нисек ярҙам итергә була ине?
-Нисек уйлайһығыҙ, ошо фажиғәнән һуң былар эскеһен ташларҙармы икән?
-Был хикәйәне башҡаларға уҡырға тәҡдим итер инегеҙме, ни өсөн?
2. Хәҙер тағы бер видеояҙма ҡарайыҡ. (Й. Баймырҙиндың “Буран микән” йырының клибын ҡарау)
-Уҡыусылар, Ябай малай псевдонимы аҫтында кем сығыш яһай ул? (Йәмил Баймырҙин, Хәйбулла районы егете, йәш йырсы)
- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, “Ҡыҙыл итектәр” хикәйәһе тураһында һөйләшкәндән һуң ниңә мин һеҙгә был клибты күрһәттем?
- Хикәйә менән был яҙма араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?
- Ә ниндәй айырма?
- Кем ғәйепле әсәнең дә, малайҙың да ғүмер буйы ғазап сигеп йәшәүендә?
- Шулай. уҡыусылар, Айсулпан эскесе ата-әсәһен дә үлеп ярата, ә бында әсәй улы өсөн өҙөлөп тора, ләкин улы әсәһенән ояла. Үҙ балаһы өсөн яуаплылыҡ тоймаған әсәйҙәр менән бер рәттән, сит баланы ла үҙенеке итеп ғүмерен бирергә әҙер торған әсәләр барлығын да онотмайыҡ.
3. (4 слайд) (бер уҡыусы ҡысыҡырып уҡый)
Бәхет теләй кеше. Бәхет көтә.
Бәхет көтә бала саҡтан уҡ.
Бәхет шул ул:
Атай, әсәй тиеп
Әйтә алһам һәр саҡ шатланып.
- Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле тип һанайһыҙыҙмы? Үҙегеҙҙең ғаиләләрегеҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине. (уҡыусылар һөйләйҙәр)
-Бына,уҡыусылар, һеҙ ниндәй бәхетле ғаиләләрҙә йәшәйһегеҙ, шуға ла атай -әсәйҙәрегеҙе бер ваҡытта ла онотмағыҙ, ата- әсәләрен ҡарттар йортона ташлаған балаларҙың барлығы бер ваҡытта ла иҫегеҙҙән сыҡмаһа ине.
4.Төркөмдәр менән эш. (Һәр төркөм бер һорауға яуап әҙерләй)
( 5,6 7 слайдтар)
( 1-се төркөм) Эскелек проблемаһын бөтөрөү өсөн нимә эшләргә кәрәк?
(2-се төркөм) Бәхетле ғаиләне нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
(3-сө төркөм) Атай - әсәйҙең тышҡы ҡиәфәтенән оялыу дөрөҫмө?
(Төркөмдәрҙең яуаптары.)
- Атайҙан күргән уҡ юныр, әсәйҙән күргән тун бесер, ти,беҙҙең башҡорт халҡы. Ғөмүмән, боронғоларҙың әйткәне шул тиклем дөрөҫ, күҙәтеүе әсе дөрөҫлөктө сағылдыра.. Әйҙәгеҙ әле, тағы бер –нисә мәҡәлде дөрөҫләп уҡыйыҡ, улар ни эшләптер аҙашҡандар. (8 слайд) Мәҡәлдәрҙе йыйнау.
Ояһында ни күрһә,осҡананыда ла шул булыр.
Атай –ғаилә тотҡаһы.
Донъя күрке- изге әсәләр.
Ныҡлы ғаилә- ил терәге.
III. Йомғаҡлау.
-Уҡыусылар, ниңә беҙ кешенекенә ҡарап үҙебеҙҙекен төҙөтергә тейешбеҙ?
(Һәр төркөм һығымта яҙа һәм үҙенең һығымтаһын уҡый.)
IV. Баһалау.
- Балалар, һеҙ бөгөн дәрестә барығыҙ ҙа бик яҡшы эшләнегеҙ, оялыбыраҡ ултырғандар ҙа үҙҙәренә кәрәкле һығымталар эшләгәндер, моғайын. Беҙҙә йыл һайын 1 март Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. (9 слайд) Һеҙ ҡорасаҡ ғаиләләр ҙә иң күркәм башҡорт ғаиләләре булһындар ине тигән теләктә ҡалам.
V. Өйгә эш.
“Ныҡлы ғаилә - ил терәге” темаһына инша яҙырға.