СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Воронья каша

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорт телдәре уҡытыусыларының “Йолаларҙы һаҡлап, киләсәккә бағабыҙ”

район семинарысценарийы

Сценарийҙың төҙөүсеһе Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылы мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урын баҫары Асаинова Эльвира Рәүф ҡыҙы

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу

Башҡа ҡатнашыусылар ҡунактарҙы ике яктан баҫып ҡаршы алалар.

Ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршы алыусылар милли кейемдә.

1-се ҡаршы алыусы:

Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ!

Милләттәштәр, яҡын ҡәрҙәштәр!

Ҡаршылайбыҙ һеҙҙе ҡолас йәйеп

Бүләк итеп ҡайнар сәләмдәр!

2- се ҡаршы алыусы:

Эй, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Хуш килдегеҙ, рәхим итегеҙ!

Наумовка ауылы халҡының

Ризығын ауыҙ итегеҙ!

1-се ҡаршы алыусы:

- Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе һеҙҙе ихлас сәләмләй!

2- се ҡаршы алыусы:

-Яҙҙың ошо матур көнөндә беҙҙең мәктәбебеҙ оло йыйын йыя, мәртәбәле ҡунаҡтар саҡыра.

1-се ҡаршы алыусы:

-Бөгөн үткәреләсәк һәр күренеш күңелегеҙгә хуш килер, йөрәк түрегеҙҙә йылы иҫтәлек булып һаҡланыр тип өмөт итәбеҙ.

2- се ҡаршы алыусы:

- Рәхим итеп Наумовка ауылы уңғандарының аш-һыуынан ауыҙ итегеҙ!

“Ҡарға бутҡаһы” байрамы сценарийы

Байрам үткәрелә торған ялан байрамса биҙәлгән:тирмә ҡуйылган,тирмә эсе биҙәлгән, сәхнә эшләнгән, самауыр ҡайнатырға кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән, ҡаҙан аҫылған, милли уйындар, көрәш өсөн майҙансыҡтар билдәләнгән. Байрамға килеүселәргә төҫлө таҫмалар таратыла.

Байрам барышы

Сәхнәгә өс инәй сыға.

1-се инәй:

Килеп еттек яланға,

Сәләмләйек ер-һыуҙы.

Имен-аман йәшәнек,

Бына тағы йыл уҙҙы.

Сәхнәгә һөлгө,ҡулъяулыҡ, таҫмалар тағылған ҡолға тотоп балалар сыға.

1-се бала.

Һөлгө йыям, күрегеҙ.

Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.

Аллы-гөллө һөлгө тағып

Ҡарғатуйға килегеҙ!

(1-сеинәй ҡолғаға яулыҡ бәйләй, ҡунаҡҡа килеүселәр һөт, май, ярмаларын балаларға бирәләр, кемдер яулыҡ, таҫтамал бәйләй)

2- се инәй (батмусҡа бал, май һалынған ике сынаяҡты тотоп сыға):Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал яғам.

3-сө инәй:

Хәйерле хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға һары май! (Балаларға бал,май ҡаптыралар.Рәхмәттәр әйтеп халыҡ араһына бүләктәр, аҙыҡ-түлек йыйырға инеп китәләр)

2-се инәй:

Рәхмәт,айым,нурҙарыңа!

Рәхмәт,ҡояш нурҙарыңа!

Рәхмәт,шифа биргән һыуым!

Ҡаныр тағы һыуһыным.

3 се инәй.

Бына, һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн тыуҙы.

2-се инәй:. Инде яуҙар булмай, имен- аман ғүмер итергә яҙһын!

Бөтәһе бергә. Шулай шул, шулай!

1- се инәй: Әйҙәгеҙ, илдә тыныслыҡ, ерҙә бәрәкәт булһын өсөн ултырып доға ҡылып алайыҡ! (Ситтәрәк торған эскәмйәгә ултырып доға ҡылалар)

Ат-тинйә, фиттин-йә, әхирәтә-хәсәнәтә уаһина ҡаҙабынар.

Йә Аллам йә рәхим, теләктәребеҙҙе ҡабул ҡыл. Амин. Аллаһыәппәр.

Сәхнәгә ҡурай моңона ҡарға костюмдарында 4 бала сыға. Бергә:Ҡарр-ҡарр-ҡарр!

Ҡарға туйға барр-барр!

Ҡарғатуйға бармағандың

Күңеле булыр тарр-тарр!

Ҡарға туйға барр-барр!

24.12.2025 17:50