21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.
“Ерҙә һәр тел – ғүмер буйы йыйған
Бөйөк хазинаһы халыҡтың”
М.Ямалетдинов.
Маҡсат:
1.Халыҡ - ара туған тел көнө тураһында мәғлүмәт биреү;
2.Туған тел, туған телде һаҡлау тураһында фекер алышыу;
3.Йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.
1-се а.б. Һаумыһығыҙ! – тип башлайым әле,
Танышыу бит шулай башлана.
Һеҙҙең менән осраштыҡ бит, дуҫтар.
Күңелебеҙ шуға шатлана!
2-се а.б. Башҡорт халҡы матур ғүмер итә
Ағиҙелдә, тыуған илендә.
Һайраша ул тарих күкрәгенән
Урғып сыҡҡан туған телендә.
Слайд буйынса видео ҡарау
Бала илаған тауыш ишетелә. Сәхнәгә бала тотҡан ҡыҙҙар сығалар һәм бишек йыры йырлайҙар
Бишек йыры Г. Бикбулатова
Әлли-бәлли, йом күҙең,
Саҡыралыр йондоҙоң.
Ҡош юлында уйнарһың,
Күңелеңде нурларһың.
Хыялдағы сың-сыңдар
Әйләнер бер ысынға.
Тыуған ерең – аҡ бишек,
Сикһеҙ донъяға ишек,
1-се а.б. Бала тыуғас,иң тәүҙә әсәһенең тауышын, сәңгелдәк йырын тыңлап үҫә. Әсәһе йыр аша тәүге тапҡыр балаһын туған тел менән таныштыра. Туған тел... Кеше тәү башлап ошо телдә “әсәй” һүҙен әйтә. Туған тел кешене белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, тотанаҡлы, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләй.
2-се а.б. 1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителә.
Сәхнәгә 1 класс уҡыусыларын саҡырабыҙ
1 класс уҡыусылары шиғыр ятлайҙар:
1-се уҡыусы. Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы -гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле. (Бергә.)
2-се уҡыусы. Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө,эй, ҡәҙерле башҡорт теле. (Бергә.)
3-сө уҡыусы. Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем – гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем – бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле. (Бергә.)
4-се уҡыусы. Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең.
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле – минең телем. (Бергә.)
5-се уҡыусы. Башҡорт теле – минең телем,
Хөрмәтләйем мин һине.
Матурлығың, нескәлегең
Таң ҡалдыра бит мине.
6-сы уҡыусы. Күпме аҫыл һүҙебеҙ бар
Һөйөклө туған телдә.
Туған илһеҙ, туған телһеҙ
Йәшәй алмай бер кем дә.
7-се уҡыусы.Туған телен белмәүсенән
Тыуған ерен һорама.
Тыуған ерен белмәүсенән
Тыуған илен һорама!
8-се уҡыусы.Үҙ телемдә һөйләшәм,
Минән ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.
9-сы уҡыусы. Донъяла киңлек етерлек.
Ер йөҙө бай һәм бөйөк.
Туған телде өйрәнәбеҙ
Беҙ шулай күңел биреп.
10-сы уҡыусы. Ихлас илдә тыуҙым, күп милләтле,
Башҡортостан – ғорур илгенәм.
Халҡым йәшәр, йәшәйәсәк, беләм,
Дуҫлыҡ иле бит һин, бергенәм.
11-се уҡыусы.Тыуған ояһынан айырылған ҡош
Ҡанатына мәңге ял тапмай.
Туған телен яратмаған кеше,
Башҡаларҙың телен яратмай.
12-се уҡыусы. Башҡорт теле, эйе, саф шишмәләй.
Осорҙар аша аҡҡан сылтырап.
Һәр бер һүҙе уның сулпы кеүек,
Сыңлап тора, уйнап, йылтырап
13-сө уҡыусы. Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтермен тик туған телемдә.
Бейеү 1 класс Мин башҡорт
2 класс уҡыусыларына һүҙ бирәбеҙ
Баязит Бикбай. “Туған тел”
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә - үлмәгән,
Бөгөнгә еткән !
Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-
Теле лә йәшәй !
Телен асҡанда,
һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй !».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен !..
Бейеү “Гөлнәзирә”
Сәхнәгә 3 класс уҡыусыларын саҡырабыҙ
Рәми Ғарипов“Туған тел”
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Бейеү “Ете ҡыҙ”
Һүҙҙе 4 класс уҡыусыларына бирәбеҙ
(Б.Бикбай)
Беҙҙе бер саҡ ҡырағай күрҙеләр,
“Телһеҙ” башҡорт тип көлдөләр,
Ер-һыуыбыҙ, илебеҙ таланды,
Йөрәгебеҙ булды яралы.
Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,
Ләкин ауыр яза татыныҡ.
Телебеҙҙе батша ҡырҡтырҙы,
Тархан мырҙа ҡамсы һуҡтырҙы.
Телһеҙ булдыҡ. Ләкин хыялдар
Даръяларҙан тәрән, киң ине.
Бығауҙарҙы бер саҡ өҙөрбөҙ,
Ирек таңы тыуыр бер, тинек.
Рус туғаным менән бергәләп
Азат иттек изге еремде
Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ
Минең туған башҡорт телемде.
Бейеү”Һыбайлылар”
Йыр Беҙҙең ил. (йырлаған ваҡытта 1-4 класс уҡыусылары теҙеләләр)
Кешенең үҙ иленең патриоты, үҙ халҡының улы, ҡыҙы булыуы ла туған телгә бәйләнгән. “Телде үҫтергән, илде үҫтергән”,- ти халыҡ мәҡәле. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, үҫтерәйек.
Бергә. Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар,
Салауат тоҡомонан.
Һаҡлайыҡ телебеҙҙе,
Һөйәйек илебеҙҙе!
Уҡытыусы: Ваҡыт менән бергә үҙгәрә бел
Телдәр өйрән, балам, донъя күр.
Йөҙ сөйөрмә ләкин үҙ телеңдән:
Был – Ватанды һатыу менән бер.
Һин тыуғас та, әсә һөтө менән
Иренеңә тамған туған тел.
Туған телең юйһаң, әсәйеңде
Онотоуың булыр, балам, бел!
Кисәне 1-4 класс уҡыусылар башҡарыуында Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Ерем, илем, телем” йыры менән тамамлайбыҙ
Ерем, илем, телем
1. Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
2. Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
3. Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
7