Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси һөҙөмтәләр:
-туған(башҡорт) телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереүсе сараһы булараҡ ҡабул итеү;
-туған телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
-яҙма телмәрҙәге тыныш билдәләренә иғтибар итеү (һөйләм аҙағындағы өндәү, нөктә, һорау, күп нөктә билдәләренә), һөйләү телмәрендәге интонация, темп, һөйләү тонын айырыу;
-туған (башҡорт) телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интелектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль – этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
-туған телгә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү;
-милли мәҙәни сағылыш булараҡ, туған теленең таҙалығын һаҡлау тураһында
хәстәрлек күреү;
-тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;
Метапредмет һөҙөмтәләре:
-Уҡытыусы ярҙамында дәрескә маҡсат һәм бурыстар ҡуйыу;
-эштәрҙең эҙмә-эҙлеклелеген билдәләү;
-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләргә өйрәнеү.
-дәреслек, һүҙлек менән эшләү;
-бер информацияны икенсе төр формала бирә белеү: текстың йөкмәткеһен һөйләү;
-текстарға, иллюстрацияға ҡарата бирелгән һорауҙарға яуаптар табыу;
-уҡытыусы менән бергә эшләгән эшкә һығымта эшләү;
-текстың йөкмәткеһен һөйләү;
-мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;
-телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;
-төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу, төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы
үҙләштереү;
-эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;
-һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү.
-бәйләнешле һөйләмдәр, бәләкәй текст күләмендә үҙ фекерен белдереү;
-башҡаларҙың телмәрен тыңлап аңлау, аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлау;
-тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;
-һүҙҙе аңлы, тасуири, дөрөҫ уҡыу;
-үҙ-үҙеңде баһалау, класташыңды баһалау.
-текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
-тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
-ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү;
-художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау;
-уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.
Предмет һөҙөмтәләре:
-һүҙҙе аңлы, тасуири, дөрөҫ уҡыу;
-текстың исеменең мәғәнәһен аңлау; тексҡа мәғәнәһе яғынан тап килгән бирелгән исемдәрҙән исем һайлай белеү; тексҡа үҙ аллы исем биреү;
-тексты өлөштәргә бүлеү, уларға исемдәр биреү;
-һайлап алып һөйләй белеү;
-һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөй белеү;
-кеше исемдәрен, фамилияларын, георафик атамаларҙың исемдәрен ҙур хәреф менән яҙа белеү;
-һүҙҙәргә һорау бирә белергә, һөйләмдә нимә йәки кем тураһында һүҙ барғанын белеү;
-картина буйынса ҙур булмаған хикәйә төҙөү; уҡытыусы ярҙамында был
хикәйәне яҙыу;
-тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;
-иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү
күнекмәләре.
-һүҙлектәр менән файҙалана белеү.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау.
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
-дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
-һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
-тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Уҡытыу предметының, курсының йөкмәткеһе
1- се бүлек. Белем көнө.
С. Муллабаев “Шатлыҡлы иртә”. Бөгөн – белем көнө. Ә.Әхмәт – Хужа. “Алмаш үҫә” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү. К. Кинйәбулатова. “Уҡытыусыма”. Яңы уҡыу йылы, тәүге ҡыңғырау тәьҫораттары менән бүлешеү. Йәйге ял тураһында әңгәмәләшеү. С.Әлибайҙың «Мәктәп юлы» шиғырында мәктәп юлы менән тормош юлы бәйләнешенең һүрәтләнеше. Н.Мусин. «Һабак». Йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә балаларҙың йәйге каникулдағы эштәренең һүрәтләнеше.Р.Тимершин. «Уйлап табыусы». Юмор аша Хәйҙәрҙең кәмселеген фашлау. Файҙа килтерерлек эшкә өндәү. Раил Байбулатов. «Нурлы күҙҙәр». Н.Мусин. «Тайғаҡ баҫма. Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы.
2- cе бүлек. Туған тел.
Б.Бикбай “Туған тел” шиғырҙарын тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу. Башҡорт теле (белешмә). З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте. «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы». Ә. Вахитов.” Һүҙ хаҡында баллада.” Ғ.Хөсәйенов. “Әсәм теле-сәсән теле” ( “Донъя” китабынан). Ҡ. Аралбай. «Башҡорт теле» шиғырында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы. М. Кәрим. “”Искәндәр Әсғәте («Оҙон-оҙак бала саҡ» повесынан өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә төп образдарға характеристика. Башҡорт теленең төрки телдәр араһында тотҡан урынын, телдең нәфислеге, үҙенсәлеге тураһында фекер алышыу. Туған телдең бөйөклөгөн данлаған сәнғәт әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итеү. Р. Ғарипов. “Тел”. Б.Бикбай. “Тере шишмәләр”. Р. Мифтахов. “Мираҫ”. Т. Ҡарамышева. “Һүҙ”. И. Хәлимов. “Төнгө моң”. Туған тел образын һүрәтләү сараларын асыҡлау, композиция, жанр үҙенсәләктәрен билдәләү. Туған тел тураһында башҡа милләт шағирҙарының әҫәрҙәрен уҡып фекер алышыу, проект эше башҡарыу.
3- сө бүлек. Башҡортостан.
Н. Әминева “Тыуған ер”. Тыуған ер (ҡобайыр). Стәрлетамаҡ шағирҙарының әҫәрҙәре.Башҡортостан тауҙары. Т. Ғәниева “Уралиә тигән ил” (әкиәт). Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. . Аҡһаҡал аманаты. Башҡорт шәжәрәләре.
«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡортостан йылғалары (белешмә). Башҡорт халыҡ йыры. “Йәмле Ағиҙел буйҙары”. “Ағиҙел менән Яйыҡ” риүәйәте. Ә.Вәхитов.”Ир ҡанаты”. Характеристика тураһында төшөнсә.
З. Биишева.” Башҡортостан”. Ф.Туғыҙбаева.”Эй, яҙмышым минең - Башҡортостан”. Ш.Бабич.”Башҡортостан”. Н.Нәжми. “Һинең ниндәй улыңмын мин? ” шиғырҙарында тыуған төйәккә мөнәсәбәтте һүрәтләү. Башҡортостандың тарихи үткәне менән таныштырыу, хәҙергеһе һәм киләсәге тураһында фекер алышыу. Ә.Үтәбай. «Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А. Игебаев. «Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү. М. Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында». Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы. А.Игебаевтың «Башҡортостан ил генәм», «Ҡырлас тауҙар иле-Башҡортостан», И.Кинйәбулатовтың «Дуҫлыҡ төйәге» шиғырҙарында Башҡортостан, Тыуған ер образдары. Башҡортостандың данлы тарихы.Ҡ.Аралбайҙың «Ер тураһында ете һүҙ», Б.Бикбайҙың «Ер» шиғырҙарында ерҙе һаҡлау, ер өсөн көрәш проблемалары.Ж.Кейекбаев. «Урал тураһында ҡобайыр».Уралдың сал тарихының һүрәтләнеше, ер, азатлыҡ, көрәш темаларының сағылышы.Н.Мусин. «Һуңғы солоҡ» романынан өҙөк. Әҫәрҙең йөкмәткеһең үҙләштереү. Төп идеяһын, проблемаһын асыҡлау. Р.Мифтахов. “Күрҙем һине”. Ҡ.Шафиҡова. “ Тыуған яҡ”. И. Абдуллин. “ Үҙ яғыма ҡайтһам”. Х. Туфан. “Ҡыр ҡаҙҙары”. З.Вәлиди Туған. “ Тыуған төйәгемдә” (“Хәтирәләр” буйынса). М. Әбсәләмов. “Йомағужа тирәктәре”. Д. Бүләков. “Барбос”. Әҙәби төрҙәр тураһында төшөнсә.Башҡортостан образына тулы характеристика биреү. Төрлө быуын яҙыусыларының тыуған ер һәм Башҡортостанды һүрәтләү алымдары һәм сараларын күҙәтеү, һығымталар яһау.Ф. Аҡбулатова. “Тәбиғәт беҙҙең яҡлауға мохтаж” (белешмә). А, Ғарифуллин. “Гөрләүек”. З. Алтынбаева. “Балан”. Д. Шәрәфетдинова. “Йылға бағыры”. Ф.Ғазин. “Ҡырау тейһен әйҙә”. М. Кәрим. “Айыу мажараһы”. В. Ғүмәров. “Башҡорт халыҡ медицинаһында дарыу үҫемлектәре”. Р. Ҡаһир. “Алтын тамыр”. Ҡ. Аралбай. “Янғантау”. Әҙәби жанр тураһында төшөнсә.
4-се бүлек. Дуҫлыҡ.
А. Йәғәфәрова “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” (әкиәт), Ф.Иҫәнғолов “Йылмайыу”(әкиәт), әҫәрҙәре өҫтөндә уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ, тоғролоҡ тураһында әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү һәм дуҫлыҡтың бөйөклөгөн төшөндөрөү. Ҡ. Аралбай. “Дуҫлыҡ һәйкәле”. З. Биишева. “Дауыл” ( “Дуҫ булайыҡ” повесы буйынса). М.Кәрим. “Оҙатыу” (“Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса). Әҙәбиәт теорияһы буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», М Кәрим “Миләш”. Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү. Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар. Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Төрлө милләт кешеләре, ололар һәм балалар, кеше һәм хайуандар араһындағы дуҫлыҡ тураһында әңгәмәләшеү. Дуҫлыҡ тураһында йырҙар тыңлау. Башҡортостан халыҡтары. Н. Нәжми. “Дан иле, яҙ иле”. Х. Ғиләжев. “Россияға йыр”. М. Ямалетдинов. “Думбыра”. “Иҫке ҡара урман” (татар халыҡ йыры). Ғ. Вәлиуллин. “Салауат”. С. Шәрипов. “Һалсылар”. Н. Сәлимов. “Аҡ юл һиңә!”. Әҙәбиәт теорияһы буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.
5-се бүлек. Йыл миҙгелдәре.
Н. Иҙелбай “Дүрт миҙгел”, Р.Ғарипов “Торналар”, Б. Ноғоманов “Йәйбикә менән Көҙбикә” әҫәрҙәрендә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү. М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе. М.Ямалетдинов. «Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше. Әҙәбиәт теорияһы: Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә. С. Әлибаев “Ҡыш”, В. Әхмәҙиев “Ҡышҡы урманда”, Н. Мусин “Ҡоралайҙар”, М. Кәрим “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта” әҫәрҙәрендә ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә. Р. Назаров “Яҙ килә”, С. Әлибаев “Яҙҙы кем килтергән?”, Ҡ. Даян “Торналар”, Р. Ғарипов “Һабантурғай йыры” әҫәрҙәрендә өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә. Р. Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!», Р.Ғарипов «Һабантурғай» , М.Йәлил. “Йырҙарым” . Шиғырҙарҙа яҙғы тәбиғәт һүрәтләнеше. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу. Һ. Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы.
М.Ғафури. «Болон». Х. Назар. «Йәйге йәшен». Әҫәрҙәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше. С.Әлибай. «Ямғыр теләү», Я.Ухсай. “Болоттар”. Шиғырҙарҙа йәйҙе сәләмләү. Р.Ғарипов.«Яҙғы йыр» шиғырында тәбиғәтте йәнләнеүенең һүрәтләнеше. Б. Рафиҡов “Йондоҙ һанаусы малай”. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.
З.Ураҡсиндың «Алмағас», «Сәскә ғүмере» хикәйәләрендә кешенең тәбиғәткә мөнәсәбәте. Әҫәр нигеҙендә балаларҙа матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү. Бәйләнешле телмәр үҫтереү: шиғырҙарҙың тел-һүрәтләү саралары өҫтөндә ижади эштәр башҡарыу. Р. Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!», Р.Ғарипов «Һабантурғай» , М.Йәлил. “Йырҙарым” . Шиғырҙарҙа яҙғы тәбиғәт һүрәтләнеше. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу. Һ. Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы.
6-сы бүлек. Башҡорт халыҡ ижады.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡьял батыр» әкиәтте. Мәҡәл тураһында төшөнсә. Мәҡәлдәр.Әкиәтең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү. Башҡорт халыҡ йомаҡтары. Йомаҡ тураһында төшөнсә. Йомаҡтар.
Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте). Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Башҡорт йолалары менән таныштырыу. А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? Т. Ҡарамышева .“Кәкүк сәйе”. Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады (белешмә). “Урал батыр” (Башҡорт халыҡ әкиәте). “Алдар менән шайтан” (Башҡорт халыҡ әкиәте). Ғ. Туҡай “Шүрәле” . “Ҡурай ” (Башҡорт халыҡ йыры). “Азамат” (Башҡорт халыҡ йыры). М.Кәрим. “Азамат”.
С. Агиш. “Ҡунаҡ һәм намыҫ”. Ф. Туғыҙбаева. “Һыу юлы ”. Башҡорт байрамы тураһында белешмә. Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр. Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр. Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.
Халыҡ хикәйәләре. Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Боронғо ырым-ышаныуҙа нигеҙендә тыуған хикәйәләр: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә», «Сыңрау торна». Башҡорттарҙың килеп сығышына, ырыу-ҡәбиләләр тарихына бәйле хикәйәләр: “Үҫәргәндәр”. Топонимик хикәйәләр: “Ырғыҙ”, “Йөрәктау”. Тарихи хикәйәләр: «Бошман-Ҡыпсаҡ батыр», “Биксура”. Тормош-көнкүреш хикәйәләр: «Ғилмияза», “Зөлхизә”.
Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһындағы йырҙар («Йәйләүлек», «Урал»). 1773-1775 йылдарҙағы Пугачев яуы тураһында (“Салауат”, “Оло юл”). 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы (“Эскадрон”, “Любизар”). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Абдулла ахун», «Ҡолой кантон»). Тормош-көнкүреш йырҙары («Зөлхизә», «Ғилмияза»).
Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.
Ҡобайыр тураһында төшөнсә. «Ике сәсән», «Сура батыр» ҡобайырҙарының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарын асыу.
“Рус - француз һуғышы бәйете”. Я. Хамматов. “Төньяҡ амурҙары”. Башҡорт халыҡ йыры. “Кутузов”. ”Ҡаһым түрә” (риүәйәте).
7-се бүлек. Боронғо әҙәбиәт.
Башҡорт әҙәбиәте тарихынан (белешмә). Архаизмдар, неологизмдар, варваризмдар тураһында төшөнсә. Ҡ. Ғәли.“Йософ ҡиссаһы” (өҙөк), “Ҡармасан менән Сәрмәсән”. С. Юлаев. “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып”. “Ҡарабай менән Сарыбай”. М. Аҡмулла. “Нәсихәттәр” (өҙөк ). Сәсәндәр ижады (белешмә). Байыҡ сәсән. Һабрау. Ҡобағош сәсән. Башҡорт әҙәбиәте тарихынан (белешмә). Архаизмдар, неологизмдар, варваризмдар тураһында төшөнсә. Ҡ. Ғәли.“Йософ ҡиссаһы” (өҙөк), “Ҡармасан менән Сәрмәсән”. С. Юлаев. “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып”. “Ҡарабай менән Сарыбай”. М. Аҡмулла. “Нәсихәттәр” (өҙөк ). Сәсәндәр ижады (белешмә). Байыҡ сәсән. Һабрау. Ҡобағош сәсән. “Урал батыр”. Ҡол Ғәли. “Йософ Ҡиссаһы”. Ҡиссаның идея- тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙә туғанлык, дуҫлыҡ, ата һәм балалар мөнәсәбәте. Йософ һәм Зөләйхә образдары. Юрматы ырыуы шәжәрәһе. «Юрматы ырыуы шәжәрәһе»нең идея – тематик йөкмәткеһе. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыу сәбәптәре. Шәжәрә тураһында төшөнсә. “Байыҡ сәсәндең Салауатҡа әйткәне”. С. Юлаев. “Яу”. М. Аҡмулла. “Инсафлыҡ”.Ҡисса тураһында төшөнсә.
8-се бүлек. Салауат батыр – ир ине.
«Салауат батыр» ҡобайыры. Ф.Рәхимғолованың «Салауат», Т.Дәүләтбирҙинаның «Салауат рухы», Ф.Күзбәковтың «Яу ораны бит һин, Салауат» шиғырҙарында башҡорт хал-ҡының милли батыры Салауат рухының сағылышы. Илен, халҡын һөйөүсе, ирек өсөн көрәшеүсе Салауат образы. Н.Хамматов. «Салауат» романы (өҙөк). Әҫәрҙә Салауат образында йыр-моңға, тәбиғәткә ғашиҡ, көслө, батыр үҫмерҙең һүрәтләнеше. Тарихи осорға характеристика.
9-сы бүлек. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы.
Ә. Әминев “Әсикмәк”, Ф. Мөхәмәтйәнов “Әсәйем ҡулы”, М.Кәрим “Һеңлемдең төшө”. әҫәрҙәрендә әсә образының бирелешен асыҡлау.
Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Ш.Бикҡол. «Әсәйемдең кәңәштәре» шиғырының төп идеяһын билдәләү. Г.Зәйнәшева. “Йырлайым әсәйем тураһында”, З.Алтынбаева. “Әсә һүҙе”. Шиғырҙарҙа әсә бөйөклөгө. Ә. Бикчәнтәев. «Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе.. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү.
Т.Ғиниәтуллин. «Әсә һәм бала» әҫәрендә әсә һәм бала образдары, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренең сағылышы. И. Кинйәбулатов. “Һеҙҙең йәшәү менән”. Р. Мифтахов. “Әсә”. Әсә образына тулы характеристика биреү, әсәйҙең ғаиләләге, йәмғиәттәге урынын баһалау.Р. Кинйәбаев. “Мин ҡайтырмын, әсәй”. “Умырзая” (риүәйәте). Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һүҙлек байлығын арттырыу, төп идеяны асыу.
10-сы бүлек. Мәңгелек ут.
А. Игебаев “Еңеү көнө”, Р. Ниғмәти “Еңеүселәргә дан”, М. Кәрим “Һеңлемдең төшө”. Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы, хикәйәләрҙе тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк Ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.
Еңеү көнө тураһында әңгәмәләшеү.Ә. Моратов. “Тере хәтер”. Р. Мифтахов. “Боҙло ҡуҙ”. Н.Нәжми. “Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә”. Георгий таҫмаһы, Исемһеҙ һалдат һәйкәле тураһында фекер алышыу. А. Мәһәҙиев. “Еңеү менән ҡайтҡан”. Ж. Кейекбаев. “Зөбәй Үтәғолов”. Ш. Янбаев. “Йәнекәй ҡарт”. “Үлемһеҙ полк” акцияһы тураһында һөйләшеү. Әҙәби процесс тураһында төшөнсә.
11-се бүлек. Тарих.
Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш.
Д. Бүләков “Яралы китап”, Ғ. Рамазанов “Ағайым хаты”, Ә. Вахитов “Өс бөртөк бойҙай”, М. Кәрим “Дан кәпәс түгел”, Т.Молдағәлиев “Атайым” әҫәрҙәрендә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә. Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы” (повестан өҙөктәр).
Т. Ҡарамышева. “Малайҙар”, Л.Толстой. “Кешегә күпме ер кәрәк?”. Әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, анализлау
Башҡорт ихтилалдары. М.Иҙелбаев.”Хушлашыу”. Р. Бикбаев. “Салауат ҡылысы” . Степан Злобин. “Салауат Юлаев”. Ғ. Ибраһимов. “Сапҡын”
(“Кинйә”романы буйынса ). Әҫәрҙәрҙә батыр образ. Тарихи документтар,тарихи шәхестәр, ихтилал башлыҡтары, башҡорт полководецтары тураһында мәғлүмәт биреү. Төньяҡ амурҙары.
“Рус - француз һуғышы бәйете”. Я. Хамматов. “Төньяҡ амурҙары”. Башҡорт халыҡ йыры. “Кутузов”. ”Ҡаһым түрә” (риүәйәте).
Ш. Бабич. “Башҡорт халҡына көйлө хитап “(өҙөк). Р. Солтангәрәев. “Осто бөркөт”. Хитап тураһында төшөнсә. Ш.Бабич. “Халҡым өсөн”. Б. Рафиҡов. “Һөйәнтуҙ фажиғәһе”. Әҫәрҙәрҙең тел – һүрәтләү сараларын асыҡлау.Роман тураһында төшөнсә.
Р. Шәкүр. «Һаҡта тора илдең улдары» шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары. Ф. Аҡбулатова. «Атай икмәге» хикәйәһе. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше. А. Баһуманов. ”Ҡайҙа һин , генерал?”, В. Исхаҡов. «Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге. Башҡорт халҡының данлы тарихын сағылдырған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе менән танышыу.Ә. Бейеш. “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше”. Рухи тамырҙарыбыҙ. Р. Мифтахов. “Ҡалҡан”. Р. Назаров. “Һалдат”. Р. Хисаметдинова. “Армияға китә малайҙар”. М. Ямалетдинов. “Һалдат итеге”. И. Кинйәбулатов. “Бородино”. Н. Асанбаев. “Ҡыҙыл паша”. С. Ярмуллин. “Башҡорт аты”. Т. Ғиниәтуллин. “Буян”. Р. Өмөтбаев. “Ғилмишәриф” ( “Атлы башҡорт” повесы буйынса). Повесть тураһында төшөнсә.
12-се бүлек. Башҡорт милли аштары, йолалары, байрамдары.
Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? Т. Ҡарамышева .“Кәкүк сәйе”.
С. Агиш. “Ҡунаҡ һәм намыҫ”. Ф. Туғыҙбаева. “Һыу юлы ”. Башҡорт байрамы тураһында белешмә.Уларҙы әҙерләү буйынса белешмә төҙөү. Ҡ. Даян.“Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев. “ Башҡорт ҡорото”. В.Власов.”Башҡорт балы”. Н.Сафин “Бишбармаҡ”. Ж.Кейекбаев. «Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар. Ж.Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк. Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү. Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү.Герой тураһында төшөнсә. Байрамдарыбыҙ тарихынан. Халыҡтың һаҡланып, быуындан – быуынға күсә килгән йолалары, ғөрөф – ғәҙәттәре менән таныштырыу. З. Әминев. “Башҡорт һабантуйы”. Д. Мәһәҙиев. “Наурыз байрамы”.
13-сө бүлек. Әҙәп, әхлаҡ.
М.Ғафури “Һарыҡты кем ашаған?”, Л.Толстой “Ике иптәш”. Мәҫәлдәрҙе тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә. Х.Назар. «Өс һүҙ». Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, төп идеяһын асыу.
М.Ямалетдинов. «Иман» хикәйәһенең идея-тематикикаһынасыҡлау.
3. Ғәлимовтың «Ялан сәскәләре» әҫәрендә атай һәм ул мөнәсәбәте. Атай үрнәге, уның менән ғорурланыу, матур ғаилә мөнәсәбәттәрен күрһәтеү.Әҫәрҙәр буйынса план төҙөп, йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеү
14-се бүлек. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары.
Халыҡ шағирҙарының тормош юлы менән танышыу, ижадтарына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау, уларҙың башҡорт әҙәбиәте тарихында урыны тураһында фекер алышыу. Биография һәм автобиография тураһында төшөнсә биреү. М. Ғафури. “Бир ҡулыңды!”. М. Кәрим. “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”. Р. Ғарипов.” Аманат” (ҡобайырҙан өҙөк). Р. Бикбаев. “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөк. Башҡорт халыҡ яҙыусылары менән танышыу. Улар тураһында ғалимдар яҙған ижади портреттарҙы уҡыу. З. Биишева (биографик белешмә). “Сынаяҡ уйнатыу” ( “Кәмһетелгәндәр” романы буйынса). Ә. Хәкимов (биографик белешмә). “Сәләх ҡарт” ( “Туй” повесы буйынса).
15-се бүлек. Сәнғәт.
Ҡурай тураһындағы әҙәби әҫәрҙәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Ҡурай образына характеристика биреү. М.Ямалетдинов. “Мираҫ”. Ҡ. Аралбай. “Мәшһүр ҡурайсы” ( ижади портрет ). Республикабыҙҙа киң билдәле булған мәшһүр ҡурайсыларҙың тормошо һәм ижады менән таныштырыу. Р. Солтангәрәев. “Ишмулла ҡурайсы”. Г. Хәсәнова. “Азат Айытҡолов”. Әҙәбиәт ғилеме тураһында төшөнсә.
16-сы бүлек. Өфө.
Баш ҡала – Өфө тураһында белешмә биреү. Ҡаланың мәҙәни усаҡтары, халҡы, иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәт биреү. Р. Янбулатова. “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт ҡалалары”. Минең тыуған ҡалам. Н.Нәжми “Өфө йүкәләре.
Тематик планлаштырыу
№ | Тема | Кластар |
5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
1. | Белем көнө | 2 | 2 | 1 | 4 | - |
2. | Туған тел | - | 2 | 2 | - | 2 |
3. | Башҡортостан | 4 | 8 | 2 | 5 | 9 |
4. | Дуҫлыҡ | 3 | 2 | 3 | - | 3 |
5. | Йыл миҙгелдәре | 8 | - | 8 | 12 | 2 |
6. | Башҡорт халыҡ ижады | 3 | 3 | - | 1 | - |
7. | Боронғо әҙәбиәт | 3 | 1 | 9 | - | 2 |
8. | Салауат батыр – ир ине | - | 2 | - | 4 | - |
9. | Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы | 3 | - | 2 | 2 | 2 |
10. | Мәңгелек ут | 3 | 3 | 3 | - | 3 |
11. | Тарих | 2 | 3 | - | 4 | 5 |
12. | Башҡорт милли аштары, йолалары, байрамдары | - | 3 | - | - | 2 |
13. | Әҙәп, әхлаҡ | 1 | - | 4 | 2 | - |
14. | Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары | 2 | 3 | - | - | 2 |
15. | Сәнғәт | - | - | - | - | 2 |
16. | Өфө | - | 2 | - | - | - |
| Бөтәһе: | 34 | 34 | 34 | 34 | 34 |