СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

9 класс, контроль диктанттар

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«9 класс, контроль диктанттар»

Контроль диктанттар

  1. ОКТЯБРЬ.

Октябрь — көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Әсе елдәр иҫә. Иртәнге һыуыҡтар көсәйә төшә. Күләүектәр таңғаса боҙ менән ҡапланған була. Йыш яуған һалҡынса ямғырҙар арҡаһында октябрҙе ха­лыҡта «батҡаҡ айы» тип тә атайҙар. Тәүге ҡар яуа, ләкин ул шун­да уҡ ирей. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡар ятып та ҡуя.

Күлдәр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмә ҡоштар ки­теп бөтә. Иң һуңғы булып сәүкәләр, өйрәктәр китә. Уларға ал­машҡа ҡыҙылтүштәр, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы бүтән ҡоштар килә. Ныҡлап һыуыҡ төшөү менән, айыу, бурһыҡ, алйырҙан йокоға тала. Тәлмәрйендәр ҙә йоҡоға китә.

Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итә. Япраҡтар тулыһынса ҡойолоп бөтә. (93 һуҙ.) («Йәншишмә» газетаһынан.)

  1. ҠОШТАРҘЫ АШАТЫҒЫҘ!

Урмандарҙа, баҡсаларҙа зарарлы бөжәктәрҙе таҙартыусы ҡош­тар араһында ҡарабаш турғайҙан да егәрлеһе юҡтыр. Орнитолог­тарҙың иҫәпләүҙәренә ҡарағанда, бала үҫтергән саҡта ҡарабаш турғайҙарҙың бер ояһы ғына ла көн һайын меңләгән ҡарышла­уыҡты юҡ итә.

Ҡыш етеп, көндәр һыуына башлағас, ҡарабаш турғай урман­дан кеше йәшәгән тирәгә күсә. Бында аҙыҡ табыуы еңелерәк.

Ҡошсоҡ һалҡынға сыҙамлы. Уны аслыҡ ҡына һәләк итә. Ас булһа, өшөй ҙә, аҙыҡ эҙләргә хәле ҡалмай. Ҡайһы бер райондарҙа яҙ етеүгә уларҙың яртыһы ғына ҡалған була. Ә ҡыш бик һыуыҡ булһа, ундан бере генә ҡышлап сыға.

Балалар, ҡоштарға ярҙам итегеҙ! Улар — беҙҙең ярҙамсылары­быҙ, дуҫтарыбыҙ. Уларҙы эйәләштерегеҙ, ашатығыҙ! (94 һуҙ.) (И. Заянчковскийҙан.)







  1. ШИФАЛЫ ҮҪЕМЛЕК.

Картуф — бер йыллыҡ үлән үҫемлек. Уны бөтә донъяла сәсеп үҫтерәләр. Уның тыуған яғы — Көньяҡ Америка. Европаға — XVI, ә Рәсәйгә XVIII быуатта Петр I батша тырышлығы менән килте­релә. Ул туҡлыҡлы һәм мөһим аҙыҡ рәтенә инә. Юҡҡа ғына уны «икенсе икмәк» тимәйҙәр. Ул шифалы үҫемлек тә. Уның составын­да крахмалдан тыш аҡһым, төрлө витаминдар, минераль тоҙҙар, соланин һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.

Дауалау өсөн, нигеҙҙә, картуфтың һуты ҡулланыла. Дауалау өсөн ҡулланыла торған картуф юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа ерҙә үҫтерелгән булһын. Ҡояшта ятып йәшел төҫ алған, шытҡан картуфты ашарға ла, дауа өсөн ҡулланырға ла ярамай. (95 һуҙ.) (В. Ғумәровтан.)

  1. ИСЕМ СЕРҘӘРЕ.



Кешенең исеме менән холҡо, яҙмышы араһында ниндәйҙер бәйләнеш барлығын боронғолар һиҙемләгән. Кешенең исеме уның үҙе тураһында күп нәмә һөйләй икән.

Кешенең исемен үҙгәртеп, уның яҙмышын да үҙгәртергә була, тигән ҡараш бар. Мәҫәлән, римдар, яҙмыштары ниндәйҙер икенсе боролош алһын өсөн, исемдәрен баш түбән әйләндерелгән хәрефтәр менән яҙған.

Чикаго врачтары раҫлауынса, исемдең кеше тормошона йоғон­тоһо бик ҙур. Әгәр ул көлкөлө икән, кешене бәләкәйҙән үк ҡаршы тороу позицияһына ҡуя. Бала үҙенә һәйбәт мөнәсәбәт өсөн көрәшергә тейеш була, һәм был уның холҡонда, психикаһында сағылыш таба. Инглиз терапевы Т.Уэстон билдәләүенсә» сәйер исемле кешеләр төрлө психик кәмселектәрҙән башҡаларға ҡарағанда йышыраҡ яфалана. (95 һуҙ,) (Башҡортостан календа­рынан,)




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!