Просмотр содержимого документа
«5 класс, контроль диктанттар»
Контроль диктанттар
1.
КӨҘГӨ УРМАН.
Көҙгө урманда йөрөргә яратам. Уның иң матур сағы сентябрь бөткәндә булалыр. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмайһың. Тәрән тынлыҡ. Әкрен генә йылы ел иҫә. Ағастарҙан һап-һары япраҡтарҙың ҡойолғаны ише- к телеп ҡуя. Аяҡтарыңды ергә түшәлгән алтын япраҡ иркәләй.
(43 һуҙ.) (Д. Исламовтан.)
2.
ҠЫР КӘЗӘҺЕ.
Төрлө хистәргә бирелеп, мин тау башында торам. Ҡапыл ҡаршымда ниҙер ялт-йолт итте. Был ҡыр кәзәһе ине. Ьәр йән эйәһенең үҙенә генә хас матурлығы була бит. Ҡыр кәзәһенең ыҡсым һынында, тынғыһыҙ тояҡтарында әйтеп бөтөрө алмаҫлыҡ ғәжәп бер матурлыҡ бар ине. (41 һуҙ.) (Ғ. Вәлиевтән.)
3.
МАРТ.
Март — яҙ башы. Ләкин ҡыш тиҙ генә китергә уйламай әле. Төндәрен 30 градусҡа еткән һалҡындар ҙа була. Мартта ҡар ҙа яуа, буранлап та ала. Ай аҙағында ғына яҙ ҡышты еңә батттлад* Көндөҙ йылы була, ҡыйыҡтан тамсылар тама, күләүектәр барлыҡҡа килә. (41 һуҙ.) («Аҡбуҙат» журналынан.)
4.
БӨРЙӘН ЯҠТАРЫ.
Бөрйән яҡтары бик матур. Унда төрлө ағастар үҫә. Бейек тауҙар болоттарға тейеп торған кеүек күренә. Тау йылғаларының сылтырап аҡҡан һыуы бик тәмле. Урмандарында ҙур айыуҙар, уҫал бүреләр, хәйләкәр төлкөләр, йүгерек ҡуяндар, етеҙ тейендәр йәшәй. Тау итәктәрендә тәмле еләктәр үҫә. (41 һуҙ.) («.Йәншишмә» газетаһынан.)
Контроль изложение.
Юлбарыҫ менән төлкө
(Тажик халыҡ әкиәте.)
Бер ваҡыт төлкө урман төпкөлөндәге шырлыҡҡа барып ингән, ти. Ҡараһа, ҡаршыһына юлбарыҫ килә икән. Төлкө ҡурҡыуынан ҡаса башлай. Юлбарыҫ уның артынан баҫтыра. Бына-бына тота яҙып, етеп килә, ти. Уларҙың юлын тәрән йырын бүлә. Төлкө туҡтай ҙа сеңләп илай башлай. Юлбарыҫ аптырап ҡала.
— Ни эшләп илайһың, төлкө?
— Эй, һеҙҙе күрҙем дә атайығыҙҙы иҫкә төшөрҙөм. Ул бик йылғыр ине. Ҙур-ҙур йырындарҙы ла һикереп сыға ине. Уф, башҡа бер ваҡытта ла ундай йылғырлыҡҡа һоҡлана алмам инде!..
Донъяһын онота юлбарыҫ: төлкө алдында үҙенең йылғыр булыуын күрһәтеп, шул тиклем маҡтанғыһы килә. Йырын аша һикерә, ләкин икенсе яҡҡа етә алмай, аҫҡа ҡолап төшә.
— Шулай булырын белдем дә!.. Атайығыҙға етергә һеҙҙең хәлегеҙҙән киләме һуң?.. — тигән дә хәйләкәр төлкө үҙ юлы менән китеп барған, ти.
Контроль күсереп яҙыу.
Иртәгәһенә иртүк торҙом да бер киҫәк ҡаҡ тоҙ, бер тоҡсай он көбәге артмаҡланым, инәйеңдән бер киҫәк ҡыҙыл сепрәк тә алдым. Буран сығыбыраҡ торһа ла, киттем әлеге ҡоралайҙар эргәһенә. Барһам, тағы ҡурҡалар бит. Шулай ҙа, файҙаһыҙлығын белгәс, көрткә ырғымайҙар, ситкәрәк китеп, ҡарап тик торалар. Кәбәкте кәбән төбөнә һиптем, киҫәкле тоҙомдо ла шунда ырғыттым. Шунан ситкәрәк китеп ҡарап торам. Ҡоралайҙар әкренләп тынысланды, ашана башланылар, шунан ябырылып тоҙ яларға керештеләр. ( Н.Мусин “ Ҡоралайҙар”, 101 бит)