СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

6 класс, контроль диктанттар

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«6 класс, контроль диктанттар»

Контроль диктанттар





Мин алтынсы класта уҡыйым. Беҙҙең класс малайҙары хеҙмәт дәресен ярата. Унда көнкүреш кәрәк-яраҡтары яһарға өйрәтәләр. Шуға күрә малайҙар оҫтаханала тырышып эшләй.

Бөгөн хеҙмәт дәресе. Мин тартманан кәрәкле ҡоралдарҙы алам. Башҡа малайҙар ҙа үҙ урындарына баҫа. Эш башлана. Ҡушылған эште тиҙ бөтөрөргә кәрәк, сөнки тиҙҙән мәктәп буйынса күргәҙмә була.

Бына беҙ күргәҙмәлә. Һәр нәмәнең янына уны эшләгән уҡыу­сының фамилияһы, исеме, класы яҙылған. Бында ата-әсәләр, уҡытыусылар килгән. (65 һуҙ.)



  1. ИЛЕМ — БАШҠОРТОСТАН.


Башҡортостан — бик бай ил. Унда нималәр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

Беҙ йәшәгән ерҙең ҡуйынындағы байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ тиһеңме, күмер һәм металл тиһеңме, алтын һәм баҡыр тиһеңме - бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә. 3

Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткәс балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан. (65 һуҙ,) (Ғ. Рамазановтан.)











ҠЫШ БАШЫ.

Ҡарағайлыға ҡыш ҡапыл килде. Кис ваҡ ҡына ямғыр яуын

торҙо. Ел һалҡын түгел ине.

Төндә һыуытып ебәрҙе. Дымлы ер өҫтө шаҡырлап туңды. Төньяҡтан һалҡын ел иҫте. Ул көсәйҙе, ас бүре кеүек олоно.

Таң алдынан буран күтәрелде. Ер менән күк бергә тоташҡан­дай булды. Хатта күрше йорттарҙы ла күрерлек түгел ине.

Кешеләр аптырап ҡалды. Ярты метрҙан артыҡ ҡар яуған, һырындылар өйөлгән. Бына шулай ҡыш башланды. (65 һуҙ.) (Н. Мусимдан.)





4.

ОЛОЛАР НИ ӘЙТӘ.

Өс таған таймаҫ. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Яҡшы дуҫ яфаға һалмаҫ. Бүре менән дуҫ булһаң, этең яныңда булһын. Дошманыңа тура әйтһәң, дуҫыңа өлгө булыр. Дуҫ биргәндең тышына ҡарама. Кемдең белеме бар, шуның ҡәҙере бар. Күҙе һуҡырға юлдаш булһаң да, күңеле һуҡырға юлдаш булма. Юлдашың үҙеңдән яҡшы булһын. Ололарҙы ололау — яҡшылыҡтың билдәһе. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ. Күл тамсынан йыйыла.

(60 һуҙ.)

























Изложение

  1. ТЕЙЕН МЕНӘН БҮРЕ.

Бер тейен, ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөй торғас, йоҡлап ятҡан бүренең тап өҫтөнә йығылып төшкән. Бүре һикереп тороп уны тотоп алған да ашамаҡсы булған. Тейен:

  • Ебәр мине, — тип ялбарған.

Бүре:

  • Ярай, мин һине ебәрермен, тик әйт әле миңә, ниңә һеҙ, тейендәр, шулай шат күңелле? Миңә һәр ваҡыт күңелһеҙ, ә һеҙгә ҡараһаң, һеҙ юғарыла һикереп уйнап ҡына йөрөйһөгөҙ, — тигән.

Тейен уға:

  • Һин иң элек мине ағас башына ебәр, унда менгәс, әйтермен, юҡһа мин һинән ҡурҡам, -тигән.

Бүре уны ебәргән, ә тейен ағас башына менгән дә былай тигән:

  • Уҫал булғаның өсөн күңелһеҙ һиңә. Уҫаллыҡ һинең йөрәгеңде өйкәп тора. Ә беҙ яҡшы күңеллебеҙ, бер кемгә лә насар­лыҡ эшләмәйбеҙ, шуға күрә шатбыҙ. (Л. Толстои буйынса.)



Иҫкәртмәле диктант



ЗӨБӘРЖӘТ — АҪЫЛ ТАШ.

Уралда иң матур таштарҙың береһе иҫәпләнгән зөбәржәт ту­раһында ҡыҙыҡлы тарих һаҡланып ҡалған. Крепостной Максим Кожевников ел ауҙарған ҡарт ҡарағай төбөндә ялтырап ятҡан йәшел таштар күрә. Улар ҡояш нурҙарында балҡып ята. Максим таштарҙы алып ҡайтып, балаларына уйынсыҡ итеп бирә.

Шул саҡ ошо ауылға аҫыл таштар белгесе килеп сыға. Ул зөбәржәтте уйынсыҡ итеп йөрөткәнде күреп аптырай, һуңынан был урында Рәсәйҙәге иң ҙур зөбәржәт ятҡылығы табыла. (М. Моталовтан.)

яткылык —* залежь, месторождение




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!