Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль район хакимиәте Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбе
| Ҡаралған: ММБ ултырышында _____Галина З.П. Протокол№_______ «__»_________2019йыл | Килешелгән: директоҙың УТЭ урынбаҫары _____Мырҙакамалова З.З. «__»_________2019 йыл | Раҫлайым: мәктәп директоры _____Хизбуллина Л.Й. приказ №_______ «__»_______2019 йыл |
2019-2020 уҡыу йылына
9-сы класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы .
Төҙөүсеһе: Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы.
Башҡорт әҙәбиәтенән 9 класс өсөн эш программаһына аңлатма.
Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
1. « Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законы» (29.12.2012. №273-ФЗ)
2. Төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт белем биреү стандарты (2010-сы йылдың 17 декабренән № 1897; )
3. Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән “Төп дөйөм белем биреү учреждениеларында Федераль дәүләт белем биреү стандартына үҙгәрештәр индереү тураһындағы бойороғо” (2015-се йылдың 31 декабренән № 1577).
4. Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 2019-2020 уҡыу йылына эшләнгән «Уҡыу планы».
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» нигеҙендә төҙөлдө. (Уҡытыу (туған) башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се кластары өсөн). Төҙөүсеһе Ғабитова З.М. Өфө: «Китап», 2017.
Эш программаһы 34 сәғәткә иҫәпләнгән (аҙнаға 1 сәғәт).
1.”Башҡорт теле” фәнен 9-сы класта өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре:
1)Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли - мәҙәни ҡиммәттәре булараҡ аңлау,интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль - этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
2)Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли - мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
3)Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Метапредмет һөҙөмтәләре:
1)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм уҡыу:
*телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, теке темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
*төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү);төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
*төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү;аудирование менән эш итеү(һайлап алыу, танышыу);
*төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт -дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;
*һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
*стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
*алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең ( индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә - эҙлеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
*тыңлаған йәки уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә( план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
*төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдә һәм яҙма текст төҙөй алыу;
*телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, текст логик яҡтан эҙмә - эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
*төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог - һорашыу, диалог - аралашыуға өндәү, диалог - фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;
*ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистк нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
*телмәр этикет нормаларын һаҡлау, аралаша алыу,телмәр аралашыу процесында ым - ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
*уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып,үҙ телмәреңде баһалай белеү;грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
*үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет - ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;
3)аралашыу процесында тирә - яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли - мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
1)телдең төп фукциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2)гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифтә тулыһынса уның ролен аңлау;
3)туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
4)тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог,диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары. Фәнни, публицистик, рәсми - эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ - мәғәнәүи телмәр төрҙәре ( хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре, телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
5)башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын. Башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
6)телдең төп берәмектәрен, граматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
7)һүҙгә төрлө анализ яһау төрҙәрен ( фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
8)тел - һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
9)туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
9 кластарҙа башҡорт теле предметының йөкмәткеһе
Тел тураһында дөйөм төшөнсә.1.Йәмғиәт тормошонда телдең роле. Тел - үҫә барыусы ижтимағи күренеш. Тел тураһындағы фәндең бүлектәре (фонетика, морфология, синтаксис, лексикология, лексикография, ономастика, диалектология). Башкорт тел белем тарихынан ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр (Н. К. Дмитриев, В. В. Катаринский, А. Г Бессонов, М. А. Кулаев, К. 3. Әхмәр, ж. Ғ. Кейекбаев һ.б.)Телдең төп берәмектәре: өн (фонема), морфема, һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, текст. Уларҙың үҙ-ара бәйләнеше.Башкорт милли теле. Башкорт әҙәби теле. Башка кәрҙәш төрки телдәр араһында башҡорт теленең урыны.Әҙәби тел һәм диалект тураһында дейөм төшөнсә. Башкорт теленең диалекттары. Хәҙерге башкорт әҙәби теле һәм уныңуҫеш сығанактары. юлдары.Фонетика. Графика. Орфоэпия. ОрфографияI.Фонетиканың төп төшөнсәләре Телмәр өндәренең яһалышы. Графика һәм алфавит. Башкорт теленең алфавиты. Башҡорт яҙыуы тарихынан ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр.һуҙынҡы өндәр. Тартынҡы өндәр. Тартынҡы өндәрҙең сиратлашыуы. Сингармонизм. Ассимиляция. Диссимиляция.һүҙҙең баҫымы. Орфоэпия һәм орфография. Орфографияның принциптары. Уҡыусылар белергә тейеш күнекмәләр:3.«Орфографик һәм башҡа һүҙлектәрҙән нисек файҙаланырға» тигән темаға белдереү яһарға әҙерләү.4.Лексика. Фразеология.Лексиканың төп төшөнсәләре Башкорт теленең һүҙлек составы, уның үҫә барыуы һәм байыуы. Хәҙерге осорҙа башкорт теле лексикаһының үҫеү юлдары. Башкорт теле лексикаһының стилистик бүленеше. Төрлө ҡатлам лексик берәмектәрҙең ҡулланыу үҙенсәлектәре.Башкорт теле фразеологияһының үҫеүе һәм байыуының сығанаҡтары. Телмәрҙә фразеологик берәмектәрҙе ҡулланыу. Аңлатмалы һүҙлек һәм уның төрҙәре.Башкорт әҙәби теленең стилдәре.I. Стилистмка тураһында дөйөм төшөнсә. Әҙәби телдең стилдәре. I һөйләү стиле, фәнни, рәсми (эш ҡағыҙҙары), эпистоляр (хаттар), публиц стилдәр, күркәм (художестволы) әҙәбиәт стиле. Лексик һәм грамматик синонимдар.Төрлө стилгә ҡараған текстар һайларға өйрәтеү. Стилистик 5 төҙөк һәм хаталы текстарҙы сағыштырып, стилистик анализ яһау. (Уның өсөн газета, журнапдарҙағы мәҡәләләрҙең,әҙәби әҫәрҙәрҙең стиль үҙенсәлеген билдәләтеү.Башкорт теленән руссаға. руссанан баш ҡортсаға тәржемәләр яһатыу. Башкортса һәм русса һөйлөмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу, үтелгән эштәргә таянып, һығымта яһатыу.
Телмәр төҙөгәндә, стилистьк маҡсатты күҙ уңында тотоп, син һүҙҙәрҙе, морфологик, синтаксик синонимдарҙы дөрөҫ һайларға һәм ҡулланырға өйрәтеү, яҙма эштәр үткәреү). Текстарҙан һүрәтләү сараларын ҡулланырға өйрәтеү.V—IX кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системаға һалыу.
Фонетика, орфоэпия, орфография.Лексика. Морфология.Синтаксис һәм пунктуация.
Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль район хакимиәте Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбе
| Ҡаралған: ММБ ултырышында _____Галина З.П. Протокол№_______ «__»_________2019 йыл | Килешелгән: директоҙың УТЭ урынбаҫары _____Мырҙакамалова З.З. «__»_________2019 йыл | Раҫлайым: мәктәп директоры _____Хизбуллина Л.Й. приказ №_______ «__»_______2019 йыл |
2019-2020 уҡыу йылына
9-сы класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы .
Төҙөүсеһе: Ниғәмәтова Альбина Альфред ҡыҙы.
Башҡорт әҙәбиәтенән 9 класс өсөн эш программаһына аңлатма.
Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
1. « Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законы» (29.12.2012. №273-ФЗ)
2. Төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт белем биреү стандарты (2010-сы йылдың 17 декабренән № 1897; )
3. Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән “Төп дөйөм белем биреү учреждениеларында Федераль дәүләт белем биреү стандартына үҙгәрештәр индереү тураһындағы бойороғо” (2015-се йылдың 31 декабренән № 1577).
4. Мәсетле төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 2019-2020 уҡыу йылына эшләнгән «Уҡыу планы».
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт әҙәбиәтенән программа» нигеҙендә төҙөлдө. (Уҡытыу (туған) башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се кластары өсөн). Төҙөүсеһе М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө: «Китап», 2017.
Эш программаһы 34 сәғәткә иҫәпләнгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Уҡыу предметын үҙләштереүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре:
«Башҡорт әҙәбиәте» предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:
- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;
- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;
- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;
- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;
- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;
- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;
- текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;
- үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;
- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.
Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып әҙәби әҫәрҙәрҙең текстары, уларға бирелгән һорауҙар һәм эштәр, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.
Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;
- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;
- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.
Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;
- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;
телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);
- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);
- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;
- анализлай һәм синтезлай белеү; - сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү; - фекерләй белеү;
Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.
Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:
- Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;
- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;
- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;
- башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;
- дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
- һорауҙар бирә белеү.
Башҡорт әҙәбиәте предметының йөкмәткеһе
1.Инеш.
2.Халыҡ ижады.
3.16-18 быуаттар әҙәбиәте.
4.19 быуат әҙәбиәте.
5.2 быуат башы әҙәбиәте.
Тематик планлаштырыу.
| № | Дәрестең темаһы | План буйынса | Факт. үткәр | Иҫкәрмә |
| 1. | Ябай һәм ҡушма һөйләмде ҡабатлау. | | | |
| 2. | Аңлатмалы диктант“Туған телем”. | | | |
| 3. | Йәмғиәт тормошонда телдең роле. | | | |
| 4. | Башҡорт халҡының милли теле. | | | |
| 5. | Башҡорт теле ҡәрҙәш телдәр араһында. | | | |
| 6. | Башҡорт теленең диалекттары. | | | |
| 7. | Әҙәби тел үҫеше. | | | |
| 8. | Контроль диктант “Тәрән тамырҙар” | | | |
| 9. | Ике теллелек. | | | |
| 10 | “Тел” бүлеге буйынса үҙ аллы эш. | | | |
| 11. | Үҙ аллы эш һөҙөмтәләре буйынса хаталар өҫтөндә эш. | | | |
| 12. | Телмәрмәҙәниәте. Стилдәр. | | | |
| 13. | Йәнле һөйләү стиле. | | | |
| 14. | Матур әҙәбиәт стиле. | | | |
| 15. | Контроль диктант.”Төрлө дуҫтар була”. | | | |
| 16. | Фәнни стиль. | | | |
| 17.. | Публицистик стиль. | | | |
| 18. | Хаталар өҫтөндә эш. Рәсми стиль. | | | |
| 19. | Хаттар стиле. | | | |
| 20. | Һүрәтләү саралары. Эпитет. | | | |
| 21. | Сағыштырыу. | | | |
| 22. | Метафора. | | | |
| 23. | Синонимдар, уларҙың телмәрҙә ҡулланыуы. | | | |
| 24. | Грамматик синонимдар. | | | |
| 25. | Антитеза. | | | |
| 26. | Һүҙҙе һәм уның формаларын телмәрҙә ҡулланыу | | | |
| 27. | Изложение “Ҡәнифә юлы”. | | | |
| 28. | 5-9 –сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | | | |
| 29.. | Сингармонизм буйынса ҡабатлау. | | | |
| 30. | Ижек, баҫымды ҡабатлау. | | | |
| 31. | Орфоэпия. Орфография. | | | |
| 32. | Интонация. Ритмик төркөмдәр. | | | |
| 33. | Контроль изложение “Кәңәш-төңәшем”. | | | |
| 34. | Башҡорт теленең һүҙлектәре. Йомғаҡлау | | | |