СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башҡорт телендә тиҙәйткестәр

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорт телен өйрәнеүсе балалар өсөн тиҙәйткестәр. Тел өсөн артикуляцион күнекмәләр

Просмотр содержимого документа
«Башҡорт телендә тиҙәйткестәр»

Вагондар уҙып бара,

Вәли ҡул болғап ҡала.


Выж-выж, выж-выж,

Выжылдайҙыр вышкалағы вертолет,

Вертолетта – Вәкил, Вәсил,

Ваһап, Вил, Вафир, Вәлит


Ҡыҙарып, янып юлдан уҙабыҙ.

Туҡтап, ял алып, ҡулдар йыуабыҙ.

Асыҡ һауала ҡарҙа шыуабыҙ,

Сана шыуабыҙ, саңғы шыуабыҙ.


Ҡар кеүек аҡ айыуҙар

Ҡар өҫтөндә аунайҙар.


Ҙур йорттар һала-һала,                     

Ҙур булып үҫте ҡала.       

                     

Мин ҡыҙҙарҙы ҡаҡмайым,

Мин ҡыҙҙарҙы яҡлайым.


Әсәйемде һағынып көттөм,

Ҡасан эштән ҡайтыр икән?

Өҫтәлде лә үҙем һөрттөм,

Уйнай торғас, арып бөттөм.

Ҡурсағым да йоҡлай күптән,

Ә мин әсәйемде көтәм.


Леп-леп оса күбәләк,

Гөлдән гөлгә үрмәләп,

Уның ҡунған сәскәһе

Ниндәй матур, түңәрәк.


Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.