Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа көнүҙәк мәсьәләләр
һәм уларҙы хәл итеү юлдары
Ниндәй генә осорҙа йәшәмәһен, кеше өсөн тел мәсьәләһе көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Тел бөтһә, халыҡ та юҡҡа сығасағы һәр кемгә мәғлүм. Шуға күрә элек-электән телде һаҡлау ҙур мәғәнәгә эйә булған: тел бәҫе, һүҙ көсө тураһында иң боронғо яҙмаларҙа ла яҙып ҡалдырылған. Башҡорт халҡы ниндәй генә мәсьәлә килеп тыуһа ла, уны уртаға һалып, йәғни ҡор (йыйын) йыйып хәл иткән. Һәр йыйындың уртаһында халыҡтың алтын аҡылын туплаған, уның ихтыярын алға ҡуйған, тел һәм һүҙ көсөн, уның ҡәҙерен яҡшы белгән абруйлы сәсәндәр булған. Улар халыҡты аң-белемгә әйҙәгән, туған телебеҙгә, аҡыҡтай аҫыл һүҙҙәребеҙгә һөйөү тәрбиәләгән. Телгә бағышланған мәҡәлдәр, йомаҡтар, хикмәтле хикәйәттәр халҡыбыҙ араһында киң таралған. XIX быуатта күпләп мәҙрәсәләр, уҡыу йорттары асыла, дәреслектәр яҙыла башлай. XX быуаттың 20-30-сы йылдарында башҡорт теле дәүләт теле тип иғлан ителгәс, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса күп эштәр башлана.
Бөгөнгө көндә ниндәй генә өлкәне алып ҡараһаҡ та, ҙур үҫеш юлындабыҙ, тип әйтә алабыҙ. Матур тормошта заманса йәшәргә ынтылабыҙ, донъя кимәленә сығыу өсөн бөгөн бер ниндәй ҙә сик юҡ. Заманса технологиялар үҫешкән, бик күп мәғлүмәтле, баҙар шарттарына яраҡлашҡан ҡатмарлы осорҙа туған телебеҙҙең баһаһын нисек һаҡлап алып ҡалырға һуң? Был йәһәттән республикабыҙҙа ҙур эштәр алып барыла, әлбиттә. Шулай ҙа туған телебеҙгә кесе йәштән тәрән һөйөү уятыу, бөгөнгө заман шарттарында уҡыусы күңеленә шиңмәҫ орлоҡ сәсеп ҡалдырыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы иңендә булған һәм буласаҡ. XIX быуатта йәшәүсе билдәле мәғрифәтсе М.Аҡмулла: “Русса уҡып ҡына түгел белмәк, хәл килһә, французса белгән яҡшы”, - тип аң-белемгә өндәһә, заманында башҡорттар араһында уҡымышлы зыялылар бик күп булған. 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ҡаһым Мырҙашевтың билдәле немец шағиры И.В.Гете менән бер ниндәй тәржемәсеһеҙ аралашыуы күп мәғәнәгә эйә. М.Өмөтбаев, Р.Фәхретдинов, Ә.Вәлиди, Ф.Сөләймәнов, Ғ. Таған кеүек бөйөк шәхестәребеҙ милләтебеҙҙең, телебеҙҙең данын алыҫ тарафтарға танытҡан.
Башҡорт теле бик бай булһа, әҙәби мираҫ – торғаны бер хазина. Бөгөнгө заман яңы белем биреү стандарттарына ярашлы үҙ ҡарашы һәм фекере булған шәхес тәрбиәләү өсөн уҡытыусы алдына түбәндәге талаптарҙы ҡуя:
юғары педагогик оҫталыҡ;
алдынғы ҡараш;
ижади эҙләнеү;
ныҡышмалылыҡ;
яңы технологияларҙы һәр дәрестә урынлы һәм маҡсатҡа ярашлы итеп ҡулланыу;
һөнәрҙе һәр саҡ камиллаштырыу, үҙ-үҙеңде үҫтереү.
Компьютер технологияһы, интернет-ресурстар ҡулланыу эшебеҙҙе бер ни тиклем еңеләйтһә, тормоштан күп нәмә алырға тырышҡан, компьютер-телевизорһыҙ тормошто күҙ алдына килтермәгән, шулай уҡ уҡыу буйынса юғары талаптар ҙа ҡуйылған осорҙа уҡыусыларға төплө белем биреү үҙе үк ҙур мәсьәлә булып тора.
Уҡытыу, уҡытыусы һүҙҙәре киң мәғәнәгә эйә. Заман уҡытыусыһы ни тиклем белемле, үҙ-үҙенә талапсан, уҡыусы күңелендә телгә ҡарата һөйөү, ихтирам шул тиклем көслө буласағына ныҡлы ышаныс бар. Уҡытыусы уҡыусы өсөн үҙе өлгө, алға әйҙәүсе шәхес булырға тейеш. Уҡыусыларҙың шәхес үҙсәнлектәрен иҫәпкә алып, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, дәрестәрҙе йәнле һәм ҡыҙыҡлы итеү өсөн түбәндәге алымдарҙы ҡулланыу ҙур һөҙөмтә бирә:
ИКТ технологиялар;
төрлө уйындар, халыҡ ижады өлгөләре;
проект технологияһы;
проблемалы уҡытыу;
электрон дәреслектәр;
үҫтереүсе һәм дистанцион белем биреү технологиялары.
Шул уҡ ваҡытта һөйләү телмәрен үҫтереү, тасуири уҡытыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Был проблемаларҙы нисек хәл итергә була һуң? Башҡорт халыҡ ижадына әйләнеп ҡайтһаҡ, һикерткестәр, һанашмаҡтар, тиҙәйткестәр, шаяртыуҙар, таҡмаҡтар, хатта үсекләшеүҙәр телде шымартыуҙың бер ысулы булған түгелме? Дәрес барышында шундай ябай ғына уйын формаларын ҡулланыу, һүҙҙәр менән уйнау, ижектәр уйнатып, шиғыр юлдары яҙыу, өлгөр яуап табышыу уҡыусы телмәрен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай, дәрескә ҡыҙыҡһыныу уята. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, асыҡ итеп һөйләшеүҙе булдыра, был иһә үҙ сиратында уҡыусының дөрөҫ, хатаһыҙ яҙыуына бер аҙым булыр тора.
Бөгөнгө көндә ауыл һәм ҡала мәктәптәре араһында белем биреү кимәлендә ҙур айырмалыҡтар юҡ. Хатта тел уҡытыу кимәлендә проблемалар ҙа оҡшаш булып китә: туған телен үҙһенмәгән, йә материалды ауырыраҡ үҙләштереүсе балалар ҙа юҡ түгел. Уларҙы уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу өсөн түбәндәге алымдарҙы дәрестәрҙә киң ҡулланам:
Дәрес алды шиғырҙары. Уҡыусылар 1-әр строфа шиғыр яҙып, йә тиҫтерҙәре ижадынан үҙҙәре оҡшатҡан шиғыр юлдарын ятлап килә.
Һүҙлек эше. Уҡыусының телмәрен үҫтерә, һүҙлек байлығын арттыра. Шулай уҡ һүҙҙе бер нисә телдә сағыштырып өйрәнеү ҙә уны иҫтә ҡалдырырға булышлыҡ итә.
Күргәҙмәлелек. Һүрәттәр, уйынсыҡтар, сюжетлы картиналар, аудио-видеоматериалдар, слайдтар, таблицалар ҡулланыу уҡыусының танып-белеү эшмәкәрлегенә туранан-тура йоғонто яһай.
Терәк-схемалар. Тел дәрестәрендә, мәҫәлән, һүҙ төркөмдәрен ҡабатлау дәрестәрендә ҡулланыу отошло.
Кластерҙар, синквейн төҙөтөү.
Әҫәр йөкмәткеһен тулы үҙләштереү өсөн эҙмә-эҙлекле проблемалы һорауҙар ҡуйыу. Фәрит Иҫәнғоловтың “Ҡунаҡ һәм намыҫ” әҫәрен уҡығанда: “Нимә ул намыҫ?” – тигән һорау ҡуйыла, халыҡ ижады менән бәйләп, ситуациялар ҡорола. Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәрен үҙләштергәндә, хәҙерге заман күҙлегенән геройҙарға баһа биреү, “Бөгөнгө баҙар шарттарына яраҡлашҡан заманда Һөнәрсе йә Өйрәнсек булып йәшәргәме?” – тигән проблемалы һорауҙар уҡыусыны уйландыра, тормошта үҙен шәхес булараҡ формалашыуға йүнәлеш бирә.
Проект технологияһы. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған тема буйынса башта мәғлүмәт туплай, тикшеренеү эштәре эшләй, презентация ҡулланып, сығыш яһарға өйрәнә. Материал туплау бөгөнгө көндә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай, интернет селтәренән теләгән мәғлүмәтте тиҙ арала табырға була. Уҡыусы эҙләнә, материал һайлай, ниндәйҙер һығымтаға килә, сығыш яһарға әҙерләнә, йәғни белемгә үҙе килә. Иң мөһиме, уҡыусыға дөрөҫ йүнәлеш биреү, материалды дөрөҫ һайлап алырға өйрәтеү. Уҡыусы ижад һөҙөмтәһен күреп ҡыуана, үҙе лә ижад эшенә ҡыҙыҡһынып тотона.
Уҡылған әҫәр буйынса буктрейлерҙар төҙөү.
Текстан төрлө һүрәтләү сараларын табыу ҙа телмәр үҫтереүгә ҙур ярҙам итә.
Кластан тыш фәһемле китаптарҙан өҙөктәр уҡыу йә һөйләү. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә уҡыусылар А.Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәрен ҡулдан төшөрмәй уҡыйҙар. Ә уның өсөн китаптың тәүге битен уҡып, төрлө урындан өҙөктәр һөйләү ҙур булышлыҡ итте.
Уҡыусы өсөн таныш ерлектәге материалдар ҡулланыу. Ер-һыу атамаларының килеп сығышы, яҡташ яҙыусылар ижадын өйрәнеү тарихты һәм тыуған яҡ әҙәбиәтен танып белергә ярҙам итә.
Мин башҡортса уҡымайым, тигән уҡыусыларға, ә һеҙ башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡырға яратаһығыҙмы, тип, иң ҡыҙыҡлы әкиәттәрҙе уҡырға тәҡдим итеү уларҙың әҙәбиәткә, телгә ҡарашын үҙгәртеп ебәрҙе.
Тасуири уҡырға өйрәтеү күп осраҡта уҡытыусынан тора. Уҡыусы күңеленә үтеп инерлек итеп, ролгә инеп уҡый, һөйләй белеү оҫталығы ҙур әһәмиәткә эйә. Дәрестәрҙә авторҙың үҙе уҡыған шиғырҙарын тыңлау, артистар башҡарыуындағы аудиояҙмалар ҙа уҡыусылар күңелендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Уҡыусыларҙың район кимәлендә үткәрелгән шиғыр ятлау, инша яҙыу бәйгеләрендә, олимпиадаларҙа тәүге урындар яулауы уҡыусы менән уҡытыусының уртаҡ ижад эшмәкәрлеге һөҙөмтәһелер, тип уйлайым. Уҡыусылар был сараларҙа теләп ҡатнашалар, хатта данлы “Урал батыр” эпосын ятлаусыларҙың класта бер нисә булыуын иҫәпкә алһаҡ, дәрестәрҙә уларға дөрөҫ йүнәлеш бирелгәндер, тип уйларға урын бар. Тимәк, киләсәктә тел бәҫен күтәргән, һүҙ ҡәҙерен аңлаған, әҙәбиәтте яратҡан уҡыусылар тел һағына баҫырҙар, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Сығышымды Рәми Ғариповтың шиғыр юлдары менән йомғаҡлайым.
Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ;
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!