СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 21.07.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башҡорт теленән дәрес конспекты.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорт теленән дәрес конспекты "Сифат дәрәжәләре"

Просмотр содержимого документа
«Башҡорт теленән дәрес конспекты.»

Башҡорт теле дәресе.

Тема. Сифат дәрәжәләре.

Дәрес төрө. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу дәресе.

Уҡытыу- методик комплект. Башҡорт теле ( авт. Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М.)

Маҡсат : а) шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш:

  • телмәрҙе матур һүҙҙәр менән байытырға, уларҙы кәрәк урында дөрөҫ итеп ҡуллана белергә;

б) метапредмет өлкәһендәге үҫеш:

- диалогта ҡатнашыу, йәнле һөйләшеү йөкмәткеһенә ярашлы фекер алышырға күнегеү;

в) предмет өлкәһендәге үҫеш:

- предметты белдереүсе һүҙҙәрҙе дәрәжәләре буйынса сағыштырыу, һәр береһенең төп үҙенсәлектәрен билдәләү һәм һөйләмдә дөрөҫ табырға өйрәнеү.



Йыһазландырыу : “Башҡорт теле” дәреслеге (авторҙары Хәсән Абдулла улы Толомбаев, Миңйыһан Муллағәле ҡыҙы Нәбиуллина), интерактив таҡта, клип “Бесәй”, йыр “Ҡара бесәй балаһы”, фотоһүрәттәр, документкамера, Хәйбулла районының энциклопедияһы, И.Илембәтова китаптары, шиғырҙары, дәрескә аңлатмалар менән презентация, смайликтар, өйгә эш яҙылған карточкалар, электрон көндәлеккә инеү өсөн интернет селтәре, шиғыр яҙылған карточкалар, тест һорауҙары, компьютер (һәр төркөмгә), йәнһүрәт, сайт http://www.wordclouds.com/) http://wordscloud.pythonanywhere.com



Дәрес барышы.

  1. Психологик комфорт тыуҙырыу.

(шиғыр “Һаумыһығыҙ” Р.Ураҡсина)

  • Һаумыһығыҙ, балалар! Ҡунаҡтар менән һаулашайыҡ.(флэшмоб шиғыры “Ҡайын япрағы тураһында”)

  • Кәйефтәрегеҙ нисек?

  • Ошондай матур кәйеф менән башҡорт теле дәресен башлайыҡ.

  • Ҡарағыҙ әле , балалар, ә ни өсөн был малай кәйефһеҙ тора икән? (фото)

  • Күңелен күтәрергә нисек ярҙам итә алабыҙ?

  • Матур һүҙҙәр (комплимент) әйтәйек.



II. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

А) һүҙлек эше: яғымлы

- дәфтәргә яҙыу: число, Класта эш, икешәр тапҡыр һүҙлек һүҙҙәрен

- ОШО һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөгөҙ, синоним- антонимдар табыу

- тел шымартҡыстар: лы-лы-лы – Минең һеңлем яғымлы

лы- лы- лы – ......................................;

лы- лы- лы - ........................... (үҙҙәре уйлай)

  • хата төҙәтеү: “ Минен бесейем югалды.” (баяғы малайҙың хаты)

  • Балалар, әйҙәгеҙ матур шиғырҙар һөйләп Вадимдың күңелен күтәрә торайыҡ, бәлки бесәйе лә табылыр. Кемегеҙ бесәй тураһында шиғыр белә?



Б) шиғри минут (3 уҡыусы : Гөлгенә, Ильсур; Батыр, Руслан бесәй тураһында шиғыр уҡыйҙар, авт. И.Илембәтова)



  1. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

– Балалар, ә һеҙҙең бесәйегеҙ бармы?

  • Үҙегеҙҙең бесәйегеҙ тураһында нимә һөйләй алаһығыҙ?

  • (Минең бесәйемдең ҡушаматы.... . Ул .... төҫтә. Бесәйем менән уйнарға яратам. Өйҙә берәү ҙә булмаһа, бесәйем миңә иптәш.)

  • Ә бына Сулпан һөйләгән шиғырҙы тыңлап, бесәйҙең ҡушаматын хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ (Сулпан шиғыр һөйләй)

  • Ә беләһегеҙме, мин дә бесәй яратам ул. Бесәйемде фотоға ла төшөрөп бөтәм. Бына ҡарағыҙ әле бер фотоһүрәтте (фото).

  • Ошо һүрәткә ҡарап һөйләм төҙөп әйтегеҙ .

  • (бесәй йәшел йомғаҡ уйната)

  • Ә был һүрәттә бесәй ниндәй йомғаҡ уйната?

  • (йәп- йәшел, йәшкелт, йәшелерәк)

  • Йомғаҡты ниндәй һүҙҙәр менән һүрәтләнек?

  • (предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр менән)

  • Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? Улар ниндәй һүҙ төркөмө була?

  • (предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе ниндәй? һорауы буйынса табабыҙ, улар предметтың төҫөн, размерын, ауырлығын аңлата, сифат тип аталалар )

  • Эйе, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр предметтың тышҡы, эске сифаттарын аңлата.

  • Ә бына йәшел, йәп- йәшел, йәшкелт, йәшелерәк – һүҙҙәре тураһында нимә әйтерһегеҙ?

  • ( улар предметтың төҫөн белдереүсе һүҙҙәр, тик төҫтө төрлө һүҙҙәр менән һүрәтләйҙәр)

  • Шулай итеп, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

  • (предметтың бер үк билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе төрлөсә әйтеп булғанын өйрәнәсәкбеҙ)

  • Эйе, әйҙәгеҙ дәреслектең 56-сы битен асып бөгөнгө дәрестең темаһын бергәләп уҡыйыҡ: “ Сифаттарҙың мәғәнәләре. Сифат дәрәжәләре.”

  • Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ?

  • (ниндәй дәрәжәләр була? сифаттарҙы төрлө дәрәжәлә ҡуйырға өйрәнәсәкбеҙ, предмет һүҙҙәргә төрлө сифаттар ҡуйырбыҙ, төрлө сифаттарҙы ҡулланып һөйләшергә өйрәнербеҙ)



  1. Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

А ) – Йомғаҡтарҙың төҫөн белдергән һүҙҙәрҙе асайыҡ та, дәрәжәләрҙе бергәләп асыҡлайыҡ . Беҙ һөйләшкәндә күберәк ниндәй һүҙҙе ҡулланабыҙ? Йәшелме, йәп – йәшелме? Йәшелерәкме?

  • Был төп дәрәжә була. Ә йәп- йәшел төҫтөң нисек икәнен белдерә?

  • Ул ниндәй дәрәжә була икән? Йәшкелт төҫтөң нисек икәнен белдерә?

  • Ә ҡайһы ваҡытта йәшелерәк һүҙен ҡулланабыҙ? Дәрәжәләрҙе тағы бер тапҡыр бергәләп уҡып сығайыҡ. Китаптың 65-се битен асабыҙ, шыбырлап ҡына уҡып сығабыҙ, хәтеребеҙҙә ҡалдырабыҙ.

  • Яҡшы, был турала һеҙ юғары кластарҙа төплөрәк өйрәнерһегеҙ.

  • Балалар, сифаттарҙың дәрәжәләре ни өсөн кәрәк икән?

  • (сағыштырыу өсөн, билдәне төрлөсә аңлатыу өсөн)



Б ) – Ә хәҙер бергәләп 87- се күнегеүҙе эшләйек.

Гөлгенә бирелешен уҡы .

1-се рәт - йыуаш, 2-се рәт – еңел, 3- сө - рәт һоро һүҙҙәрен дәрәжәгә ҡуйып яҙалар (таҡтала 1 уҡыусы эшләй, дәфтәрҙәрҙе документкамеранан күрһәтеү)



  1. Ғәмәли эштәр

А ) – Балалар, ә хәҙер дәреслектең 51- се битендәге , 49- сы күнегеүҙе табабыҙ : хикәйәне уҡыу, ҡалын хәреф менән бирелгән предметтарҙың ниндәй билдәләре ниндәй дәрәжәлә күрһәтелеүен әйтеү.

  • Балалар, ни өсөн автор ошо текста тик артыҡлыҡ дәрәжәһен генә ҡулланған икән?

  • (бесәйен ныҡ яраталыр)



Б ) ял минуты: бесәй тураһында йыр, балалар эшләгән клип “Бесәй”



В) – Беҙ бөгөн бесәй тураһында матур- матур шиғырҙар тыңлайбыҙ, ә беләһегеҙме уларҙы кем яҙған?

- Инга Карам ҡыҙы Илембәтова тураһында мәғлүмәт биреү , энциклопедия күрһәтеү.



Г) И.Илембәтованың бесәй тураһында шиғырын уҡыу, күсереп яҙыу, билдәне белдереүсе һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙыу (парлап эш)

(документ камера буйынса тикшереү)



Д ) – Ә хәҙер төркөмдәрҙә эшләйбеҙ. Иштуғандың төркөмө үҙҙәренең проект эшен әҙерләй. Ике төркөм бесәй тураһында йомаҡ уйлай. Тағы ла бер төркөм ҡәләмдәрҙәрҙең төҫтәрен билдәләй.

( Төркөмдәрҙең эштәрен тикшереү.)



Д) - Хәҙер дәрестә алған белемдәребеҙҙе тикшереп, тест һорауҙарына яуап бирәйек (парлап эш)



  1. Рефлексив анализ

  • Дәрес этаптарын иҫкә төшөрөү: бөгөн дәрестә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

  • Ни өсөн кәрәк булды һуң әле ул сифаттарҙы төрлө дәрәжәлә әйтә белеү?

  • (сөнки ундай һүҙҙәр телмәребеҙҙе байыта, предметты төрлөсә матур итеп һүрәтләргә ярҙам итә)

  • Үҙегеҙҙең эшегеҙҙе нисек баһаларһығыҙ?

  • (бик яҡшы эшләнем, һорауҙарға яуап бирә алдым, мин башҡаларҙың фотоһын йыйып алып бесәй тураһында клип эшләнем, мин бөгөн дәфтәремә матур итеп яҙҙым)



  1. Баһалау

  • (электрон көндәлекккә баһалар ҡуйыу)

  • Балалар, Вадимдан хат килеп төшкән бит. Йылмайып тора (фото, “Бесәйемде таптым”), смайлик та ҡуйған.

  • Һеҙ дәресте ниндәй кәйеф менән тамамлайһығыҙ? Кәйефегеҙҙе сағылдырған смайликты күтәрегеҙ.



  1. Өй эше биреү

  • Өйгә эштәр электрон көндәлектә, үҙегеҙ һайлап эшләрһегеҙ. Кемдең интернеты эшләмәй, эштәрҙе карточкаларҙа алығыҙ.



А ) 90 – сы күнегеү, 66 - сы бит;

Б) сифаттарҙың дәрәжәләрен ҡулланып бесәй тураһында һөйләмдәр уйлап яҙырға;

В ) И.Илембәтованың китабынан бесәй тураһында шиғыр ятларға.






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!