Дәрес темаһы. Ҡылым. Уның мәғәнәләре. Ҡылымдың һан , зат менән үҙгәреше, барлыҡ- юҡлыҡта килеүе.
Дәрестең төрө. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү дәресе.
Уҡыу-методик комплект: УМК “Башҡорт теле” (авт. Х.А. Толомбаев).
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: уҡытыусыңа, иптәшеңә һорау бирә белеү, үҙеңдең эшеңдең һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтләнеү ала белеү;
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: тексты тейешле интонация менән уҡый белеү, һүрәтте һәм текстың йөкмәткеһен сағыштыра белеү, һүрәттәге геройҙарҙың эш-хәрәкәте, уға хас сифаты тураһында хөкөм йөрөтә белеү;
Предмет өлкәһендәге үҫеш: предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе башҡа һүҙ төркөмдәренән айыра белеү, телмәрҙә уларҙы урынлы ҡуллана белеү. Ҡылымдарҙы һан, зат, барлыҡ- юҡлыҡ менән үҙгәртергә өйрәнеү.
Дәрес барышы.
Психологик инеш.
Һаумыһығыҙ. Әйҙә, һаулашайыҡ.
Ошо һүҙҙән шатлыҡ бөркөлһөн.
Ихлас йылмайыуҙан бер минутҡа
Оҙонайып ҡалһын беҙҙҡң көн. (Р.Ураҡсина)
Темаға сығыу.
- Уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға “Артыҡ һүҙ” уйыны. Бирелгән һүҙҙәр араһынан артыҡ һүҙҙе тап һәм дәрестең темаһын асыҡла. ( Слайд 2)
- Артыҡ һүҙ- уҡый. Сөнки китап, уҡыусы, дәфтәр, мәктәп
һүҙҙәре кем? Нимә? һорауҙарына яуа бирә. Ә уҡый ни эшләй? һорауына яуап бирә. Бөгөн беҙ ни эшләй? Ни хәлдә? һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
III. Теманы асыу өҫтөндә эш.
1) - Уҡыусылар, ә хәҙер бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөгөҙ. Ниндәй һүҙ етмәй? Ниндәй һүҙҙәр өҫтәрһегеҙ? ( Слайд 3)
- Борон эшселәр ауыр йәшәгәндәр…
Ни эшләй? Һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр өҫтәнек.
2) - Уҡыусылар, һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөгөҙ. Ни эшләй һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр нимәне белдерәләр, асыҡлағыҙ? (Слайд 4)
- Ни эшләй һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр кешенең хәрәкәтен, хәлен, эшен белдерәләр.
Һығымта: предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр предметтың башҡарған эшен атайҙар. Хәрәкәтте беҙ күрәбеҙ, тоябыҙ. Эске һәм тышҡы хәрәкәттәр була.
- Уҡыусылар, китаптың 73-сө битен асығыҙ, ҡағиҙәне уҡығыҙ һәм бөгөнгө тема буйынса яңы аңлатманы табығыҙ.
-Бөгөнгө яңы аңлатма- ҡылым. Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр ҡылым тип атала. (Слайд 5)
4) Дәфтәрҙә эш. (Слайд 6)
- Дәфтәрҙәрҙе асабыҙ , дөрөҫ матур яҙабыҙ!
Йо йы йү йө йырлай йоҡлай йүгерә
- Йы йо йү ҡушымсаларының яҙылышын хәтереңдә ҡалдыр.
5) Ял минуты.
IV. Ғәмәли эштәр.
1) - Уҡыусылар, ике бағаналағы һөйләмдәрҙе сағыштырығыҙ. (Слайд 7)
- Унда эште башҡарыусы берәүме әллә күмәкме? Ҡылымдарҙың ниндәй үҙенсәлектәрен аңлата алаһың?
- Беренсе бағаналағы һөйләмдәрҙәге эште бер кеше башҡара, икенсе бағаналағы һөйләмдәрҙәге эште күмәк кеше башҡара .
Һығымта: беренсе бағаналағы һөйләмдәрҙәге эште бер кеше башҡара - берлек. Икенсе бағаналағы һөйләмдәрҙәге эште күмәк кеше башҡара – күплек. Ҡылымдар һан менән үҙгәрәләр. (Слайд 8)
2) - Уҡыусылар, беренсе бағаналағы һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен табығыҙ. Ниндәй һығымта яһарға була? (Слайд 9)
- Кем? Айрат – эйә, ни эшләй? хәбәр
Нимә? сыйырсыҡ – эйә, ни эшләне? осоп китте - хәбәр (Слайд 10)
Һығымта: Ҡылым һөйләмдә хәбәр булып йөрөй.(Слайд 11)
3) - Уҡыусылар, Ҡылымдарҙың ниндәй һанда бирелгәнен асыҡлағыҙ һәм һанын үҙгәртеп яҙығыҙ . Парҙарҙа эш. (Слайд 12)
- Күплек мәғәнәһен нимәләр белдерә? (Тикшереү, баһалау).
- Һығымта: күплек мәғәнәһен ләр, лар ялғауҙары белдерә.
4) - Уҡыусылар, йомаҡтарҙы уҡығыҙ, яуаптарын табығыҙ. Ҡылымдарҙың һан мәғәнәһен аңлатығыҙ. (Слайд 13)
5) - Уҡыусылар, Ҡылымдарҙы уҡығыҙ. Уларҙы ниндәй мәғәнә буйынса ике төркөмгә бүлергә була? (Слайд 14)
- Эштең эшләнеүен һәм эшләнмәүен белдергән ҡылымдар була.
- Эштең эшләнеүен белдергән ҡылымдарҙы бер бағанаға, эшләнмәүен белдергән ҡылымдарҙы икенсе бағанаға яҙығыҙ. Парҙарҙа эш. Парҙарҙың эшен тикшереү.
Һығымта. Ҡылымдар барлыҡ- юҡлыҡ формаһында үҙгәрә. (Слайд 15)
- Уҡыусылар,хайуандарҙың тауыштарын, хәрәкәтен белдергән һөйләмдәр төҙөгөҙ.Эштең эшләнеүен йәки эшләнмәүен белдергән ҡылымдар ҙа булһын. (Слайд 16)
Төркөмдәрҙә тәғәйенләнгән ваҡыт эсендә эш.Төркөмдәрҙең эшен тикшереү (йә төркөмдән бер уҡыусы, йә сиратлап уҡып ишеттерәләр).
Ял минуты.
- Уҡыусылар, түбәндәге ҡылымдарҙы иғтибар менән уҡығыҙ. Улар белдергән эш- хәлде кемдәр башҡара? (Слайд 17)
- Йөҙәм ҡылымын зат буйынса үҙгәртеп яҙығыҙ. Парҙарҙа эш. (Слайд 18) - Тикшерегеҙ. (19-сы слайд буйынса үҙ аллы тикшереү, дәфтәр поляһына дөрөҫ, дөрөҫ түгел (+,- ) тамғаларын ҡуйыу)
10) - Уҡыусылар, төшөрөп ҡалдырылған һүҙҙәрҙе өҫтәп, мәҡәлдәрҙе уҡығыҙ, мәғәнәләрен аңлатығыҙ. Кроссвордты эш-хәрәкәтте белдергән һүҙҙәрҙе яҙып тултырыу. (Слайд 20-25)
V. Рефлексив анализ. Дәрестә ниндәй эштәр башҡарылыуын хәтергә төшөрөү һәм уны башҡарғанда ниндәй аңлашылмаусанлыҡ, ҡыйынлыҡ осрауын билдәләү.
- Уҡыусылар, бөгөнгө теманы дуҫығыҙға нисек аңлатырһығыҙ? (Төркөмдәрҙә бер-береңә һөйләү, һуңынан төркөмдән бер уҡыусы яуап бирә).
- Ҡылым – һүҙ төркөмө... (Слайд 26)
- Афарин ! Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә бик яҡшы эшләнегеҙ, теманы нығытырға өйгә эш һайлап алығыҙ:
1) ҡағиҙәне ( 73-сө бит) дуҫығыҙға аңлатырға әҙерләнегеҙ, 77-се биттәге
112-се күнегеүҙе эшләгеҙ; 2) кейектәргә хас сифат, хәрәкәт һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөгөҙ;
3) йомаҡ уйлап сығарығыҙ, ҡылымдарҙың һан мәғәнәһен аңлатығыҙ.
МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
ХӘЙБУЛЛА МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ
АҠЪЯР АУЫЛЫ 1-СЕ ҺАНЛЫ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
Ҡылым. Уның мәғәнәләре.
Ҡылымдың һан , зат менән үҙгәреше,
барлыҡ- юҡлыҡта килеүе.
(Х.А. Толомбаев дәреслеге буйынса 4-се класта башҡорт теле дәресе)
Әҙерләне һәм үткәрҙе:
Әхмәтова Альбина Рауил ҡыҙы,
1-се Аҡъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
башланғыс кластар уҡытыусыһы
2015