5 класта башҡорт теле дәресе
Дәрес темаһы: Башҡорт теленең һуҙынҡы өндәре.
Маҡсат: һуҙынҡы өндәр, уларҙың төрҙәре тураһындағы белемдәрен нығытыу.
Бурыстар:
- һуҙынҡы өндәрҙең яҙылыш менән әйтелеш араһындағы айырманы һиҙемләргә өйрәтеү;
-дөрөҫ әйтелеш нормаларын күҙәтеп һөйләү күнекмәләрен булдырыу;
-тәбиғәткә һәйөү тойғоһо тәрбиәләү,ҡоштарҙы һаҡлау уларға ярҙам итерҙәй йәш быуынды тәрбиәләү.
Йыһазлаү: компьютер, экран, таблицалар, ҡош һүрәттәре
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
-Һуҙынҡы өндәр һәм уларҙың төрҙәргә бүленеше тураһында белем биреү.
-Һүҙбәйләнештәрҙе ҡабатлау, улар паузаһыҙ әйтелгәндә өндәрҙең үҙгәреше тураһында төркөмдәрҙә эшләү, төркөмдәрҙең сығыштары.
-Ҡоштар тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү өҫтөндә эш. Уҡыусыларҙың индивидуаь эшләүҙәре.
-Төркөмдәрҙә эшләү һәм фекер алышыу.
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу өлөшө.
1.Сәләмләү.
(слайд)
Һаумы ҡояш
Һаумы дуҫым
Һаумыһығыҙ уҡытыусым!
- Һеҙҙе күреүемә бик шатмын.
-Ә хәҙер, уҡыусылар, башҡортса таҙа, дөрөҫ һөйләшеү өсөн күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.
(уҡытыусының уҡыуы)
-Мин һеҙгә Мәжит Ғафурийҙың шиғырын уҡыйым, ә һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ.
(слайд)
Көндөҙ һалҡын ел иҫә
Таң менән ҡырау төшә.
Ҡояшты болот ҡаплаған
Ҡыҙҙырмай ул йәйгесә.
Ҡыр баҫыуҙар һап-һары
Ҡыуарып бөткәндәр бары.
Тик ужым баҫыуҙарын
Йәшел тиергә ярай.(Мәжит Ғафури)
-Билдәләнгән һүҙҙәрҙе ҡарайбыҙ. Был һүҙҙәрҙә әйтелештә ҡыйынлыҡ тыуҙырған башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре бар. Әйҙәгеҙ уларҙы дөрөҫ әйтергә өйрәнәйек.
-уҡытыусы әйтә
-хор менән
-берәмләп
-Хәҙер шиғырҙы …. матур итеп уҡый.
-- Был шиғыр нимә тураһында? (көҙ миҙгеле)
- Афарин бик матур уҡының.
-эште дауам итәбеҙ.
II.Төп өлөш.
1. Дәрестең темаһын билдәләү.
-Таҡтаға ҡарайбыҙ. Яңы һүҙҙәр килеп сыҡһын өсөн нөктәләр урынына кәрәкле хәреф ҡуйырға кәрәк.
(слайд)
Көҙ
К.ҙ Күҙ
Ҡ.ҙ Ҡыҙ
Ҡ.ҙ Ҡуҙ
Ҡ.ҙ Ҡаҙ
- Әйҙәгеҙ килеп сыҡҡан һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ. Тәржемә итәйек.
-Был һүҙҙәрҙе беҙ нисек әйттек?
(һуҙып)
- Был өндәр нисек атала?
(һуҙынҡылар)
-Бөгөнгө дәрестең темаһын әйтеп ҡарағыҙ
(Башҡорт теленең һуҙынҡы өндәре)
2.Дәрестең маҡсаты.
-Дәрестә ни эшләйәсәкбеҙ?
өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнәбеҙ
Һорауҙарға яуап бирәбеҙ
Һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәбеҙ.
-дәфтәрҙе астыҡ бөгөнгө числоны яҙҙыҡ.
3/ Ресурс менән эш. Копьютер. менән
(диктор артынан ҡабатлау)
-диктор әйтә
-пауза
-мин әйтәм
-уҡыусылар ҡабатлай
4.Ҡағиҙә сығарыу.
-Афарин. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәндек. Хәҙер экранға ҡарайбыҙ. Был һүҙҙәрҙә ниндәй хәрефтәр төшөп ҡалған?
(слайд)
Бала- бәлә
Ҡул – к.л
Ҡол – к.л
Был – б.л
Ит - ?
-уҡытыусы уҡый
бала- бәлә
-ошо һүҙҙәргә ҡарап яңы һүҙҙәр төҙөйбөҙ.
Бала- бәлә
Ҡул – күл
Ҡол – көл
Был – бел
Ит - ?
-Беренсе бағананан һуҙынҡыларҙы яҙып алығыҙ.
-икенсе бағананан һуҙынҡыларҙы яҙып алығыҙ.
(слайд)
А - ә
У - ү
О - ө
Ы - е
И - ?
-был һуҙынҡыларға ҡарап ни әйтерһегеҙ?
- парлы һәм парһыҙ һуҙынҡыларҙы әйтегеҙ.
- ни өсөн и өнөнөң пары юҡ?
(һуҙынҡы өндәр башҡа юҡ)
(ҡағиҙә әйтеп ҡарау)
1 – бөтәһе - 9 һуҙынҡы өн
2 – башҡорт телендә ҡалын һуҙынҡылар һәм нәҙек һуҙынҡылар була. 3 - парлы һәм парһыҙ һуҙынҡылар була.
4 – һүҙҙә бер хәрефте алыштырһаң. Икенсе һүҙ килеп сыға.
5/Китап менән эш.
-Хәҙер китапты асып ҡағиҙәне уҡыйбыҙ.
Физминутка. (слайд)
-Белемдәрҙе нығытып китәйек.
III.Нығытыу.
1.Электрон дәреслектән (ноутбуктар менән эш) 41-се күнегеүҙе эшләйбеҙ. Парҙар менән эш.
2. Текст менән эш.
- Бик яҡшы уҡыусылар. Эште дауам итәбеҙ . Хәҙер төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ.
-эште башлар алдынан төркөмдәрҙә эшләү ҡағиҙәһен иҫкә төшөрәйек.
Командир һайлайбыҙ
Бер-беребеҙҙән һорайбыҙ
Командир яуап бирә
Оҙаҡламай ҡыш етер. Ҡаты _____башланыр. _____ҡыҫҡарыр. Ҡыш урманда йәшәүсе бөтә _____ҙа ҡаты һалҡындан, аслыҡтан интегә, алыҫҡа оса алмайҙар. Улар _____янына аҙыҡ эҙләп киләсәк. Был ваҡытта уларға ярҙам кәрәк. Шуға күрә балалар ҡоштарға ярҙам итәләр: тағараҡтар эшләйҙәр, унда ем һалалар.
Ҡоштар-беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ,дуҫтарыбыҙ.Уларҙы эйәләштерергә һәм ашатырға кәрәк!
Һүҙҙәр:
һыуыҡтар көндәр ҡоштар кешеләр
-уҡырға
-төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яҙырға
-текстка исем бирергә
-ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларға һүҙҙәр табырға
Һорауҙар:
Көндәр ни эшләй?
Ҡоштар ни эшләй?
Балалар ни эшләй?
3.Тәрбиәүи өлөш.
-Ә һеҙ ҡоштарға ярҙам итәһегеҙме?
- Ни эшләйһегеҙ?
-беҙҙең мәктәптә лә ҡоштарҙы һаҡлау буйынса бик күп эштәр эшләнә.
(рәсемдәр конкурсы. Тағараҡтар эшләү конкурсы)
(слайд)
IV.Йомғаҡлау.
1.-Тимәк дәрестә беҙ ни эшләнек?
(рефлексия)
(слайд)
(слайдтағы һорауҙарға яуап биреү)
2.Өй эше.
Бөтәгеҙ ҙә 45-се кунегеүҙе эшләйһегеҙ
46-сы күнегеү кем эшләй ала
Өсөнсө эш «Ҡышлаусы ҡошта « темаһына рәсем төшөрөргә.
3.Билдә ҡуйыу. ( төркөм командирҙары билдә ҡуя)
9