СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына»


Халыҡ хәтерендә мәңгегә ҡалған ваҡиғалар.

Бел һин: беҙ дошманға

теҙ сүкмәнек,

Йыр һәм ҡылыс менән

атланыҡ.

Һәм бер юлы –

кисә, бөгөнгөнө,

Тыуыр киләсәкте

яҡланыҡ.

Ғилемдар Рамазанов

Шундай тарихи ваҡиғалар була: уларҙың роле йылдар буйына кәмемәй, ә киреһенсә, изгелеге, бөйөклөгө ҡиммәте йәки әсе хәсрәте менән күңелдәрҙә уйылып ҡала. Фашистар Германияһының тыныс ҡына йәшәп ятҡан илебеҙгә хөжүм итеүе һәм халҡыбыҙҙың Ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеүе шундай ваҡиға. Бөйөк Еңеүгә быйыл 70 йыл тула. Һуғыш тураһындағы халыҡ хәтере быуаттарҙан – быуаттарға күсә…

Һуғыш – ул ҡан, үлем, ҡайғы – хәсрәт.

Һуғыш –бөтә телдәрҙәге иң ҡара, иң ҡәһәрле һүҙ. Ниндәй ҡот осҡос, ҡанлы һәм тетрәндергес һүҙ.

Һуғыш – ҡыйралған яҙмыштар, селпәрәмә килгән өмөт һәм хыялдар.

Күпме юғалтыу, бәхетһеҙлек, уңалмаҫ яралар килтерҙең һин тыныслыҡ халҡына. Һин уның бәхетен урлап, рухын һындырырға, юҡ итергә, ҡолға әйләндерергә, кешеләрҙе теҙләндереп, улар өҫтөнән яуыҙдарса хакимлыҡ итергә теләгәнһеңдер. Ләкин бер хәҡиҡәтте һин аңламағанһың. Уның ғорурланып һөйләрлек, ҡурҡыу белмәҫ, еңелмәҫ батыр улдары, ҡыҙҙары, шундай батыр йөрәкле балалар үҫтергән бөйөк әсәләре барлығын. Уларға бәхет төшөнсәһе тыуғанда уҡ, әсә һөтө менән керә, ошоно ысын мәғәнәһендә аңлау уларға бөтмәҫ- төкәнмәҫ көс, тыуған илгә саф мөхәббәт бирә, ошо көс еңеүгә алып килә.

Бөгөнгө көндө Еңеү байрамының етмешенсе яҙын илебеҙ халҡы һирәгәйгән һуғыш ветерандары менән бергә хөрмәтләп ҡаршы ала. Иҫәндәрҙән һуғыш һәм һуғышта вафат булғандар тураһында хәтирәләр йәш быуынға күсә. Бөйөк Ватан һуғышы осоро йырағайған һайын йәш быуынға быны аңлап ҡабул итеүе ҡыйынлаша бара. Шул иҫәптән сығып мәктәптәрҙә төрлө саралар үткәрелә, эштәр алып барыла. Әгәр шәжәрәләребеҙгә иғтибар итһәк унда һәр бер кешенең бер быуыны һәм уның сатҡылары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып иҫән ҡайтҡан йәки яу ҡырында һәләк булып ҡалған. Улар тураһында белеү беҙгә мотлаҡ. Шуның өсөн мәктәптә 6-10 класс уҡыусылары менән интернет селтәре аша “ ОБД Мемориал” сайтына инеп мәғлүмәт туплау эшен ойоштороп ебәрҙек. Эш барышында яңы исемдәр, туғандар, ауылдаштар табыла, уларҙың ерләнгән урындары билдәләнә. Шулай итеп район кимәлендә яугирҙар исемлеген һәм улар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тулыландырыуҙа уҡыусылар үҙ өлөштәрен индерә.

Уҡыусылар менән бер нисә йыл дауамында ғилми-тикшеренеү эше лә алып барыла. Тикшеренеү эштәренең темалары төрлө. Бөйөк Ватан һуғышына арнап һуғыш ветерандары Илмәт ауылында тыуып- үҫеп Иҫке Ҡайпан ауылында йәшәүсе Усманов Мәүлитйән, һәм Иҫке Ҡайпан аулында тыуып-үҫеп әлеге көндө Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Таһиров Әмирйән олатайҙарҙың тормошон һәм батырлыҡтарын тикшереүҙе һайланыҡ. Эш барышында башланғыс класс һәм юғары класс уҡыусылары йәлеп ителде. Әлбиттә эш барышында уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу, ғорурланыу һәм һоҡланыу тойғолары уянды. Бындай эште улар теләк менән башҡара, сөнки әлеге көндө ветерандарыбыҙҙың йәштәре өлкәнлектән йөрөү хәрәкәте сикләнгән. Шуға ҡайғыртыусанлыҡ итеү уларға йәшәргә көс-ҡеүәт бирә. Әле алда тикшеренеү эштәре күп буласаҡ, сөнки батыр олатайҙарыбыҙ тураһында бик аҙ беләбеҙ, уларҙы өйрәнергә кәрәк.

Оло байрам етеү уңайынан стендтар биҙәлә, күргәҙмәләр ойошторола, презентациялар эшләнә. Былар бөтәһе лә оло хөрмәт йөҙөнән, ысын күңелдән башҡарыла.

Илебеҙ ауыр һынауҙар, ауыр юлдар, сикһеҙ күп юғалтыуҙар менән еңеү таңын ҡаршыланы. Юҡ, еңел генә бирелмәгән беҙгә тыныслыҡ, шуға күрә лә беҙ уның ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. Йәш быуында ҡәнәғәтлек, аң кеүек сифаттар, тоғролоҡ, ғорурлыҡ кеүек тойғолар юғалмаһын.

Иҫке урта мәктәбенең теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурыева Лиза Борис ҡыҙы әҙерләне.


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!