СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Буклет к году экологии

Нажмите, чтобы узнать подробности

данный буклет был создан в рамках марафона к году экологии. Буклет на башкирском языке

Просмотр содержимого документа
«Буклет к году экологии»



Мин – ер, бөтә донъяны туйындырам. Миңә энә осондай орлоҡ төшһә, мин уны, кеше үҙ балаһын ҡарағандай, тәрбиәләп үҫтереп бирәм. Ә һеҙ! Һеҙ шуны ла хөрмәт итмәйһегеҙ. Мине бысратаһығыҙ, серемәй торған сүп, быяла ташлап, төрлө химикаттар менән ағыулап, йәшәйешемде ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ. Дуҫтар! Уйланығыҙ! Әгәр мин булмаһам, һеҙ ҙә уңышһыҙ ҡалаһығыҙ бит. 

Ер





Тәбиғәттең матурлығын

Һоҡланышып ҡарайыҡ.

Ошо матур донъяны

Дуҫтар, әйҙә һаҡлайыҡ!

Тыуған илде һаҡлайыҡ!

Донъяны таҙа тотайыҡ,

Үҙебеҙгә кәрәк бит.

Сәләмәт булып йәшәүе

Үҙе оло бәхет бит.


Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы Хәйбулла районының

Әбүбәкер ауылы урта мәктәбе




Ҡулланылған ресурстар:

  1. https://vk.com/club90379629

  2. https://yandex.ru/images/search

  3. https://ba.wikipedia.org/wiki/





экологик марафоны








Мул һәм таҙа һыулы инем, ә хәҙер ...  Кешеләр ташлаған сүп-сар арҡаһында сылтырап аҡҡан һыуым быуылды, һайығып бөттөм бөтөнләй. Һыуға ағыулы химикаттар түгеү сәбәпле, миндә төйәк тапҡан бар тереклек һәләк булып бөтөп бара. Һыуымды элек барыһы ла яратып эсә ине, әле ҡабып та ҡарамайҙар. Һыу инергә лә килеүсе юҡ. Яңғыҙым ҡалдым, бик моңһоу миңә... 

Ҡәҙерле дуҫтар, йылға-күлдәргә ҡарата мөнәсәбәтегеҙҙе үҙгәртегеҙ! Һыу – йәшәү сығанағы икәнлеген онотмағыҙ! 

Йылға




Мин - һауа. Көндән-көн мин үҙемде насарыраҡ тоям.

Сөнки машиналар һәм самолеттар һаны артҡандан-арта, һауаға зарарлы матдәләр сығарыусы сәнәғәт предприятиелары күбәйә. Бының арҡаһында мин ауырыйым, озон тишектәре барлыҡҡа килә. Кешелек эшмәкәрлеге арҡаһында барлыҡҡа килгән сиремдән һеҙ үҙегеҙ ҙә яфа сигәһегеҙ бит. Озон тишектәре аша йыһан радиацияһы үтеп инә, кеше нурланыш алыу һөҙөмтәһендә төрлө ауырыуҙарға дусар була.

Кешеләр, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ. 

Һауа




- Экология — тәбиғәттең органик һәм органик булмаған бөтә компоненттары һәм тереклектең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен асыҡлаусы фән; матдә һәм энергия әүерелештәрен, балансын өйрәнә.

- Экология — йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт компоненттарының үҙ-ара бөтә бәйләнештәрен өйрәнеүсе фән.

-Экология — мөхит һәм уның эсендә барған бөтә процестарҙы өйрәнә.





Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!