СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Р. Бикбаев. «Халҡыма хат»

Категория: Литература

Нажмите, чтобы узнать подробности

"Халҡыма хат".

Дәрес өлгөһө

Просмотр содержимого документа
«Р. Бикбаев. «Халҡыма хат»»

6 класс

Тема: Р. Бикбаев.

«Халҡыма хат»

Телен һаҡлаған – илен һаҡлар.

Маҡсат:

  1. Уҡыусыларҙы Р. Бикбаевтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу;

  2. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эш: Бирелгән һорауҙарға телдән яуаптар, әңгәмә, анализ, һүрәтләү сараларын билдәләү.

  3. Тәрбиәүи эш: Уҡыусыларҙы башҡорт телен һаҡларға һәм ҡәҙерләргә өйрәтеү, халыҡ яҙмышын, милләт тураһында ҡайғыртырға, киләсәк тураһында уйландырыу.

  4. Уҡыусыларҙың тел байлығын арттырыу, туған телгә һөйөү, ихтирам уятыу.



Йыуазландырыу: Р. Бикбаев портреты, слайд, мультимедия, китаптар.



Дәрес планы:

I.Ойоштороу моменты (1- 2 мин.)

II.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау (8 мин.)

III. Яңы тема өҫтөндә эш.

IV. Йомғаҡлау; (4 мин.)

V.Өйгә эш биреү. (1 мин.)

VII. Баһалау (3 мин.)







Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты:

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ уҡыусылар! Хәлдәрегеҙ нисек? Дәрестә кемдәрегеҙ юҡ? Бөгөн беҙ һеҙҙең менән бик фәһемле һәм тәрән мәғәнәле әҫәр менән танышасаҡбыҙ, шуға алдан әйтеп ҡуям, кемдә-кем яҡшы ҡатнашып ултыра, уларға ошондай карточкалар таратыласаҡ. Дәрес аҙағында иң күп каточка йыйыусыларға билдәләр ҡуйыласаҡ.

  1. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән ниндәй шағирҙың ижады менән таныштыҡ?

(Яуап: Ҡ. Аралбай).

Беҙ уҡыған шиғырҙа нимә хаҡында һүҙ бара ине? Эйе, дөрөҫ ҡоролтай тураһында. Шулай итеп, ҡоролтай нимә булды инде?

(Уҡыусыларҙың яуаптары).

  1. Яңы тема:

Уҡыусылар, хәҙер слайдҡа иғтибар итегеҙ әле. Һеҙ был яҙыусыны беләһегеҙме? Эйе, дөрөҫ был Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаев. Һеҙ уның берәй шиғыры менән танышһығыҙмы?

(Уҡыусыларҙың яуаптары).

Ә бына ошо мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ? (Слайдта «Телен һаҡлаған – илен һаҡлар» тигән мәҡәл күренә).

(Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау).

Афариндар! Бик яҡшы! Уҡусылар, ә был слайдта нимә төшөрөлгән?

Уҡыусылар: Автобус!

Уҡытыусы: Эйе, дөрөҫ! Хәҙер барыбыҙҙа ошо автобусҡа ултырабыҙ һәм Р. Бикбаевтың тормош юлы буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Сәйәхәтебеҙ дүрт туҡталыштан торасаҡ. Иғтибар менән күҙәтеп ултырығыҙ.

Беренсе туҡталыш: Р. Бикбаевтың тормош юлы. (Слайдта яҙылғандарҙы уҡыйбыҙ).

Икенсе туҡталыш: Маҡтаулы исемдәре.

Өсөнсө туҡталыш: ижад емештәре.

Дүртенсе туҡталыш: «Халҡыма хат» поэмаһы.

Уҡыусылар, нимә була ул хат?

(Яуаптар).

Нисек уйлайһығыҙ, бөтә халыҡҡа хатты ҡайһы осраҡта яҙалар?

(Уҡыусыларҙың яуаптары).

Эйе, дөрөҫ, йәмғиәт тормошоноң ауыр йәки хәл иткес саҡтарында халыҡҡа шиғри хат менән мөрәжәғәт иткәндәр. Мәҫәлән, сәсәндәр борон илгә яу килгәндә халыҡҡа ҡобайыр менән мөрәжәғәт итер булған.

Иң тәүҙә мин һеҙҙе был поэманың яҙылыу тарихы менән таныштырып китәм. (Тарихын уҡып күрһәтеү).

Әйҙәгеҙ хәҙер китаптарығыҙҙы асығыҙ, һеҙгә бында поэманан өҙөк кенә бирелгән, шуның менән танышып китәйек.

(Р. Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһы менән китапты һәм башҡа әҫәрҙәрен күрһәтеү).

Иң башта мин уҡый башлайым, ә һеҙ матур итеп күҙәтеп ултырығыҙ.

(Сылбыр буйынса уҡыу).

Һорауҙарға яуап биреү:

  • Уҡыусылар һеҙгә был поэма аңлашылдымы? Оҡшанымы?

  • Нисек уйлайһығыҙ, был хаты менән шағир беҙгә нимә әйтергә теләгән?

  • Шағир ниндәй проблемаларҙы күтәрә?

  • Төп идея ҡайһы юлдарҙа сағыла?

  • Шул юлдарҙа автор беҙҙе нимәгә саҡыра?

  • Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн Р. Бикбаев тарихҡа мөрәжәғәт итә?

  • А.С. пушкин күргән телһеҙ башҡорт тураһында нимә беләһегеҙ?

  • Телде ҡырҡып язалау һәм телле көйө телһеҙ ҡалдырыу сәйәсәте нисек аңлатыла?

Уҡыусылар, шулай итеп, һығымта яһап был поэма хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?

Яуап: Был поэмала башҡорт теле, башҡорт балаларының үҙ телдәрен белмәүе, милләт, тарих, ата-әсәләрҙең ғәмһеҙлеге, халыҡ яҙмышы, халыҡ намыҫы, ысын батырҙарҙың үлемһеҙлеге, тыуған ил хаҡында һүҙ бара. Битарафлыҡ, руслаштырыу, телде онотоу, балаларҙың үҙ телдәрен белмәүе, вайымһыҙлыҡ, башҡорттарҙы иҙеү, ркслаштырыу сәйәсәте эҙемтәләре, мәктәптәрҙең ябылыуы, милли аңдың һәм рухтың бөтөүө проблемалары күтәрелә.

  1. Йомғаҡлау: Шулай итеп, бөгөн беҙ дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаевтың ижадын ҡарап үттек, иң билдәле поэмаһын уҡыныҡ. Был поэма берегеҙҙе лә битараф ҡалдырмағандыр һәм күреүегеҙсә, шағир бушҡа ғына оран һалмай. Ысынлап та, бөгөнгө көндә беҙҙең телебеҙ айырыуса һаҡлауға мохтаж. Ошоно онотмағыҙ!

  2. Өйгә эш: Тел тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә.

  3. Баһалау: Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырыусыларҙы билдәләү.