СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 24.05.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Һандар. Һандарҙың төркөмсәләре."

Нажмите, чтобы узнать подробности

1) предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр тураһында мәғлүмәт биреү, уларҙың

                    төрҙәрен һәм төркөмсәләрен аңлатыу;

                2) һүҙ байлығын арттырыу, хәтерҙәрен һәм логик фекерләүен үҫтереү;

                3) халыҡ ижады буйынса алған белемдәренә таянып, телмәрҙәрен  байытыу,    

                     фольклор жанрҙары менән ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Показать полностью

Просмотр содержимого документа
«"Һандар. Һандарҙың төркөмсәләре."»

Баязитова Зөлфиә Әсғәт ҡыҙы .2 – се мәктәп


Дәрес – сәйәхәт.

Тема: Һандар. Һандарҙың төркөмсәләре.

Маҡсат: 1) предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр тураһында мәғлүмәт биреү, уларҙың

төрҙәрен һәм төркөмсәләрен аңлатыу;

2) һүҙ байлығын арттырыу, хәтерҙәрен һәм логик фекерләүен үҫтереү;

3) халыҡ ижады буйынса алған белемдәренә таянып, телмәрҙәрен байытыу,

фольклор жанрҙары менән ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты.

    1. шиғырҙы һөйләтеү,

    2. тел шымартҡыстарҙы уҡытыу.

  • Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшеү өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ әле.

II. Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу:

  • Балалар, беҙ һеҙҙең менән «Исем», «Ҡылым», «Сифат» илдәрендә сәйәхәттә булғайныҡ. Бөгөнгө дәрестә яңы илгә сәйәхәткә сығабыҙ. Ил исемен белеү өсөн кроссворд сисәйек.


Һ и к е Һ 2

а л т ы н 6 н

т у н т10

м у н д и р м10дир

ҡ у н а ҡ ҡ10аҡ

Д ү р т ө й л ө 4 өйлө

  • Тимәк ниндәй илгә барасаҡбыҙ? (Һандар)

1) Беҙ был сәйәхәткә халыҡ ижады аша барасаҡбыҙ. Беҙҙең 1- се туҡталыш «Ҡоштар илендә» тип атала. Һөйләмдәрҙе уҡырға, иҫәпте белдергән һүҙҙәргә һорау ҡуйырға, һандарҙың нисә һүҙҙән тороуын билдәләргә. Таҡтала яҙылған һөйләмдәрҙә һандарҙы табып ике төргә бүлеп яҙырға.

Етеҙ йүгереүсе дөйәғош сәғәтенә 72 километр юл үтә.

1 беснәк себештәрен тәүлегенә 1000 тапҡыр ашата.

Папуа пингвины 483 метр тәрәнлеккә сума ала.

Колибри осҡанда ҡанаты менән секундына 150 тапҡыр елпенә. Уның ауырлығы 2 грамм.

Ябай ҡушма

1000 72

2 483

1 150

- Нимә ул һан?

- Ҡағиҙә сығарайыҡ: һан бер һүҙҙән торһа – ябай, бер нисә һүҙҙән торһа – ҡушма тип атала.

2) «Йомаҡтар » туҡталышы.

  • Мин һеҙгә йомаҡтар ҡоям, ә һеҙ яуаптарын табаһығыҙ.

  1. Бишәү сәсә, берәү йыя. (яҙыу, уҡыу)

  2. Бер ояның эсендә 32 аҡ тауыҡ. (тештәр)

  3. Әхмәттең бер алмаһы бар,

Әсғәттең бер алмаһы,

Бер алма бар Әсмәлә,

Бер алма бар Сафала,

Берәү өҫтәлдә ята,

Бөтәһе нисә алма? ( 5 алма)

  1. Нисә ҡарға?

Береһе тирәккә ҡунған,

Ояла яһап ҡуйған,

Икәүһе осоп бара,

Өсәүһе төшкән ярға,

Йәле иҫәпләп ҡарағыҙ,

Бөтәһе нисә ҡарға? (6 ҡарға)

Ял минуты.

3) «Әкиәттәр» туҡталышы.

  • Балалар, беҙҙең өсөнсө туҡталыш «Әкиәттәр дәүләте» тип атала. Беҙгә бер нисә телеграмма килтерҙеләр, кемдәрҙән икәнен билдәләп китәйек.

  • Ҡая башынан төшә алмайым, бөркөттәрҙе көтәм. (Оморҙаҡ)

  • Таш өҫтөндә ҡыҙынып ята алмайым, терпенән ҡурҡам. (Йылан)

  • Яңы йыл байрамына мине көтмәгеҙ, йомаҡтарҙы сисә алманым. (Төлкө)

Хәҙер иптәштәрегеҙ һеҙгә өҙөктәр уҡый, ә һеҙ әкиәттәрҙең исемен әйтәһегеҙ.

  • Өс көн үткән, биш көн үткән, ете көн үткән, бай һаман да бер эш тә ҡушмай, ти, быға. (Ирәндек)

  • Көлтәғойроҡ Төлкөбай менән ҡылый күҙ Ҡуян икәүләшеп ауыл мәктәбенә Яңы йыл байрамына киттеләр, ти. (Төлкө менән Ҡуян)

  • Ә йылан ике асалы нәп-нәҙек телен , ауыҙын асмайынса ғына, сәғарып ала, ти. ( Терпе менән йылан)

4) Серле «7» туҡталышы.

Күрҙем ҡарға: төштө ҡарға,

Ҡарға төштө аҡ ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

Ҡарға йыйылды ҡарға.

  • Тиҙәйткестә ҡарға һүҙе нисә тапҡыр ҡабатлана?

  • Эйе, ете тапҡыр. Ете һанын элек-электән серле һан тип иҫәпләгәндәр. ул нимәләрҙә осрай?

- аҙнаның ете көнө

- ете нота

- ете ырыу

- ете таж ҡурай сәскәһе

- ете ҡыҙ бейеүе

- кеше ете быуынын белергә тейеш

- етегән йондоҙ

- Халыҡ ижадында ла был серле һан йыш осрай. әкиәттәрҙә геройҙар ҡайҙа ғына хәрәкәт итмәй.

- ете диңгеҙ аръяғында

- ете ҡат ер аҫтында

- ете юл сатында

- ете яттар араһында һ.б.

- Бына тағы халыҡ мәҡәлдәрен алып ҡарайыҡ:

- Ете ауылда ете ҡәрҙәшең булһын.

- Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

- Егәрленең ҡулы ете.

- Ете атаһын белмәгән – мөртәт.

- Ә хәҙер беҙ һан төркөмсәләре менән танышабыҙ, улар ҙа етәү. Таблицаға арап исемдәрен уҡып сығайыҡ.

үлсәү

(нисәле?)

йыйыу бүлем

(нисәү?) (нисәшәр?)

рәт сама

(нисәнсе?) (нисәләп?)

төп ҺАН кәсер

(нисә?) ТӨРКӨМСӘЛӘРЕ (нисә?)


  • Хәҙер өс, ете һандарын үҙгәртәбеҙ.

  • Өс, өсөнсө, өсәү, өслө, өсәр, өсләп, өстән бер.

  1. «Мәҡәлдәр, әйтемдәр» туҡталышы.

Бер ағас мейестә лә янмаҫ, ике ағас яланда ла һүнмәҫ.

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара.

Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең.

  • Ә хәҙер мин һеҙгә мәҡәлдең беренсе яртыһын әйтәм, һеҙ дауамын табырһығыҙ.

Батыр 1 үлә, ҡурҡаҡ 40 үлә.

2 тапҡыр уйла, 1 тапҡыр һөйлә.

5 тинлек ҡуян, 10 тинлек зыян.

7 ҡат үлсә, 1 ҡат киҫ.

6) «Һынамыштар» ауылы.

- Сәйәхәтебеҙ аҙағында тағы бер туҡталыш яһайбыҙ.

Нимә ул һынамыштар?

Күстәнәскә ниндәй һынамыштар әҙерләнегеҙ?

  1. 1 февраль төнөндә йондоҙҙар күренһә - яҙ һуңлап килер.

  2. 2 февралдә көн йылы булһа, яҙ иртә килер һәм йылы булыр.

  3. 2 февралдә иртә менән ҡар яуһа – ашлыҡтың иртә сәскәне уңыр, ә кис менән ҡар яуһа - һуң сәскәне уңыр.

  4. 15 февралдә кҡн йылы булһа – яҙ һәйбәт килер.

III. Йомғаҡлау .

  • Тимәк, бөгөнгө дәрестә беҙ ниндәй һүҙ төркөмө менән таныштыҡ?

  • Ниндәй һүҙҙәр һан тип атала?

  • Улар ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

  • Төрө буйынса ниндәйҙәргә бүленә?

  • Һан төркөмсәләрен һанап сығабыҙ.


IV. Өйгә эш. 146-сы күнегеүҙәге һандарҙы 2 төргә бүлеп яҙырға.

Ял минуты: Берәү, икәү, берәү, икәү, (ҡулдарҙы бөйөргә ҡуйып, уңға-

Тәнебеҙгә хәрәкәт. һулға боролоу)

Өсәү, дүртәү, өсәү, дүртәү, (ҡулдарҙы бөйөргә ҡуйып, уңға-

Хәрәкәттә - бәрәкәт. һулға эйелеү)










Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!

Закрыть через 4 секунд
Комплекты для работы учителя
Поделитесь с друзьями
ВКонтактеОдноклассникиTwitterМой МирLiveJournalGoogle PlusЯндекс