СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Место работы

МБОУ СОШ №2

Обо мне

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар,

уҡыусылар һәм башҡорт телен өйрәнеүселәр !

 

Һеҙҙе сайтымда күреүгә бик шатмын. Мин бында  хөрмәтле коллегаларым менән эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға, ә уҡыусыларға телебеҙҙе өйрәнеүҙә кәңәштәр, материалдар менән ярҙам итергә теләйем. Башҡа фәндәрҙе өйрәнгәндә күп кенә материалдарҙы, Интернет селтәрҙәренән табып, рәхәтләнеп ҡулланырға мөмкин, ә бына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса был йәһәттән ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Шуға күрә был сайтҡа индерелгән эштәрем аша кемгәлер ярҙамым тейһә, мин бик шат булыр инем.

 

 Рәхим итегеҙ!

 

Үҙем тураһында

 

                                                                Уҡытыусы, яҙғы ҡояш кеүек,

                                                              Күңелдәрҙе наҙлап йылыта.

                                                              Ауыр саҡта ярҙам ҡулын һуҙа

                                                           Сабыр һүҙе менән йыуата. 

       Мин Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәтле, йырлы, моңло, талантлы шәхестәргә, тырыш, егәрле халыҡҡа бай Учалы  районының  Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында, ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Әле яңы ғына әсәйем алып биргән ап-аҡ алъяпҡысымды кейеп, ике яҡҡа үреп һалған сәсемә - ап-аҡ таҫмалар тағып, шатлығымдан осоп - ҡунып, мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан инем. Уҡый ҙа, яҙа ла белмәйбеҙ, бер ниндәй психологтар тестар ҙа үткәрмәгән, бер ниндәй логопедттарға ла йөрөмәгән ябай ауыл балалары.

      Ғилем тигән оло диңгеҙгә, белем корабына ултыртып алып кереүсе беренсе уҡытыусым  –  Шәмсетдинова Рәхилә апайҙы  күҙ алдына баҫтырам. Иҫ киткес сихри көскә эйә булған икән беренсе уҡытыусым!

      Уҡыусыма үҙен шәхес итеп тойҙороу, ул эшләрҙәй эште, бер кем дә унан башҡа яҡшыраҡ эшләй алмаясағына төшөндөрөү - эшемдең төп асылы. Минең уйымса, уҡытыусы, уҡыусыһының яҡын дуҫы булырға тейеш. Yҙем һайлаған хеҙмәт юлы миңә киләсәктә лә көс, дәрт өҫтәй, башҡорт теленең киләсәге барлығына өмөтөмдө һүндермәйсә йәшәргә дарман бирә.

 

   Мин- уҡытыусы! Минең һөнәрем элек-электән булған, бар һәм буласаҡ! Ул илебеҙгә бик тә кәрәкле һөнәр.Илебеҙ уҡытыусы хеҙмәтен, уның дәрәжәһен көндән- көн бейегерәк баҫҡысҡа  күтәрә.

     Быйыл минең беренсе тапҡыр уҡытыусы булараҡ мәктәп баҫҡысын  атлап инеүемә 23 йыл тулды. Мин Башҡорт Дәүләт педагогия институтын тамамланым. Шул көндән алып нисә ҡыш, йәй, көҙ, яҙ үтте. Ләкин минең юлымда осраған беренсе коллегаларымдың йылы һүҙҙәре, наҙлы ҡараштары әле лә хәтеремдә. Беренсе аҙымдарымды яһағанда әйтелгән иптәштәрсә кәңәштәре миндә ҙур ышаныс уятты. Мәктәп директоры  Ғәфурова Лидиә Ҡараматулла  ҡыҙы  миңә: “Үҙегеҙҙе сәскәләр үҫтереүсе тип хис итегеҙ...”- тигән ине.Ысынлап та, уҡытыусы һөнәрен аллы-гөллө сәскәләр үҫтереүсе баҡсасы  менән сағыштырып була. Һин балалар күңеленә һалған орлоҡтар яҙын шытып сығырмы, әллә  тормош ауырлыҡтарын, һалҡындарҙы еңә алмай төңөлөп ҡалырмы? Һин әҙерләгән түтәлде ҡый үләндәре баҫып китмәҫме? Был  уҡытыусының үҙ эшен һәм балаларҙы яратыуына, уларҙы уртаҡ ижади эшкә ылыҡтыра алыуына, уның оҫталығына, тәжрибәһенә бәйле.

      Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, белем биреү генә түгел, милләткә мөхәббәт, мең йыллыҡ тарихы булған башҡорт халҡы менән ғорурланыу хисе тәрбиәләргә тейеш мин. Ул ғына ла түгел, үҙ фекере булған, әхләҡи яҡтан ныҡ, тәртипле ата - әсәй булырҙай кешеләр үҫтерергә өлөш кертергә тейеш - уҡытыусы ла.

        Уҡытыу һәм тәрбиә биреү берҙәм процесс, ул бер генә минутҡа ла туҡталып тормай. Кемде тәрбиәләйбеҙ, Башҡортостандың  киләсәге, телебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы нисек буласаҡ-был һорауҙар мине лә борсой. Бөгөнгө йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә һәм белем биреү юлдарын эҙләйем. Уҡыусыларым был юлды табырға ярҙам итерҙәр. Минең хеҙмәт емештәрем балалар йөрәгендә тамырланһа, һәр баламдың уңышы минең йөрәгемдә тамырлана. Уҡытыусы һөнәрен һайлап яңылышманым.

 

Моё образование

Башҡорт дәүләт педагогия институты 1991-1997йыл. Специализация - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Рейтинг

Баллов: рейтинг2496.9 Место: место27839 (Подробнее)