СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Һуңғы ҡыңғырау сценарийы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Һуңғы ҡыңғырау сценарийы»

Һуңғы Ҡыңғырау “ тантанаһына сценарий

Башланғыс кластар уҡытыусыһы

Буранғолова Әлфиә Ғәлләм ҡыҙы

Йыр “ Һуңғы Ҡыңғырау”

1 – се алып барыусы

Хәйерле көн! Хөрмәтле саҡырылған ҡунаҡтар,ата – әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар!

“ Һуңғы Ҡыңғырау “ байрамына бағышланған тантананы асыҡ тип иғлан итәбеҙ!

( БР гимны яңғырай)

2 –се алып барыусы

Яҙ тантана итә урамда

Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына

Бөгөн беҙҙә “ Һуңғы Ҡыңғырау”

Һағыш өҫтәй яҙға саҡ ҡына.

Бөгөн шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа көн.Сығарылыш класс уҡыусыларына ғүмерҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле – бала саҡ менән хушлашыу ваҡыты етте.Байрам тантанаһына йәм өҫтәп мәктәпте тамалаусы сығарылыш уҡыусыларын саҡырабыҙ.

( көй аҫтында 11 класс уҡыусылары, класс етәксеһе майҙан уртаһына сыға)

1 – се алып барыусы

Нисәнсе ҡат ошо ишек алды

Йыя инде осар ҡоштарын

Фатихаһын биреп сәләмләй ул

Киләсәккә атлар дуҫтарын.

Ҡәҙерле ун беренселәр! Һеҙ тормоштоң иң мөһим , һис онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында. Бөгөн һеҙ 11 йыл яңғыраған көмөштәй саф ҡыңғырау тауышы менән хушлашаһығыҙ.Күркәм тантаны дауам итеп йола буйынса һүҙҙе йорт хужаһы мәктәп директоры Атнағолов Даян Фәрит улына бирәбеҙ.

Һүҙ директорҙың уҡытыу – тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫарына

Һүҙ ветеран уҡытыусыға

Һүҙ ҡунаҡтарға

2 –се алып барыусы

Күҙ алдымда: аҡ алъяпҡыс тағып

Аҡ сәскәләр тотоп ҡулығыҙға

Килдегеҙ һеҙ мәктәп тупһаһына

Яҡты хыял һалып уйығыҙға.

Күбәләктәй шул саҡ елкенһәгеҙ ҙә

Оса алмай инегеҙ алыҫҡа,

Туған мәктәп һеҙгә аң үҫтереп

Әҙерләне көслө ярышҡа.

Аҡ алъяпҡыс тағып билегеҙгә

Ҡосағығыҙҙа сәскә бәйләме

Бала сағығыҙ булып ҡарап тора

Беренселәр һеҙгә әйләнеп.

Синыфташтар менән осрашығыҙ

Һөйләшегеҙ күңел булғансы

Һеҙгә тағын аҡ алъяпҡыс тағып

Мәктәбебеҙгә килеп булһасы

11 класс уҡыусылары сығышы

Рәсүл

Ҡояш нурҙары төҫлө

Балҡый беҙҙең йөҙөбөҙ

Сәскәләрҙән матурыраҡ,

Күркәмерәк үҙебеҙ.

Айгөл

Юҡтыр,бәлки,бүтән кеше

Беҙҙән дә бәхетлерәк.

Бөгөнгөбөҙ ниндәй матур,

Киләсәк өмөтлөрәк

Нур

Гөрләп үтте мәктәптә

Ғүмерҙең ун бер йылы

Алда көтә һәр кешене

Үҙ аллы тормош юлы

(йыр Һабаҡташтар)

Айрат

Күңелебеҙҙә беҙҙең

Рәхмәт һүҙҙәре генә

Шул тойғоно аса икән

Тик йылы ҡараш ҡына

Айгөл

Рәхмәтлемен иң тәүҙә

Үҙемдең мәктәбемә

Иң сағыу хәтирәләр

Уның менән бәйләнә

Рәсүл

Алып мендең һин мине,

Фән тауы үрҙәренә.

Асылын төшөндөрҙөң

Йондоҙҙар серҙәренә

Таңсулпан

Сәхнә серҙәренә лә

Төшөндөрҙөң мәктәбем

КВН дарҙа ҡатнашып

Урындарҙа алдыҡ беҙ.

Нур

Спорт менән дуҫлаштырҙың

Ун бер йыл дауамында

Тап төшөрмәнек бер ҙә

Мәктәптең намыҫына

Бөтәһе бергә Рәхмәт, һиңә рәхмәт мәктәбем!

Йыр (Мәктәптә өйрәтәләр)

Таңсулпан

Һин өйрәттең уҡытыусым

Хәрефтәрҙе танырға

Хәрефтәрҙән һүҙҙәр теҙеп,

Уҡырға һәм яҙырға.

Ҡарлуғас

Һин өйрәттең уҡытыусым

Ҡабатларға, ҡушырға

Кәрәк икән бүлергә,

Йә булмаһа, алырға.

Гөлли

Шәхес булып үҫергә

Беҙгә ярҙам иттең һин

Кескәй генә сағыбыҙҙан

Кеше итеп үҫтерҙең

Роза: Хөрмәтле

Ҡарлуғас: Гөлфиә Ғәлләм ҡыҙы!

Нур: Гөлсибәр Фәһим ҡыҙы!

Айгөл: Гөлүзә Вәхит ҡыҙы!

Рәсүл: Лилиә Егетбай ҡыҙы!

Бөтәһе бергә: Рәхмәт һеҙгә, рәхмәт, тәүге уҡытыусыларыбыҙ!

Йыр ( Уҡытыусыма һин хәрефтәр генә өйрәтмәйһең...)

Ҡарлуғас

Кемдәр бирҙе тел асҡысы

Асырға донъя серен

Ололарҙы оло итеп,

Ҡәҙерләргә үҙ ерен

Роза

Кемдәр икән беҙҙең хаҡта

Күрҙе күпме хәстәрлек,

Тура юлды күрһәтте

Тайпылғанда ситтәоәк

Ғәлимә

Кемдәр күрҙе ваҡытында

Һәр баланың һәләтен,

Шул һәләтте үҫтҫрҫгә

Йәлләмәне көстәрен

Бөтәһе бергә:Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ!

Йыр. Рәхмәт һиңә, рәхмәт уҡытыусым...

Ҡарлуғас

Рәхмәтебеҙ тағы ла

Ата – әсәләр ,һеҙгә.

Наҙлы ҡарашығыҙҙы

Йәлләмәнегеҙ бер ҙә.

Роза

Булғыланы аҙ ғына

Көйһөҙләнгән сағыбыҙ,

Еңмешләнеп, асыуланып,

Үпкәләгән мәлебеҙ.

Таңсулпан

Килеп сыҡмаһа ниҙер,

Илаған саҡтар булды,

Күҙ йәштәрен күрһәтеп

Йәлләткән саҡтар булды.

Айгөл

Сабыр була белдегеҙ,

Барыһына күндегеҙ

Балаҡайым хаҡына тип ,

Ауырлыҡҡа түҙҙегеҙ.

Гөлли

“Бишлеләрҙе” күрһәтеп,

Маҡтанған саҡтар иҫтә.

Атай,әсә ҡыуаныстан

Йөҙгәндәр ине күктә.

Айрат

Хәҙер инде үҙебеҙ

Ҙур булып үҫеп еттек.

Күңелдәрҙә һаҡланыр

Һеҙҙән күргән изгелек.

Ғәлимә

Һеҙҙең биргән кәңәштәр-

Беҙҙең өсөн аманат.

Йөҙөгөҙгә бер ҡасан

Килтермәбеҙ яманат.

Бөтәһе бергә:Сикһеҙ рәхмәттәр яуһын,

Атай,әсәйҙәр,һеҙгә!

Йыр: Атай –әсәй ( Гүзәлиә Аблаева репертуарынан )

Рәсүл

Беҙ китәбеҙ мәктәптән

Беҙгә килер алмаш бар,

Беренсегә килгәндәргә

Әйтә торған теләк бар.

Нур

Мәктәптә тырыштар уҡыр,

Тырыш булығыҙ,дуҫтар!

Ауырлыҡтар алдында

Баҙап ҡалмағыҙ,дуҫтар!

Айрат

Рәхим итегеҙ,дуҫтар!

Уңыштар булһын юлдаш.

Киләсәктә илебеҙгә

Булһын лайыҡлы алмаш.

Бөтәһе бергә.Юлдарығыҙ уң булһын

(1 класс уҡыусылары сығышы)

Ҡыҙҙар флеш-моб

Тансулпан

Ҡабатланмаҫ бер ҡасан да

шаулы мәктәп йылдары

Дәрестәргә саҡырмаҫ

Еҙ ҡыңғырау моңдары

Айрат

Мәктәп йылдары хәҙер

Ҡалды инде алыҫта.

Күңелдәрҙе төшөрмәйек,

Әйләнәйексе вальста

( Сығарылыш класс уҡыусылары мәктәп вальсын башҡара)

Рәсүл

Сыңлай бына ҡыңғырау,

Һуңғыһы мәктәбемдә.

Матур иҫтәлек булып,

Һаҡланыр күңелемдә.

Айгөл

Һау бул, тыуған мәктәбем,

Онотма улдарыңды

Хәтерлә һин үҙеңдең

Сәскәләй ҡыҙҙарыңды.

Ҡарлуғас

Һау бул,тыуған мәктәбем

Рәхмәт бөтәһе өсөн.

Оло тор мошҡа беҙҙе

Аяҡ баҫтырған өсөн.

Йыр Һау бул мәктәп