СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Һүрәтләү саралары

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Һүрәтләү саралары»

      ҺҮРӘТЛӘҮ САРАЛАРЫ

ҺҮРӘТЛӘҮ САРАЛАРЫ

        1) Ассоциатив һүрәтләү саралары;  2) Лексик һүрәтләү саралары;  3) поэтик синтаксис (фигуралар);  4) поэтик фонетика.

        Ассоциатив һүрәтләү саралары

Ассоциатив һүрәтләү саралары

      Сағыштырыу - бер әйберҙе, кешене йәки күренеште икенсе бер әйберҙең сифаты һәм үҙенсәлеге менән һынландырыу.

1) Инәләрен бесәй урлап ҡасҡан турғай балаларына оҡшағайны был өсәү.

2) Бер Йәмлегөл инәйҙең генә кескәй өйө, көтөүҙән айырылған кәзә бәрәсе һымаҡ яр ситенә сығып баҫҡан.

3) «Ҡош телендәй генә яҙған хатымды ошо ерҙә тамамлап, һиңә аҡ юлдар теләп ҡалыусы өләсәйең»

4) Унда, ҡара ҡағыҙҙа:  «Батырҙарса һәләк булды»,- тип яҙылғайны...

5) Ғабдулла, һинең ебәктән затлы, алтындан ҡиммәтле хатыңды... Тиҫтерҙәрең Айҙар, Яҡуп, Вәзир менән ҡат-ҡат уҡып сыҡтыҡ.

6) Ҡайнарлыҡта  ҡояш – йөрәк кеүек,  Йөрәк ҡайнар, ҡояш шикелле

7) Тәүге балағыҙҙы табыуҙы һуңға ҡалдырмағыҙ, ни тиклем иртәрәк – шул тиклем һаулығығыҙ өсөн яҡшыраҡ.

8) Йәй буйына йәшел торған урман, ҡырҙар  Хәҙер инде һарғайышып алтынланды».

9) Бына атам! – тигән ал таң һымаҡ,  Ташам! – тигән йылға шикелле,  Йә күкрәргә торған йәшен кеүек,  Йыр тетрәтә һәр саҡ күңелде.

10) Һеҙ ул мәңге йәшәр заттан да бит  Кеше ғүмере – янып һүнер шәм.

11) Амур –  Алыҫ көнсығышта  Иң ҡаты һәм иң ярһыу йылға ул  Уның  Бил һөйәген тапап үткән  Ҡан, көрәш һәм еңеү йылдары.  Амур –  Алмас ҡылыс кеүек,  Урғып аға таш һәм тау йырып.  Амур һымаҡ, үтә ярһыу,  Взвод командиры Амуров.

       Метафора – берәй әйберҙең йәки күренештең исемен йә сифатын икенсе әйбергә йәки күренешкә күсереү.

«Йөрөһөндәр! Тик ул түбәнлектән  Өҫтөн булһын һинең аҡылың.  Мин беләмен шуны: йөрәгемдә  Дөрләгәндә ижад ялҡыны»

«Һин – бүтән менән.  Мин – бүтән менән.  Ғүмер йомғағын  Тик һүтәм генә...»

        Аллегория – әйбер һәм күренештәрҙе (ғәҙәттә, кеше тәбиғәтенә ҡағылышлы хәл-ваҡиғаларҙы) тормоштоң бөтөнләй башҡа өлкәһендәге (ҡағиҙә булараҡ, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһындағы) икенсе бер әйберҙәр аша кинәйәләп һүрәтләүсе троп.

Ураҡ, сүкеш һүҙен ишеткәс тә,  Килде тағы бер аҙ алғараҡ.  Ҡулын һуҙҙы Сүкеш иптәшенә,  Башын эйеп, түбәнгә ҡарап:  - Башың эйә, иптәш, әйҙә алға,  Мин яһармын һине яңынан,  Яңырырһың, баҫҡан тутың бөтөр,  Яңы тыуған кеүек ананан.

        Йәнләндереү. Бында автор тере заттарға хас булған эш-хәрәкәтте, сифатты, уй-тойғоларҙы тәбиғәт күренештәренә, йәнһеҙ әйберҙәргә йәки абстракт төшөнсәләргә күсерә.

           Тағы үтәм урман һуҡмағынан,  Һыйпап үтәм һәр бер сәскәне.  Күр, ел инде йәшел таҫма менән  Үреп киткән ҡайын сәстәрен.    Әйтерһең дә, сыңлап һибелделәр  Көн битенә көмөш ынйылар.  Ҡояш баҡты, болот иреп аҡты.  Хозурланып китте донъялар.

          Метонимия әйберҙәрҙең оҡшашлығына түгел, ә уларҙың бер-береһенә ҡарата булған мәғәнәүи мөнәсәбәткә нигеҙләнә. Берәй әйберҙе, күренеште йәки төшөнсәне метонимия, ғәҙәттә, мәғәнәһе яғынан уға тығыҙ бәйләнештә булған икенсе бер нәмә исеме менән атай. Әйберҙең логик күҙлектән ҡарағандағы ысын исемен уның поэтик атамаһы менән алмаштыра.

Баҫыуҙарҙа тыуып ҡанатланған  Тыуған яҡтарымдың йырҙары  Яңғыраны Мәскәү залдарында, гүйә,  Мине бар ил тыңланы.   Ҡала миңә яңы гармун бирҙе,  Йырҙың асты яңы серҙәрен.  Гармун менән «Ленин тауҙары»на, ғилем тауҙарына үрләнем.

       Синекдоха - әйберҙең һан билдәһе буйынса үҙ-ара мөнәсәбәтенә нигеҙләнгән һүрәләү сараһы.

Арабыҙҙа буласаҡ Вәлидиҙәр үҫеп килә!

Арабыҙҙа буласаҡ Вәлидиҙәр үҫеп килә!

        Перифраз – күренештәрҙең исемдәрен уларҙың мөһим үҙенсәлектәрен тасуирлау менән алмаштырыуға нигеҙләнгән троп.

Яландарҙа  Завод торбалары  Күтәрелгән ҡыҙыу осор ине.

Эвфимизм – тура мәғәнәһендә, “ярып һалып” әйткән тәҡдирҙә уҡыусыға ауыр тәьҫир ҡалдыра торған йәки уны оялтырға һәләтле хәл һәм күренештәр була. Уларҙың оҡшашы булған бүтән күренештәр ҡылыҡһырламаһы аша һүрәтләү.

Эх, тормош... Ниңә шулай килеп сыҡты икән? Ниңә генә атайыбыҙ, әсәйебеҙ беҙҙе иртә ҡалдырып китте икән?

Ирония – ниндәй ҙә булһа берәй күренеш йәки кеше тураһында тыштан ҡарағанда ыңғай фекер әйтеп тә, асылда иһә уны мыҫҡыл итеүгә нигеҙләнгән троп.

Һинән аҡыллы кеше юҡ донъяла: телмәрең – алтын, үҙең – баш, түрә.

Гипербола – әйберҙәрҙең, кешеләрҙең ысын ҙурлыҡтары, сифаттары һәм һәләттәре менән уларға бирелгән самаһыҙ ҡылыҡһырлама араһындағы айырмаға нигеҙләнгән троп.

  Салауат дауҙы ҡайтарған,    Салауат тауҙы айҡаған,    Ҡылысы тауҙы аҡтарған,    Тауышынан күл сайҡалған.

Гротеск – кешене йәки тормош күренештәрен шаштырып, ғәҙәттән тыш көлөп, мәсхәрәләп һүрәтләү.

Ҡыҙ кнопкаларға баҫа,  Баҫтымы – шатлыҡ ҡуба,  Йәне теләгән әйбере  Ырғып килә лә сыға.  Бына ул ҡырҡ өсөнөсө  Ал кнопкаға баҫты,  Ҡаракүл доха Диләнең  Алдына менеп ятты...  ... Аҡ кнопкаға баҫҡас ҡыҙ,  Бел әле нимә күрҙе,  Бөҙрә сәсле бер егет  Йылмайып килеп керҙе...

Литота – һүрәтләүсе күренештәрҙе, әйберҙәрҙең ҙурлығын, сифатын, кешеләрҙең көсөн, һәләтен саманан тыш кесерәйтеп күрһәтеүгә .

Туфлиҙар сығы, ҡыҙ тора  Көлөп йылмайып ҡына,  Уларҙың бит үксәләре  Энә йыуанлыҡ ҡына.

Эпитет – художестволы аныҡлаусыларҙың күсерелгән мәғәнәле бер төрө.

Бөтә әҙәм минән боролһа ла,  Танымайса ғорур хисемде.  Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,  Байраҡ итеп ошо исемде...   Ауыр уйҙар башты иҙгәндә лә,  Тик атымды ғына алға ҡыуамын.

      Лексик һүрәтләү саралары

Лексик һүрәтләү саралары

Синоним - бер үк әйбер йәки күренеште белдереп тә, уның төрлө мәғәнә нескәлектәрен сағылдырып килеүсе һүҙҙәр.

Әй, матур ҡош, сибәр ҡош,  Һине бик ныҡ һөйөрбөҙ,  Төрлө һүҙҙәр һөйләрбеҙ.

Антоним - бер-береһенә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр.

Еңел генә сығып китһә лә, ауыр булды Тимерғәле Ҡылысбаевҡа вокзал һикеһендә төн үткәреүе.

Омоним – бер төрлө әйтелеп тә, контексына ҡарап, төрлө мәғәнәлә килә алыусы һүҙҙәр.

Ҡара: нисек ҡара урмандары  Дәһшәт биреп шаулап торалар  Үткән ҡанлы көрәш тарихтарын  Һөйләп торған кеүек булалар

Архаизм – элегерәк ҡулланып та, тормоштоң үҙгәреүе арҡаһында хәҙерге дөйөм милли телдән төшөп ҡалған һүҙҙәр.

Донъя инсандарҙы аҫрай  Һәм дә шөһрәт, шан бирә.

Неологизм – халыҡ тормошондағы революцион боролоштар дәүерендә барлыҡҡа килгән яңы һүҙҙәр.

Советизм – совет власы һәм социалистик ҡоролош менән туранан-тура бәйләнештә булған һүҙҙәр.

Варваризм – телдең үҙ һүҙҙәре була тороп та, улар урынына башҡа телдәрҙән алынҡан эквиваленттар йәғни ситтән ҡабул ителгән һүҙҙәр.

Губки алые  Глазки хыялые  Сәстәр макарон яуы,  Персиянан буяуы

Диалектизм тип ниндәй ҙә булһә берәй районда, өлкәлә йәки төбәктә ҡулланып та, илдең бүтән урындарында аңлашылмай торған һүҙ йәки һүҙбәйләнеш.

Хас та атайымдың тауышы  Бик асыҡмайһығыҙмы, ти  Яҡшы уҡы, улым, ти...  Ярҙам итеш инәйеңә, ти

Профессионализм – Ниндәй ҙә булһа берәй һүнәрҙең әҙәби әҫәрҙә ҡулланылған махсус төшөнсә.

Доктор, доктор, һауыҡтырсы мине,  Ауырырға хаҡым бармы ни?  Яландарҙа яңғыҙ елеп йөрөгән,  Эйәрләгән атым бар минең