Яҡты киләсәк – үҙебеҙҙең ҡулда!
Бала саҡ, мәктәп йылдары... Был бит кеше ғүмеренең иң яҡты,күңелле, мөғжизәле мәле. Уйнайбыҙ, көләбеҙ, белем донъяһына сумабыҙ, дуҫтарыбыҙ менән аралашабыҙ. Шуға мин үҙемде бик бәхетле тормошта йәшәйем, тип уйлайым.
Менә ошо бала саҡ тураһында Мостай Кәрим :«Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй», — тип яҙа.Әйе, бала саҡ — сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Бала саҡ ғүмер буйы онотолмаҫ хәтирәле, ҡәҙерле осор. Бала саҡ һәр кемдең күңелендә, аңында шул гүзәл сифаттары менән йәшәй. Был ваҡытта, кеше шәхес булырға әҙерләнә, сәләттәре нығый, оло юлға әҙеләнә. .”Эх, ниңә генә ғүмерҙең шундай матур ваҡытын оҙағыраҡ һуҙып булмай икән,”-тип хыялланып та ҡуям мин. Күҙ асып йомған арала ғына үтә лә китә шул...Әле генә беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡайным, инде “ һуңғы ҡыңғырау” ҙа килеп етеп бара. Әйе, бер аҙҙан был бәхетле бала саҡты оло юлдағы һуҡмаҡ алыштырыр. Нимә көтә мине киләсәктә?!
Мин бәләкәй генә саҡтан хыялланырға яратам. Өләсәйем: “Кешеләр хыялланырға тейеш, хыял менән кеше йыһанға ла осто”, – тип әйтергә ярата. Ысынлап та, хыялланмаған, уйланмаған сәғәтем, минутым да юҡ бит ул! Көндөң аҙағы нисек булыр, ә иртәгә мине нимә көтә, алдағы аҙнала, ә киләсәктә?..
Инде 11- се класс уҡыусыһы булараҡ, төрлө һорау борсой: киләсәктә ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға, хәҙерге заманда ниндәй һөнәр һайларға? Илемде, еремде, халҡымды киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә?... “Ил яҙмышы – беҙҙең яҙмыш”, – ти ололар. Был мәҡәл менән мин тулыһынса килешәм. Сөнки беҙ был илебеҙҙә йәшәйбеҙ. Шуның өсөн дә, аяҙ матур, бәхетле киләсәк өсөн, тырышып уҡыу, дөрөҫ маҡсаттар ҡуйыу- төп бурысыбыҙ,тип уйлайым. Хәҙерге заманда яңы технологиялар артып тора.Уларҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ: компьютерҙар, ноутбуктар, нетбуктар, телефондар, смартфондар, айфон, планшет, төрлө гаджеттар һ.б. Хәҙерге үҫмерҙәр уларһыҙ йәшәү ҙе күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Бәйләнештә, Facebook,Instagram кеуек сайттарҙа ултырмайынса бер көн дә түҙә алмайҙар .Алыҫ йөрөргә лә кәрәкмәй, дуҫтарым араһында ла ундайҙар бар. Ҡасан ҡарама, шул телефондарына текәлеп утыралар. Виртуаль донъя уларға ысынына ҡарағанға ҡәҙерлерәк , күрәһең. Улар менән урамға йөрөргә, мәктәптә тәнәфескә сыҡҡанда ла , әңгәмә тик шул телефон тирәһендә урала: кемдеке матурыраҡ, ҙурыраҡ, ҡыйбатыраҡ; кем ҡайҙа ултыра, нимә ҡарай, ниндәй яңы уйындар уйнай,ниндәй ҡушымталар килеп сыҡҡан һ.б. Күбеһе телефондарын кешегә ҡарағанда нығыраҡ ярата, нығыраҡ ҡәҙерләй. Улар кешененең күңелен рәнйетергә бер ҙә ҡурҡмайҙар, ә телефондарын ярып ҡуйырға ҡурҡалар. 5-7 йәшлек бәләкәй генә балалар ҙа тышта, саф һауала рәхәтләнеп шаярып, уйнар урынына , компьютерҙағы уйындарҙан төшә алмай ултыралар. Ә бына минең ул сабыйҙарҙың йәшендә “компьютер” тигән әйберем булмағайны. Һәм шуға хәҙер ҡыуанып бөтә алмайым , минең бәхетле бала сағым булғанға, ата-әсәйемә рәхмәт әйтәһем килә.
Был күренеш , әлбиттә,мине генә тугел , өлкәндәрҙе лә борсой.Нимә булыр киләсәктә? Был балаларға киләсәк тормошто ышанып тапшырып булырмы?!
Бөгөнгө көндә тел мәсьәләһе лә мине бик ныҡ уйландыра. Йылдан йыл беҙҙең мәктәпкә уҡырға килеүсе балалар араһында телде белмәүселәр һаны арта. Төп сәбәбенә килгәндә, балаға кескәй саҡтан уҡ әсә теле һалынмай, йәисә күпселеге уҙ телдәрендә һөйләшергә ояла. Нисек инде үҙеңдең башҡорт булыуыңдан оялырға? Мин саф башҡорт телендә һөйләшергә бик яратам. Синыфташтарым менән беренсе кластан алып башҡорт телен өйрәнәбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, ошо телдә йырҙар йырлайбыҙ. Өйҙә лә, урамда ла, мәктәптә лә бер кемдән оялмайынса башҡорт телендә һөйләшәбеҙ. Башҡорт телен өйрәнеү- минең бик күп сәләтемде асты: мәктәп, район, республика күләмендә үткән шиғыр һөйләү бәйгеләрендә ҡатнашып, төрлө бүләктәргә лайыҡ булдым.Бының өсөн мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лениза Нәҙимйән ҡыҙына бик рәхмәтлемен. «Башҡорт ҡыҙы Һылыуы» бәйгеләрендә лә ҡатнашып, беренселекте яуланым. Милли бейеүҙәребеҙҙе рәхәтләнеп бейергә яратам. Минең был төр сәнғәтҡә тартылыуымды яратҡан өләсәйем асыҡланы. Киләсәктә хыялым- ” Байыҡ” бәйгеһендә ҡатнашыу. Ә әлегә ауылыбыҙ һәм район үҙәгенең мәҙәниәт йорттарында барған бар сараларҙа ла ҡатнашып торам. Сәхнәлә тамашасыларҙың алҡошлап ҡаршы алыуы, алҡҡошлап оҙатыуы мине дәртләндерә һәм ҙур үрҙәргә саҡыра.
Милләтемдең бай тарихына ла ғашиҡмын . Халҡының тарихын, милләтенең үткәнен белгәндең киләсәге өмөтлө , ти халыҡ мәҡәле. Башҡортостаныбыҙҙың яңы башлығы Радий Хабиров киләсәктә бай тарихлы башҡорт телен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә бик күп эштәр эшләйеләсәген белдергәс, киләсәккә тағы ла ҙур өмөттәрем артты ғына.
Үҙемдең киләсәгемә ныҡлы ышанам: буласаҡ һөнәремде сәнғәт менән бәйләйәсәкмен. Был һайлауым менән мин тыуған Республикамдың ныҡлы үҫешендә ҙур өлөш индерермен тип хыялланам. Әйе, яҡындарым ғорурланырлыҡ, үҙемдең күңелемә ятҡан, ул өлкәлә үҙем рәхәтләнеп, йөҙөп йөрөп эшләгән һөнәр эйәһе булғым килә. Ул һөнәрем менән кешеләргә файҙа килтерә алһам ине, тип теләйем. Ә быларҙың барыһы ла үҙемдең генә ҡулымда.Бөгөнгө эскерһеҙ хыялдарым, уй-ниәттәрем хыял ғына булып ҡалмаһын ине.