СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 26.06.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Исследовательская работа. Башкирский чай.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Работа о полезных свойствах травяных чаев, готовивших башкиры до 12 века, до копорского чая. 

Просмотр содержимого документа
«Исследовательская работа. Башкирский чай.»



ДҮРТӨЙЛӨ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ 2-СЕ ЛИЦЕЙ















БАШҠОРТ СӘЙЕ



Ғилми-тикшеренеү эше







Башҡарҙы:

Әхмәҙиев Алмаз,

4-се класс уҡыусыһы

Етәксеһе:

Ноғманова Гөлфиҙә Рәмил ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы







Инеш

Кеше әллә нисә быуат сәйҙең составын тикшерә, ләкин әле булһа тулыһынса өйрәнеп бөтә алмай. Сәй - химик составы буйынса иң ҡатмарлы булған үҫемлектәрҙең береһе һанала. Уның составында кәмендә 130-ҙан ашыу матдә бар. Үҙенә шулай уҡ бихисап һандағы витаминдар туплаған сәйҙең файҙалы һәм тәмле булыуы ла уны бөтәһенең дә яратҡан эсемлеге рәтенә индерә. 
Сәйҙең иң сифатлыһы һәм сихәтлеһе - сәй ҡыуағының өҫкө япраҡтарынан етештерелгәне. Унан һуң ҡыуаҡтың урта өлөшөндә үҫкән япраҡтарҙан эшләнгән сәй килә. Иң һуңғы баҫҡыста - ҡыуаҡтың аҫҡы япраҡтарынан әҙерләнгән сәй тора. Рәсәйгә күберәген аҫҡы япраҡтарҙан төрөлгән сәй килтерелә, ә өҫкө япраҡлы сәйҙәр бик һирәк осрай. Бик теләгәндә, уларҙы тик махсус магазиндарҙа һәм ныҡ ҡыйбат хаҡҡа ғына табырға мөмкин. 

Тикшереү объекты: беҙҙең илдә сәй тарихы.

Тикшереү предметы: башҡорт сәйе һәм сәй эсеү традициялары.

Эштең актуаллеге: бөгөн магазиндарҙа сәй ассортименты күп төрлө, шуға ла кешеләр уның сифатлыһын һайлап баш вата. Ҡайһылары өләсәйҙәрҙән ҡалған рецептар буйынса сәй һәм сәй эсемлектәре яһай башланы. Шуға мин был теманы тикшерергә булдым.

Гепотеза: XVII быуат уртаһына ҡәҙәр беҙҙең илдә эскән сәй әлеге көндә онотолған.

Эштең маҡсаты: башҡорт халҡының сәй продуктын әҙерләүен асыҡлау.

Эш методтары:

- тема буйынса китаптар, мәҡәләләр менән танышыу;
- интернет селтәренән мәғлүмәт алыу;
- кешеләрҙән һорашыу, интервью алыу;
- күҙәтеү.

Эштең бурыстары:

  1. сәйҙең тарихы һәм тыуған ере менән танышыу;

  2. ниндәй ул “Башҡорт сәйе”;

  3. сәйгә өҫтәлгән дарыу үләндәренең гербарийын әҙерләү;

  4. ауыҙ-тел ижадында сәйҙең сағылышы.

Эштең структураһы. Тикшеренеү эше инештән, өс бүлектән торған төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.



Төп өлөш.

Беренсе бүлек. Сәйҙең тыуған яғына сәйәхәт.

Сәйҙе кем генә эсергә яратмаһын инде? Тормоштоң төрлө осраҡтарында ла – өҫтәл артында аралашҡанда ла, йылынып алыу, көс-хәл йыйыу, сарсауҙы ҡандырыу йәки аштан һуң да беҙ сәй эсергә күнеккәнбеҙ. Сәй эсмәүселәр беҙҙең илдә бик һирәк, ундайҙар башҡалар күҙлегенән сәйер ҙә тойола. Сәйҙе үҙенә күрә «наркотик» тип атаусылар ҙа дөрөҫ фекерҙә. Сөнки, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, саҡ ҡына сәй эсмәй торһаҡ, баш ауырта башлай, кәйеф тә юғала.

Баҡтиһәң, сәйгә ҡарата һөйөүебеҙ бер нисә көнсығыш иленән һәм Англиянан ғына ҡалыша икән.

Сәйҙең тыуған яғы Ҡытай тип һанала, сөнки ул 5000 йылдан ашыу ваҡыт билдәле. Һуңыраҡ Японияға, Һиндостанға һәм башҡа көнсығыш илдәренә таралған. Рәсәйгә сәйҙе 1638 йылда мәскәү посолы Василий Старков Алтын урҙа ханы бүләге итеп Михаил Федоровичҡа алып ҡайта.



Ер шарында сәйҙең 2000 төрө бар. Һәр халыҡтың сәй эсеүгә ҡағылышлы ғөрөф-ғәҙәттәре бар. “Сәйгә килеп китегеҙ тип,” – башҡорттар бер-береһен аралашып ултырырға саҡырған.





















Икенсе бүлек. Сәй рецептары.

Борон беҙҙең инәй – өләсәйҙәребеҙ магазиндан барып сәй ала алмағандар, ә үҙҙәре йәй етеү менән әҙерләгәндәр. Үҙҙәре яһаған сәйҙәр сәләмәтлеккә бик файҙалы ла, тәмле лә булған. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра – тип халыҡ бушҡа ғына әйтмәгәндер инде.

Боланут сәйен нисек әҙерләргә?
Баҡһаң, XII быуаттан уҡ әле даны таралған, нәзәкәтле европалылар яратып эскән “копорье сәйе” унан етештерелгән икән. Сәйгә исем ауыл атамаһынан алынған. Тик ХХ быуат башына тиклем сит илдәргә сығарылған тауар революциянан һуң етештерелмәй башлаған. 
Сәй һаулыҡты нығыта, ҡанды яңырта, тамырҙарҙы нығыта, тәндән ағыуҙы, радиацияны сығара, көс бирә. Ул яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итә, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. С витамины, каротин күп, тимер, никель, баҡыр, марганец һәм башҡа матдәләр ҡанға ыңғай тәьҫир яһай. 

Урманда ҡыуаҡлыҡтар араһында йыш ҡына сәй сәскәһен осратырға мөмкин. Йыйып алынған япраҡтарын саңынан һәм ҡыйынан таҙартып алғандан һуң, бер аҙ ҡараңғы, еләҫ урынға һалып торғандар. Унан йомшарған япраҡтарҙы төрөп сығыу мөһим.

Артабан әселәндереү башланған. Сәйҙең төҫө лә, тәме лә тап шуға бәйләнгән. Бының өсөн ҡараңғы, дымлы һәм һыуыҡ урын кәрәк. Япраҡтар 10 сантиметр ҡалынлыҡта ҡатлап һалынған. Уларҙың ваҡытынан алда кибеүе, бурһыуы, күгәреүе йә сереүе ихтимал, шуға ла күҙәтеп тороу мөһим булған. Бының өсөн 45 минуттан алып бер нисә сәғәткә тиклем ваҡыт еткән. Әселәндереү барышында япраҡтар башта ҡыҙғылт-һороға әйләнә, унан баҡыр төҫөн алған.

Әселәндереүҙе туҡтатыу өсөн сәйҙе юғары температуралы мейестә бер аҙ киптергәндәр, әммә ул дымын юғалтмаған. Иң ҡыҙығы сәй япраҡтары ферментацияһы, йә иһә йәшел сәйҙең ҡараға әйләнеүе. Бер нисә көндән көс йыйып бөтә, һәм хуш еҫле, файҙалы эсемлек әҙерләү өсөн ике йыл дауамында яраҡлы була. Ул ҡара сәйгә оҡшаған, әммә кофеин булмауы менән отошло.

Башҡорт сәйе яһауҙың икенсе ысулы: 
1) Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә (зверобой), кейәү үләне, ҡарағат япрағы, ер еләге япрағы, ҡурай еләге япрағы, һалырға мөмкин әҙ генә еҫле үлән (мята) һәм сейә япрағы әҙ генә. Сейә япрағын күберәк һалһаң әсе була сәйе. (Бер төлөһө үләндең ярамаһа, ҡушмаҫҡа ла мөмкин). 
2) Һабағынан таҙартаһың. 
3) Бөтә үләндәрҙе бергә бутайһың һәм бер һауытҡа һалып киле йәки туҡмаҡ менән тысылдатып төйөп иҙәһең, хатта үләндең һуттары сығып китә. 
4) Артабан элек киндер тоҡҡа йәки ҡалыныраҡ туҡыманан яһалған тоҡҡа һалып ҡуяһың, бер нисә көнгә. Хәҙерге ваҡытта полиэтилен тоҡ тотонһаң да була. Тоҡ эсендә үләндәр бәһәреп ята. 
5) Ваҡыты – ваҡыты менән ыуалап – ыуалап торорға кәрәк, сөнки күгәртергә ярамай. 
6) Бер нисә көндән һуң шытырлатҡансы киптерәһең йәки мейестә, ҡояшта ла мөмкин, хәҙерге ваҡытта духовка ла киптерергә була. Был ысулды Солтанморатова Нәфисә апай яҙып ҡалдырған. 

Башҡорт сәйенең ябай ысулы: 
1) Шул уҡ үләндәрҙе һабағынан таҙартаһың; 
2) Үләндәрҙе бутайһың һәм ҡаҙанға йәки ҙур кәстрүлгә һыу һалып бергә, быҡтырырға ҡуяһың; 
3) Ҡайнап сыҡҡас та һөҙөп алаһың; 
4) Киптерергә һалаһың (мейестә лә, ҡояшта ла, духовҡала ла мөмкин); 
5) Киптергәс ыуалайһың һәм сәй әҙер. Был Сафина Хөснә апайҙан яҙып алынған рецепт. 
Ҡабаҡ сәйе 
Ҡабаҡтың тышын ваҡ итеп кенә турайһың да ҡыҙыу мейестә киптереп алаһың. Тәмгә тәмле генә була. Солтанморатова Нәфисә апай яҙып ҡалдырған. 



Ете үлән сәйе. Сәй яһау өсөн таҙа урында ҡырҙа үҫкән ҡарағат, ер һәм ҡурай еләге япраҡтарын, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ерегүлән (еркәүек тип тә йөрөтәләр, урыҫсаһы – таволга) һәм боланут (иван-чай) япраҡтарын йыйып алырға кәрәк. Сәйгә тип әҙерләнгән үләндәрҙе июль урталарында, аяҙ көндә сәғәт 11-гә тиклем йыйыу мотлаҡ. Һәр береһенән 200 грамм тирәһе алына, ә бына еркәүекте 100 грамм ҡушыу ҙа етә, сөнки был үлән бик көслө. Йыйылған үләндәрҙе бергә бутайбыҙ ҙа клеенкаға урап, быҡтырырға һалабыҙ. Ваҡыты менән ҡарап торорға мөмкин. Ямғырлы йылда уралған үлән – өс көндә, ә ҡоро йылдарҙа 6-7 көнгә тиклем ята. Үләндәр ҡарайып быҡһа, улар өлгөргән тип иҫәпләнә. Артабан уларҙы ышыҡ урынға һалып, елләтеп киптерәбеҙ.
Кипкән үләндәрҙе ҡулдар менән ваҡлайбыҙ. Ете төрлө үләндән барлыҡҡа килгән сәйҙе киптереп алғас, файҙаланырға мөмкин. Уны айырым сәй итеп эсергә кәрәк, әммә шуны ла оноторға ярамай: оҙайлы ваҡыт ҡулланыу кәрәкмәй. Бигерәк тә ҡыш эсһәгеҙ барлыҡ сирҙәрҙе ҡыуыр, күңелде күтәрер ауырыу һеҙҙе урап үтер.

Йәмле йәйҙең матур көндәрен хәтерләткән үлән сәйе һәр кемдең өҫтәлендә булыуын теләйбеҙ.

“Мин үҙем йәйен төрлө үләндәрҙән сәй әҙерләргә яратам. Йүкә сәскәһе, мәтрүшкә, бөтнөк, болон туҡранбашы (сәскәһе һәм япрағы), ҡарағат, сейә, ҡурай еләге япраҡтары (урманда үҫкәне булһа, тағы ла шифалыраҡ), ослобаш (беҙҙә ҡайын еләген шулай тип әйтәләр), тупарбаш (ер еләге) еләгенең япраҡтарын йыйып, ышыҡта, ҡояш төшмәгән урында киптерәм. Киптерелгән еләктәрҙе өҫтәргә лә була. Шунан уларҙы бергә ҡушып, сәй яһайым. Үләндәрҙе төрлөсә ҡатнаштырып, төрлө “сорт”лы сәйҙәр әҙерләргә мөмкин. Һәр береһенең ҡабатланмаҫ тәме, хуш еҫе… Үләндәрҙе айырым ғына сәй итеп эсергә лә, ҡара сәйгә ҡушып бешерергә лә була. 
Ҡышын бындай сәй сырхауҙарҙы ла ҡыуа, күңелде лә йылыта, йәмле йәй көндәренә алып ҡайта. Йәй йылыһын әхирәттәремә лә өләшәм, таныштарыма ла күстәнәс итеп алып барам,”- тип һөйләй Клара ФӘХРЕТДИНОВА, Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы.

Илеш районы Илеш ауылында йәшәүсе Гөлсимә апай Хәмидуллина сәйҙе бал менән эшләй.

Баллы сәй. Был сәй составында ҡыҙыл бөрлөгән, ер еләге, ҡырағай сейә һәм ҡара ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары, мәтрүшкә һәм һары мәтрүшкә сәскәһе бар. Йыйылған үләндәр киптереп ыуыла һәм өҫтөнә әҙ генә бал һалынған килеш духовкала тотола. Был сәйҙе мин һеҙгә әҙерләп килтерҙем. Уны айырым сәй итеп эсергә кәрәк, әммә шуны ла оноторға ярамай: оҙайлы ваҡыт ҡулланыу кәрәкмәй. Бигерәк тә ҡыш эсһәгеҙ барлыҡ сирҙәрҙе ҡыуыр, күңелде күтәрер ауырыу һеҙҙе урап үтер.





Өсөнсө бүлек.

Ауыҙ-тел ижадында һәм шағирҙар ижадында“сәй” сағылышы.

Асыҡ сырай — таҡта сәй.

Үпкә йөҙгәнсе сәй эсеү (әйтем). 

Бер сынаяк сәйҙең ҡырҡ йыл хәтере бар (әйтем).

Батыр ѳс башлы дейеү менән ѳс кѳн, ѳс тѳн алыша һәм еңә. Бының ѳсөн өс кѳн алдан ѳс ҡаҙан ит ашай, ѳс самауыр сәй эсә (әкиәттән).

Сәй көлдөрөр, кеҫәне бөлдөрөр.



Сәй тегермән ташын күтәрә.



Сәй - түгел борос, сәйҙе һалһаң һал бер ус, төшөүе килһә, бешеүе килер.



Сәйеңде һал услап, эсәрһең тыныслап.



Сәй яны – ғаилә йәне.



Бар янында бар яҡшы, сәй янында бал яҡшы. 



“Әсәй, өләсәй, ейәнсәр

Өсәүләп сәй эсәләр.

Сәйнүк сәйен эсеп бөткәс,

Самауырға күсәләр.” (А. Йәғәфәрова)



Йыр. “Асия”.

Сәй эсәбеҙ бал менән,

Бала-сағалар менән.

Бала-саға алты йән:

Әхмәт, Нәжип, Закирйән,

Зәйнәп менән Ғалиә,

Иң һуңғыһы Асия.

Сәй эсәбеҙ бал менән,

Бала-сағалар менән.

Балды кем бигерәк һөя?

Иң кесеһе Асия.

Ул бигерәк тә кес кенә,

Йәше лә тик өс кенә.

Сәй эсәбеҙ бал менән,

Бала-сағалар менән.

Бала-саға алты йән:

Әхмәт, Нәжип, Закирйән,

Зәйнәп менән Ғәлиә,

Иң кесеһе Асия.


Өрөк (Роберт Миңнуллин шиғыры)

Өшөткәс тышта йөрөп,

Китәбеҙ өйгә инеп.

Иренебеҙҙе бөрөп,

Беҙ сәй эсәбеҙ өрөп.

Һалынған сәйгә өрөк,-

Ауыҙҙа тора иреп!


Сәй  (Ләйсән Фәтхөтдинова шиғыры)

Сәй эсәләр яратып,

Хуш еҫтәрен таратып.

Иҫем китмәй тик уға,

Сәй кәрәк түгел миңә.

Сәй эсәләр үләнләп,

Эсәләр тәмләп-тәмләп.

Ҡыҙыҡмайым үҙенә,

Сәй оҡшамай үҙемә.

Сәй эсәләр яндырып,

Сүбен генә ҡалдырып.

Биттәрен дә яндырып

Сәй эсәләр ҡыҙҙырып.

Сәй эсәләр бешереп,

Ҡоймаҡтарын төшөрөп.

Яра инде, бирелдем,

Сәйгә тип үрелдем.

Сәй эсәм мин дә тәмләп,

Мәтрүшкәләп-үләнләп.

Сәйһеҙ тормайым хәҙер,

Иртә-кисен сәй әҙер.











Йомғаҡлау


Халҡыбыҙҙың сәй эсеү һәм яһау традицияларын өйрәнгәндән һуң, шундай һығымта яһарға була. Беренсенән, донъяла барлыҡ кеше сәйҙе ярата. Сәй – ҡунаҡсыллыҡ билдәһе, уны ҡунағыңа ла, “ут алырға” ғына ингән күршеңә лә тәҡдим итәһең. Ул – өҫтәл йәне. Икенсенән, илебеҙҙә ҡытай сәйенә ҡәҙәр боланут сәйе, уға тиклем төрлө үләндәр сәйе йәшәп килгән. Хәҙерге көндәрҙә лә үлән сәйе яһау серҙәрен белгән кешеләр бар. Өсөнсөнән, сәй ризыҡ ҡына түгел, ә дауаланыу сараһы икәнен дә онотмайыҡ. Шуға ла сәй составындағы дарыу үләндәрен үлсәүле ҡулланырға кәрәк.

Сәй менән бәйле мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, йола күренештәре, ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә халҡыбыҙҙа бар, һаҡланған һәм яңыртыла. Быға миҫал булып яңы махсус мағазиндар асыла, ә 2004 йылдан алып 15 декабрҙә Халыҡ-ара сәй көнө үткәрелә, сәй байрамдарына халыҡ йыйыла.

Тарих нисек кенә үҙгәрмәһен, сәй табыны кешеләрҙе берләштерә.

Тикшеренеүҙәр барышында алдыбыҙға ҡуйылған бурыс үтәлде. Башҡорт халҡының сәй продукты булыуын, үҙенсәлеген асыҡланым. Был башта ҡуйылған гепотезамды кире ҡаҡты. Мин быға бик шатмын. Халыҡ хәтере тәрән, белеме бай икәненә инандым.





Ҡулланылған сығанаҡтар


  1. Тормош һабаҡтары. И.Д.Бураҡаев, М.С.Бураҡаева, М.Б.Юлмөхәмәтов.

  2. Чаепитие давних соседей. Башкирское чаепитие. Источник: http://www.tea-terra.ru/2013/11/13/10239/

  3. Үҫемлектәр донъяһына сәйәхәт. С.И. Йәнтүрин.

  4. Сәй эсәйек бергәләп. “Башҡортостан” гәзите. http://www.bashgazet.ru

  5. Путь чая. Виноградский Б.

  6. Чай. Похлебкин В.









Сығыш.

(СЛАЙД 1-2) Кеше әллә нисә быуат сәйҙең составын тикшерә, ләкин әле булһа тулыһынса өйрәнеп бөтә алмай. Сәй - химик составы буйынса иң ҡатмарлы булған үҫемлектәрҙең береһе һанала. Уның составында кәмендә 130-ҙан ашыу матдә бар. Үҙенә шулай витаминдар туплаған сәйҙең файҙалы һәм тәмле булыуы уны бөтәһенең дә яратҡан эсемлеге рәтенә индерә. 
Сәйҙең иң сифатлыһы һәм сихәтлеһе - сәй ҡыуағының өҫкө япраҡтарынан эшләнгәне. Унан һуң ҡыуаҡтың урта өлөшөндә үҫкән япраҡтарҙан эшләнгән сәй килә. Иң һуңғы баҫҡыста - ҡыуаҡтың аҫҡы япраҡтарынан әҙерләнгән сәй тора. Рәсәйгә күберәген аҫҡы япраҡтарҙан төрөлгән сәй килтерелә, ә өҫкө япраҡлы сәйҙәр бик һирәк осрай. Бик теләгәндә, уларҙы тик махсус магазиндарҙа һәм ныҡ ҡыйбат хаҡҡа ғына табырға мөмкин. 

(СЛАЙД 4) Беҙҙең ҡалала ике махсус сәй магазины бар, хаҡтары ла осһоҙ түгел, сират та күренмәй.

(СЛАЙД 5) Әлеге көндә магазиндарҙа сәй ассортименты күп төрлө. Кешеләр уның сифатлыһын һайлап баш вата. Ҡайһылары өләсәйҙәрҙән ҡалған рецептар буйынса сәй һәм сәй эсемлектәре яһай башланы. Шуға мин был теманы тикшерергә булдым.

(СЛАЙД 6) Эш барышымда беҙҙең илдә сәй тарихы һәм башҡорттарҙың сәй рецепттарын өйрәнергә тырыштым. XVII быуат уртаһына ҡәҙәр беҙҙең илдә эскән сәй ниндәй булған? Әлеге көндә боронғо сәй рецепттары ҡулланыламы?

Сәйҙе кем генә эсергә яратмаһын инде? Тормоштоң төрлө осраҡтарында ла – өҫтәл артында аралашҡанда ла, йылынып алыу, көс-хәл йыйыу йәки аштан һуң да беҙ сәй эсергә өйрәнгәнбеҙ. Сәй эсмәүселәр беҙҙең илдә бик һирәк, улар беҙгә сәйер тойола. Сәйҙе үҙенә күрә «наркотик» тип атаусылар ҙа дөрөҫ фекерҙә. Саҡ ҡына сәй эсмәй торһаҡ, баш ауырта башлай, кәйеф тә юғала.

(СЛАЙД 7) Сәйҙең тыуған яғы Ҡытай тип һанала, сөнки ул 5000 йылдан ашыу ваҡыт билдәле. Һуңыраҡ Японияға, Һиндостанға һәм башҡа көнсығыш илдәренә таралған. Рәсәйгә сәйҙе 1638 йылда Мәскәү посолы Василий Старков Алтын урҙа ханы бүләге итеп Михаил Федорович Романовҡа алып ҡайта.

Ер шарында сәйҙең 2000 төрө бар. Һәр халыҡтың сәй эсеүгә ҡағылышлы ғөрөф-ғәҙәттәре бар. “Сәйгә килеп китегеҙ тип,” – башҡорттар бер-береһен аралашып ултырырға саҡырған.

Борон беҙҙең өләсәйҙәр магазиндан барып сәй ала алмағандар, ә үҙҙәре йәй етеү менән әҙерләгәндәр. Үҙҙәре яһаған сәйҙәр сәләмәтлеккә бик файҙалы ла, тәмле лә булған. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра – тип халыҡ бушҡа ғына әйтмәгән.

Мин йыйған сәйҙәр рецептарында беҙ белгән дарыу үләндәре ҡулланыла.

Уларҙы төрлө юлдар менән әҙерләгәндәр.

(СЛАЙД 8) Беренсе юл, боланут япраҡтарын төрөп әсеткәндәр һәм киптергәндәр. Ул ҡара сәйгә оҡшаған, әммә кофеин булмауы менән яҡшы. XII быуаттан уҡ даны таралған, европалылар яратып эскән “копорье сәйе” боланут япраҡтарынан эшләнгән. Сәйгә исем ауыл атамаһынан алынған. Тик ХХ быуат башына тиклем сит илдәргә сығарылған тауар революциянан һуң етештерелмәй башлаған. 

(СЛАЙД 9) Икенсе юл, йыйылған үләндәр тоҡ эсендә бәһәреп ята, шунан киптерелә.

(СЛАЙД 10) Өсөнсө юл, йыйылған үләндәр киптереп ыуыла.

(СЛАЙД 11) Дүртенсе юл, йыйылған үләндәр киптереп ыуыла һәм өҫтөнә әҙ генә бал һалынған килеш духовкала тотола. Был сәйҙе мин һеҙгә әҙерләп килтерҙем. Уны айырым сәй итеп эсергә ярамай, әммә шуны ла оноторға ярамай: оҙаҡ ваҡыт ҡулланыу кәрәкмәй. Бигерәк тә ҡыш эсһәгеҙ барлыҡ сирҙәрҙе ҡыуыр. Был сәй составында ҡыҙыл бөрлөгән, ер еләге, ҡырағай сейә һәм ҡара ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары, мәтрүшкә һәм һары мәтрүшкә сәскәһе бар.

(СЛАЙД 12) Халҡыбыҙҙың сәй эсеү һәм яһау традицияларын өйрәнгәндән һуң, шундай һығымта яһарға була.

Беренсенән, донъяла барлыҡ кеше сәйҙе ярата. Сәй – ҡунаҡсыллыҡ билдәһе.

Икенсенән, илебеҙҙә ҡытай сәйенә ҡәҙәр боланут сәйе, уға тиклем төрлө үләндәр сәйе йәшәп килгән. Хәҙерге көндәрҙә үлән сәйе яһау серҙәрен белгән кешеләр бар.

Өсөнсөнән, сәй ризыҡ ҡына түгел, ә дауаланыу сараһы икәнен онотмайыҡ. Шуға ла сәй составындағы дарыу үләндәрен үлсәүле ҡулланырға кәрәк.

Мин гербарий яһаным, уны файҙалы кәңәштәр менән байыттым.

Сәй менән бәйле мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, йола күренештәре йәшәй, ә 2004 йылдан алып 15 декабрҙә Халыҡ-ара сәй көнө үткәрелә.

Тарих нисек кенә үҙгәрмәһен, сәй табыны кешеләрҙе берләштерә.

Тикшеренеүҙәр барышында алдыбыҙға ҡуйылған бурыс үтәлде. Башҡорт халҡының сәй продукты булыуын, үҙенсәлеген асыҡланым. Был башта ҡуйылған гепотезамды кире ҡаҡты. Мин быға бик шатмын. Халыҡ хәтере тәрән, белеме бай икәненә инандым.








Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!