СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Халыҡ батыры- Ҡаһым түрә.( сценарий)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Халыҡ батыры- Ҡаһым түрә.( сценарий)»



Халыҡ батыры- Ҡаһым түрә”

(сценарий)


Аҡ батша- Мачулин Всеволод, 14 йәш

Ҡаһым түрә- Ғәлимов Низам, 14 йәш

Ҡаһымдың әсәһе- Мәхмүтова Азалия, 14 йәш

Ҡаһымдың ҡатыны, Сафия – Сәмиғуллина Яна, 12 йәш

Аҡһаҡал- Дәүләткилдин Әбүзәр, 16 йәш

һалдаттар- Алексеев Егор, 14 йәш, Әбделмәнов Камил, 15 йәш

илсе- Мәхмүтов Сыңғыҙ, 11 йәш

һанат- Сибәғәтов Азат, 15 йәш

ҡыҙҙар- Сибәғәтова Гүзәл, Тойғонова Алсина, Әхмәҙиева Алина


1812 йыл. Һуғыш бара. Урман эсе. Атыш, гөрһөлдәгән тауыштар. (Алғы планда ике һалдат. Атышы- атыша килеп сығалар. Һуңынан ултырып, мылтыҡтарын таҙарта башлайҙар.) Береһе:

  • — Скажи-ка, дядя, ведь не даром

  • Москва, спаленная пожаром,

  • Французу отдана?

  • ( мылтыҡ, автомат, гөрһөлдәү тауыштары)

Сәхнәнең уң яҡ сите.

Аҡ батша килеп сыға. Уға илсе йүгереп килеп хат тоттора. Аҡ батша уҡып, кәйефе ныҡ ҡырыла. Сөнки беҙҙекеләр сигенә. Хатты йыртып ташлай.

  • Аҡ батша. – О, земля, моя! Неужели вы достанетесь врагам? Неужели мы больше не сможем ходить по этой земле? ( уйланып тора)

- Где вы, мои поданные?

  • (Сәхнәгә йүгереп һанат килеп сыға.)

Аҡ батша. - В моих владениях есть такой народ, называются башкиры. Может у них попросить помощи? Пусть собирают войско из самых смелых, отважных джигитов.





Һанат 1.- Вы правы, царь. С этой задачей они точно смогут справиться. Давайте, напишем им письмо.

(Башҡорттарға хат яҙырға булғандар)

Аҡ батша. Башкиры, я к вам обращаюсь за помощью! Москву захватили французы. Нам самим не справиться с этой бедой. Отправьте нам войско с самыми храбрыми джигитами. ( һанат ҡанат алып яҙа)

( сәхнә артына сығып китәләр)

(Башҡорт иленә илсе килә. Сәхнәлә- аҡһаҡал, егеттәр, ҡыҙҙар. Тирә - яҡҡа ҡысҡырып, һөрән һала:

  • “ Иғтибар! Батша фарманын тыңлағыҙ! Иң батыр һәм ҡыйыу егеттәр, ҡулдарына ҡорал алып, аттарына менеп сапһын ! Аҡ батшаға ярҙамға килһен! ”. (илсе сығып китә)

Аҡһаҡал.- Барайыҡ, шул дошмандарҙы еңәйек.

Егеттәр бер юлы:

- Барайыҡ, барайыҡ!

Аҡһаҡал:

-Батырлығыбыҙҙы күрһәтәйек уларға.

Башлыҡ итеп кемде ҡуябыҙ?

Егеттәр. (Ҡаһым, һанат, сцен.башындағы ике һалдат ) Ҡаһымды!

Ҡалғандар уның һүҙен йөпләйҙәр.

Аҡһаҡал Ҡаһымға мендәргә һалынған ҡылыс тоттора.

  • -Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Ҡаһым( алға сығып):

-Его величество император Александр Павловичҡа һәм Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт итермен! (ҡылысты үбә)

- Бөтәһе:

- Һай, афарин!!!

Ҡаһым: Ата-бабаларҙың ҡанын һыулап

Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юнып,

Дошмандарҙы сыр-сыу килтереп

Беҙ ҡайтырбыҙ илгә шатланып.

(Күҙ асып йомғансы ғәскәр йыйылған.Егеттәр төрлө хәрәкәттәр башҡара.)

Ҡаһымдың әсәһе. Юлығыҙ ҡыҫҡа булһын! Бына һеҙгә тегәр еп. ( еп тарата)

Сафия.- Иҫән- һау әйләнеп ҡайт, йәнем! Минән һиңә күлдәк.

Ҡаһым: - Күлдәк?

Сафия: - Уны кейһәң, үлем килмәҫ һиңә яҡын да.(иренә күлдәк бирә, ҡосаҡлашалар)

Ҡаһым түрә. - Взвод, теҙелергә!. (Һалдаттар, һанаттар стройға теҙелә) По коням!

Ҡаһым. Беҙ китә лә тип иламағыҙ,

Илаһағыҙ, юлыбыҙ уңмаҫ.

Ир – егеттәр сәхнәнең бер яғынан сығып китәләр, ә халыҡ икенсе яғынан ҡул болғап, “һау булығыҙ!, “Иҫән - һау йөрөп ҡайтығыҙ!” тигән һүҙҙәр менән таралыша.

Атыш, гөрһөлдәү тауыштары. Ҡаты алыш бара.

Тыныс тормош. Ҡыҙҙар һыуға китеп бара. Йөҙҙәре шат.

  1. се ҡыҙ.Ҡыҙҙар, ҡалай рәхәт! Һуғыш бөттө! Тыныс тормош башланды.

  2. се ҡыҙ.- Эйе шул. Беҙҙең егеттәр еңеү өсөн бик ҡаты һуғыштылар.

  3. сө ҡыҙ.- Башҡорт атлылары беренсе булып Парижға барып инә.

  4. сө ҡыҙ. – Кутузов үҙе уларҙы , “Любезные вы мои, башкирцы!” тип маҡтай.

  5. се ҡыҙ. –Ҡыҙҙар, әллә шул йырҙы йырлап алайыҡмы?

Азат баянда уйнай башлай. Күмәкләшеп “Любизар” йырын йырлайҙар.