Һаумыһығыҙ хөрмәтле жюри ағзалары, хөрмәтле коллегалар! Хәйерле көн уҡыусылар
Маҡсат:
-Бөгөнгө йәштәр Рәсәйҙең киләсәге булыу сәбәпле йәштәрҙең патриотик мәсьәләләргә булған мөнәсәбәтен,ҡарашын асыҡлау
-Заманса йәмәғәтселек тормошонда патриотизмдың тотҡан ролен асыҡлау
-Уҡыусыларҙа патриотизм менән бәйле төшөнсәләр һәм ҡараштар формалаштырыу
Бурыстары:
-Тарихи ҡиммәттәр һәм Рәсәйҙең донья яҙмышындағы роле нигеҙендә уҡыусыларҙың патриотик тойғолары һәм аңын формалаштырыу, үҙ иле өсөн ғорурлыҡ тойғоһон һаҡлау
-Илдең дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауға һәләтле Ватан гражданы –патриот, рухлы шәхес тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың эшләү формаһы: төркөмләп, фронталь
Методтар һәм алымдар: «актив тыңлау» ысулы, фекерләүҙе талап иткән проблемалы мәсьәләләр(ситуациялар) тыуҙырыу , добавить
Кәрәкле техник ҡорамалдар: компьютер: ноутбук, таштар,интернет.....
Төп төшөнсәләр: патриот, патриотизм
Класс сәғәте барышы
Уҡытыусы: -Һаумыһығыҙ ҡәҙерле уҡыусылар!
Минең исемем Ҡотлогилдина Зөлфиә Котдосовна
Һеҙҙең менән бөгөнгө класс сәғәтендә минең ҡарашҡа бик мөһим һәм актуаль булған бер мәсьәләгә туҡталып китмәксемен.
Ситуация :(Өҫтәлдә бәләкәй һауытта төрлө ҙурлыҡтағы,төрлө төҫтәге эреле-ваҡлы таштар ята.Һауыттан һәр бер бала үҙенә оҡшаған берәр таш ала).
Уҡытыусы:-Балалар.Һеҙҙең ҡулдарығыҙҙа беренсе ҡарашҡа ябай ғына таштар. Хәҙер таштарҙы әйләндереп, тулғандырып ентекләп ҡарап сығығыҙ. Ауырлығын самалағыҙ, формаһына, төҫөнә иғтибар итегеҙ. Кемдә ниндәй таш , әйтеп сығығыҙ әле.(балалар ҡулдарындағы таштарҙы һүрәтләп бирәләр).Кем нисек уйлай? Таштар ни өсөн бер төрлө генә түгел икән ?Төҫө формаһы, ҙурлығы менән айырыла.
Уҡытыусы:-Эйе балалар,әле һеҙ күргән ябай ғына һәр бер таш үҙенә күрә үҙенсәлекле.Һәр бер таштың үҙенсә генә ҡабатланмаҫ формаһы , төҫө, ауырлығы бар. Таштарҙың гранит тоҡомлоһо ла,бәрелһә-ыуалып торғандары ла,эре-эре йылға таштары ла, шишмәнең теш ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыуында сайҡалып сыныҡҡандары ла , ташкүмер тигәндаре лә(уныһы инде мейестәрҙә янып үҙ йылыһын биреп күпме өшөгән тәндәрҙе ,йәндәрҙе йылытҡандары )ла, күҙҙең яуын алып торған ҡыйбатлы биҙәү таштары ла бар.Күҙ алдына килтерҙегеҙме
Беләһегеҙме ,уҡыусылар,мин нишләптер таштарҙы кешеләргә оҡшатам. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң кешеләр ҙә шулай бит? Доньяла төрлө кешеләр бар-гранит кеүек ҡаты ихтыярлы,тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла һынмай торғандары ла, ҡая таштарындай ел-дауылға бирешмәй күкрәк киреп торғандары ла, ыуалып саңға әйләнгәндәре лә, тирә-яҡҡа үҙ йылыһын өләшеп юҡҡа сыҡҡандары ла, ҡыйбатлы аҫыл таш кеүек тирә яҡҡа үҙенең матурлыгын,йәмен таратҡандары ла... Ниндәй генә кешеләр булһаҡ та беҙҙе нимә берләштерә? Беҙҙе, ошо аудиторияла ултырған кешеләрҙе нимә берләштерә һуң
Эйе беҙ иҫ киткес бай, матур илдең халҡы,уның исеме-Рәсәй. Ер йөҙөндә бик күп мауыҡтырғыс илдәр бар, әммә Рәсәй-берҙән-бер ғәжәп ил, сөнки ул беҙҙең илебеҙ. Тыуған ил ул кешелә булған иң ҡәҙерле нәмә-изге урын.Изге урын... Был төшөнсәне ябай һүҙҙәр менән генә тиҙ генә аңлатып булмайҙыр, уны күңел менән генә тойоу кәрәк. Балалар! Ә Тыуған ил һеҙҙең өсөн нимәнән башлана? (Балалар менән әңгәмә) Тыуған ил –ул беҙҙең ҡалабыҙ, тыуған йортобоҙ,ҡыҙыҡлы итеп үткән дәрестәр,шаулап торған тәнәфес... Һәр кем үҙенең тыуып –үҫкән ауылын,уйнап үҫкән урындарын, атай менән әсәй йортон ярата. Ошонан башлана ла инде тыуған илгә булған һөйөү тойғолары. Тик башлана ғына...Кеше ҙурая килә үҙенең ауылын йәки ҡалаһын ғына Ватаным тип иҫәпләмәй , ә тотош илен Ватаным тип иҫәпләй. Үҙенең тыуған илен ысын күңелдән яратҡан , хөрмәт иткән , үҙенең хеҙмәте менән матурлаған , үҙенең көсөн һәм һәләтен биргән. Кәрәк булһа ғүмерен дә бирергә әҙер булған кешене кем тип әйтәбеҙ? Ул кеше бер ҡасан да илен һатып ситкә сығып китмәй.
Уҡыусыларға һорау ҡуябыҙ
Уҡытыусы:--Дөрөҫ. Әлбиттә патриот тип әйтәбеҙ Уҡыусылар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән патриот, патриотизм тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.
Шулай итеп ,бөгөнгө класс сәғәтенең темаһы : Патриотизм
Уҡытыусы:-Һуңғы ваҡыттарҙа беҙ һеҙҙең менән мәктәптә лә, радио телевизор аша ла , интернет селтәрҙәре аша ла патриот , хеҙмәт итеү,батырлыҡ, Ватан һүҙҙәрен күп ишетәбеҙ һәм йыш ҡулланабыҙ. Ә һеҙ ,уҡыусылар әлеге, заманса белем алыусы уҡыусылар ,аңлайһығыҙмы ошо патриот һүҙенең мәғәнәһен?
Мәҫәлән: Тыуған илгә патриоттарса тоғро булыу- нимәне аңлата ул?
Ватан хаҡына һеҙ әҙерме патриотик рухтағы батырлыҡ ҡылырға?
Патриотик тема илебеҙ өсөн актуаль темаларҙың береһе булып тора. Балала тыуған илгә һөйөү тойғоһон нисек уятырға? Сөнки ул тойғо һәр йәндә бар.Әммә ләкин ул тойғоно көсәйтергә кәрәк.Сөнки Ватанды яратырға мәжбүр итеү мөмкин түгел. Ватанға ҡарата һөйөүҙе тәрбиәләргә кәрәк. Класс сәғәтенең төп маҡсаты булып ХӘҘЕРГЕ ЗАМАНДА ПАТРИОТ БУЛЫУ МӨМКИНМЕ ? тигән һорау тора. Әйҙәгеҙ әле уҡыусылар,патриот һүҙенә аңлатма биреп үтәйек.
СЛАЙД
| Патриот үҙ Ватанын яратҡан,үҙ халҡына тоғро булған , Тыуған ил мәнфәғәттәре хаҡына ҡорбан булырға һәм батырлыҡтарға әҙер булған кеше Владимир Иванович Даль |
| Патриотизм-үҙ Ватаныңа ,үҙ халҡыңа һөйөү һәм тоғролоҡ. Дмитрий Николаевич Ушаков |
| Патриотизм –әхлаҡи һәм сәйәси принцип, социаль тойғо,уның йөкмәткеһе –Ватанға һөйөү,уға тоғролоҡ.Уның үткәне һәм бөгөнгөһө өсөн ғорурлыҡ, Ватан мәнфәғәттәрен яҡларға ынтылыш Философик һүҙлектән |
| Патриот-Илһөйәрлек Патриотизм-Ватансылыҡ |
Уҡытыусы:-Халҡыбыҙҙың төп байлығы-уның халҡы,үҙенең традициялары һәм Рәсәй кешеһенә генә хас характер һыҙаттары
Күп яҙыусылар үҙҙәренең шиғырҙарында һәм әҫәрҙәрендә Ватаныбыҙҙы данлай. Минеңсә , үҙ илеңде нисек бар шулай яратырға кәрәк -ҡаҙаныштары менән дә, етешһеҙлектәре менән дә.Беҙ билдәле ғалимдар,яҙыусылар, рәссамдар, тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән батырҙар менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең ил йыһанға тәү башлап юл асҡан ил,шулай уҡ төрлө фән һәм ғилми асыштар өлкәһендә лә ҙур асыштарға ирешкән ил.
СЛАЙД
Уҡытыусы:-Шулай уҡ Тыуған Илебеҙ тарихы беҙгә ватан мәнфәғәте өсөн көсөн йәлләмәгән ҡыйыу патриоттар тураһында ла һөйләй.
| С.Юлаев М. Гәрәев А.Матросов Маршал Жуков Миңлегәле Шайморатов |
Шайморатов генерал йыр ҡуябыҙ
Уҡытыусы:-Был йырҙы белмәгән кеше юҡтыр Әйҙәгеҙ уҡыусылар ҡушылып йырлап алайыҡ.
| Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды күк Урал. Ат уйнатып алдан бара, Шайморатов генерал |
Ошо батыр йөрәкле,ҡыйыу кешеләрҙе иҫкә төшөрөп үткәндән һуң ысын патриотизмдың тыуған илгә һөйөү тураһында буш һүҙ түгел икәнен, ә уның сәскә атыуы өсөн мөһим һәм кәрәкле эш башҡарыу икәнен белдек.
Һәр ваҡыт кешеләр үҙҙәренең ата бабаларының тәжрибәһенә таяна, тарихи үткәне булмаһа бөгөнгөһө лә,киләсәге лә булмаясаҡ. Ил ,халыҡ яҙмышына битараф булмаған кешеләргә үҙ тарихын , ата-әсәһен оноторға. оялырға кәрәкмәй!Үҙеңдең телеңде,традицияларыңды,йолаларыңды белеү –патриотик рух булыуын аңғартҡан күрһәткес ул.Бына һеҙ мәҫәлән тыуған ил тураһында ниндәй мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беләһегеҙ?
Берҙә түгел-илдә көс
Илен белмәгән-тиле
Иле юҡтың түшәге юҡ,
Икмәге юҡтың көйшәме юҡ.
Ил ни күрһә, һин дә шуны күрерһең.
Сит илдә солтан булғансы.
Үҙ илеңдә олтан бул.
Мәҡәл әйтемдәрҙе белеүегеҙ рухлы егеттәр икәнегеҙҙе иҫбатлай.Афарин егеттәр !
Уҡытыусы:-Бына хәҙер егеттәр, алдығыҙҙа ятҡан таштарҙы ҡулығыҙға алып телдән генә Рәсәй гражданы- патриоты портретын төҙөп ҡарайыҡ.Һәр кем үҙенең алдында ятҡан ташын ала бара, һәм патриотизмға ҡағылышлы һүҙ әйтеп кәрзингә һала бара.
Кәрзингә таштар инеп ята
Уҡытыусы:-Балалар. Бына ҡарағыҙ әле.Ошо таштар һеҙҙең ҡулығыҙҙа һәлмәк кенә таш киҫәктәре ине. Ә инде бергә өйөп һалғас бәләкәй генә тау өйөмө хасил булды. Беҙҙең көсөбөҙ ҙә ,берҙәмлегебеҙ ҙә ошо тау һымаҡ. Берлектә-бәрәкәт, тарҡаулыҡта-һәләкәт тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр боронғолар.
Әгәр ҙә беҙ бергә берҙәм, татыу булһаҡ бер кем дә беҙҙең еребеҙгә үтеп кермәҫ. Беҙең татыулыҡты, берҙәмлекте, тыуған еребеҙ өсөн таш ҡалҡан кеүек тороуыбыҙҙы ,тыуған еребеҙҙе яратыуыбыҙҙы күреп кәрәкмәгән кешеләр урап үтер, ә яңғыҙ таш булып ятып ҡалһаҡ тапап ,һындырып китәсәктәр.
Рух ныҡлығын,Илһөйәрлек , Ватансылыҡ сифаттарын тәрбиәләү тыуған йорт йә иһә мәктәп тупһаһынан башланған икән бигерәк тә һәйбәт.
Күл тамсынан йыйыла,ти. Ә тауҙар таштан йыйыла .
Слайд
Тыуған яҡтың тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш патриотизмға туранан-тура ҡағыла. Әгәр кеше сүп-сар ҡалдырһа, кәнфит ҡағыҙҙары ташлаһа-был уның Ватанды яратмауын аңлатмай.. Территорияның таҙалығын тәртиптә тотоу өсөн махсус хеҙмәткәрҙәр яуаплы, уларға бының өсөн эш хаҡы түләнә.. Әммә ысын патриот тыуған яғының . тәбиғәтенең нисек һәләк булыуына битараф ҡарай алмай, ул үҙенең подъезын, ихатаһын таҙалыҡта һәм тәртиптә тоторға ярҙам итергә тейеш.Был ваҡ- төйәк кенә һымаҡ күренә әммә төптәнерәк уйлаһаң Тыуған илгә һөйөү ошонан башлана ла инде. Изге эштәрҙә ҡатнашыу шулай уҡ патриотизм сағылышы.