СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Кластан тыш сара

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Кластан тыш сара»

Баҡалы районы Ҡамышлытамаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғабдрахманова Н.К. ҡыҙының мәктәптә уҙғарылған кластан тыш сара эшкәртмәһе.

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен”

Зал байрамса биҙәлгән. Күңелле музыка уйнай. Сәхнәгә алып барыусы сыға.

А. Б. Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар! Бөгөнгө кисәбеҙ “Быуындар сылбыры өҙөлмәһен”, йәғни “Туғанлыҡ сылбыры өҙөлмәһен” тип атала.

Тамырҙар...Беҙҙең тамырҙарыбыҙ, йәғни, туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ кемдәр? Минең сығышым ҡайҙан? Ҡамышлытамаҡ һәм Саҡат ауылдарына нигеҙ һалыусылар, Сөн йылғаһы буйының, тирә-яҡтың гүзәл тәбиғәтен тәү башлап төйәк иткән ата-бабаларыбыҙ кемдәр? Шул турала уйланырға, тарихты күҙ алдына китерергә тырышайыҡ. Ҙур байрамда мөхтәрәм ҡунаҡтар ҙа ҡатнаша. Улар менән байрам барышында танышырбыҙ. Ә хәҙер һүҙ балаларға бирелә.

Балалар сығышы:

Һаумыһығыҙ, тип сәләмләйем,

Тыуған ауыл кешеләрен.

Йылы һүҙем кинәндерһен,

Ололарын, кеселәрен.



Нисә йылдар күрешмәгән

Быуындаштар, яҡын дуҫтар.

Насип булғас, бына бөгөн

Ҙур байрамға йыйылдылар.



Һаумыһығыҙ, ырыуҙаштар,

Ҡан-ҡәрҙәштәр һәм ерҙәштәр!

Ҡайнар сәләм,фекерҙәштәр,

Рухташтарым, тамырҙаштар!

Сәләм туған нәҫелдәрен

Ҙурлап килгән дуҫтарға.

Тимәк, изге хәбәр еткән

Йыраҡ-йыраҡ ерҙәргә.

Йыр:

Ай ҙа рәхәт икән, туғандарың менән

Бергә-бергә ғүмер итеүе.

Донъя етә бит ул, беҙҙән китә бит ул

Йәл булмаһын ғүмер үтеүе.

Туған туғандарға, баҫып торғандарға

Урын бирәләр бит түрҙәрҙән.

Донъя еңелерәк, йәшәү күңеллерәк

Туғандарың менән бергәләп.

Гел йәшәһәң ине, иңгә терәп иңде

Туғандарҙы йышыраҡ күргәләп.

Айҙар, йылдар үтә, йәшәүгә ни етә

Туғандарың менән бергәләп.

Шәжәрә ул-сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер өлгө- бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

Һин дә ятма: ҡор ояңды, үр шәжәрә!



Бергәләп әйтеү:

Шәжәрә...

Тарих төпкөлөнән-

Киләсәккә тәҙрә.

Шәжәрә- ул йәшәү тантанаһы,

Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер.

Ул тамырың буйлап аҡҡан ал ҡан

Боронғо ла, йәш тә, хәҙерге.



Шәжәрә- ул бөйөк, изге йорттоң

Уға тейеш һин бер ҡайтырға.

Унда һине туғаныңа ер ҙә,

Йән дә,ҡан да тейеш тартырға.



Ырыу ағасым һин, әй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә,

Күкрәк киреп олон тармаҡлағанда

Күкте терәп ерҙә һин торғанда

Йәшәргә лә әле йәшәргә.

ЙЫР:

Бер әсәнең биш балаһы, биш балаһы ла биш бармаҡ

Ҡайғы елдәре ҡағылмаҫ, биш туған гел бергә булһа.

Ете яттар туған түгел, үҙ туғандарыңдың ҡәҙерен бел.

Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел.

Тормош ҡайсаҡ мәрхәмәтһеҙ, туған ташлай ҙа дуҫ тарта,

Туған туған булып ҡала, йән тартмаһа ла ҡан тарта.

Беребеҙ ҙә мәңге түгел, был донъяла ҡунаҡ ҡына,

Бер-беребеҙгә терәк булып, йәшәйек беҙ гөрләп кенә.





А.Б:

Атаңдан алып ете быуыныңды бел, ти халыҡ. Элек оло йәштәгеләр: “Кем нәҫеле?”- тип һорар булғандар. Ете быуын ата-бабаһын әйтеп биргәс кенә уны иҫәпкә алғандар.

Ғорур һүҙ әйт, һораһалар,

Ҡайһы ырыу, ниндәй заттан?

Киләсәккә айыҡ ҡарар

Үҙ тарихын белгән яттан.

Сәхнәләштереү:

Арбаға кәрәк-яраҡтар тейәгән, ҡатыны һәм балаларын эйәрткән ауылға нигеҙ һалыусы ҡарт сәхнәгә сыға.

Ҡарт: Йә, уландар, эҙләгәнебеҙҙе таптыҡ буғай...(тирә-яҡты ҡарайҙар)

Ҡатыны: Әййе шул, киң яландар, ҡалын урмандар, мул һыулы йылға, сылтырап аҡҡан шишмәләр.. Ни тиклем байлыҡ!

Ҡарт: Төпләнеп донъя көтөр өсөн ошонан да ҡулай урын булмаҫ. Изге сәғәттә! Төпләнәйек ошонда..( улар ерҙе ҡарай- ҡарай сығып китә)

А.Б.:

Был хәл 1872 йылды булған , тип фаразлайҙар тарихта. 1842 йылды Ҡамышлытамаҡ ауылы тарихы башланған йыл тип атаға була. Был фактты раҫлаусы документтар архивта һаҡланған. Күрше Саҡат ауылы күпкә боронғо ауыл , тип иҫәпләнә. Хәҙер ошо ауылдар тарихы менән беҙҙе тарих уҡытыусыһы таныштырып үтер.( тарих уҡытыусыһы сығышын тыңлау)

А.Б.: Ваҡыт даръяһы аҡҡан да аҡҡан, ләкин Ҡамышлы һәм Саҡат ауылы халҡы дуҫ һәм берҙәм булып, замана елдәренә бирешмәй, үҙ йөҙөн юғалтмай, рухын һаҡлап йәшәүен дауам иткән. Күпме быуын алышынған был ерҙәрҙә. Ләкин быуындар сылбыры өҙөлмәгән Бөгөнгө көндө лә быуындар тарихын өйрәнеү менән уҡыусыларыбыҙ ҡыҙыҡһынды һәм беҙ бер нисә ғаиләнең шәжәрәһен күрәбеҙ һәм тыңлап үтәйек.

( балалар үҙ шәжәрәһен һөйләй)

Ҡыҙҙар вокалы “Ҡамышлы” йырын башҡара.

А.Б.:

Рәхмәт, уҡыусылар! Тарихты онотмай, киләсәк быуынға тамырҙарыңды еткереү маҡсатында эшләгән эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ололаһаң олоно ололарҙар үҙеңде , ти халыҡ. Тамырҙарыбыҙ ҡоромаһын, мәңге йәшәһен! Тыуған ер менән бәйле бик күп йырҙар, әҫәрҙәр ижад ителгән.(Уҡыусылар ижад иткән шиғырҙар уҡый)

Стендта һүрәттәр ҙә Тыуған ергә мәхәббәт хисе менән һуғарылған. Ә хәҙер һүҙ иң йәш быуынға бирелә (башланғыс синыфтар сығыштар)

Бабам әйтә: һәрбер нәҫел

Бер мәғрур имән кеүек.

Яҡын ул, ғәзиз, ҡәҙерле,

Атаң йә әсәң кеүек.



Ботаҡтары бихисап күп,

Бар туғандарың шулдыр..

Ошо нәҫел ағасында

Һин япрағыңды булдыр!



Был ағасҡа йылы ямғыр,

Шифалы нурҙар кәрәк.

Иң мөһиме, был ағасҡа

Ныҡлы тамырҙар кәрәк.



Донъя һинең нәҫелеңде

Шул тамырҙарҙан табыр.

Иң үҙәктә, иң тәрәндә

Нәҫел тигән йән-тамыр.



Бабам әйтә: һәр бер нәҫел

Үҙ ағасын үҫтерә.

Нәҫел ныҡлы булған һайын,

Илгә күбрәк көс керә.



Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Әсәй һәм атай кәрәк!

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Яҡты, йылы өй кәрәк!



Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Бишек йырҙары кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Мәңге йәшәр тел кәрәк!



Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Тыуған- үҫкән ил кәрәк!

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Мәңге имен ил кәрәк!



Бергәләп әйтеү:

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Быуын ныҡлығы кәрәк!

ЙЫР “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!”

А.Б.:Ошо юғары нотала кисәбеҙҙе тамамлайбыҙ. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Киләһе осрашҡандарға тиклем!






Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!