Кластан тыш сара
ҠАРҒА ТУЙ.
Малайҙар, ҡыҙҙар.Ҡарға бутҡаһы, ҡарға бутҡаһынан ҡалмағыҙ. Ҡарр. Ҡарр. Ҡарр.
Малайҙар (салғыйҙарын ҡаҡҡылап).
Ҡарр, ҡарр, ҡарр,
Ҡарғатуйға барр, барр, барр.
Ҡарғатуға бармағандың
Күңеле булыр тарр, тарр.
Ҡарғатуйға барр, барр.
1-се бала. Һөлгө йыям, күрегеҙ,
Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.
Аллы-гөллө һөлгө тағып,
Ҡарғатуйға килегеҙ.
Әбей. Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал яғам.
Малайҙарға бал ҡаптыра.
Малайҙар. Рәхмәт, әбей, рәхәт йәшә.
Әбей. Хәйерле хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға һары май.
Малайҙарға май ҡаптыра.
1-се еңгә. Һап, һап, балын ҡап, бал артынан майын ҡап, бал артынан ҡорот ҡап.
2-се еңгә. Май һуңынан ҡорот ҡап, ҡорот ҡап та тороп сап.
3-сө еңгә. Туҡта, еңгә тороп тор ебәрмәйсә
тотоп тор,
Ҡымыҙ һалып бирәйем, эсереп
ебәрәйем.
Ҡымыҙ эсерә.
Малайҙар. Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы, хәҙер була сабырға, туйлыҡ бутҡа табырға.
Балалар. Ҡарр, ҡарр, ҡарр,
Ҡарғатуйға барр, барр,
Барр, барр.
Әбей. Бына, һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн тыуҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙар. Шулай, шулай.
2-се әбей. Инде яуҙар булмай, имен-аман ғүмер итергә яҙһын.
3-сө әбей. Бала-сағаның көсөн күреү бәхетенә ирешәйек.
Бөтәһе бергә. Шулай, шулай.
Ҡатын-ҡыҙҙар ағас ботаҡтарына таҫмалар, тәңкәләр таға.
1-се ҡатын. Сылтырашып торһондар.
2-се ҡатын. Елберләшеп торһондар.
3-сө ҡатын. Беҙҙе иҫләп торһондар.
4-се ҡатын. Ҡотто һаҡлап торһондар.
5-се ҡатын. Ырыҫ теләп торһондар.
6-сы ҡатын. Яман күҙҙән һаҡлаһындар.
7-се ҡатын. Татыулыҡты маҡтаһындар.
8-се ҡатын. Ғәҙеллекте яҡлаһындар.
9-сы ҡатын. Именлек теләһендәр.
Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, бутҡа бешкәнсе, тәнде яҙып, ҡанды ҡыҙҙырып ала торайыҡ.
Бөтәһе бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.
Алып барыусы бейей башлай.
Ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтеп ҡул саба.
Таянабыҙ бөйөргә,
Тотонабыҙ бейергә,
Тыпыр-тыпыр тыпырлатып
Әйләнәбеҙ беҙ бергә.
Бейе, еңгә, бейе, еңгә,
Бейеүеңә бер бәрән.
Бейе белмәй бейениһәң,
Сығарам да ебәрәм.
2-се бала. Егеттәр килә, егеттәр килә.
Ҡыҙҙар. Уй, егеттәр килә.
Малайҙарға М.Кәрим һүҙҙәре, Т.Кәримов музыкаһына яҙылған – «Аҡтаныш» йырын йырлап сыға.
Бейеүле уйындар башлана.
3-сө бала. «Аҡ тирәк – күк тирәк»те уйнап алайыҡ әле.
1-се төркөм. Аҡ тирәк – күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
2-се төркөм. Беҙгә Гөлшат кәрәк.
Ҡыҙ тотоношҡан ҡулдарҙы өҙә алмай.
1-се төрөкөм. Был ҡыҙға ниндәй яза?
2-се төркөм. «Бишбармаҡ»ты бейергә.
Гөлшат бейей, башҡалар ҡул саба.
2-се төркөм. Аҡ тирәк – күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
1-се төркөм. Беҙгә Илшат кәрәк.
Уйын барышында йәштәр бейейҙәр, йырлайҙар.
Уйындар уйнап арығас, башҡорт халыҡ йыры
«Әүһәләй» башҡарыла.
4-се бала. «Косилка - молотилка».
Милли уйын «Өсмөйөш» башҡарыла.
Алып барыусы. Әйҙә, ҡумыҙҙа уйна ла,
Әйҙә, моңланып йырла.
Үҙ телеңдең ҡөҙрәтен бел,
Һис тә оялып торма.
Малайҙар – ҡурайҙа, ҡыҙҙар ҡумыҙҙа башҡорт халыҡ көйө
«Йыл башы»н башҡара.
Әбейҙәр. Бутҡа бешкәндер инде.
Йәштәр. Тәмле микән бутҡаһы,
Ауыҙ итәек әле.
Матур яҙҙы ҡаршылап,
Байрам итәйек әле.
Балалар. Һалҡын ағай, кит-кит,
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ.
Һөтлө һыйыр яланда, яланда,
Майлы бутҡа ҡаҙанда, ҡаҙанда,
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа.
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ.
Алып барыусы. «Ҡарға бутҡа»һын йырлап ебәрәйек әле.
Башҡорт халыҡ йыры «Ҡарға бутғаһы» башҡарылар.
Ҡарғаларға ем булһын да,
Баҫыуҙа иген уңһын.
Бура иген менән тулһын,
Икмәгебеҙ күп булһын.
Лыбыр – лыбыр бутҡаһы ла,
Етмеш йәшәр ҡортҡаһы.
Бутҡаһынаң майы юҡ,
Ашамаға яйы юҡ.
Ашамағыҙ бутҡаһын,
Тапамағыҙ бутҡаһын.
Бутҡа бешкән дан булып,
Хурламағыҙ ҡортҡаһын.
Бутҡа ашай башлайҙар.
Ашап бөткәс, төрлө ергә бутҡа һалғандай итәләр.
Һамаҡлайҙар.
Бөтәһе бергә. Малайҙар, ҡыҙҙар, кемдә бутҡа бар? Ҡарғаларға ҡалдырайыҡ. Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар.Илгә именлек, беҙгә туҡтылыҡ, һаулыҡ теләһендәр.
Сәхнәгә туҫтаҡ, сеүәтә тотоп әбейҙәр, ҡатындар сыға.
Төрлө ергә бутҡа һалалар, һамаҡлайҙар.
Алып барыусы.
Бутҡа ҡарға аҙығы,
Бутҡа ҡарға аҙығы.
Шул бутҡаны хурлаһаң,
Башыңа төшөр яҙығы.
Ал ризыҡты, ал,
Аша, ҡарғам, аша.
Бөтәһе бергә.
Бер бөртөккә – ун бөртөк,
Ун бөртөккә – мең бөртөк.
Ал ризыҡты, ал,
Аша, ҡарғам, аша.
Бер тамсыға – ун тамсы,
Ун тамсыға – мең тамсы.
Ал ризыҡты, ал,
Аша, ҡарғам, аша.
Алып барыусы.
Ҡара ҡарға ашамаһа,
Ала ҡарға ашаһын.
Ала ҡарға ашамаһа,
Ҡара ҡарға ашаһын.
Ҡарға килмәй – ҡар китмәй,
Ҡарға килмәй – яҙ етмәй.
Ҡабул итеп йыйынды,
Ҡабул итеп һыйынды,
Беҙгә ямғыр яуҙырһын,
Битен йыуһын тау-ҡырҙың.
Яу, яу, ямғырым,
Яу, яу, ямғырым.
Иртәнсәк тә кис ҡырын,
Иртәнсәк тә кис ҡырын
Илгә ҡатлыҡ килмәһен,
Игендәрҙе үҫтерһен,
Беҙгә туҡлыҡ килтерһен.
Бөтәһе бергә.
Ямғыр,яу,яу,яу,
Беҙ булайыҡ һау һау.
Яу килмәһен иң элек,
Илдә булһын именлек,
Ерҙә еңһен изгелек.
Сәнселһен бар яуызлыҡ.
Бир шуларға ауыҙлыҡ.
Ямғыр.яу.яу,яу.
Йәштәр йырлай-бейей башлайҙар.
Алып барыусы.
Бейегеҙ әле, малайҙар.
Бейегеҙ әле, ҡыҙҙар.
Үҙебеҙсә ,саф башҡортса
Йырлайыҡ әле йырҙар.
Башҡорт халыҡ йыры “Айҙар ғынайым да ,вайҙар ғынайым” башҡарыла.
Ҡыҙҙар “ Дүртмөйөш” уйынын уйнайыҡ әле.
Уйнайҙар.
Алып барыусы.
Кәмәләре һәңгелсәк,
Арбалары ҡалтырсаҡ.
Ҡарға туйы булды тамам.
Инде килде ҡайтыр саҡ.
Арғы яҡта – һаҙ һайын.
Бирге яҡта – аҙ ҡайын.
Имен торһон донъялар,
Күрешербеҙ яҙ һайын,
Хушығыҙ,хушығыҙ.