Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Халикова Лариса Финат ҡыҙы
Уҡыусыларҙа башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, телмәр компетентлығын үҫтереүҙә компьютер технологияларын ҡулланыу”
Мастер – кластың маҡсаттары: - башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың белем кимәлен, һөйләм телмәрен үҫтереү өсөн компьютер технологияларын ҡулланыу; - уңышлы ҡулланылған компьютер технологиялары аша телде өйрәнеүғә ҡыҙыҡһыныу теләге уятыу, телдең байлыҡтарына һөйөү тәрбиәләү; .
Башҡорт теле уҡытыу өсөн мөһим шарттар:
- - уҡыусыларҙы тормош менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү;
- - мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйләп алып барыу;
- -һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү;
- -әҙәбиәт һәм сәнғәтебеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләтлектәрен үҫтереү;
- -уларҙың үҙ аллы белем алыуына, әҙәби китап уҡыуына, уҡылғанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен әүҙемләштереү бурысы тора.
- -шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интелектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.
Был шарттарҙы үтәү өсөн иң төп проблема, ул:
- балаларыбыҙҙың үҙ телеңдә һөйләшмәүе;
- ҡайһыларҙың үҙ телендә һөйләшергә белептә, оялыуы;
- ата-әсәләрҙең башҡорт теленә етди ҡарамауы;
- телмәр компетентлығының һүлпән булыуы;
Ошоларҙан сығып, мин уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтырыу өсөн, яңы технологиялар ҡулланырға булдым. Ә әсә - атайҙары ҡыҙыҡтырыу өсөн, уларҙың иң ҡәҙерле балаларының һәләттәрен күрһәтеп ҡыуандырыу сараһын отошло тип һанайым.
Бурыстар һәм мәсьәләләр.
·
Уҡыусыларҙың башҡорт теле дәрестәрендә телмәр компетентлылығын үҫтереү юлдарын асыҡлау, үҫешен тәьмин итергә йүнәлтелгән дидактик материал туплау һәм системалаштырыу.
· Һәр уҡыусыға телде практик үҙләштереүгә шарттар тыуҙырыу.
· Ғилми-методик әҙәбиәтте өйрәнеп, башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыусы инновацион технологияларҙы асыҡлау;
· Уҡыусының танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.
· Теоретик нигеҙҙәрен билдәләү, ҡулланыу юлдарын күрһәтеү.
· Компьютер аша хәтерҙе үҫтереү уйындарын ҡулланып башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
· Башҡорт фольклорына таянып уҡыусыларҙың башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
:
Телмәр үҫтереүҙә түбәндәге педагогик принциптарҙы иҫәпкә алына:
- күсәгилешлелек;
- дауамсанлыҡ,
- күргәҙмәлелек,
- тормош менән бәйләнеш,
- ябайҙан- ҡатмарлыға,
- әүҙемлекте арттырырлыҡ итеп ҡороу өсөн компьютер технологияларын файҙаланыу.
Принциптар. Телмәр үҫтереүҙә түбәндәге педагогик принциптарҙы иҫәпкә алып: күсәгилешлелек; дауамсанлыҡ, күргәҙмәлелек,тормош менән бәйләнеш, ябайҙан- ҡатмарлыға, әүҙемлекте арттырырлыҡ итеп ҡороу өсөн компьютер технологияларын файҙаланыу.
- кешенең тейешле өлкәлә күнекмә булдырыу һәмрактик яҡтан нығытыу;
КОМПЕТЕНТЛЫҠ
- «Белделеклелек, белгәнлек”, “ нигеҙлелек, төплөлөк”, икенселәрендә был төшөнсә “айырым бер өлкәлә тейешле белемле булған, яҡшы белемле»
1) Яңы техника һәм технологияларҙы үҙләштереү ваҡытын;
- 2) Кешеләрҙең үҙ- ара мөнәсәбәттәрен, этник нормаларын, үҙҙәренең эш ҡылыҡтарын баһалай белеүен;
- 3) Тормош практикаһында башҡарылған социаль ролдәр дәүерендә: ғаилә ағзаһы, ҡала кешеһе, һайлаусы һ.б.;
- 4) Киләсәктә һөнәр һайлағанда, уҡырға әҙерлеген баһалағанда;
- 5) Тормошта үҙ урынын билдәләү мәсьәләһен башҡарғанда;
- Компетентлылыҡ “ әҙер килеш бөтәһендә бирергә түгел, ә “ өрәнергә, өйрәтеүҙе” күҙ уңында тота. Ошонан сығып компитентлыҡтың төп маҡсаты булып мәктәп дәүерендә төрлө яҡтан үҫешкән уҡыусы шәхесен формалаштырыу, уның фекерен , тел интуицияһын, һәләтен, телмәр культураһын, аралашыу культураһын, ҡылығын үҫтереү
Компетентлылыҡтың 4 төр ө була.
- 1. Тел компетентцияһы лингвистик компетенцияһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ул һүҙҙәрҙе әҙәби тел нормаларына ярашлы, дөрөҫ итеп ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.
- 2. Лингвистик компетенцияһы формалаштырыу – ул терминдарҙы яҡшы белеү, телдең төҙөлөшөн, функцияларын үҙләштереү.
- 3. Коммуникатив компетенция – аралашҡанда тел һәм телдән тыш сараларҙы маҡсатҡа һәм ысынбарлыҡҡа ярашлы, теманан, ситуациянан һ.б. ҡуллана белеү.
- 4. Лингвокультурологик компетенция – лингвокультурология өлкәһендә компетентлы булыуҙы талап итә. (Лингвокультура- тел һәм культураның бәйләнешен синтезлаусы комплекслы фәнни дициплина.)
Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:
- 1) демонстратив планда;
- 2) индивидуаль рәүештә ҡулланырға (компьютер кабинетында тест эшләү һ.б.);
- 3) интерактив таҡтаны файҙаланыу ( күнегеүҙәр эшләү).
Минең көткән һөҙөмтәләрем:
Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә һөйләгәнде, уҡығанды аңларға өйрәтеү,телмәр үҫтереү;
- Башҡортса аралашыуҙы булдырыу;
- Башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү;
- Ата- әсәләрҙә башҡорт теленә етди ҡараш тәрбиәләү.
Башҡорт теле дәрестәрендә төрлө инновацион технологиялар ҡулланыу минең дәрестәремде төрлөләндерә
Проектная технологияһы миңә материалды системалаштырырға ярҙам итә, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтерерә, телдең бөтә яҡлап та мөмкинселектәрен асып бирә.
Используется на заключительных уроках .
Информационн-коммуникатив технологиялар (мультимедия технологиялары эшләү, балаларҙың белем кимәлдәрен тикшереү маҡсатында тестар эшләтеү, интерактив таҡта менән эш, интернет селтәрҙәре ресурстары һ. Б .): дәрес материалын яңыртыуға ярҙам итәләр, эффектлығын арттыралар,
проблемалы ситуациялар тыуҙырыу технологияһы, уйын технологиялары