Кәкүк сәйе.
Ҡурай моңо ағыла. Сәхнәгә Алһыу менән Артур сыға.
Алһыу.
Ҡар һыуы китте инде,
Ерҙәр ҙә кипте инде,
Кәкүк сәйенә яланға
Сығыр мәл етте инде.
Артур.
Яланда бигерәк тәмле
Сәк- сәк, бәлеш, бауырһаҡ.
Етте, сығып яланға,
Кәкүк сәйе эсер саҡ.
Оло инәй, балалар сәхнәгә сығалар.
Мансурова А.Ф.
Һаумыһығыҙ, килгән ҡунаҡтар, балалар, һеҙҙе яҙ байрамы – “Кәкүк сәйе “ менән ҡотлайбыҙ!
Денис.
Аҡ самауырҙар ҡуяйыҡ,
Тәмле булһын сәйебеҙ.
«Кәкүк сәйе» н байрам иткәс,
Матур килһен йәйебеҙ!
Денислам.
Изге теләктәр теләйек,
Уйнайыҡ та йырлайыҡ,
Матур шиғырҙар һөйләйек –
Аптырашып тормайыҡ.
Галиева А.М.
Йәгеҙ, балалар, тәмле сәй ҡайнағансы, матур табын ҡоролғансы, шиғыр һөйләп, йырҙар йырлап, йомаҡ ҡойоп алайыҡ.
Рәзилә.
Ә минең бер һорауым бар. Ниңә “Кәкүк сәйе» байрамы үткәрәләр ул, Һандуғас йәки Һабан турғайы сәйе түгел?
Мансурова А.Ф.
Борон-борондан башҡорттар ҡош-ҡортҡа табынып йәшәгән. Ҡарға, Кәкүкте кешеләргә изгелек килтереүсе ҡоштар, тип иҫәпләгән халҡыбыҙ. Шуға бағышлап байрамдар үткәргәндәр. Уларҙан йәйҙең матур килеүен, игендең ишелеп уңыуын һорағандар.Кәкүк сәйен кәкүк саҡыра башлағас, кәкүк емеше сыҡҡас уҙғарғандар.Аңлашылдымы.
Балалар.Эйе.
Оло инәй.
Әйҙәгеҙ, балалар, ҡоштар тураһында йомаҡ ҡойоп алайыҡ. Бына һеҙгә йомаҡтар, уҡып ишеттерегеҙ әле.
Алһыу.
Көндөҙ уның күҙе һуҡыр,
Әллә тығылған бөкө?
Төнөн һунарға сыға
Шар күҙле матур...
Бөтәһе бергә. Өкө.
Бала. Дөрөҫ.
Азалия.
Тыуған яҡҡа бик тоғро ҡош,
Ҡайҙа ғына ул тормай.
Күктә, ерҙә, хатта өйҙә
Кинәнеп уйнай...
Бөтәһе бергә.Турғай.
Бала.Дөрөҫ.
Элина Абзалилова.
Ҡаяларҙан һауаларға
Йәйеп оса ҡоласын,
Бөркөт кеүек ҡыйыу ҙа ул,
Матур ҙа ул...
Бөтәһе бергә .Ыласын.
Бала.Дөрөҫ.
Рәзилә.
Йыр- моңдарға күмә ерҙе,
Илаһи мәл – таң тыуғас,
Тәбиғәткә сикһеҙ ғашиҡ,
Һоҡланғыс ҡош..
Бөтәһе бергә. Һандуғас.
Бала.Дөрөҫ яуап.
Айнур.
Ҡар ҙа,ҡар тип осоп йөрөй,
Ҡысҡыра юҡҡа-барға.
Үҙе уғры, үҙе яһил,
Исеме уның ...
Бөтәһе бергә.Ҡарға.
Бала.Дөрөҫ.
Катя.
Тауҙар иле- уның ере,
Бармай бер ниҙән өркөп.
Ҡурҡыу белмәҫ был дәү ҡоштоң
Исеме булыр...
Бөтәһе бергә. Бөркөт.
Оло инәй.
Афарин, балалар!Ҡоштар тураһында күп беләһегеҙ икән.Ҡоштарҙы яратаһығыҙҙыр инде?
Балалар. Эйе, инәй. Ҡышын уларға ем һибәбеҙ, тағараҡтар эләбеҙ.
Кәкүк саҡырыуы ишетелә.
Оло инәй.
Уң ҡолаҡ менән ишеттегеҙме, һул ҡолаҡ менәнме?
Балалар.
Уң ҡолаҡ менән, уң ҡолаҡ менән.
Оло инәй.
Тәүге кәкүк тауышын уң ҡолаҡ менән ишетһәң, гел яҡшылыҡ ишетәһең.
Мансурова А.Ф.
Балалар, кәкүк ауылға осоп килһә, аслыҡ була, ти торғайны ололар. Шуға күрә ҡырға сыҡҡан ыңғайы ағас төбөнә аҡ ризыҡ - һөт, ҡатыҡ ҡойғандар.Теләк теләгәндәр.
Ағас төбөнә һөт, ҡатыҡ ҡуялар.
Азалия.
Илгә именлек килһен.
Алһыу.
Күктән изгелек булһын.
Катя.
Көндәр һәр саҡ матур тороп,
Рәзилә.
Иген ишелеп уңһын.
Данис.
Һаумы, кәкүк ҡошҡайым,
Ҡасан килдең, дуҫҡайым?
Емештәрең бик тәмле,
Моңло ла тауышҡайың.
Тыңла кәкүк тауышын,
Әйтер ғүмер ағышын,
Әйтер үҙе һағышын,
Уйландырыр яҙмышың.
Афарин. Ҡул сабалар.
Гөлдәр (йыр” Кәкүк”)
Һайҙар кәкүк тә, вайҙар кәкүк,
Һайҙар кәкүк тә, вайҙар кәкүк.
Йәйҙең йәмле көндәрендә,
Һин киләһең кәкүк.
Кәкүк,кәкүк.
Һайҙар кәкүк тә, вайҙар кәкүк,
Һайҙар кәкүк тә, вайҙар кәкүк.
Йәйҙең йәмле көндәрендә,
Һин булаһың кәкүк.
Һай,афарин!Ҡул сабалар.
Катя (йыр “Күгәрсен”)
Һай,афарин!Ҡул сабалар.
Галиева А.М. Әйҙәгеҙ, балалар,үҙебеҙ белгән уйындарҙы уйнап алайыҡ.
«Аҡ тирәк, күк тирәк» уйыны. Ике командаға бүленәләр.
се команда.
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк.
се команда.
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙгә Лилиә кәрәк.
Балалар. Эй,өҙә алманы.
Мансурова А.Ф.
Лилиәгә ниндәй яза бирәйек?
Балалар. Бейеһен.
Лилиә . «Һаҡмар һылыуы» бейеүе.
Ҡул сабалар.
2 - се команда.
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк.
1-се команда.
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙгә Артур кәрәк.
Балалар. Өҙә алманы.
Галиева А.М.
Артурға ниндәй яза бирәйек.
Балалар. Ҡурайҙа уйнаһын.
Артур (ҡурайҙа уйнай)
Ҡул сабалар.
Ҡыҙ. Ҡыҙҙар, малайҙар,әйҙәгеҙ бергәләшеп « Косилка молотилка» йырын йырлайыҡ.
Бөтәһе бергә .Әйҙәгеҙ.
Йыр. Косилка молотилка.
Уйнап алайыҡ әле , йырлап алайыҡ әле,
Уйнайыҡ та, йырлайыҡ та , бейеп алайыҡ әле.
Косилка- молотилка,
Сортировка веялка.
Косилка- молотилка,
Сортировка веялка.
Уйнайбыҙ бергә- бергә,
Йырлайбыҙ бергә- бергә.
Уйнап- көлөп, гөрләп йәшәп,
Эшләйбеҙ бергә-бергә.
Косилка- молотилка,
Сортировка веялка.
Косилка- молотилка,
Сортировка веялка.
Сәй ҡайнаны. (сәхнә артынан ҡысҡыралар)
Оло инәй.
Бына беҙ уйындар уйнап, йырҙар йырлап, бейеп күңел асҡансы кәкүк сәйе лә әҙер булды.Әйҙәгеҙ,балалар, көттөрмәйек инде.
Балалар сәй табынына китәләр.
Галиева А.М. Мансурова А.Ф.
Ошоноң менән беҙҙең “Кәкүк сәйе” байрамы тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.