Мостай Кәримдең
шиғырҙар шәлкеменә
Презентация
Ңң
Ң
Ңң
Эшләне: Учалы ҡалаһы 2-се мәктәбе башҡорт теле уҡытыусыһы Баязитова Зөлфиә Әсғәт ҡыҙы
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,-
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны-бөйөк Рәсәй-
Шундай йәшел, юғары.
« Ҡайын япрағы тураһында»
Башҡортостан – гүзәл республикам! Бормаланып аҡҡан Дим һәм Ағиҙел йылғалары, сал Урал итәктәренең сәскәле туғайҙары, алтын иген баҫыуҙары, ҡеүәтле нефть фонтандары һәм гигант завод – фабрикалары булған данлы республика. М. Кәримдең барлыҡ тормош юлы, бала сағы, уҡыу йылдары, ижады – оло мөхәббәттең тыуыуы һәм үҫеүе, яңынан – яңы буяуҙарға балҡып йәшәүе ошо изге ер менән бәйле. Был һоҡландырғыс һөйөүҙең йәне – Башҡортостан!
Эйәрләне атай, ялын үреп,
Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
«Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!»
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мостай Кәрим сафҡа алына.
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
«Уҡытыусыма»
1942 йылдың йәйендә, еребеҙҙе фашист туптары яралағанда бер туп ярсығы М. Кәримдең комсомол билетен тишеп үтә. Илде яралаған һуғыш шағир күкрәген йырта. Утлы шартлау “йөрәк аша үтеп, йыр юлына сыңлап ҡойола”. Ул госпиталдә ятҡанда ла тик ятмай, шиғырҙар яҙыуын дауам итә. Үҙенең беренсе уҡытыусыһы Нәби абыйына арнап шиғыр яҙа.
Һағыныу хисе, миңә ҡанат ҡуйып,
Алыҫ ерҙе яҡын иттерҙе.
Мин ауылға ҡайттым,
Тыуған ергә,
Күленә ҡайтҡан аҡҡош шикеле.
«Тыуған ер»
Поэзия – тормошта хаҡлыҡ эҙләү юлы икән, был хаҡлыҡты халыҡтан айырылып табыу мөмкин түгел. Шағир өсөн хаҡлыҡ бары тыуған ерҙән башлана.
Аяҡ баҫһаң, үләндәре
Торғаны бәрхәт инде,
Шул тупраҡта тыуып –үҫеү
Үҙе бер бәхет инде.
«Тупрағым, һауам, һыуҙарым. »
Шағир бары тик туған тупрағы, һыуҙары, һауаһы менән бергә йәшәй, әйтерһең дә тәбиғәттең бөтә йомартлығы беҙҙең ергә - Башҡортостан тупрағына сарыф ителгән.
Кил инде. Сыйырсығым, ҡошсоғом,
Хәҙер бында ҡыш түгел,
Матурым, һин кил инде,
Өйөң өлгөрҙө бөгөн.
«Кил инде.»
М. Кәрим ижатының тамырҙары – тыуған ер, тәбиғәт, кешегә мөхәббәт һәм шуларға тоғролоҡ.
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә,үткәндәр!
Эйе, уңдым
Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?
« Уңдым»
. Башҡортостан үҙ улын изгелекле һәм итәғәтле итеп үҫтерһә, М. Кәрим, үҙ сиратында, бурыслы булып ҡалманы – үҙ республикаһы халҡы исемен тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе, башҡорт әҙәбиәтенең ил күләмендәге авторитетын нығытты, уны Бөтә Союз һәм донъя майҙанына ҡыйыуыраҡ, ышаныслыраҡ алып сыҡты .