Просмотр содержимого документа
«Презентация "Мой родной язык"»
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Яңауыл районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм белем
биреү учреждениеһы
«Минең туған телем»
Башҡарҙы: Яңауыл ҡалаһы
1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
9-сы класс уҡыусыһы
Исанаев Артур Роберт улы
Етәксеһе: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Нурисламова Роза Рәшит ҡыҙы
Күгәреп ятҡан Уралыңдай
бай,йомарт һин, Серле ҡамыш ҡурайыңдай
ҡарт, олпат һин, Күпте күргән сәсәнеңдәй
йор, зирәк һин, Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле
башҡорт теле!
Туған телем!
Кейек ҡаҙҙар моңо,
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаҙҙар
телеме?!
Шуға микән зәңгәр
бейеклеккә
Әйҙәй мине болот
теҙеме?
Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр…
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары
менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?
Туғанынан яҙған-ярты йәтим
Туған теленән яҙған-мең
йәтим
Телде тоҙаҡларлыҡ
ғәмһеҙлектән.
«Һыуһаным-һыуҙар бирегеҙ» поэмаһы
Айырым даръя яҙмышы юҡ,
Айырым ил яҙмышы юҡ,
Айырым моң яҙмышы юҡ,
Айырым тел яҙмышы юҡ
Барыһы бер еп менән бәйләнгән.
Телең барҙа-илең бар,
Илең барҙа-иркең бар,
Иркең барҙа-күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар…
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,- Унан башҡа минең илем юҡ. Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Үҙ телемдә һөйләшәм-
Миңә ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм-
Мин ҡояшҡа тиңләшәм
Әйҙә юлдар алыҫ алып
китһен,
Мин барыбер тыуған
илемдә.
Тыуған илгә булған
һөйөүемде
Әйтермен тик туған
телемдә.
Әсәм теле-иман телем,
Әгәр һине һағынмаһам,
Көн дә һиңә
табынмаһам,
Телдәремдән яҙыр
инем.
Эй, туған тел, нәфис
телем һин, Наҙлы моңоң мине
һуғарған. Күңелдәрем һүнмәҫ-
һүрелмәҫ Әсә телкәйенән нур
алған.
Кешеләрҙе ерҙә тел
йөрөтә, Тылсым асҡысындай
тел үҙе… Йәнебеҙгә, тәнебеҙгә
дауа – Телебеҙҙең тере диңгеҙе.
Туған телем!
Туған моңдар!
Һеҙҙең аша Зиһенемә быуаттарҙың
заңы тоташа.
Әсә телен белгәндең Теле матур, бай булыр, Белмәгәндең белеме Һәм күңеле һай булыр.
Сөләймән Муллабаев
Туған тел
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән тел
тере шишмә үлмәгән
Бөгөнгә еткән.
Баязит Бикбай
Халыҡтың теле – уның бөтә
тормошоноң бер
ваҡытта ла һулымай
торған һәм мәңге сәскә
атып тора торған
сәскәһе ул. Телдә бөтә
халыҡ һәм уның тыуған
ере йәнләндерелә.
К. Д. Ушинский
Һүҙ – ул телмәрҙең нигеҙ ташы.
Үҙ халҡына һәм туған
телгә булған мөхәббәт
бер-береһенә
айырылғыһыҙ бәйләнгән.
Халыҡтың йәнле һөйләү
теле – ул әҙәби телдең
шишмәһе. Әсә теле –
мәктәптә белем һәм
тәрбиә ҡоралы.
Жәлил Кейекбаев
Үҙ әсә телем –
минең өсөн матур,
иң тәмле тел;
үҙ телем – үҙ
әйберем булған өсөн
ярата күңел.
Мәжит Ғафури
Тел – халыҡ күңеленең
ҡыңғырауы. Ә ҡыңғырау
ҡагылмаһаң сыңламай
Фәнис Яруллин
Тел – халыҡтың йән
һулышы, йәшәйеш
ысулы. Тел бар икән,
тел йәшәй икән –
халыҡ та бар, халыҡ
та йәшәй.
Шамил Анаҡ
Телдәрҙе күп
белеү эске
донъяны байыта.
Булат Рафиҡов