Х әтереңдә тот!
- 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. Беҙҙең республикала 14 тел өйрәнелә, уҡытыу 6 телдә алып барыла.
- БМО мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай.
Тел тип яныусы аҡһаҡал:
Туған тел – ул ата-әсә теле. Әсәм теле – иман телем, Әгәр һине һағынмаһам, Көн дә һиңә табынмаһам, Телдәремдән яҙыр инем. …………..
Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы
- Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
- Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
- Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
- Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.
- ………………………
Телде һандуғасҡа тиңләүсе:
ӘСӘМ ТЕЛЕ-СӘСӘН ТЕЛЕ
- Халҡым теле миңә –хаҡлыҡ теле,
- - Унан башҡа минең илем юҡ; Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
- Иле юҡтың ғына теле юҡ! .
- .....................
Телгә дан йырлаусы:
ХӘТЕРЕҢДӘ ТОТ!!!
- 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. Беҙҙең республикала 14 тел өйрәнелә, уҡытыу 6 телдә алып барыла.
- БМО мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай.
Был һүҙҙәр нимә аңлата?
- Теле телг ә йоҡмай. Теле оҙон. Йылан телле. Телләшеү. Әсе тел. Татлы телле. Теле шымарған.
- Теленән тартыу. Теле менән тирмән тарта. Теленән бал да май тама. Теле сиселде.
Мәҡәл белеп әйтә ( дауамын тап)
- Һөйҙөргән дә тел, …….
- Аҙ һөйләһәң,……
- Аҙ һөйлә - …….
Аҡылы ҡыҫҡаның …..
- Татлы тел…..
- Теле барҙың ….. Иләк һорарға ла…… Телдең күрке…..
ОНОТМА!!!
- Тел-ҡылыс,тейешле ерҙә ҡый, тейешһеҙ ерҙә тый! Теле ямандың, көнө яман. Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт. Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр. Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
ҠУШМА ҺӨЙЛӘМДӘРҘЕ БИЛДӘЛӘ:
- 1 .Кемдең иле,теле бар,шуның ҡәҙере бар.2. Әгәр милләттең теле ҡулланылмай башлаһа, ул юҡҡа сыға. 3.Бының өсөн һуғыш та кәрәкмәй, ҡан ҡойоу ҙа мотлаҡ түгел. 4.Телен бөтөрһәң, халыҡтың әҙәбиәте лә, мәҙәниәте лә, ғөрөф – ғәҙәттәре лә бөтә. 5.Киләсәк быуындың төп бурысы шунда: телебеҙҙе һаҡлауҙа. 6.Тел өсөн көрәшкән-милләт өсөн й ә шәгән.
ШУНЫ БЕЛ!!!
Һин тыуғас та, әсә һөтө менән
Иренеңә тамған туған тел.
Туған телең юйһаң, әсәйеңде
Онотоуың булыр, шуны, бел!
ӘСӘ ТЕЛЕ-БЕР БУЛА!
- Туған тел кешене белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, тотанаҡлы, ғилем донъяһына ынтылыусан итеп тәрбиәләй. Кешенең үҙ иленең патриоты, үз халҡының улы, ҡыҙы булыуы ла туған телгә бәйләнгән. “Телде үҫтергән, илде үҫтерер”,- ти халыҡ мәҡәле. Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, үҫтерәйек.
СИНКВЕЙН (Француз һүҙе)
- 1-СЕ ЮЛ:ТЕМА 2-СЕ ЮЛ:ИКЕ СИФАТ ЯРҘАМЫНДА ТЕМА АСЫУ 3-СӨ ЮЛ:ТЕМАҒА ҠАРАТА ҠЫЛЫМДАР ТАБЫУ 4-СЕ ЮЛ:ТЕМАҒА 4 ЮЛЛЫ ФРАЗА ТАБЫУ 5-СЕ ЮЛ:ТЕМАНЫ ХИС ТОЙҒО АША БИРЕҮ, СИНОНИМ ТАБЫУ.