СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по предмету «Башкирский язык» на 2016-2017 учебный год. 5 класс

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Был эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн.

 Йыллыҡ уҡыу планына  ярашлы   эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек:

М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова.  Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по предмету «Башкирский язык» на 2016-2017 учебный год. 5 класс»

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №1 с. КАРМАСКАЛЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА КАРМАСКАЛИНСКИЙ РАЙОН

РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН







РАССМОТРЕНО

на заседании ШМО

Протокол №__1 от__28.08.2016г

СОГЛАСОВАНО

зам.директора по УВР

_________Гареевой З.А.

1. 09.2016г.


УТВЕРЖДЕНО

Директор школы:

____________Ахтямов Д.Ф.

Приказ №315 от1.09. 2016г.





Рабочая программа

по предмету «Башкирский язык»

на 2016-2017 учебный год

5 класс

Уровень обучения базовый


Составитель: учитель башкирского языка Шамсутдинова Г. Г.















с. Кармаскалы – 2016

  1. Аңлатма яҙыу.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

-Рәсәй Федерацияһының 29.12.2012 йылғы №273-Ф3 бүлегендәге «Мәғариф тураһында» законына ярашлы;

-Төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына ярашлы 2010 йылдың 17 декабрендә №1897-се номеры менән Рәсәй Федерацияһының фән һәм Мәғариф министрлығы бойороғо тарафынан раҫланған;

-Ҡырмыҫҡалы ауылының 1-се һанлы Ҡырмыҫҡалы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең белем биреү программаһына ярашлы;

-2015-2016 йылға мәктәптең уҡыу планына ярашлы;

-Мәктәптең Уставына ярашлы;

-«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

-«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

-Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.


Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дүләт теле булып һанала. Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа “Башҡорт теле” предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй.

Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә, белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бйләнештә тораһәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиналь һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.

Төп мәктәптә башҡорт телен уҡытыу маҡсаттыры:

  1. Башҡорт теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; башҡорт теленең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.

  2. Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү;үҙ телмәреңде камиллаштырыу.

  3. Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү;яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен һәм телмәр этикет нормаларын үҙләштереү.






























  1. Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. К.К. аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; төрлө төрҙәге һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы - предмет-ара статус: коммуникатив –универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге ; регулятив уҡыу эшмәкәрлеге. Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белм биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.








3.Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны.


Йыллыҡ уҡыу планына ярашлы эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек:

М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.

М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн. – Өфө : Китап, 2014.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.


  1. Башҡорт теле” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.


“Башҡорт теле” программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:

  1. Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли –мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү:

  2. Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау;телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

  3. Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

  1. телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу, төрлө стилдәге, жанрҙағы тексты үҙләштереү;

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге; төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү;уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү.

  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу.

һөйләү һәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;

  • төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

  • төрлө төрҙәге монологты һәм диалог үҙләштереү;

  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тотоу;

  • үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау;

  1. алынған белемде һәм ккүнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү, тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара ҡулланыу;

  2. аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуцияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.


Предмет һөҙөмтәләре:

  1. телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында , тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  2. гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

  3. туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

  4. тел ғилеменең төп аңлатмалары:лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле;функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

  5. Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

  6. Телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарында ярашлы ҡулланыу;

  7. Һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен, һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

  8. Тел һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

  9. Туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.







V-IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары


Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен ,белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. үтелгәнде үҙ аллы үҙләштереү,аңлау кимәле;

  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсөлөренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсөлөрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. Яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы ҡоролған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложениелар6ы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса белеүе,тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

  2. яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө,икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

  1. Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

  2. Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик хаталар осраһа,

  3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

  4. Яҙма эш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

  5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә,йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.


Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа,йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән,һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

  2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

  3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

  4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

  5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән ,йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эшт2 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

  2. Фактик хаталар күп булһа,

  3. Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

  4. һүҙлеге ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ғына һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

  5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә,уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла


Контроль яҙыу эштәре күләме:

Күсереп яҙыу – 1

Һорауҙарға яуаптар – 1

Диктант – 4

Изложение – 2

Инша – 2.

Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.


Баһалар



Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

I

30

25

15

15-тән кәмерәк

II

55

45

30

30-ҙан кәмерәк

III

65

55

40

40-тан кәмерәк

IV

80

75

55

55-тән кәмерәк

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк


Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.


1. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү.

2. Дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белеүһәм тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу.

3. Эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләү.

4. Тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшеү, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштереү. Эшләгән эштәрен дөрөҫ баһалау һәм кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү.






























5.Уҡыу предметының йөкмәткеһе


Тема

Сәғәттәр һаны

1

Һаумы, мәктәп! Һаумы, уҡытыусым!

6

2

Үҙем тураһында.

7

3

Йыл миҙгелдәре.

6

4

Башҡортостанды беләһеңме?

7

5

Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена.

5

6

Яңы йыл менән!

6

7

Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Өй. Магазин. Баҙар.

6

8

8 март-ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

4

9

Яҙ етте.

6

10

Яҙғы эштәр.

4

11

Яҙғы байрамдар.

2

























Тематик план

Класс: 5

Аҙнаһына 2 сәғәт, бөтәһе 70 сәғәт.


Тема


(УУЭ)

План буйын

са

Үткә-

рел

гән

Иҫкәр-

мәләр

1

Һаумы, мәктәп!

Белем көнө.

Белем алыу, уҡыу, белемле булыу темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, һөйләй алыу. Башҡорт теленең алфавитын, үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу һәм практик яҡтан ҡуллана алыу. Һүҙҙә ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар булған осраҡта ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡуша белеү. Исемдәргә кем, нимә һорауын дөрөҫ ҡуя белеү. Исемдәрҙе һан менән үҙгәртә белеү. Үҙгеҙҙең мәктәп, көҙ миҙгеле тураһында һөйләй белеү, исемдәргә күплек ялғауҙарын дөрөҫ ҡуша алыу, күплек ялғаулы исемдең ҡылым менән ярашыу осрағы.

Инша яҙыу.

2.09



2

Беҙ йәйге каникулды нисек үткәрҙек? Орфоэпия, орфография. Ҡабатлау.

4.09



3

Диктант . “Ҡыр кәзәһе”. Исем, уларҙың һорауҙары.

9.09



4

Беҙҙең мәктәп. Исемдәрҙең күплек төшөнсәһе.

11.09



5

Көҙгө көндәр. Һөйләмдә һүҙ тәртибе.

16.09



6

Ҡурай моңо. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

18.09



7

Инша “Аттын көҙ” .

23.09



8

Хаталар өҫтөндә эш. Исемдәрҙе ҡабатлау.

25.09



9

Таныш булайыҡ. Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Танышыу темаһына ҡағылышлы лексиканы ҡулланып диалогтар төҙөү,үҙең тураһында тулы мәғлүмәт бирә алыу. Ғаиләгеҙ тураһында һөйләй белеү, исемдәрҙең килеш менән үҙгәрешен аңлау. Башҡортостан йылғалары тураһында мәғлүмәт биреү, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең бирелеше. . Зат алмаштарын һөйләмдә ҡуллана белеү.

30.10



10

Минең туғандарым күп, дуҫым шәп. Төбәү һәм төшөм килеш.

2.10



11

Һеҙҙең өйөгөҙ ҡайҙа? Урын-ваҡыт һәм сығанаҡ килеш.

7.10



12

Минең бер көнөм. Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

9.10



13

Яңы фатир. Алмаштар.

14.10



14

Зат алмаштары.

16.10



15

Теманы нығытыу. Зат алмаштары.

21.10



16

Контроль диктант.

23.10



17

Һорау алмаштары.

28.10



18

Һынамыштар. Һорау алмашы.

30.10



19

Йыл миҙгелдәре.

Алмаштар.

Йыл миҙгелдәренә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, һорау алмаштарын ҡулланып һорау һөйләмдәр төҙөү. Күрһәтеү алмаштарын менән тулы һөйләмдәр төҙөү. Ҡышҡы тәбиғәткә ҡағылышлы лексиканы һәм һынамыштар белеү урынлы ҡуллана белеү.

Тема буйынса план төҙөү, инша яҙыу.

6.11



20

Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

11.11



21

Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.

13.11



22

Ҡышҡы айҙар һәм тәбиғәт. Билдәләү алмаштары.

18.11



23

Л. Толстой. Бабай менән һыу инәһе.

20.11



24

Инша. “Минең яратҡан миҙгелем”

25.11



25

Башҡортостанды беләһеңме.


Башҡортостанды беләһеңме.

Урал – башҡорттарҙың төйәге тураһында һөйләй белеү. Башҡортостандың Президенттары, флагы тураһында, район, ҡала, йылға исемдәрен дөрөҫ уҡый, яҙа белеү. Һандарҙы тәржемәләре менән белеү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.




26

Ҡушма исемдәр.

27.11



27

Һан.

2.12



28

Ҡушма һан. Республикабыҙҙың тыуған көнө! Г.Ситдикова.

4.12



29

Р.Латипова. Салауат һәйкәле.

9.12



30

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы.

11.12



31

Контроль эш.Һорауҙарға яуап яҙыу.

16.12



32

Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена.


Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена.

Бирелгән темаға ярашлы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнеү, телмәрҙә урынлы ҡуллана алыу.Эйәлек төшөнсәһенең бирелеү юлдарын үҙләштереү.

18.12



33

Эйәлек төшөнсәһенең бирелеү юлдары.


23.12



34

Яңы йыл менән!


Ф. Иҫәнғолов. Алдаҡсы йондоҙҙар. Һорау һөйләм.

Ҡыш тураһында һөйләй алыу, һынамыштар өйрәнеү. Хәбәр һөйләм нигеҙендә һорау һөйләм, бойороҡ һөйләм төҙөй алыу. “Ҡышҡы уйындар” картинаһы буйынса һөйләм төҙөй белеү.

25.12



35

Ҡышҡы уйындар. Бойороҡ һөйләм.

15.01



36

М.Ғәли. Беҙҙең елка. Ҡабатлау.

20.01



37

Диктант.

22.01



38

Хаталар өҫтөндә эш.

Аҙыҡ – түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар.


Аҙыҡ – түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар.

Аҙыҡ-түлек темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе белеү, синоним ҡылымдар, синоним сифаттар нигеҙендә лексик байлыҡты арттырыу.табында үҙеңде матур тотоу ҡағиҙәһен белеү.

27.01



39

Кейем-һалым. Синонимдар.

29.01



40

Магазинда. Рәүештәр.

3.02



41

Беҙҙең уңыш. Тулы һөйләм төҙөү.

5.02



42

8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө.


8 Март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

Ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләләге роле тураһында һөйләшеү. Хикәйәне тасуири уҡый белеү һәм йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләй алыу. Туғанлыҡ терминдарын белеү. Һүҙлек запасын антонимдар менән байытыу.

10.02



43

Антонимдар.

12.02



44

Ә. Ихсан . Әсә рәхмәте.

17.02



45

Әсәй, өләсәйем. Туғанлыҡ терминдары.

19.02



46

Изложение.

24.02



47

Хаталар өҫтөндә эш.

Яҙ етте.

Яҙ етте. Омонимдар.

Яҙғы тәбиғәт, яҙғы үҙгәрештәр хаҡында һөйләй алыу һәм һынамыштар белеү. Омонимдарҙың тәржемәһен белеү. Компьютер менән эш итеүгә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү. Рус телендәге у, от предлогтарының башҡорт телендәге бирелешен аңлатыу. Яҙ, йәй ваҡытында ҡояшлы көндәрҙең һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын һәм һаулыҡты нығытыу өсөн төрлө саралар тураһында һөйләшеү.

26.02



48

Яҙғы көндәр. Тулы һөйләм төҙөү.

2.03



49

Минең дуҫым компьютер.Төп башҡорт һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.

4.03



50

Ҡоштар. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

9.03



51

Ф.Рәхимғолова. Еңеү көнө.

11.03



52

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

16.03



53

В.Исхаҡов. Миҙал һәм малай.

18.03



54

Контроль диктант

23.03



55

Хаталар өҫтөндә эш.

Яҙғы эштәр.

Баҡса тотоу, баҡсасы хеҙмәтенә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, баҡса тотоуҙың файҙаһы тураһында һөйләй белеү. Тексты тасуири уҡый һәм тулы итеп һөйләй белеү.

6.04



56

С.Агиш . Суфия.

8.04



57

Р.Нурмөхәмәтовтың “Эштән һуң” картинаһы буйынса эш.

13.04



58

Күсереп яҙыу.Ҡоштар.

Тулы һөйләм төҙөү.

15.03



59

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ.


Йәйҙе ҡаршылайбыҙ.

Һабантуй тураһында һөйләй белеү, теманы аса алырлыҡ итеп инша яҙыу.

20.04



60

Башҡорт халҡының милли байрамдары.

22.04



61

Инша. Һабантуй.

27.04



62

Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау.

29.04



63

Һабантуй байрамы.

4.05



64

“Кем көслө” әкиәте.

6.05



65

“Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” әкиәте.

11.05



66

“Сифат” темаһын ҡабатлау.

13.05



67

“Исемдәр” темаһын ҡабатлау.

18.05



68

“Ҡылым” темаһын ҡабатлау.

20.05



69

“Аманат” журналында ҡунаҡта.

25.05



70

Районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре

27.05
















Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу

методик ҡулланмалар.


1.Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.

2. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2006.


Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт


1.З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

2.З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006й.

























8.Уҡыу предметын өйрәнеүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр


  1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү.

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3. Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.





















Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.


Һаумы, мәктәп! (6 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында (7 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре (6 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме? (7 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (5 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

Яңы йыл менән. (6 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (6 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (4 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.


Яҙ етте. ( 6 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр.(4 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Яҙғы байрамдар. (2 сәғәт)

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау