СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по предмету «Башкирский язык» на 2016-2017 учебный год. 6 класс

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Был эш програмаһы   уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     6-сы  класы  уҡыусылары  өсөн.

Йыллыҡ уҡыу планына  ярашлы   эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек:

 Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     6-сы  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2010.

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по предмету «Башкирский язык» на 2016-2017 учебный год. 6 класс»

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №1 с. КАРМАСКАЛЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА КАРМАСКАЛИНСКИЙ РАЙОН

РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН







РАССМОТРЕНО

на заседании ШМО

Протокол №__1. от28.08. 2015 г.

СОГЛАСОВАНО

зам.директора по УВР

_________Гареевой З.А.

1.09. 2015 г.


УТВЕРЖДЕНО

Директор школы:

___________Ахтямов Д.Ф.

Приказ №315 от 1.09.2015 г.





Рабочая программа

по предмету «Башкирский язык»

на 2016-2017 учебный год

6 класс

Уровень обучения: базовый


Составитель: учитель башкирского языка Шамсутдинова Г. Г.

















с. Кармаскалы – 2016

  1. Аңлатма яҙыу.


Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

  • Рәсәй Федерацияһының 29.12.2012 йылғы №273-Ф3 бүлегендәге «Мәғариф тураһында» законына ярашлы;

  • Төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына ярашлы 2010 йылдың 17 декабрендә №1897-се номеры менән Рәсәй Федерацияһының фән һәм Мәғариф министрлығы бойороғо тарафынан раҫланған;

  • Ҡырмыҫҡалы ауылының 1-се һанлы Ҡырмыҫҡалы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең белем биреү программаһына ярашлы;

  • 2015-2016 йылға мәктәптең уҡыу планына ярашлы;

  • Мәктәптең Уставына ярашлы;

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.



Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дүләт теле булып һанала. Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа “Башҡорт теле” предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй.

Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә, белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бйләнештә тораһәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиналь һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.

Төп мәктәптә башҡорт телен уҡытыу маҡсаттыры:

  1. Башҡорт теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; башҡорт теленең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.

  2. Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү;үҙ телмәреңде камиллаштырыу.

  3. Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү;яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен һәм телмәр этикет нормаларын үҙләштереү.




2.Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. К.К. аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; төрлө төрҙәге һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы - предмет-ара статус: коммуникатив –универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге ; регулятив уҡыу эшмәкәрлеге. Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белм биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.


3.Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны.


Йыллыҡ уҡыу планына ярашлы эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек:

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы):

Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап, 2003.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Ижевск: «Книгоград», 2008.





  1. Башҡорт теле” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.


“Башҡорт теле” программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:

  1. Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли –мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү:

  2. Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау;телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

  3. Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

  1. телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу, төрлө стилдәге, жанрҙағы тексты үҙләштереү;

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге; төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү;уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү.

  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу.

һөйләү һәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;

  • төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

  • төрлө төрҙәге монологты һәм диалог үҙләштереү;

  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тотоу;

  • үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау;

  1. алынған белемде һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү, тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара ҡулланыу;

  2. аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуцияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.


Предмет һөҙөмтәләре:

  1. телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең, башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында , тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  2. гуманитар фәндәр системаһында телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

  3. туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

  4. тел ғилеменең төп аңлатмалары:лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле;функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

  5. Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

  6. Телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарында ярашлы ҡулланыу;

  7. Һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен, һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

  8. Тел һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

  9. Телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.


5.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


    1. Беҙҙе мәктәп ҡаршылай – 8 сәғәт. Беҙҙең мәктәп.

Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау. Был тема тыныслыҡ, дуҫлыҡ, Тыуған ер, туған ил темаһы менән берләшеп бара. Һәр тема буйынса уҡыусы аңлата, һөйләй белергә тейеш. Уҡыусының үҙ мәктәбе тураһында тулы мәғләүмәтле булыуы ҡарала. Үҙе уҡыған мәктәптең тарихы, данлыҡлы кешеләре хаҡында һөйләй белергә, киләсәктә ул да мәктәп тарихы биттәрен биҙәйәсәген акңлатыу, уның өсөн тырышып уҡыу кәрәклеген өйрәтеү.


    1. Башҡортостан ере буйлап- 10 сәғәт

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.

    1. Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре- 5 сәғәт


Хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре,транспорт төрҙәре тураһында һөйләргә,өйрәтеү,уҡыу материалын тасуири,аңлы уҡыу. Рәүеш. Рәүеш дәрәжәләре.


    1. Почта.Телефон.Телеграф-4 сәғәт . Почтала үҙеңде тота,телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.Ҡылым.Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөй-кәлеше.Хәҙерге заман.

    2. Ҡыш дауам итә– 4 сәғәт

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.


    1. Дуҫ ҡәҙерен бел– 7 сәғәт

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.


    1. Башҡортостан йылғалары,күлдәре.Экология мәсьәләһе- 5 сәғәт.

Башҡортостандың тәбиғәте,уның байлыҡтары тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырыу.Республикалағы йылға, күлдәр тураһында текстар уҡыу.Уларҙың атамаларының мәғәнәһе,килеп сығышы тураһында һөйләшеү.Экология мәсьәләһе.Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.


    1. Һанарға өйрән – 10 сәғәт

Көн режимы. Аҙыҡ-түлек магазины.Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.Һан.Һан төркөмсәләре.Ябай һәм ҡушма һандар.


    1. Бына тағы яҙ килде-6 сәғәт

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май байрамдары.Грамматика буйынса 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

    1. Тиҙҙән йәй етә-5 сәғәт

Йәйге тәбиғәт, уҡыусыларҙың йәйге ялы тураһында әңгәмә. Тема буйынса текстар уҡыу,шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә экскурсия ойоштороу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.
























6.Тематик план

6 класс


Темалар

УУЭ

план

факт

иҫкәрмә


Беҙҙе мәктәп ҡаршылай.

Белем алыу уҡыуға ҡағылышпы һүҙҙәрҙе белеү. 1 сентябрь – белем көнө, 6 класта уҡый башлауҙың 1-се көнө тураһында һөйләй белеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтә белеү,һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу. Өн менән хәрефте бутамау.

Көҙгө тәбиғәт, көҙгө эштәргә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү; исемдәргә һорауҙы ҡылымдан сығып дөрөҫ ҡуя алыу һәм ялғауҙарҙы дөрөҫ ялғау. Һүҙҙә һәм һөйләмдә баҫымды ҡуя белеү. Исемдәрҙең килеш ялғауҙарын дөрөҫ ҡуя белеү. Тыуған яҡтың географик атамалары, башҡорт исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм яҙа белеү. Аҙна көндәрен белеү. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһенең бирелеү юлдарын белеү. Ҡоштар темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе һәм уларҙың тәржемәһен белеү.




1

1 сентябрь-белем көнө. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

3.09



2

Көҙгө тәбиғәт , көҙгө эштәр. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

8.09



3

Һүҙ-тел матурлығы. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

10.09



4

Диктант. «Йәйге каникул бөттө.»

15.09



5

Аҙна көндәре һәм минең аҙналыҡ режимым. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Хаталар өҫтөндә эш.

17.09



6

Ҡоштар йылы яҡҡа китә.Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше.

22.09



7

Компьютер класы.

29.09




Башҡортостан ере буйлап.

Башҡортостан, С. Юлаев тураһында һөйләй белеү. Ризыҡтарға ҡағылған һүҙҙәрҙе белеү; сифаттарҙы дөрөҫ ҡулланыу.Файҙалы ҡаҙылма исемдәрен белеү. Синоним рәткә антоним таба алыу. Ҡортсолоҡҡа, йылҡысылыҡҡа ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү. Башҡорт балы, ҡымыҙ тураһында һөйләй алыу. Төҫ исемдәренбелеү. Сифаттың дәрәжә ялғауҙарын таныу.Омонимдар менән эш итә алыу. Башҡортостандағы шифаханалар, иҫтәлекле урын исемдәрен белеү, улар тураһында һөйләй алыу. Фразиологизмдарҙы ирекле һүҙбәйләнештәрҙән айыра белеү.




8

Башҡортостан территорияһы. Башҡорт телендәге эйәлек төшөнсәһенең бирелеү юлдары.

1.10



9

С. Юлаев – Милли батырыбыҙ. Синонимдар.

6.10



10

Башҡортостан байлыҡтары. Икмәк – ҙур байлыҡ.Сифат.

8.10



11

Файҙалы ҡаҙылмалар. Антонимдар.

13.10



12

Башҡортостан – бал һәм ҡымыҙ иле. Төҫтәр. Сифат дәрәжәләре.

15.10



13

Башҡортостандың район һәм ҡалалары. Омонимдар.

20.10



14

Диктант. Мин алтынсы класта уҡыйым..

22.10



15

Башҡортостандағы иҫтәлекле урындар,шифаханалар. Фразеологик берәмек. Хаталар өҫтөндә эш.

27.10



16

Ҡылымдар.

29.10



17

Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше.

5.11




Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм тамғалары. Беҙ бөтәбеҙ ҙә йәйәүлеләр.

. Светофор һәм уның функцияһы, кәрәклеге тураһында һөйләй белеү. Һөйләмдә рәүештәрҙе урынлы ҡулланып, тулы һөйләм төҙөй алыу. Юл ҡағиҙәләре һәм юл билдәләренә ҡағылышлы лексиканы белеү. Рәүештәрҙең дәрәжә ялғауҙарын танып дөрөҫ тәржемә итеү.




18

Б. Байым. Светофор .Рәүеш.

10.11



19

Юл ҡағиҙәләре. Рәүеш дәрәжәләре.

12.11



20

Транспортта йөрөү. Хәйерле юл. Рәүеш дәрәжәләре.

17.11



21

Изложение. «Тейен менән бүре.»

19.11



22

Хаталар өҫтөндә эш. Рәүеш.

24.11




Почта. Телеграф. Телефон.

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү. Ҡылымды бойороҡ һөйкәлешенә ҡуя алыу; уны дөрөҫ ҡулланып, һөйләмдәр төҙөй алыу. Телеграмманың йөкмәткеһен яҙа алыу. Ҡылымды заман формаларына ҡуя белеү. Телефон аша һөйләшеү, хәбәр итеүгә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү. Һорау аффикстары –мы, -ме, -мо, мө менән һорау һөйләмдәр төҙөй белеү. Уларға ыңғай йә кире яуап бирә алыу.Уҡыуға һәм ялға ҡағылышлы һүҙҙәр белеү. Газета, журналдарҙың исемдәрен белеү, уларға яҙылыу, ундағы мәғлүмәттәр тураһында һөйләй белеү. Юҡлыҡ аффиксы менән ҡылымдар төҙөй белеү.Ризалашыу, кире ҡағыу лексикаһын белеү.Ҡунаҡҡа саҡырыу, уларҙы ҡаршыларға әҙерләнеүгә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе, этикетты белеү. Бойороҡ һәм хәбәр һөйкәлешендә торған ҡылымдарҙы таный, айыра алыу.




23

Почтала. Ҡылым. Ҡылым һөйкәлештәре.

26.11



24

Телеграмма бирәбеҙ. Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.

1.12



25

Алло. Кем шылтырата? Хәҙерге заман. Һорау һөйләм формаһы.

3.12



26

Уҡыуҙа ла, ялда ла бергә .Хәҙерге заман. Һорау һөйләм.

8.12



27

Газета, журнал алдырабыҙ. Хәҙерге заман ҡылымының юҡлыҡ формаһы.

10.12



28

Ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Ҡылымдың бойороҡ һәм хәбәр һөйкәлеше.

15.12



29

Контроль диктант. Кедр урманы.

17.12



30

Хаталар өҫтөндә эш. Хәбәр һөйкәлеше.

22.12




Ҡыш дауам итә.

Ҡышҡы тәбиғәткә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү; ҡыш тураһында һөйләй алыу.Ҡышҡы кейем, уның исемдәрен белеү. Шаһитлы, шаһитһыҙ ҡылымдарҙы белеү, ҡылымдағы һорау киҫәксәһен һәм һорау киҫәксәһен һәм юҡлыҡ аффиксын таный белеү. Ҡыш ваҡытын тулы һүрәтләргә тырышыу, ҡоштар тураһында һөйләү, фекерҙе эҙмә-эҙлекле бирә алыу. Байрам, шыршы ҡуйыу һәм биҙәүгә ҡағылышлы лексиканы белеү. Ҡыш тураһында әйтем, мәҡәл, йомаҡтар белеү. Яңы йыл байрамы тураһында һөйләй алыу. Ҡылымдың заман формаларын аңлап ҡабул итеү һәм дөрөҫ тәржемә яһау.




31

Ҡышҡы тәбиғәт. Хәбәр һөйкәлеше. Шаһитлы үткән заман.

24.12



32

Ҡышҡы кейем. Ҡышҡы уйындар. Шаһитлы һәм шаһитһыҙ үткән заман.

29.12



33

Ҡыш һәм ҡоштар. Шаһитһыҙ үткән заман.

14.01



34

Сәләм Өфөнән. Ҡылымдың үткән заман формалары .

19.01



35

Шыршы биҙәү. Билдәле киләсәк заман.

21.01



36

Инша. «Серле ҡыш.»

26.01



37

Минең кисәге һәм бөгөнгө көнөм. Хаталар өҫтөндә эш.

28.01



38

Ҡыш тураһында әйтемдәр. Киләсәк замандың билдәһеҙ формаһы.

2.02



39

Яңы йыл байрамы. Киләсәк заман формалары.


4.02



40

Контроль диктант. Илем – Башҡортостан.

9.02



41

Хаталар өҫтөндә эш. Киләсәк заман.

11.02




Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.

Кешене төрлө яҡлап характерлаған һүҙҙәрҙе белеү. Атайыңды. Әсәйеңде, туғандарыңды, класташтарыңды характерлай белеү. Туғанлыҡ терминдарын, 8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, тыуған көн менән ҡотлай белеү. Һауа торошон характерлаған һүҙҙәрҙе белеү. Текстың йөкмәткеһен һөйләй белеү. Шарт һөйкәлеше ҡылымдарын белеү, дөрөҫ итеп тәржемә итә алыу, ҡылымдың заман формаларын белеү, дөрөҫ тәржемә итеү.




42

Ысын дуҫ ниндәй була. Синонимдар, антонимдар.

16.02



43

8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Туғанлыҡ терминдары. Сифат.

18.02



44

Инша. Әсәйем-ҡәҙерлем.

25.02



45

Хаталар өҫтөндә эш.Һауа торошо. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

1.03



46

Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала.

3.03



47

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. Ҡылым.

10.03



48

Изложение. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

15.03



49

Хаталар өҫтөндә эш. Шарт һөйкәлеше.

17.03




Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Экология мәсьәләһе.

Башҡортостан тәбиғәтенә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү,уның тураһында һөйләй белеү.Башҡортостандағы ҙур йылғаларҙың, күлдәрҙең исемдәрен русса һәм башҡортса белеү. Башҡортостандағы ҡаҙылма байлыҡтар тураһында һөйләй белеү. Атамаларҙың этимологияһы. Экологик лексиканы белеү.Теләк һөйкәлеше формаһын дөрөҫ төҙөй белеү.Ҡушма һәм ябай һандар тураһында белеү. Һан төркөмсәләренең формаларын белеү. Һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү.




50

Башҡортостан – икенсе Швейцария. Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

22.03



51

Башҡортостан йылғалары. Теләк һөйкәлеше.

24.03



52

Башҡортостан йылғалары. Һан төҙөлөшө.

5.04



53

Мин һәм минең ғаилә. Ябай һәм ҡушма һандар.

7.04



54

Башҡортостан күлдәре. Һан төркөмсәләре.

12.04



55

Һорауҙарға яуап яҙыу. Башҡортостан таштары. Рәт һаны.

14.04



56

Хаталар өҫтөндә эш. Башҡортостан ҡунағы. Бүлем һаны.

19.04



57

Минең хыялым. Бүлем һаны.

21.04



58

Аҡбуҙат ипподромы. Сама һаны.

26.04



59

Тәбиғәтте һаҡлау- һәр кем эше. Кәсер һаны.

28.04



60

Контроль күсереп яҙыу. Һандар. Ҡабатлау

3.05




Бына тағы яҙ килде.

Яҙғы тәбиғәт, ҡоштар тураһында һөйләй белеү, телмәрҙә килеште дөрөҫ ҡуллана алыу. Ҡыр һәм баҡса эштәре тураһында дөрөҫ һәм тулы һөйләй белеү.Еңеү көнө тураһында һөйләй белеү. Ағас һәм үлән исемдәрен һәм шулвүай уҡ Башҡортостанда үҫкән дарыу үләндәре исемен белеү. Ҡылымдарҙың заман формаларын дөрөҫ ҡуйыу һәм тәржемә итеү.




61

Яҙғы тәбиғәт. Ҡоштар ҡайта. Исемдәрҙең килеше.

5.05



62

Ҡыр һәм баҡса эштәре. Эйәлек категорияһы.

10.05



63

9 Май- Еңеү көнө. Ҡылымдың үткән заманы.

12.05



64

Кеше һәм үҫемлектәр. Ҡылымдың хәҙерге һәм киләсәк заманы.

17.05



65

Контроль диктант.

19.05



66

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылымдар. Ҡабатлау.

24.05



67

Ҡоштар-тәбиғәт биҙәге. Һаумы. йәмле йәй!

26.05



68

“Аманат” журналында ҡуната.

31.05



69

Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.





70

Йомғаҡлау дәресе.





















































7.Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге


  1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

  2. Усманова М. Ғ., Ғәбитова З.М.- Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се клас уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  6. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  7. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  8. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.


8.Уҡыу предметын өйрәнеүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр


  1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү.

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3. Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  4. Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.

  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  7. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

  8. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.



V-IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен ,белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. үтелгәнде үҙ аллы үҙләштереү,аңлау кимәле;

  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсөлөренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсөлөрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. Яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы ҡоролған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложениелар6ы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса белеүе,тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

  2. яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө,икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

  1. Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

  2. Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик хаталар осраһа,

  3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

  4. Яҙма эш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

  5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә,йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.


Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа,йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән,һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

  2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

  3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

  4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

  5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән ,йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эшт2 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

  2. Фактик хаталар күп булһа,

  3. Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

  4. һүҙлеге ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ғына һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

  5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә,уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла


Контроль яҙыу эштәре күләме:

Күсереп яҙыу – 1

Һорауҙарға яуаптар – 1

Диктант – 4

Изложение – 2

Инша – 2.


Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.


Баһалар

Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

I

30

25

15

15-тән кәмерәк

II

55

45

30

30-ҙан кәмерәк

III

65

55

40

40-тан кәмерәк

IV

80

75

55

55-тән кәмерәк

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк


































19