Муниципальное казенное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа д.Левали
муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан
| «Согласовано» Заместитель руководителя по УВР: ____________ Глушкова Т.Н. | «Утверждаю» Директор МКОУ СОШ д.Левали: ____________/Чугаев А.А./ 31.08.2016 |
Рабочая программа
поучебному предметубашкирский (государственный) язык
для 2 класа
Составитель: учитель башкирского языка и литературы
Хизбуллина Миндигуль Мухаметьяновна
Рассмотрено на заседании педагогического совета
Протокол № 1, 31 августа 2016 г.
2016-2017учебный год
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2- күсереп яҙыу, 1-диктант үткәреү ҡарала.
Программа кимәле: базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н.-Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн методик ҡулланма. – Өфө : Китап, 2014.
Башҡорт теленән программа (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн). Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыс мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н.-Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары методик ҡулланма. – Өфө : Китап, 2014.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Ләүәле ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль ҡаҙна дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эшпрограммаһындафедеральһәм республика закондарыталаптарытормошҡаашырыла:
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары законы,
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар
Башҡорт теленең лексикаһын, фонетикаһын, грамматикаһы буйынса төп белемде үҙләштереү.
Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Танышыу – 1 сәғәт.
Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем(нисек)? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? Һорауҙарына яуап биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ә, һ, ң, ҙ, ү) үҙләштереү; темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.
Был мин – 1 сәғәт.
Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҡ) үҙләштереү.Минең, һинең, уның алмаштарының мәғәнәләренә төшөнөү, уларҙы ҡулланып (ауырта-ауыртмай) һөйләмдәр төҙөү.
Минең ғаиләм – 2 сәғәт.
Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ғ, ө) үҙләштереү. Нимә эшләй? һорауына яуап биреү.
4. Мин нимә яратам? – 2 сәғәт.
Үҙең, үҙеңдең ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, тураһында һөйләшеү. Башҡорт милли аштары тураһында һөйләшеү. Аш-һыу приборҙары һүҙҙәрен ҡулланып (нимә менән?) һөйләмдәр төҙөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҫ) үҙләштереү.
5. Минең мәктәбем– 1сәғәт.
Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.Ниндәй? һорауына яуап биреү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.Диалог төҙөргә өйрәнеү.
6. Минең класым – 1 сәғәт.
Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Өндәү һәм һорау һөйләмдәр. Ниндәй? һорауына яуап биреү.
7. Мин мәктәпкә йыйынам – 1 сәғәт.
Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар. Уларҙың эштәре. Һөйләмдәр төҙөү, уҡыу, һөйләү.
Мин уҡыусы – 1 сәғәт. Диалог.
Мин мәктәпкә йыйынам. Кроссворд. Нисек? һорауына яуап биреү.
Мин дәрестә- 2 сәғәт.
Текст. Минең дуҫым. Һүрәтле текст. Артур мәктәпкә бара. Ҡайҙа? һорауына яуап биреү. Эргәһендә-в (предлог), внутри мәғәнәһен үҙләштереү. Ҡайҙа? Өҫтөндә-на(педлог), аҫтында-под (предлог) мәғәнәләрен үҙләштереү.
10. Мин дәрестән сыҡтым– 2 сәғәт. Сюжетлы һүрәттәр. Түңәрәктәр. Беҙ түңәрәккә йөрөйбөҙ. Тәнәфестә. Алинаның көн тәртибе. Нимә эшләйем? һорауына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, һөйләү. Башҡорт теленең специфик өндәренең әйтелешен һәм яҙылышын өйрәтеү.
11. Минең уйынсыҡтарым – 2 сәғәт.
Уйынсыҡтар магазины. Сюжетлы һүрәттәр. Тиҙҙән Яңы йыл етә. Тәртип ҡағиҙәләре. Нимә? Нимәләр? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү. Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләмәйбеҙ? һорауҙарына яуап биреү. Текстың йөмәткеһә өҫтөндә эш. Нимә эшләмә? һорауына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү.
12. Мин уйнарға яратам – 1 сәғәт.
Сюжетлы һүрәттәр. Ҡышҡы уйындар. Беҙҙең катокта. Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Текстың йөмәткеһе өҫтөндә эш. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү.
13. Мин уйнарға сығам – 2 сәғәт.
Һүрәтле текст. Миңә нимә кәрәк? һорауына яуап биреү. Кәрәк, кәрәкмәй һүҙҙәрен үҙләштереү.
14. Мин уйнарға сыҡтым – 2 сәғәт. Картина. Башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу. Нисәнсе? һорауына яуап биреү. Картинаны тасуирлау.
15. Минең кескәй дуҫтарым – 2 сәғәт. Сюжетлы һүрәттәр. Халыҡ ижады. Текст. Тест һорауҙары. Был нимә? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү.
16. Мин ял итәм- 2 сәғәт.
Сюжетлы һүрәттәр. Хайуандар тураһында әкиәттәр. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү. Был нимә?Нимәгә? һорауҙарына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү.
17.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 2 сәғәт
Һүрәтле текст. Таблица. Сюжетлы һүрәттәр, картина. Тәүлекте, ваҡытты сәғәттәрҙә билдәләү. Ҡасан? Нимә менән? һорауҙарына яуап биреү. Таблица тултырыу(Үҙем Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен дөрөҫ билдәләү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. менән алам. Өйҙә ҡалдырам.). Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Сюжетлы һүрәттәр буйынса хикәйә (текст-Лагерҙа көн тәртибе.).
Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)
Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
Уҡыу планында предметтың урыны
Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 2 класта 34 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт)
Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре
Шәхси һөҙөмтәләр
Башҡорт телен 2 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр
Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре
1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):
уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.
2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):
бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,
һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫҡулланып һөйләү,
диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,
үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,
ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,
башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.
3. Уҡыу (чтение):
тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),
поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,
уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,
текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
4. Яҙыу (письмо):
хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,
ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,
шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,
бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,
ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы контроль күсереп яҙыу, диктант яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).
Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.
1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.
Уҡыу техникаһын тикшереү.
Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ҡысҡырып уҡыу.
Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.
Эстән уҡыу.
Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.
Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:
| Класс | Һүҙ | Билдә | Эстән уҡыу |
| 2 | 30-40 | 100-120 | 35-40 |
2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) диктант;
Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
4 –се класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,
белгәндәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары
Телдән яуаптарҙы баһалау:
Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.
Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:
1. “тулыһынса аңланы”
2. “өлөшсә аңланы”
3. “аңламаны”
Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:
1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;
- дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;
- тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, “5”ле ҡуйыла.
4 -се класта бәйләнешле һөйләү – 10-12 һөйләмдән тәшкил итә.
2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;
- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла
3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;
- 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә;
- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкткеһен һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, “3”лө ҡуйыла.
4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;
- паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;
- 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.
Диалогик һөйләмде баһалау:
1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;
- әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарһа, “5”ле ҡуйыла
2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;
- 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4” ле ҡуйыла.
3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;
- һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;
- 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә, “3” лө ҡуйыла.
4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә;
- һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;
- 6- нан артыҡ хата ебәрһә, “2” ле ҡуйыла.
Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусылар6ан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.
Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:
Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;
Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.
Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логикә эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.
Әгәр уҡыусы:
тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;
үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;
Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкинһирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенәнһуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндәһирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин
Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәлҙрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;
әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;
Яуабында э6мә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.
Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана
Диктанттарҙы баһалау
Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.
Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.
Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.
Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,
«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.
Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.
Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:
| Эш төрҙәре | 2 класс |
| Күсереп яҙыу | 2 |
| Һорауҙарға яуаптар яҙыу | - |
| Диктант | 1 |
| Изложение | - |
| Инша | - |
| Бөтәһе | 3 |
Уҡытыупроцесындауҡытыу-методик һәмматериаль-техник ҡулланмалар
Уҡытыупроцесындаҡулланылғантехнологиялар
Башҡорттеленһәмәҙәбиәтенуҡытыуҙа отошло тип һаналғанинновационтехнологиялар: белембиреүҙәүҫтереүсеуҡытыутехнологияһы, проектлаутехнологияһы, проблемалыуҡытыу, информационтехнологиялар - үҫтереүсеуҡытыусистемаһы - уҡыусыныңүҙенеңижадиэшмәкәрлегенә, һәряҡлапүҫешкәншәхесбулыпформалашыуынаалыпкилеүсетенологияларҙыҡулланам.
Методтар
Күҙәтеү,яуап һайлау, ҡыҫҡа яуап, башҡарыу процесын баһалау,башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау,портфолио.
Уҡытыу-методикҡулланмаларисемлеге
Төп әҙәбиәт
1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н.-Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.
2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложение текстары йыйынтығы. 1-4 синыф уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Атнағолова С.В., Псәнчин В.Ш.
Өҫтәлмәәҙәбиәт
Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Башланғыс мәктәптә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү дәрестәре.- Өфө:Китап,2009.
Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереүбуйынсасюжетлыкартиналар.-Өфө:Китап, 1996.
Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Дәүләтшина М.С. // Өфө, Китап, 2010.
5.Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006
6.Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.
Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ.(1-2) .// Толомбаев Х.А. Дәүләтшина М.С. Өфө, Китап, 2002.
Башҡорталфавитыһүрәттәрҙә.
Башҡортәҙәбиәтебуйынсааудио-видеоәсбап.- Өфө: БашҡортостанРеспубликаһыныңМәғарифминистрлығы, 2005.
Габитова З.М. методические рекомендации и организация работы по обучению башкирскому языку в русской школе.- Уфа: Китап, 2006.
Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу. Методик күрһәтмә. – Өфө: Китап, 2008
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө: Китап, 2009.
Усманова М. Г. Башҡорттелеграмматикаһытаблицаларҙаһәмсхемаларҙа.
УраҡсинЗ.Ғ., СиразетдиновЗ.Ә., СуфьяноваН.Ф. Башҡорттеленеңаңлатмалыһүҙлеге: Башланғысклассуҡыусыларыөсөн.–Өфө, 2005.
Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.
Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Г. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма . - Өфө:Китап, 2010.
Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.
Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
«Аҡбуҙат» журналы.
Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
Күңелле минуттар. М.И. Баһаутдинова. Өфө: Китап, 2003
Һүҙлектәр:
1. Ураксин З. Г. Русско-башкирский словарь. Уфа, 2005.
2. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско-русский словарь. Санкт- Петербург, 2005 г.
Материаль-техник ҡулланмалар
Телевизор; видеоплеер; магнитофон;DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран, магнитлы класс таҡтаһы, таблицалар, портреттар.
Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар
Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.
1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З., Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
2.Башҡортса өйрәнәйек: электрон дәреслек /Төҙ. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.
3.Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр.
4.Урыҫса- башҡортса һүҙлек (УраксинЗ.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)
5.Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.
6.Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.
7. Дөйөм һүҙлек.
8.Ишетеп- күреү (экранно – звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.
9.1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек. Балҡортостан иле
4.Календарь –тематик планлаштырыу
| № | Лексик тема | Өй эше | Сәғ. | Дата | |
| Пл.буй | Факт. | |
| Танышыу.Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем(нисек)? Башҡорт алфавиты. Ә, һ, ң өндәре һәм хәрефтәре. | Эш дәфтәре 3-4 – се биттәр | 1 | 1 аҙна | |
| Һинең исемең нисек? ң, ә өндәре һәм хәрефтәре. | 9-сы бит 3-сө күнегеү | 1 | 2 аҙна | |
| Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙ өнө һәм хәрефе. | Эш дәфтәре 10-11-се битәр | 1 | 3 аҙна | |
| Тән өлөштәре.. Ҡ хәрефе | Яңы һүҙҙәрҙе ятларға | 1 | 4 аҙна | |
| Рәсимә Ураҡсина. Был мин. Йомаҡтар Ҡ өнө һәм хәрефе. | Шиғырҙы тасуири уҡырға | 1 | 1 аҙна | |
| Ф. Рәхимғолова”Әсәйем Нимә эшләй. Ө хәрефе | Эш дәфтәре 19-20-се биттәр | 1 | 2 аҙна | |
| Әлфинур Вахитова. Апайым-доктор. Ө өнө һәм хәрефе. Нимә эшләй? | 29- сы бит кроссворд | 1 | 3 аҙна | |
| Сафуан Әлибай. Икмәк ҫөнө һәм хәрефе. Нимә менән?. | Яңы һүҙҙәрҙе ятларға | 1 | 4 аҙна | |
| Факиһа Туғыҙбаева. Сәй эсеү. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. ҫөнө һәм хәрефе. Нимә менән? | Шиғырҙы ятларға | 1 | 1 аҙна | |
| Мәктәп ниндәй? Предеттың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. | Эш дәфтәре 19-cы дәрес | 1 | 2 аҙна | |
| И.Ғүмәрова. Уңған ҡыҙ. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | Һүҙлек эше | 1 | 3 аҙна | |
| Класс ниндәй? Өндәү һәм һорау һөйләмдәр | 43- сө бит 4- се күнегеү | 1 | 4 аҙна | |
| Беҙҙең класс. Хәбәр, өндәү һөйләмдәр. | Һүрәт төшөрөргә | 1 | 1 аҙна | |
| Мин уҡыусы. Нисек? | 48- се бит кроссворд | 1 | 2 аҙна | |
| Мин дәрестә. Ҡайҙа? | Эш дәфтәре 23-дәрес | 1 | 3 аҙна | |
| Артур мәктәпкә бара. Ҡайҙа? | Режимыңды яҙырға | 1 | 4 аҙна | |
| Дәрестә. Нимә эшләйем? | Өс һөйләм яҙырға | 1 | 3 аҙна | |
| Тәнәфестә. Нимә эшләйем? | Эш дәфтәре 23дәрес | 1 | 4 аҙна | |
| Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем? | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Контроль эшкә әҙерлек | 1 | 1 аҙна | |
| Контроль күсереү. Мәктәптә. | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | 2 аҙна | |
| Хаталар өҫтөндә эш. Ҡадир Даян. Ҡуян менән Ҡыш бабай. Гөлфиә Юнысова.Беҙҙең йортта. | Нимә? Нимәләр? Ниндәй? Һорауҙарына миҫалдар яҙырға | 1 | 3 аҙна | |
| Сафуан Әлибай. Яңы йыл йыры. Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләмәйбеҙ? | Шиғырҙы ятларға | 1 | 4 аҙна | |
| Айһылыу Йәғәфәрова. Уйынсыҡтар магазины. Нимә эшләмә? | Һүрәт төшөрөргә | 1 | 1 аҙна | |
| Мин тышта уйнарға яратам. Нимә эшләйбеҙ? | Эш дәфтәрендә эшләп бөтөрөргә | 1 | 2 аҙна | |
| Файыҡ Мөхәмәтйәнов. Беҙ уйнайбыҙ. Миңә нимә кәрәк? | Шиғырҙы тасуири уҡырға | 1 | 3 аҙна | |
| Контроль күсереү. Саңғы шыуыу. | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | 4 аҙна | |
| Хаталар өҫтөндә эш. | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | 1 аҙна | |
| Минең бесәйем. Абдулхаҡ Игебаев. Аҡтүш. Был нимә? Ниндәй? | Һүрәт төшөрөргә | 1 | 2 аҙна | |
| Ҡадир Даян. Бесәй. Ни эшләй? | 111- се бит 3 - сө күнегеү | 1 | 3 аҙна | |
| А.Насретдинов. Терпе. Әкиәт. Терпе менән Төлкө. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? | 118 – се бит 4- се күнегеү | 1 | 4 аҙна | |
| Зарема Әхмәтйәнова. Өҫтәл янында. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | Был нимә?Нимәгә? Һорауына миҫалдар яҙырға | 1 | 1 аҙна | |
| Контроль диктант. Каникулда. | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | 2 аҙна | |
| 33 34 | Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Факиһа Туғыҙбаева. Баш ҡала шундай матур. | Һурәт төшөрөргә | 1 | 3 аҙна 4 аҙна | |
2 класс. Ҡушымта.
I. Контроль күсереп яҙыу
МӘКТӘПТӘ.
АйратменәнӘлфиәмәктәптәуҡый. Мәктәпҙур, яҡты, матур. Айратбашҡорттеле, математикадәрестәренярата. Тыуғанилгәбелемле, файҙалыйәштәркәрәк.
II. Контроль күсереп яҙыу
САҢҒЫ ШЫУЫУ.
Беренсеҡарҙыбалалартүҙемһеҙлекменәнкөттө. Юлда! саңғыларынкүптәнүкәҙерләпҡуйған. Фәриҙәнеңатаһыламагазиндансаңғыалыпҡайтты.
Ап-аҡҡарҙыярып, алданРөстәмбара. УныңартынанОлег,|Юлдаш, Ринат, Фәриҙә, Наилә, Игорьһәмбашҡауҡыусылартеҙелгән. Талғынелиҫә, көнйылы. Ошондайкөндөсаңғылайөрюүениндәйкүңелле! Тауҙанелкеүекосаһың.
Ҡыҙҙар, малайҙарсаңғылашыуырғаөйрәнде.
III. Контроль диктант.
КАНИКУЛДА.
Йәйҙе мин быйыл ауылда үткәрҙем. Мин унда үҙемә яҡшы дуҫтар таптым. Уларҙың исеме: Марат, Руслан, Азат, Салауат. Мин улар менән бергә күлгә, урманға йөрөнөм. Еләк-емеш, бәшмәкйыйҙыҡ, күлдә балыҡ тоттоҡ. Күлдә кәмәлә йөрөүе бик күңелле
икән! Ата-әсәйемә лә баҡса эштәрендә ярҙам иттем. (43 һуҙ.)