МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.ТАКТАГУЛОВО
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
| Рассмотрено и принято на заседании педагогического совета Протокол №___ от _______ 20__ г. | Согласовано. Зам. дир. по УВР_____Раянова Н.Г. «_____»____________20__г. | Утверждаю. Директор школы: __________ Галлямов В.К. Приказ №____ от «___»__________20__г. |
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ
8 класс
ДЛЯ ОБУЧАЮЩИХСЯ ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ
Срок реализации рабочей программы: 20__-20__ учебные годы
Программы по башкирскому языку . Составители: В.Ш. Псянчин, Ю.В. Псянчин Программы по башкирскому языку для V-XI классов. Ижевск: КнигоГрад, рекомендованной Министерством Образования Республики Башкортостан.
Закона Республики Башкортостан «О Республиканском комплекте учебников для общеобразовательных учреждений» (в ред. №367-з от 03.11.2006 г.)
ООП ООО МОБУ ООШ с. Тактагулово – IIступень обучения;
Составитель: Раянова Нурия Гаделяновна
Год составления рабочей программы: 20__ г.
1. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре:
Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:
1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте аңлап ҡабул итеү(тема, фекер, мәғлүмәттәр);
уҡыу күнекмәләре (эҙләнеү, ҡарап сығыу, өйрәнеү), стиль, жанрҙар;
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт һайлап алыу күнекмәләре;
тәғәйен материалды системаға килтереү;
фекерҙе сағыштыра белеү, һөйләү һәм яҙыу
уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы әйтеп йә яҙып бирә белеү;
текст менән эш: план, һөйләү, конспект, аннотация;
төрлө телмәр тибында һәм стилендә яҙма текст төҙөй алыу;
телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә алыу;
монолог һәм диалог төрҙәрен үҙләштереү (этикет, диалог-һорашыу, аралашыу, диалог-фекер һ.б.);
аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, стилистик, орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы һаҡлап, телмәр ҡора белеү;
доклад, реферат менән сығыш яһау, бәхәстә аргументтар ҡулланып, проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта һәм предмет-ара ҡуллана белеү;
телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм ролен аңлау;
тел ғилеменең бүлектәре; тел һәм телмәр; һөйләү һәм яҙма телмәр; монолог һәм диалог, уларҙың төрҙәре; текст төрҙәре, стилдәр, телдең берәмектәре;
лексика һәм фразеологияның стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
һүҙгә төрлө анализ төрҙәре: фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ;
тел-һүрәтләү сараларын ҡулланыу;
туған телдең функцияһын таныу, телмәрҙең эстетик ҡиммәтен баһалау.
Предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
1.Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:
- уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырырға; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;
- мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырырға;
- тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем бирергә;
-һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.
2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:
- үтенес менән уҡытыусыға класташыңа өлкәндәргә өндәшергә:
уҡыу объектыын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырыға анализларға һәм һығымта яһарға:
аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға , яуап бирергә; һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә;
диалог, монолог ҡора белергә;
мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға ;
мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;
парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә;эште планшатырырға , уны тормошҡа ашырырға
Шәхси үҫеш кимәле.
Баланы шәхес итеп үҫтереү кешелек сифаттарын тәрбәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға әҙәи әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү фекереңде булдырырға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле.
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятивһәм коммуникатив эшмәкәрлег, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға белем алырға өйрәтеү.
Предмет- ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:
әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материлдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
-әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау(тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
-үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡвғиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
-йәмғиәттәге тәртип һәм әхләҡ ҡағиҙәләрен белеү;
аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу,
төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡуланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.
Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
-компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;
-уҡыу техникаһын үҙләштереү;
- уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;
- интерпретацияның төп элемнттарын үҙләштереү;
- әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу,
- үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ алла һайлай алыу;
- һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;
- үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;
- монологтар төҙөү, тектың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;
- һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;
- шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.
2. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
8-се класс программаһы нигеҙҙә Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 8-се класта уҡытыуңың маҡсаты – түбәнге кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, ҡушма һөйләм синтаксисын өйрәнеү-ентекле ҡарау, эйәрсән һөйләмдәрҙе танырға өйрәтеү-уларҙы дөрөҫ ҡуллана белеү күнекмәләре булдырыу, тыныш билдәләре ҡуйылышын ҡабатлау, дөйөмләштереү.
Был программа риториканы өйрәнеүҙе лә күҙ уңында тота. Ул төрлө стилдәге, жанрҙағы иншалар төҙөү, уларҙы төҙөгәндә тел сараларын урынлы ҡуллана белеү мәсьәләләрен үҙ эсенә ала. Грамматика, орфография һәм пунктуация буйынса күнекмәләрҙе камиллаштырыу эше бәйләнешле телмәр төҙөргә өйрәтеү нигеҙендә алып барыла.
Программала уҡыусыларҙың төрлө телмәр күнекмәләрен һәм оҫталыҡтарын тәрбиәләүгә лә иғтибар бирелә. Мәҫәлән, телдән сығыш яһау, тезис, конспект, ғариза тураһында төшөнсәләр биреү, ҡыҫҡа күләмле реферат, потокол төҙөү, доклад әҙерләү, үҙ фекереңде яҡлап дәлилдәр килтереү һәм иҫбат итеүҙең төрлө юлдарын файҙаланып, телмәр этикетын һаҡлап, дискуссия алып барыу һ.б. Ошо маҡсаттарҙан сығып, һәр бүлек аҙағында яҡынса практик эш төрҙәре башҡарыу.
Башҡорт теле дәрестәренең төп маҡсаты уҡыусыларҙың коммуникатив компетентлығын үҫтереү булғанлыҡтан, дәрестәрҙә коммуникатив-когнитив технология элементтары ҡулланыла. Проект методикаһын дәрестә ҡулланыу уҡыусыларҙа уҡыу – тикшеренеү эштәре башҡарырға ҡыҙыҡһыныу уята. Бөгөнгө көн уҡытыусыһы әҙер яуап, ҡағиҙәне аңлатып биреүсе түгел, ә уҡыусыларҙың уҡыуын ойоштороусы булғанлыҡтан, телгә өйрәтеү процесы телде асыу процесы, тикшеренеү һәм эксперименталь процесс булараҡ өйрәнелә.
8-се класта ҡушма һөйләм синтаксисы өйрәнелә: теҙмә ҡушма, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр ентекле ҡарала. Эйәрсән һөйләмдәрҙең баш һөйләмдәргә бәйләнеп килеү саралары бер генә урында, баш һәм эйәрсән һөйләмдәр тураһында төшөнсәне үткәндән һуң, шунда уҡ бирелә. Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәрен айырым-айырым үткәндә уларҙың баш һөйләмгә бәйләнеп килеү юлдарын, сараларын яңы материал итеп махсус өйрәтеүҙең кәрәге ҡалмай. Күнегеүҙәр эшләгәндә, уларҙы уҡыусыларҙың үҙҙәренән билдәләтеҙ бурысы ғына ҡуйыла, сөнки эйәрсән һөйләмдәрҙең һорауҙар аша ниндәй һөйләм икәнен танырға өйрәтеү, уларҙы һөйләү һәм яҙыу телмәрендә ҡуллана белеү күнекмәләрен булдырыу маҡсатҡа ярашлы һанала.
Ҡушма һөйләм
Синтаксис буйынса ике составлы һөйләмдәрҙе, тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе, айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙе ҡабатлау. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.
I. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, уларҙа тыныш билдәләре.Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә; уларҙа тыныш билдәләре.
II. Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, уларҙы һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү; ул төр ҡушма һөйләмдәргә синтаксик төпсөү яһай белеү.
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.
Баш һәм эйәрсән һөйләмдәр.Эйәрсән һөйләмдәрҙең баш һөйләмгә бәйләнеп килеү ысулдары: 1) теркәүестәр, 2) бәйләүестәр, 3) килеш ялғауҙары, 4) интонация, 5) мөнәсәбәт һүҙҙәр.
Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре, улар эргәһендә тыныш билдәләре; эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы һөйләмдәр.Хәл һөйләмдәр: ваҡыт, урын, рәүеш, күләм-дәрәжә, маҡсат, сәбәп, шарт һәм кире эйәрсән һөйләмдәр.
Хәл эйәрсән һөйләмдәрҙең хәл әйтемдәренән айырмаһы.
Һөйләм киҫәктәрен, айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙе, хәл әйтемдәрен, эйәрсән һөйләмдәрҙе, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма һөйләмдәр дөрөҫ интонация менән уҡыу, уларҙы телмәрҙә стилистик маҡсатта ҡулланыу күнекмәләре.Ҡушма һөйләмдәргә телдән һәм яҙып синтаксик һәм пунктуацион төпсөү үҫтереү.
Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.
Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә.Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.Теҙем тураһында дөйөм төшөнсә. Уларҙың стилистик роле.
Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәһе; шул уҡ тип һөйләмдәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү.
Синтаксик һәм пунктуация буйынса ике составлы ябай, бер нисә ябай һөйләмле ҡушма һөйләмдәр, ҡатмарлы һөйләм төҙөлмәләренән күп эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре тураһында ҡабатлау.
V-VIII кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
3. Дәрес һаны буйынса тематик планлаштырыу
| № | Дәрес темалары | Һаны | Контроль эштәр |
| 1 | Ҡушма һөйләм. Синтаксис буйынса ике составлы һөйләмдәрҙе, тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе, айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙе ҡабатлау. | 13 | 2 |
| 2 | Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. | 17 | 5 |
| 3 | Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. | 10 | 2 |
| 4 | Синтаксик һәм пунктуация буйынса ике составлы ябай, бер нисә ябай һөйләмле ҡушма һөйләмдәр, ҡатмарлы һөйләм төҙөлмәләренән күп эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре тураһында ҡабатлау. | 11 | 3 |
| 5 | V-VIII кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 3 | |
| 6 | Эш ҡағыҙҙары менән эш. | 2 | |
| | | 56 | 12 |
| | Бөтәһе | 68 |
4. Календарь-тематик план
| № | Үткәрелеү ваҡыты | Дәрестең темаһы | | Иҫкәрмә |
| календ. | фактик |
| 1 | | | Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе нығытыу, ҡабатлау | | |
| 2 | | | Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләрен ҡабатлау | | |
| 3 | | | Айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙә тыныш билдәләрен ҡабатлау | | |
| 4 | | | Ҡушма һөйләм тур-да үтелгәндәрҙе ҡабатлау | | |
| 5 | | | Тикшереү диктанты «Балғабаш» | | |
| 6 | | | Ҡушма һөйләм тур-да төшөнсә | | |
| 7 | | | Теҙмә ҡушма һөйләм | | |
| 8 | | | Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм | | |
| 9 10 | | | Теркәүесле тезмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре | | |
| 11 12 | | | Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр | | |
| 13 14 | | | Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре | | |
| 15 | | | Изложение «Аҡһаҡ Тимер» | | |
| 16 | | | Эйәртеүле ҡушма һөйләм. Баш һәм эйәрсән һөйләм | | |
| 17 | | | Биремле диктант “Әсәйем юлға сыға” | | |
| 18 19 | | | Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә эйәреү(бәйләнеү) саралары | | |
| 20 | | | Инша «Ҡышҡы юл-үҙе бер тамаша» | | |
| 21 | | | Эйәрсән һөйләм төрҙәре. Эйә һөйләм | | |
| 22 | | | Эйәрсән хәбәр һөйләм | | |
| 23 | | | Аныҡлаусы һөйләм | | |
| 24 | | | Изложение «Ҡараҡыя» | | |
| 25 | | | Тултырыусы һөйләм | | |
| 26 | | | Хәл һөйләмдәр. Ваҡыт һөйләм | | |
| 27 | | | Урын һөйләм | | |
| 28 | | | Рәүеш һөйләм | | |
| 29 | | | Күләм-дәрәжә һөйләм | | |
| 30 | | | Сәбәп һөйләм | | |
| 31 | | | Контроль диктант «Бәхетле ҡартлыҡ» | | |
| 32 | | | Маҡсат һөйләм | | |
| 33 | | | Шарт һөйләм | | |
| 34 | | | Кире һөйләм | | |
| 35 | | | Эш ҡағыҙҙары менән эш | | |
| 36 37 | | | Эйәрсән һөйләм төрҙәрен ҡабатлау | | |
| 38 | | | Изложение «Минең Рәис дуçым» | | |
| 39 | | | Катмарлы синтаксик төҙөлмәләр | | |
| 40 | | | Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр | | |
| 41 42 | | | Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре | | |
| 43 | | | Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр | | |
| 44 | | | Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙе систаксик тикшереү | | |
| 45 46 | | | Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре | | |
| 47 | | | Биремле диктант “Яҙ” | | |
| 48 49 | | | Теҙемдәр | | |
| 50 | | | Инша «Тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?» | | |
| 51 | | | Эш ҡағыҙҙары менән эш | | |
| 52 | | | «Ҡушма һөйләм» темаһын ҡабатлау | | |
| 53 | | | Изложение “Командир | | |
| 54 | | | Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре | | |
| 55 | | | Өтөр ҡуйылыу осраҡтары | | |
| 56 57 | | | Нөктәле өтөр ҡуйылыу осраҡтары | | |
| 58 | | | Һыҙыҡ ҡуйылыу осраҡтарын ҡабатлау | | |
| 59 60 | | | Ике нөктә ҡуйылыу осраҡтары | | |
| 61 | | | Яҙма телмәр үҫтереү | | |
| 62 63 | | | Тыныш билдәләре ҡуйылышын ҡабатлау | | |
| 64 | | | Контроль диктант «Күңелле ине ул саҡтар» | | |
| 65 | | | Хаталар өҫтөндә эш. Ҡабатлау. | | |
| 66 67 | | | V-VIII кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау | | |
| 68 | | | Йомғаҡлау | | |