Башҡорт теленән 7 класс өсөн дәрестең план-конспекты
Тема: Спорт – ул һаулыҡ, көс, матурлыҡ.
Маҡсаттар:
1.Спорттың уҡыусылар тормошонда һәм һөнәр һайлауҙа ролен асыҡлау, тема нигеҙендә грамматика буйынса үткәндәрҙе ҡабатлау;
2.Уҡыусыларҙың телмәрен, ижади һәләттәрен, белемдәрен үҫтереү;
3.Тыуған илгә, күренекле спортсыларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү, спорт менән шөғөлләнеүҙең әһәмиәтен нығытыу.
Йыһазлау: Флаг, герб, һүрәте, гимн – аудиотаҫма, видеояҙыу, күренекле спортсыларҙың фотоһүрәттәре, дәреслек, электрон дәреслек, ноутбук, кроссворд, ребус төшөрөлгән һүрәттәр, презентация өсөн слайдтар.
Дәрес барышы:
I.Ойоштороу мәле.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ!
Уңыш ситуацияһын ойоштороу.
-Бөгөн ниндәй көн. Нисәнсе число? Аҙнаның ниндәй көнө? Балалар, бөгөн беҙҙең мәктәптә профессия һайлау буйынса кәңәшмә үткәрелә, шуға беҙ ҙә үҙебеҙ үткән тема нигеҙендә ошо һөйләшеүгә ҡушылып китәйек. Ә бөгөн ниндәй тема үтеүебеҙ хаҡында һеҙ моғайын аңлағанһығыҙҙыр, сөнки өйгә эшкә һеҙҙең нисек спорт менән шөғөлләнеүегеҙ тураһында хикәйә яҙырға ҡушылған ине. Теманы асыҡлар өсөн таҡтала бирелгән ребусты сисәйек.
( Уҡыусылар ребусты сисә һәм теманы әйтә)
-Балалар, мин һеҙгә олимпия уйындары үткәрергә тәҡдим итәм. Ике командаға бүленәйек тә уйынды башлайыҡ! Һәр мәрәй өсөн жетондар биреләсәк. Ҡайһы команда күберәк жетон йыя, шул еңеүсе! Спорт, спортсылар, спорт һөнәрҙәре тураһында һөйләшәйек. (Уҡыусылар ике командаға бүленә: 1 рәттә ултырыусылар - «Аҡбуҙат» , 2 рәт - «Салауат»)
I I.Төп өлөш.
- Олимпия уйындарын башлайбыҙ! (Башҡортостан гимны яңғырай, бөтә уҡыусылар ҙа баҫа, гимнды йырлайҙар)
1 ярыш.
- Балалар, уйынды өйгә эштән башлайыҡ. Үҙегеҙгә ниндәй спорт төрө оҡшай, нисек шөғөлләнәһегеҙ һәм һайлаясаҡ һөнәрегеҙҙә спорт менән шөғөлләнеү нисек ярҙам итер?
(Уҡыусылар хикәйәләре буйынса һөйләйҙәр, уларға 1-3 жетон бирелә)
2 ярыш.
Викторина.
Бокс майҙаны нисек атала? (ринг)
Теннис уйыны майҙансығы? (корт)
Штраф тибеүе (пенальти)
Каратэның Ватаны? (Япония)
Хоккейҙы кем уйнамай? (ҡурҡаҡ)
Ат сабышы үткәрелгән урын (ипподром)
Спорт ярыштары үткәрелгән майҙан (стадион)
Тимераяҡта шыуыу майҙансығы нисек атала? (каток, шыуғалаҡ)
( Дөрөҫ яуаптар өсөн жетондар бирелә)
ярыш.
-Ә хәҙер, балалар, спорт пантомимоһы ярышы үткәрәйек. Был ярыш физкультминут урынына булыр. Бер команданың вәкиле икенсе командаға уҡытыусы әйткән спорт төрөн күрһәтә. Ҡаршы команда белергә тейеш
(гимнастика, шахмат уйыны, ат сабышы, бобслей һ.б.) Дөрөҫ яуаптар өсөн жетондар бирелә.
ярыш.
-Дәреслек буйынса эшләп алайыҡ. 26-сы күнегеүҙә бирелгән һүҙҙәр буйынса һөйләмдәр төҙөргә бирелгән. Ҡайһы группа (команда) тиҙерәк һәм дөрөҫөрәк төҙөр?
1. Спорт, Башҡортостан, иле, һөйөүселәре. 2. Һәр, шуға күрә, ҡалала, ғаилә старттары, ауылда, спартакиадалар, халыҡ уйындары, төрлө, үткәрелә. 3. Спартакиадаларға, йыйыла, халыҡ, күп. 4. Тимәк, данлаусы, донъя чемпиондары, Башҡортостанды , буласаҡ, киләсәктә лә! 5. Арала, уҡыусылар , һеҙҙең.
ярыш.
-Беҙҙең Башҡортостанда күренекле спотсылар, Олимпия уйындарында, Донъя чемпионаттарында ҡатнашыусылар, еңеүселәр бар. Һеҙ кемдәр тураһында беләһегеҙ? Улар тураһында һөйләп бирегеҙ әле. ( Һөйләүселәргә жетондар бирелә).
- Уҡыусылар, Башҡортостан спортсылары тураһында презентация ҡарап үтәйек (Ирек Зарипов, Ғабдрахман Ҡадыров, Тамара Танһыҡҡужина, Андрей Черкасов, Галина Куклева, Александр Батталов, Людмила Матвеева тураһында слайдтар ҡарау һәм электрон дәреслектең ошо спортсылар хаҡында 70-се күнегеүен тасуири уҡыу һәм жетондар алыу)
ярыш.
Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ, ҡапҡа ҡаҡма тупҡа ҡаҡ. (Һәр команданан 2-шәр кеше тиҙәйткесте әйтә.)
ярыш.
Мәҡәлдәрҙе тамамларға:
Саф һауа- тәнгә дауа.
Һаулыҡ- ҙур байлыҡ.
Сәләмәт тәндә- сәләмәт аҡыл.
Һаҡланған- һаулыҡҡа туйған.
8 ярыш.
- Электрон дәреслектәге 47-се күнегеүҙе тәржемә итергә. Ҡайһы группа (команда) тиҙерәк һәм дөрөҫөрәк эшләр һәм күберәк жетон алыр?
Спорт- ул һаулыҡ, көс, матурлыҡ. Спорт һүҙен белмәгән кеше юҡтыр ул. Инглиз теленән ингән был һүҙ «уйын» тигәнде аңлата.
Әгәр сәләмәт һәм матур булғың килһә,спорт менән шөғөллән. Спорт үҙеңдең етешһеҙлектәреңде лә еңергә өйрәтә. Тыуған илебеҙҙе һаҡлау өсөн көслө, сыҙамлы кешеләр кәрәк.
ярыш
-Спорт инвентарының һүрәтен яһарға.( Һәр уҡыусының һүрәтенә бер жетон)
ярыш.
-Ниндәй спорт һөнәрҙәрен беләһегеҙ?
(Профессиональ спортсы – саңғысы, йөҙөүсе, гимнаст, шахматсы, шашкасы, фигуралы шыуыусы, волейболсы, футболсы, баскетболсы, бокссы, уҡтан атыусы һ. б. , тренер, комментатор - комментарий биреүсе, спортсылар табибы)
ярыш.
13-15 йәшлек үҫмерҙәрҙең организмында ҡатмарлы физиологик үҙгәреүҙәр бара. Шуға күрә, киләсәктә шөғөлләнер спорт төрөн һайлағанда табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Был йәштәге балаларға мәктәптәрҙә һәм спорт түңәрәктәрендә спорт менән ойошҡан рәүештә шөғөлләнеү бик яҡшы. Ҡыҫҡа ял итеү ваҡыттарын дөйөм үҫеш биреүсе күнекмәләр яһау өсөн файҙаланырға мөмкин. Спорт менән шөғөлләнеүселәргә иртәнге гимнастика кәрәкме һуң? Эйе. Кәрәк. Ул һайлап алған спорт төрөнә һәм дөйөм үҫешкә ярҙам итеүсе күнегеүҙәрҙән торорға тейеш.
( Командалағы уҡыусылар текстан ҡылымдарҙы табалар, дөрөҫ яуаптар өсөн жетондар алалар)
I I I.Йомғаҡлау өлөшө.
( Рефлексия)
Балалар, бына беҙҙең олимпия уйындары формаһында үткәрелгән дәресебеҙ тамамлана. Еңеүсене билдәләгәнгә тиклем һығымта яһайыҡ, әйтеп үтәйек әле, дәрестә беҙ нимәгә өйрәндек һуң?
Спорт , спортсылар, спорт һөнәрҙәре тураһында һөйләштек.
Беҙҙең тормошобоҙҙа спорттың ниндәй урын биләүен билдәләнек.
Мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөк.
Ребустар систек.
Текст тәржемә иттек.
Ҡылымдарҙы ҡабатланыҡ.
Һеҙгә дәрес оҡшанымы?
(Уҡыусылар дәрескә баһа бирәләр)
Өй эше: Спорт тураһында шиғыр яҙып ҡарарға, 48–се күнегеүҙә бирелгән текст буйынса план төҙөргә.