Дәрес барышы
I.ОЙОШТОРОУ МӘЛЕ
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.
II.АРТИКУЛЯЦИОН КҮНЕГЕҮ
Ерҙән – ҡеүәт, һыуҙан ҡөҙрәт алып,
Анттар биреп халыҡ алдында,
Ыласындай ҡыйғыр егеттәрең
Сафта тора һинең һағыңда.
-хор менән уҡыу
-һәр уҡыусының уҡыуы
-башҡорт хәрефтәрен табыу
-миҫалдар килтереү
Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Кемдәр илдең һағында тора? Кемдәр ул? Һеҙ ниндәй башҡорт батырҙарын беләһегеҙ?
Фотоға ҡарағыҙ. Бында кем төшөрөлгән? Ул ниндәй кейемдә? Нимәгә ултырған?
III.ЯҢЫ ТЕМА
Бөгөн беҙ Ҡ.Даяндың “Шайморатов генерал” йыры менән танышасаҡбыҙ. Кем һуң ул Шайморатов генерал? Һеҙ уның тураһында нимә беләһегеҙ?
Иң тәүҙә беҙ Ҡадир Даяндың тормош улы һәм ижады менән танышасаҡбыҙ.
Ҡайҙа?
Ҡасан? Ҡ.Даян Кем?
Кемгә?
Ҡадир Хәким улы Даянов 1910 йылдың 4 февралендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Ҡунашаҡ ауылында тыуған. 1927 йылда мәктәпте тамамлағас, Арғаяшта уҡытыусылар курсында уҡый, уҡытыусы һәм мәктәп директоры булып эшләй.
1930-1933 йылдарҙа К.А.Тимирязев ис.Башҡорт педагогия институтында уҡый. 1933-1935 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡыта. 1936-1941 йылдарҙа К.А.Тимирязев ис.педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң Башҡорт китап нәшриәтендә, БАССР-ҙың яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй.
1929 йылда әҫәрҙәре баҫыла башлай.
1934 йылда “Рәшиҙә”, “Тимеркәй”, “Хәйрүш менән Фәйрүш”, 1938 йылда “Ағиҙел ярында”, “Ҡарт ҡасҡын”, «Эт нисек үҙенә хужа тапты» 1939, «Ҡоштар оса» 1952, «Хәйләкәр төлкө тураһында өс әкиәт» 1957, «Һунарсылар» 1959 һәм башҡалар.
Наградалары:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945);
Почет Билдәһе (1945, 1955);
Башҡорт АССР-ның Атҡазанған сәнәғәт эшмәкәре (1969).
1975 йылдың 19 октябрендә Өфө ҡалаһында үлә.
Кластерҙы тултырыу.
Йырға күсеп киткәнсе беҙ Шайморатов генералдың тормош юлы менән танышасаҡбыҙ.
Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов
15 август 1899 йыл Өфө өйәҙенең Биштәке ауылы (хәҙер Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылы) –
23 февраль1943 йыл Ворошилоград өлкәһе Украина ССРы
Генерал-майор, 112-се атлы дивизияның командиры
М.Шайморатовтың фотоларын ҡарау.
Йыр менән танышыу.
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды киң Урал;
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал.
Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай –
Һай батыр ҙа ир икән.
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай,
Һинең улдарың, Урал.
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.
Әйҙәгеҙ уҡыйыҡ һәм тәржемә итәйек.
Бындағы фразеологик һүҙбәйләнештәрҙе табайыҡ.
Көл иткән – превратил в пепел;
Утта янмай, һыуҙа батмай – в огне не горит, в воде не тонет
Шайморатов генералға бағышланған ҡыҫҡа ғына фильм ҡарап үтәйек.
Әйҙәгеҙ Артур Туҡтағолов башҡарыуында йырҙы тыңлап үтәйек һәм уның менән бергә йырлап ҡарайыҡ.
IV.НЫҒЫТЫУ
Ҡ.Даян ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
Ҡайҙарҙа уҡыған?
Кем булып эшләгән?
Уның ниндәй наградалары бар?
М.Шайморатов ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
Ғүмере буйына ул нимә менән шөғөлләнә?
Уның ниндәй наградалары бар?
Уның үлеме тураһында һөйләгеҙ.
V.ЙОМҒАҠЛАУ
Һеҙгә был йыр оҡшанымы? Ни өсөн? Шайморатов генералҡа ҡарата һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙы? Унан башҡа һеҙ тағы ла ниндәй башҡорт батырҙарын беләһегеҙ?
VI.ӨЙ ЭШЕН БИРЕҮ
1-се рәт: йырҙың һүҙҙәрен ятларға
2-се рәт: Ҡ.Даян биографияһы буйынса ун тест һорауы төҙөргә
3-сө рәт: йырҙың һүҙҙәрен тасуири уҡырға
VII.БАҺАЛАУ
Баһаларҙы әйтеү, аңлатыу. Көндәлектәргә ҡуйыу.