СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Разработка урока

Категория: Внеурочка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рәсих  Ханнановтың “Икмәк ҡәҙере” хикәйәһе.

( VIII класс).

Просмотр содержимого документа
«Разработка урока»

Рәсих Ханнановтың “Икмәк ҡәҙере” хикәйәһе.

( VIII класс).

Маҡсат. Р. Ханнановтың биографияһы менән таныштырыу; “Икмәк ҡәҙере” хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, драматизмын асыу; уҡыусыларға икмәктең ҡәҙерен аңлатыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү, эҙләнеү күнекмәләрен булдырыу. Р. Ханнановтың китаптары күргәҙмәһе, икмәк, башаҡ һүрәттәре, слайд-шоу, фонохрестоматия.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

Бөгөн беҙҙә башҡорт теле

Яратам мин телемде.

Матурлығы, нескәлеге

Таң ҡалдыра мине.

  1. Өйгә эште тикшреү, баһалау.

Зәйнәб Биишеваның “Көҙгө ямғыр“ һәм Хәсән Назарҙың “ Көҙгө көн. Болотло. Һалҡын... “ шиғырҙарын тасуири уҡыу.

  1. Яңы теманы аңлатыу , нығытыу.

(Слайдта Р.Ханнановтың портреты, эпиграф сыға. Зәки Мәхмүтов башҡарыуында “ Йәшәү - бәхет бит ул, дуҫтарым!” йыры).

Эпиграф: Был донъяны өҙөлөп яратам мин,

Көтөп алам һәр көн иртәһен.

Килә минең тыуған илкәйемде,

Әкиәттәрҙән күркәм итәһем.

Р.Ханнанов.

Артикуляцион күнекмә.

Икмәк ҡәҙерен белмәгән –

Мәңге рәхәт күрмәгән.

- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ бөгөнгө дәрестең маҡсатын бергәләп билдәләйек. (Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр.)

- Тимәк, бөгөн дәрестә Рәсих Ханнановтың биографияһы менән ҡыҫҡаса танышырбыҙ һәм “Икмәк ҡәҙере“ хикәйәһе буйынса фекер алышырбыҙ, һеҙ уның йөкмәткеһе менән өйҙә танышып килдегеҙ. (Дәфтәргә дата, тема яҙыла).

1. Эйе. Р.Ханнонов үҙенең күркәм юбилеен ҡаршылай. Быйыл уға 80 йәш. Рәсих Нурғәле улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын һәм Мәскәү юғары партия мәктәбенең журналистика факультетын тамамлай. Армияла хеҙмәт итә. 1959-1994 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район газетаһында, “Ҡыҙыл таң“ республика газетаһында эшләй. Бер үк ваҡытта әҙәби әҫәрҙәр ижад итә.

Ул алты пьеса, ике музыкаль комедия, күп һанлы очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы.

Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Уның байтаҡ шиғырҙары төрлө композиторҙар тарафынан көйгә һалынған. Рәсих Ханнанов – республика журналистарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендэге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Уның “Йәшлек ҡанаттары”,” Диңгез ҡарлуғасы”, “Ҡатынға бүләк”, “Ҡыр ҡаҙҙары киткәндә”, “Тәрән ағым”, “Әйтем юҡҡа әйтелмәҫ”,”Көтөгөҙ мине, тирәктәрем”, “Күңел нуры”, “Юл буйында күк сәскә” тигән китаптары уҡыусыларға яҡшы таныш.

2. Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү. (Йөкмәтке өйҙә үҙләштерелһә, дәрестә анализ ғына эшләнә.) Хикәйәне анализлау һорау-яуап алымы (әңгәмә) менән алып барыла. Уҡытыусы йөкмәткенән сығып, тема, идея, проблемаларҙы асҡан һорауҙарҙы үҙе төҙөй.

Һүҙлек эше:

Башаҡ- колос

Йылғыр- шустрый

Күмәс- булка

Ялтырау- блестеть,сверкать

3.Әҫәрҙе анализлау.

-Әҫәрҙә ниндәй осор һүрәтләнә? Хәл-ваҡиғалар кем исеменән һөйләнелә?

(Әҫәрҙә ураҡ осоро һүрәтләнә. Хәл- ваҡиғалар малай исеменән һөйләнелә.)

Малайға һәм уның дуҫы Вәлигә сағыштырма характеристика бирегеҙ. ( Текстан табып уҡыу.)

- Тамаҡ ялғап ултырғанда ниндәй хәл була? (Малай ашап бөтмәгән икмәк һынығын ҡамыл араһына ташлай.)

- Малайҙың атаһына - Хәким ағайға улының был ҡалығы оҡшамаймы?

- Һеҙ малайҙың был ҡылығын нисек баһалайһығыҙ? Уның урынында булһағыҙ, һеҙ икмәкте ташлар инегеҙме? Малайҙың атаһы урынында нимә эшләр инегеҙ?

- Хәким ағай нимә тураһында һөйләй? (Хәким ағай улына тормошта үҙе менән булған хәл-ваҡиға аша икмәктең ҡәҙерен аңлата.)

- Кем ул Абдулла бабай? Ул малайҙарҙы кем менән таныштыра һәм ниндәй сәбәп менән эш йөкмәтә? ( Абдулла бабай- бригадир. Ул малайҙарҙы һуғыштан яраланып ҡайтҡан һалдат Миҙхәт ағай менән таныштыра. Баҫыуҙа былтырҙан ҡалған башаҡтарҙы йыйыусыларҙы ҡыуыу һәм йыйылған башаҡтарҙы алып яндырыу йөкмәтелә, сөнки был башаҡтар кеше ғүмере өсөн зарарлы. ( Текстан табып уҡыу.)

- Миҙхәт ағай менән малайҙар һәм башаҡ йыйып ҡайтып килеүсе ауыл кешеләре араһындағы конфликт һүрәтләнгән урынды текстан табып уҡығыҙ һәм уҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ.

-Ҡасим ни өсөн ҡасып китә? Ул дөрөҫ эшләйме? ( Ул өйҙә асығып ултырған туғандарын уйлап шулай эшләгәндер.)

- Малайҙарҙың уҙ-ара дуҫлығын ысын дуҫлыҡ тип әйтеп буламы?( Текстан сығып иҫбатлағыҙ.) (Малайҙар бер-береһе менән яҡын дуҫтар, быны беҙ Ҡасимға икмәк бүлеп биргәндәрендә бик яҡшы күрәбеҙ. Улар араһында ысын дуҫлыҡ булмаһа, малайҙар Ҡасимды ғәфү итмәҫ ине.)

- Хикәйәнең сиселеше һеҙгә оҡшанымы? Икмәген ҡамыл араһына ташлаған малай был һәл-ваҡиғаны тыңлағас, һағымта яһап, фәһем алдымы икән. (Фекерегеҙҙе дәлилләгеҙ.)

- Ни өсөн икмәк бик ҡәҙерле ризыҡ һәм ни өсөн беҙ уны хөрмәт итергә тейешбеҙ?

- Текст буйынса мәҡәл-әйтемдәрҙе табып, мәғәнәләрен аңлатығыҙ. Ашағанда колағың һелкенһен, .... . Салбар балағына ут ҡабыу. Оҙон һүҙ китапҡа ғына яҡшы.

IV. Ял минутында. Расих Ханнановтың “Ник йылмайҙың” йырын тыңлау.

V. Темаһын билдәләү.

-Хикәйә икмәк ҡәҙере, игенсе хеҙмәте, дуҫлыҡ һәм ауыр һәғыш ваҡытындағы аслыҡ йылдары тураһында.

Проблеманы асыҡлау: бөгөнгө көндә кешенең, бигерәк тә йәштәрҙең икмәктең ҡәҙерен белеп етмәүҙәре тураһында бөгөнгө көнгә бәйләп, миҫалдар аңлатыу.

Әсәрҙең идеяһын билдәләү: икмәктең ҡәҙерен, ҡиммәтен, беҙҙең тормошта уйнаған ролен аңлатыу.

Әсәрҙең жанрын билдәләү, тел-һүрәтләү саралары өҫтөндә эштәр башҡарыу.

VI. Рефлексия.

  • Бөгөн дәрестә беҙ нимәләр тураһында һөйләштек? Ҡуйылған маҡсаттарға ирештекме?

  • Үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

  • Дәрес беҙҙе нимәгә өйрәтте?

  • Яңы белемде ҡайҙа ҡуллана алабыҙ?

VII. Йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, Р. Ханнановтың “Икмәк ҡәҙере” хикәйәһе тәрән мәғәнәгә эйә. Был әсәрҙә быундар бәйләнеше, ысын дуҫлыҡ төшөнсәһе асыла. Дуҫ булыу өсөн төп шарт – күңел берлеге. Дуҫлыҡ тураһында Гетеның бик матур һүҙҙәре бар: “Ысын дуҫлыҡ үҙ-ара таяныстан тора”. Әсәрҙең төп мәғәнәһе: икмәк – иң ҡәҙерле аҙыҡ һәм ул бер ваҡытта ла үҙ баһаһын юғалтырға тейеш түгел.

V.Өйгә эш. а) Хикәйә буйынса план төҙөп, һөйләргә өйрәнергә, хикәйә буйынса тест һорауҙары төҙөргә б) Икмәк, дуҫлыҡ тураһында мәҡәл-әйтемдәр яҙып килергә. в) Р. Ханнановтың йырҙарыналып килергә.