СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Разработка урока

Категория: Внеурочка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным  - һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы буйынса 6 класта үткәрелгән дәрес эшкәртмәһе

Просмотр содержимого документа
«Разработка урока»

Башҡортостан Республикаһы

Саҡмағош районы муниципаль район хакимиәте Аблай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеһы







Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы буйынса 6 класта үткәрелгән дәрес эшкәртмәһе



Төҙөүсе: Зәйнетдинова Рәсимә Дамир ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.





















2015 – 2016 уҡыу йылы.



Тема: Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһын

өйрәнеү.

Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы муниципаль районының Аблай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет мәғарифучреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

.Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ шағиры булған Рауил Бикбаев тураһында электрон дәреслек ярҙамында биографик белешмә биреү; поэманың идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау; поэмаға бәйләп, “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы”на арнап әңгәмә ҡороу; бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереү, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеүҙе автоматлаштырыу; тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш, бөйөк шәхестең ижадына һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Электорн дәреслек, презентация, интернет селтәре, китаптар күргәҙмәһе.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу моменты.

Хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Һеҙ БСТ каналының “Хазина” тапшырыуын ҡарайһығыҙ. Бөгөн беҙҙең студияла ҡунаҡта Саҡмағош районы Аблай урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары һәм уҡытыусылары, Саҡмағоштоң үҙенән килгән абруйлы уҡытыусылар ҡатнаша. Тапшырыуҙы алып бара – Зәйнетдинова Рәсимә Дамир ҡыҙы.

- Уҡыусылар! Тапшырыуҙы һәм шулай уҡ бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ.

1-се слайд.

Башланып китте дәрес

Беҙ матур ултырабыҙ.

“4”ле, “5”ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

  1. Артикуляцион күнегеүҙәр.

Тиҙәйткесте уҡыу.

2-се слайд.

Һалҡын Һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.

  1. Үтелгәнде ҡабатлау.

Уҡыусылар! Һеҙ өйҙә юбиляр яҙыусы булған Р.Бикбаевтың тормош юлына һәм ижадына күҙәтеү яһағанһығыҙҙыр. Ә мин бөгөн һеҙҙе студияға “Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһының йөкмәткеһен анализларға, фекер алышырға саҡырҙым. Бөгөнгө тапшырыуҙа һеҙҙең әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы, үҙегеҙҙең уйҙарығыҙ, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашыуығыҙҙы теләйем.

  • Ә хәҙер дәфтәрҙәрегеҙгә бөгөнгө числоны, тапшырыуҙың темаһын яҙып ҡуйығыҙ!

3-сө слайд.

Шулай итеп, бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ ?

4-се слайд.Рауил Бикбаев портреты.

  • Кем ул Рауил Бикбаев ? Һеҙ уның тураһында ниләр беләһегеҙ ?

  • Уның ниндәй шиғырҙарын уҡығанығыҙ, ятлағанығыҙ бар ?

Был һорауҙарға яуап бирер өсөн түбәндәге схема беҙгә ярҙам итер.

5-се слайд.



Ҡайҙа?













Кем?



Ҡасан?



Ниндәй?



Рауил Бикбаев

1938











Кем ? Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы.

Ҡайҙа? Ырымбур өлкәһе, Покровка районы, Үрге Ҡунаҡбай ауылында.

Ҡасан? 1938 йылдың 12 декабрендә.

Ниндәй? Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

(Электрон дәреслек ярҙамында биографик белешмә биреү, видеотаҫманан өҙөк ҡарау).

III. Яңы тема буйынса эш.

  1. Уҡытыусының инеш һүҙе

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы Рауил Бикбаев үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай. Быйыл уға 75 йәш тула.

6-сы слайд.

“2013 йыл - тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы!” эмблемаһы.

Мәғлүм булыуынса, президентыбыҙ тарафынын быйылғы йыл “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы” тип иғлан ителде. Р. Бикбаев та тыуған яҡ тәбиғәте, уның киләсәге өсөн борсола. Бөгөн дәрестә беҙ уның шундай тәрән мәғәнәле булған “Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!” исемле поэмаһынан бирелгән өҙөк менән танышырбыҙ.

7-се слайд. “Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһынан өҙөк.

2. Электрон дәреслектән поэманан бирелгән өҙөктө тыңлау.

3. 8-се слайд. Һүҙлек эше.

4. Поэманың идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау:

а) Тема һәм проблеманы билдәләү;

б) Әҫәр кем йәки нимә тураһында?

в) Ул ни өсөн шулай тип атала?

г) Уҡыу барышында ниндәй фекерҙәр (һорауҙар) тыуҙы?

5. Поэманың композицияһы:

а) Поэманы нисә өлөшкә бүлергә була? Ни өсөн?

б) Һәр бүлектә нимә һүрәтләнә?

в) Бүлектәргә ниндәй исем бирергә мөмкин?

6. Поэманың идеяһы:

а) Әҫәрҙең төп фекере ниндәй?

б) Автор был поэма аша нимә әйтергә телегән?

IV. Шиғриәт минуттарында ял итеү. (Аудиотаҫманан шағирҙың үҙ тауышы менән шиғыр уҡыуын тыңлау).

  1. Төркөмдәр менән эш.

1. Һәр төркөмгә эш биреү. (Үҙ аллы эш).

I төркөм. Поэманан йыр алымдарын табырға. Экология мәсьәләһенең поэтик тасуирланышын билдәләргә.

II төркөм. Поэманан ҡобайыр алымдарын табырға. Терәк һүҙҙәр ҡулланып, хат-мөрәжәғәт яҙыу. Автор уҡыусылырға нимә әйтергә теләгән?

III төркөм.Поэманан мәҡәл, әйтем алымдарын, табырға. Географик атамаларҙы билдәләргә.

2. Төркөмдәрҙең сығышы.

V. Йомғаҡлау. Бөгөнгө тапшырыуҙың һеҙҙең өсөн әһәмиәте булдымы ?

Булһа ниндәй?

“Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы хәҙерге заманда күптәрҙе борсоған, ныҡ уйландырған социаль, иҡтисади, экологик һәм әхлаҡи-әҙәп мәсьәләләрен тура һәм үткер ҡуйыуы, заманса яңғырашы менән әһәмиәтле. Ул шағир ижадының поэма жанры өлкәһендәге ҙур уңышы булып тора.

9-сы слайд.

VI. Өйгә эш. 1) Поэманы тасуири уҡырға өйрәнергә; 2) “Таҙа экология – сәләмәт быуын” темаһына мини –инша яҙырға.

10-сы слайд. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!